«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәйҙең тәме – банкаларҙа



31.07.2019 Йәйҙең тәме – банкаларҙа

Йәй – хужабикәләр өсөн ҡыҙыу осор. Был ваҡытта һәр кем баҡсалағы уңышынан ҡышҡылыҡҡа етерлек ҡайнатма, компот әҙерләп ҡалырға тырыша, һыуытҡысына еләк-емеш тултыра. Йәй буйына запас йыйғас, ҡышҡыһын өҫтәлебеҙ ҙә үҙебеҙ әҙерләгән витаминлы һәм татлы һыйҙан һығылып торасаҡ.


Ҡара ҡарағаттан ҡайнатма


Бер кг ҡарағат, ярты кг шәкәр.
Банкаларҙы, ҡапҡастарҙы сода менән йыуырға һәм стерилләргә. Ҡарағатты яҡ­шы­лап йыуып, киптерергә кә­рәк. Еләктең биштән бер өлөшөн блендер менән яҡ­шылап иҙергә. Уның өҫтөнә ҡалған ҡарағатты һәм шәкәрҙе өҫтәп, яҡшылап бутарға һәм утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сығыр-сыҡмаҫ килеш утта биш минут самаһы тоторға. Үҙ һутында әҙерләнгән ҡарағатты бан­каларға эҫеләй ҡойорға кәрәк. Банкалар яҡшы итеп сте­рилләнгән осраҡта, ҡай­натма бик оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Абрикостан ҡаҡ


Абрикосты йыуырға, тостарын таҙартырға. Емеште ит үткәргес йәки махсус комбайн, блендер ярҙамында иҙергә. Әҙер массаға шәкәр һалырға һәм ҡайнатырға.
Һыуынғас, фольга, клеенка йәки пергамент ҡағыҙына йоҡа итеп йәйеп һалырға. Елләп торған урында кипте­рергә. Мейестә лә киптерергә мөмкин.

Терндан ҡайнатма


2,5 кг күгәнде (терн) 1 литр һыуҙа йомшарғансы беше­рер­гә. Һөҙгөскә һалып, һар­ҡытырға, иҙеп, һөйәгенән, ҡабығынан айы­рырға. Шул һыуға иҙмәне, 3 кг шәкәр һалып, 20 минут ҡайнатырға.

Ҡарағаттан желе


Ҙур кәстрүлгә ярты литрлы банка менән һалҡын һыу ҡо­йорға, өс ярты литрлы бан­ка шәкәр өҫтәргә, ике ярты литрлы банка ҡарағат һалыр­ға.
Һүрән генә утта шәкәре ире­гәнсе бутап торорға, күпе­ре­ген ҡалаҡ менән йыйып алыр­ға. Ҡайнап сығыу менән теүәл 5 минут ҡайнатырға ла, һүн­дерергә. Ҡайнатма башта шыйыҡ була, һуңынан ҡуйыра.

Крыжовник менән ҡурай еләгенән ҡайнатма


700 г крыжовник, 300 г ҡурай еләге, 1,3 кг шәкәр, 1,5 стакан һыу.
Еләктәрҙе йыуып, таҫта­мал­ға һалып киптерергә, ит үткәргес аша үткәрергә йәки блендер менән иҙергә. Иҙмә­не ҙур кәстрүлгә һалырға ла шәкәр өҫтәп бутарға.
Утҡа ҡуйып, туҡтауһыҙ бутап тороп, 15 – 20 минут ҡай­на­тырға. Күбеген алып торорға кәрәк. Әҙер ҡайнатма бәләкәй банкаларҙа һаҡлана.


Абрикостан ҡайнатма


Абрикостарҙы йыуып, киптереп, бер нисә урындан ти­шергә. Тишеү өсөн энә түгел, нәҙек кенә ағас таяҡтар ҡул­ланыла. Сироп ҡайнатып һәм емеш өҫтөнә ҡойоп, бер тәүлеккә ситкә ҡуйып торорға. Бынан һуң сиропты айырып алып, ҡайтанан ҡайнатырға ла, абрикос өҫтөнә ҡойоп, бер тәүлеккә ситкә ҡуйып торорға. Өсөнсө көнгә утҡа ҡуйырға һәм емештәр үтә күренмәлегә әйләнгәнсе ҡайнатырға.

Ер еләгенән


1 кг еләккә 1,2 кг самаһы шәкәр.
Ҡайнатма өсөн бер ҙур­лыҡтағы, өлгөргән, бо­ҙол­маған, ҡараймаған еләктәр генә алына.
Өлгөрөп етмәгән еләктәр яҡшы һаҡланһа ла, тәмле түгел, артыҡ өлгөргәндәре иҙелеп бөтә. Ҡайнатма әҙер­ләү өсөн эмалле һәм ҡалын төп­лө һауыттан да шәберәге юҡ.
Еләкте ныҡ һалҡын һыуҙа сайҡатырға. Һыуы ағып бөткәндән һуң шәкәрҙең яр­тыһын ҡушып, 1 – 2 сәғәткә һалҡынса урын­ға ҡуйып торорға кәрәк. Еләктәрҙән сыҡ­ҡан һутты алып, ҡалған шәкәр­ҙе ҡушып, сироп әҙерләргә. Сироп ҡайнап сыҡҡандан һуң бер нисә минут утта тотола. Уны еләк өҫтөнә ҡойоп, тағы ла ярты көнгә ситкә ҡуйып торалар. Бынан һуң ҡайнатма утҡа ҡуйыла һәм талғын ғына 'итеп 5 – 7 минут ҡайнатыла. Әлеге массаны тағы ла 4 сәғәт самаһы ҡуйып торорға кәрәк, был сироп еләккә ныҡлап һеңһен өсөн эшләнә.
Иң һуңынан еләк 15 – 20 минут самаһы ҡайнатыла һәм банкаларға һалына. Эҫе килеш һалырға ла мөмкин.

Күгән (терн) менән ҡара миләштән компот


Өс литрлы банкаларҙы яртылаш емештәр менән тулты­рырға. Ҡайнар һыу өҫтәп, 5 – 10 минут тоторға. Бынан һуң һутты ҡойоп алып, шәкәр ҡушып, сироп әҙерләргә. Ул 2 – 3 минут ҡай­натыла. Әҙер булғас, банка­ларға ҡойола.
Күгән менән ҡара миләш бер үк миҡдарҙа алына.

Сливанан джем


1 кг слива, 800 г шәкәр.
Сливаны йыуырға һәм һәр береһенең ситен бысаҡ менән ҡырҡырға. Тосын алғандан һуң блендер менән иҙмә эшләргә һәм шәкәр ҡушып, кәстрүлгә һалырға. Ошо масса талғын утта 40 минут самаһы ҡайна­тыла. Йәғни джем ҡуйырырға тейеш. Әҙерләгән ваҡытта сыҡҡан күбекте йыйып торорға онотмағыҙ.
Әҙер джемдың төҫө бик матур була. Уны банкаларға эҫе килеш һалалар һәм стерилләйҙәр.

Ирәүәндән ҡайнатма


1 кг ирәүән, 1 кг шәкәр.
Ирәүәнде йыуып, таҙартып, шаҡмаҡлап ҡырҡырға, тышын алмаҫҡа. Кәс­трүлгә һалып, шәкәр ҡушып, бер тәүлеккә ситкә ҡуйып торорға. Бынан һуң бутарға ла, талғын утта 15 минут самаһы ҡайнатырға.
Ҡайнатма банкаларға тик һалҡын көйө генә тултырыла. Полиэтилен ҡапҡастар менән ябып, һалҡынса урында һаҡ­ларға.

Сейә ҡайнатмаһы


Һауытҡа ярты литр һыу, ярты литр банка менән шәкәр һалып, ҡайнатып сығарырға һәм шундай уҡ банка менән сейә һалып ҡайнатып сыға­рырға. Һуңынан тағы ошо уҡ күләмдә шәкәр, сейә һалып ҡайнатырға. Шулай өс тапҡыр аралаштырырға. 5 минут ҡай­натырға ла һүндерергә.

Крыжовниктан желе


1 кг крыжовник, 500 г шәкәр, 3 ҡалаҡ ҡыҙыл ҡарағат һуты.
Бешеп етмәгән крыжовник­ты йыуып, бер нисә ҡалаҡ һыу өҫтәп, өҫтөн ҡаплап беше­рергә. Һуңынан иләк аша үткәрергә. Барлыҡҡа килгән ҡатнашмаға шәкәр һалып, 20 минут ҡайнатырға. Бешеп етер алдынан ҡыҙыл ҡарағат һуты ҡушып, болғатырға.

Еләктән желе


1 кг еләкте йыуырға ла, 1 кг шәкәр һалып, болғатып, һуты бүленеп, шәкәре иҙелгәнгә тиклем ултыртып торорға. Һуңынан блендер менән иҙер­гә лә һүрән утта ун минут ҡайнатырға. Ярты стакан агар-агар һалып болғатырға. Желены һыуытҡыста һаҡларға.

Ҡурай еләгенән кеҫәл


400 г ҡурай еләге, 4 стакан һыу, ярты стакан шәкәр, 3 ҡалаҡ картуф крахмалы алы­на.
Ҡурай еләгенең һутын һығып алырға ла, фарфор һауытҡа һалып һыуытырға. Һуты алынған еләк ҡалдығына 3 стакан һыу ҡойорға һәм шәкәр ҡушып, ҡай­натып сығарырға ла 1 стакан һыу менән буталған крахмал өҫтәргә, ҡуйырғансы тоторға. Кеҫәлде ҡайнап сыҡҡас та уттан алып, еләктең һутын өҫтәп бутарға. Эсемлеккә 1 г тирә­һе лимон кислотаһы һалырға мөмкин.


Ассорти компот


Стерилләнгән 3 литрлы бан­каға 6 – 7 абрикос, 6 – 7 слива, 6-7 сейә йәки һары сейә, 2 стакан шәкәр һалып, ҡайнап сыҡҡан эҫе һыу ҡойорға һәм ҡапҡасын ябып ҡуйырға. Банканы йылы итеп төрөп, бер тәүлеккә ҡалдырырға.

Ҡыҙыл ҡарағаттан соус


1,5 кг ҡыҙыл ҡарағат, 250 – 300 г шәкәр, ярты стакан 9 процентлы аш һеркәһе, ҡалаҡ осонда төйөлгән имбирь, дәрсен (корица), ҡыҙыл һәм ҡара борос, тоҙ.
Ҡара­ғатты йыуып, һыуын һарҡы­тып, иләк аша үткә­рергә. Блендерҙа иҙеп, үткә­рергә лә була. Еләкте кәс­трүлгә һалып, уртаса утҡа ҡуйырға, шәкәр ҡушырға. Ҡай­нап сыҡҡас, тәм­ләткестәр өҫтәргә. Утта ярты сәғәт тоторға. Һуңынан аш һеркәһе һалып, стерил­ләнгән бан­каларға тулты­рырға.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Т. АМАНОВ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға