«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Витаминлы йәйғор – смузи



23.07.2019 Витаминлы йәйғор – смузи

Балалар өсөн йәшелсә һәм емеш-еләктең айырыуса талап ителеүен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Тик был аҙыҡтарҙы барыһы ла яратмай.
Балама йәшелсә ашата алмағанға күрә сей килеш кишер йәки кәбеҫтә кимереп йөрөгән бәләкәстәргә һоҡланып ҡарайым. Әсәләренең йәшелсә турай башлағанын күреү менән, килеп ҡыяр һәм помидор киҫәген һорап алғандарға ҡыҙығам. Их, минеке шулай итһәсе!


Белгестәрҙең төрлө кәңәшен тотоп, емеш-еләкте өҫтәлдә тотоп та ҡараным. Йәнәһе, һәр саҡ ҡул аҫтында булһа, бала ашап йөрөйәсәк. Тик был ысулдың ярҙамы теймәне. Тәрилкәгә төрлө һүрәт – машина, карап, смайлик һ.б. формаһында матурлап һалыу ҙа һөҙөмтә бирмәне. Искәндәр уның менән үҙенсә уйнап ултыра ла, тырышып-тырмашып әҙерләгән һыйыңды ауыҙына ҡабып та ҡарамай тороп китә.
Өгөтләп тә, төрлөһөн вәғәҙәләп тә, алдаштырып та булманы, көсләп ашатһаң, ҡоҫорға тип, уҡшый башлай. Артыҡ ныҡышып, баланы бөтөнләй биҙҙереп ҡуйырмын тип, туҡталдым.

Баҡса һәм ер еләктәрен һатыусылар күренә башлағас, һатып алып, улыма тәмләтергә булдым. Йәйҙең йәме – еләктә! Тик Искәндәр, былтырғы кеүек үк, бер нисәүһен ҡапты ла, шуның менән вәссәләм. Шул саҡ башыма шәп уй килде: еләктән смузи эшләргә тәҡдим яһаным. Ят һүҙ уны ҡыҙыҡһындырҙы (хәҙерге балалар сит телдән ингән модалы һүҙҙәргә үтә иғтибарлы шул), баҡсанан ҡайтҡансы смузи тураһында тегенеһен-быныһын һорашты. Дөрөҫөн әйткәндә, һөт яратмаған ҡусты-һеңлеләремә, коктейль тип, төрлө емеш-еләкте һөткә бутап биреү тәжрибәм бар ине. Һөттө “башмаҡ кеүек һемергән” улым менән бындай проблема булмағас, был ысул бөтөнләй баштан сыҡҡан. Интернетта “йәшәгән” күпте белер Алиса һылыуҙан “смузи” тигәндең тәржемәһен дә белештек. Баҡһаң, инглиз теленән, йомшаҡ, тигеҙ, еңел, тип ауҙарыла икән.
- Бындай эсемлек микроэлементтар, витаминдарҙан тора.
- Тиҙ һәм еңел үҙләштерелә.
- Йәшелсә һәм емеш-еләк һутын аралаштырып була.
- Энергия бирә, ашҡаҙанда ауырлыҡ тыуҙырмай.
- Тынысландыра торған һәм стресҡа ҡаршы үҙенсәлеккә эйә.

Магазинға инеп, туңдырма ла һатып алдыҡ. Шулай итеп, беҙгә блендер ярҙамында фантазиябыҙҙы эшкә егергә генә ҡалды. Иң ябайынан башларға булдым – туңдырма, һөт һәм таҙартылған еләкте выжлатып алдым. Матур стаканға ҡойоп, эсенә трубка төшөргәс, бала бер тынала эсеп тә ҡуйҙы. Икенсе көнөнә – банан, унан һуң – киви, артабан абрикосҡа сират етте. Яйлап ҡына менюға ҡабаҡ, кишер инеп китте. Иң мөһиме, эш барышына бәләкәсте лә йәлеп итергә. Үҙенең нимә әҙерләгәнен тәмләп ҡарау һәр кемгә ҡыҙыҡ.
Өлкәндәргә лә смузи ныҡ файҙалы: организмды кәрәкмәгән матдәләрҙән таҙарта, иммунитетты нығыта, тән тиреһен матурлата, матдәләр алмашыныуын, эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта. Ҡыҫҡаһы, матур һәм сәләмәт булайым тиһәң, смузи эс йәки аша. Еләк-емеш миҙгелендә, әйҙәгеҙ, ҡушылығыҙ беҙгә!

“Йәшел фрэш”

3 киви;
50 г крыжовник;
1 ҙур йәшел алма;
200 грамм һөт;
100 грамм туңдырма (пломбир).
Емеш-еләкте ҡабығынан әрсеп, алманың эсен алып блендерға һалырға. Пюре хасил булғансы иҙергә. Айырым һауытҡа һалып биргәндә, һөт, туңдырма өҫтәп болғатырға.

“Ҡыярҙан микс”

2 уртаса ҡыяр;
20 г сельдерей;
1 помидор;
3 шаҡмаҡ боҙ.
йәшелсәне блендерҙа әйләндерергә һәм тоҙ, тәмләткестәр, боҙ өҫтәргә.

“Еләк һәм банан

1 стакан еләк;
1 банан;
50 грамм һөт.
Бананды турап, өҫтөнә ҡурай еләген һалырға һәм һөт өҫтәп болғатырға. Теләүселәргә 3 ҡалаҡ һоло киҫәксәләрен (овсяные хлопья), тәменсә бал йәки шәкәр өҫтәргә мөмкин.

“Киви менән кишер”

1 киви;
1/4 лимон;
1 кишер.
Кивины әрсергә, кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә, лимонды ҡабығынан әрсеп турарға. Барыһы ла блендерҙа иҙелә.

“Сәтләүекле смузи”
2 киви;
100 грамм банан;
100 грамм ҡурай еләге;
100 грамм ҡара ҡарағат;
100 грамм сәтләүек (ниндәй булһа ла);
1 ҡалаҡ бал.
Емеш-еләкте блендер аша үткәрергә, ә сәтләүекте айырым ваҡларға кәрәк. Килеп сыҡҡан массаға бал ҡушырға, өҫтөнән сәтләүек һибеп бирергә. Сәтләүек булмаһа, печенье алырға мөмкин.

“Абрикослы йәй”
4 абрикос;
1/2 стакан йогурт йәки кефир;
1/2 стакан һыу;
1 балғалаҡ бал йәки шәкәр.
Йогурт урынына һыу ғына алырға ла мөмкин.



Автор: Л. Хәлитова
Фото: Т. АМАНОВ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға