«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (1-7 июль)



01.07.2019 Йондоҙнамә (1-7 июль)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Алдан төҙөгән маҡсаттарығыҙҙы яйлап бойомға ашырырһығыҙ. Был яҡтан бер ниндәй ҙә борсолоу булмаҫҡа тейеш. Ашыҡмай, һәүетемсә генә эшегеҙҙе дауам итегеҙ. Йомалағы хәлдәр иғтибар талап итер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Төп эшегеҙҙә үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтә алырһығыҙ, моғайын. Белем, тәжрибәгеҙ һәр саҡ эштәрегеҙгә булышлыҡ итер. Һуңғы арала үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ. Башҡалар ҙа быны күрмәй ҡалмаҫ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр баҫыр. Йыш ҡына баш күтәрергә лә ваҡытығыҙ булмаҫ. Һуңғы ваҡытта үҙ хаталарығыҙҙы күрмәй башланығыҙ. Йондоҙҙар был турала етди уйланып, һығымта яһарға кәңәш итә.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Аҙна төрлө ваҡиғаға бай булмаҡсы. Ваҡытығыҙҙы тыныс ҡына уҙғарырға мөмкинлегегеҙ булмаҫ та һымаҡ. Әллә ни ҙур уңыштарға өмөт итмәгеҙ. Сөнки дошмандарығыҙҙың йәнләнеп китеүе ихтимал. Был арала аралашыуҙарҙы мөмкин тиклем кәметегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Эштәрегеҙ һәйбәт барасаҡ. Буталсыҡ мәсьәләләрҙе лә еңел сисерһегеҙ. Эшегеҙҙән тулы ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ. Аралашыуҙа көтөлмәгән хәл булыуы бар. Ниндәйҙер кеше тураһында фекерегеҙ ҡырҡа үҙгәрер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡайһы бер алдан ҡорған уй-маҡсаттарығыҙҙан әлегә баш тартырға тура килер. Ҡыйынлыҡтар күбәйер. Бәғзеләр сәфәрҙәрен кисектереп торорға мәжбүр булыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Төп эшегеҙҙә булған мөнәсәбәттәрҙә үҙгәрештәр көтөлә. Өмөтлө яңы бәйләнештәр булдырырһығыҙ. Икенсе яҡтан, дошмандарығыҙҙы ла асыҡлар­һығыҙ. Һеҙҙе күрә алмаусылар ҙа бар. Үҙегеҙҙә көс-дәрт артҡанын тойорһоғоҙ, тиҙҙән бының кәрәге тейер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Һеҙҙе уңышлы аҙна көтә. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр кәйефегеҙҙе боҙа алмаҫ. Күптәр оҙаҡ уй-фекер туплағандан һуң дөрөҫ һәм өмөтлө юл һайлар. Бәғзеләрҙең ҡайһы бер етди мәсьәләләргә ҡарата ҡарашы үҙгәрер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Кешегә артыҡ ышаныусан булыуығыҙ төп эшегеҙҙә ҡайһы саҡ ҡамасаулап торор. Шулай ҙа һиҙелерлек ҡыйын­лыҡтар булмаҫҡа тейеш. Шаршамбылағы хәлдәр киләсәктәге мәсьәләләр тураһында иҫкәртер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Был арала эштәрегеҙ күбәйер. Уларҙың йомғаҡтарын оҙаҡ көтөргә тура килер. Шаршамбыла ниндәйҙер мәсьәләгә юлығырһығыҙ. Уның килеп сығыуында ғәйепте үҙегеҙҙән эҙләгеҙ. Йомала килем алырһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Төп эшегеҙҙәге хәлдәр әлегә тотороҡло. Әллә ни мөһим ваҡиғалар көтөлмәй. Шәхси тормошоғоҙға күберәк иғтибар бирһәгеҙ, яҡшы булыр ине. Туғандарығыҙҙы күптән күргәнегеҙ юҡ. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Юлығыҙҙа ҡамасаулап торған етди ҡаршылыҡтар күбәйә һымаҡ. Улар менән көрәшеп, бәғзеләр көсөн юҡҡа әрәм итәлер, бәлки. Был турала ныҡлап уйларға ваҡыт еткәндер. Эшегеҙҙе яңыса ойоштормаһағыҙ, артабан алға китеүегеҙ бик шикле.





Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға