«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәй етте, баҡсала эш тағы күбәйҙе



21.06.2019 Йәй етте, баҡсала эш тағы күбәйҙе

Июнь етте, баҡсалағы эштең осо- ҡырыйы юҡ: йәшелсәләрҙе сәсеп бөтөүгә, күп тә үтмәй, сүп үләндәре лә баш ҡалҡытты. Һуңғы ҡырауҙарҙан һуң помидор, кәбеҫтә ултыртаһы бар, картуф сығыу менән колорадо ҡуңыҙы ла ябырылды. Ҡыштың йылы килеүе баҡса ҡоротҡостарының – ҡарышлауыҡтарҙың, япраҡ кимереүсе бөжәктәрҙең үрсеүенә булышлыҡ итте.

Йылылыҡ яратыусы культуралар әле ултыртыла ғына, был ваҡытта күп йәшелсә сүп үләндәренән аралауҙы һәм һирә­гәйтеүҙе талап итә. Әлеге эште һис тә һуңға ҡалдырырға ярамай. Үҫентеләр ҡуйырған түтәлдәрҙә уңыш һиҙелерлек кәмей. 1 – 2 япрағы барлыҡҡа килеү менән уларҙың араларын 3 – 5 см самаһы ҡалдырып һирәгәйтергә кәрәк. Әлеге эште ямғырлы көндө йәки кисен, ҡояш һүрелгәс, башҡарыу һәйбәт. Ҡыҙыл сөгөлдөрҙө 1 – 2 япрағы барлыҡҡа килгәс һирәгәйтергә тәҡдим ителә. Өҙөп алынған үҫентеләрҙе башҡа урынға күсереп ултыртырға мөмкин. 5 – 6 япраҡ барлыҡҡа килгәс, ҡыярҙың осон өҙөргә мөмкин. Был ян ботаҡтары барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Сәскәләре күберәк була.

Июндең беренсе декадаһында сальвия, пеларгония, фуксия, лобелия, астра, георгинды ергә ултырталар. Клематистар был осорҙа айырыуса иғтибар талап итә. Уларҙы минераль ашламалар менән туҡландыралар. Ваҡ һуғанлы сәскәләр – умырзая, гиацинт, крокустарҙы япраҡ­тары һарғайғас ҡаҙып алалар һәм яңы урынға ултырталар. Сәскәләргә иртән, кис йылымыс һыу һибеү кәңәш ителә.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға