«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Эшҡыуарҙар – ауыл тотҡаһы



12.06.2019 Эшҡыуарҙар – ауыл тотҡаһы

Салауат районының Лаҡлы ауылында Гөлдәр һәм Адик Хәйретдиновтар асҡан заманса кафе юбилейҙар һәм туйҙарҙы ҡалалағы кеүек үткәреү мөмкинлеге бирә

Колхоздар тарҡалғас, ул йылдарҙа төҙөлгән биналарҙың күбеһе хужаһыҙ ҡалды. Үкенескә күрә, нисәмә йыл ҡарауһыҙ торғанға бөгөн улар ярым-емерек хәлдә.

Ҙур күләмле эшкә тотоноп, иҫке биналарҙы төҙөкләндерергә теләүселәр ҙә бик һирәк. Билдәле, ҡарауһыҙ бинаны яңыртыу өсөн ни тиклем сығым, көс һәм тырышлыҡ кәрәк.

Лаҡлы ауылында 1986 йылда һалынған ике ҡатлы ҙур бинала ҡасандыр икмәкхана булған. Әммә колхоз тарҡалғас, оҙаҡ йылдар буш тороп, сүп-сар баҫҡан, тәҙрәһеҙ, ишекһеҙ, ҡурҡыныс урынға әүерелгән. “Ҡотһоҙ бинала ен-бәрейҙәр йәшәй, тигән имеш-мимештәргә ышанған бала-саға уны урап уҙҙы, эргәһенән үткән һайын беҙҙең эс боша ине”, – ти ауыл халҡы.

Ошо ауылда тыуып үҫеп, бөгөн Һатҡы ҡалаһында йәшәүсе Адик Хәйретдинов бинаны һатып алғас, лаҡлыларҙың шатлы­ғының сиге булманы. Әлбиттә, осо-ҡырыйы күренмәгән эшкә тотонған эшҡыуарҙың тырышлығын, уңғанлығын белгәндәр: “Бынамын тигән кафе булыр, эшен йырып сығыр!” – тиһә, икенселәр, әллә инде, ул бинанан рәтле нәмә сығырмы икән, тип бер аҙ икеләнеүен дә белдерҙе.

Әммә былтыр март айында башланған эш алға барҙы. Бинаның тәҙрәләре, ишектәре алмаштырылды, эсе тулыһынса төҙөк­ләндерелде, ут, һыу үткәрелде. Евро­тәҙрәләр, тарттырылған түбә бизнесы менән шөғөлләнгән Гөлдәр һәм Адик Хәйретдиновтар, фантазияларын һәм тырышлыҡтарын эшкә егеп, Яңы йылға тиклем бик шәп кафе эшләп тә ҡуйҙы.

Бөгөн был бинаны танырлыҡ түгел, “Алина” кафеһы заман талаптарына ярашлы итеп йыһазландырылған: бешеренеү бүлмәһе, тантаналар залы, ҡул йыуыу урыны, бәҙрәф бар. Һәр ерҙә таҙалыҡ хөкөм һөрә. Кафе булдырылғанға тиклем лаҡлылар һәм күрше ауылдар халҡы тантаналарҙы, автобус яллап, Малаяҙҙа йә башҡа ерҙә үткәрһә, 70 кешелек “Алина” асылғандан бирле халыҡҡа ситкә йөрөргә түгел. Ысынлап та, өйҙә тығыҙланып ултырғансы, ҙур мәжлесте иркен, заманса, матур итеп йыһазландырылған кафела үткәреү күпкә отошлораҡ килеп сыға.

Кафеның дизайны ла һоҡландыра: ҡиммәтле обой йәбештерелгән, заманса люстралар, картиналар эленгән, иҙәнгә плиткалар һалынған, төрлө биҙәктәр, бер-береһенә тап килеп торған төҫтәр менән матурланған бинаның дизайнын хужалар үҙҙәре уйлап тапҡан. Элегерәк мәктәптә рәссам-биҙәүсе булып эшләгән, ҡул оҫтаһы Адик Африкан улының һәм эстетик матурлыҡты тоя белеүсе, фантазияға бай Гөлдәр Вәрис ҡыҙының шундай матур кафеһы булғанда, ҡаланыҡылар ары торһон, ти ауыл халҡы.

Бынан тыш, улар эш урындары ла булдырған. Ашнаҡсылар Альбина Шәри­фуллина, Гөлнара Исмәғилева, Гөлнара Сафина кафеға килеүселәр ҡәнәғәт булһын өсөн тырышып эшләй. Хаҡтар ҙа бик үтемле: кеҫәңә ҡарап, менюның төрлөһөн һайларға була.

Ике ҡатлы бинала, кафе булдырылыуға ҡарамаҫтан, эш башлана ғына, тиһәң дә хата булмаҫ. Булдыҡлы, тәүәккәл хужа­ларҙың пландары ҙур: улар бинаның тышҡы яғын эшләргә, кафела айырым бүлмәләр булдырып, клиенттар һанын арттырырға ниәтләй. Хәйретдиновтар шулай уҡ ҡунаҡтарҙың уңайлыҡтары өсөн балаларға уйын бүлмәһе, икенсе ҡатта ҡунаҡхана эшләргә, бинаның тирә-яғын кәртәләп, гөл-сәскәгә күмергә уйлай. Былар барыһы ла эшләнер, әммә бөгөн иң уйландырғаны – йылылыҡ булдырыу. Лаҡлы тау-ташлы урында урынлашҡанға, газ тулыһынса үткәрелмәгән. Бинаны газ менән тәьмин итеү өсөн ҙур сығым талап ителә. Әлбиттә, район хакимиәте ярҙамы булмайынса был мәсьәләне эшҡыуарҙар үҙҙәре генә хәл итә алмағаны көн кеүек асыҡ.

Ярты йылда танымаҫлыҡ булып үҙгәргән кафе – ауыл халҡының ҙур шатлығы. Уны асыу тантанаһында ауыл халҡы, иң изге теләктәрен еткереп:
– Ауылыбыҙҙағы кафела туйҙар, юби­лейҙар гөрләп үтер, сит яҡтарҙан ҡунаҡтар килер. Шулай уҡ беҙҙә мәктәп төҙөлөргә тора. Тимәк, тыуған төйәгебеҙ киләсәге өмөтлө, – тине.



Автор: Л. Вәлиуллина
Фото: Автор фотоһы



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға