«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (10-16 июнь)



10.06.2019 Йондоҙнамә (10-16 июнь)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Шәхси мөнәсәбәттәр яйлана кеүек. Күптән түгел генә һеҙгә үпкәләгән кеше менән мөнәсәбәттәрегеҙ яйланыр. Эш сәфәре әллә ни файҙа бирмәһә лә, кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Ниндәйҙер мөһим ваҡиға шундуҡ тормошоғоҙға үҙгәреш индерергә этәрер. Ләкин йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа кәңәш итә. Етди уйлап, фекер төйнәгәндән һуң ғына ниндәйҙер ҡарарға килеү дөрөҫ булыр. Шаршамбы уңышлы уҙыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Бөтә мәшәҡәт һеҙҙе урап үткәндәй тойолор. Был хәл беренсе нәүбәттә тормошҡа ҡарашығыҙҙың үҙгәреүенә бәйле. Хәйер, бер аҙ ял да итерһегеҙ. Алда һеҙҙе бик яуаплы осор көтә, көс-хәл йыйығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна ҡатмарлы килергә оҡшай. Бәғзеләр бер юлы бер нисә эш менән булып, береһендә лә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә алмаҫ һымаҡ. Аралашыуҙа ла ҡыйынлыҡтар кисерерһегеҙ. Үҙегеҙгә ҡарата тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетергә тура килер.

Буға (21.04 – 21.05)
Әллә ни мөһим ваҡиғалар көтөлмәй кеүек. Үҙегеҙҙе күрһәтергә бер ниндәй ҙә мөмкинлек булмаҫ, моғайын. Шар­шамбылағы хәлдәр кәңәш эҙләргә мәжбүр итер. Ләкин ишеткәндән бер ниндәй ҙә файҙа күрмәҫһегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Яҡшы осор. Тәжрибәгеҙ, бигерәк тә етеҙлегегеҙ арҡаһында төп эшегеҙҙә уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Аралашыуҙар ҙа файҙалы булыр. Тик йондоҙҙар кеше араһында артыҡ асылып китмәҫкә ҡуша. Йомала көтөлмәгән ярҙам алыуығыҙ ихтимал.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ юғары кимәлдә буласаҡ. Яуаплы һәм мөһим эштәрҙе башҡарыуға әҙерһегеҙ. Тик күпселек осраҡта үҙаллы эш итергә тура килер, ярҙамға артыҡ өмөт итмәгеҙ. Иң һәйбәт көндәр – шаршамбы һәм шәмбе.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Яҡшы кәйефегеҙ бөтә эшегеҙгә лә булышлыҡ итер. Был арала кеше араһында күп йөрөрһөгөҙ кеүек. Аралашҡанда ҡайһы бер файҙалы хәбәр ҙә ишетерһегеҙ. Йомала өмөтлө күренгән тәҡдимгә ризалашырға ашыҡмағыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна араһында үҙегеҙгә мөмкин тиклем ял бирергә тырышығыҙ. Башҡарған етди эштән һуң арыуығыҙ һаман да үҙен һиҙҙерә. Аҡсағыҙҙы бик самалап тотоноғоҙ. Бик тиҙҙән һеҙҙе ҙур ғына сығымдар көтә.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Күптәр яуаплы эштәр менән булышыр. Был йәһәттән шишәмбе һәм шаршамбы айырылып торор. Эшегеҙҙең йомғаҡ­тары һәйбәт күренгән һымаҡ булһа ла, аҙағыраҡ уға яңынан әйләнеп ҡайтырһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Аҙна ҡәҙимгесә килер. Күпселек осраҡта алдан уйлаған эштәрегеҙҙе уңышлы ғына башҡара алырһығыҙ. Шишәмбелә генә ҡайһы бер көтөлмәгән ваҡиғалар булыуы ихтимал. Бында һеҙҙең ғәйеп юҡ. Кесе йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала кире хәлдәр күбәйеп китер. Йондоҙҙар бының менән ризалашып, ыңғай үҙгәрештәрҙе тыныс көтөргә ҡуша. Шулай ҙа бәғзеләр ҡыйынлыҡтарға ҡаршы көрәштә көсөн юҡҡа әрәм итер. Йома-шәмбелә мөһим һөйләшеү булыр, уға алдан әҙерләнегеҙ.










Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға