«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Барыһы ла ирем өсөн, уның һаулығы хаҡына



31.05.2019 Барыһы ла ирем өсөн, уның һаулығы хаҡына

Яйлап ҡына коляска этеп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыш осратабыҙ, ә бына йүгергән ҡатын-ҡыҙҙы күргәнегеҙ бармы? Мин ошо арала күрҙем: бер йәш кенә ҡатын стадионда колясканы этеп, аһ та уһ килеп йүгерә ине. Ҡыҙыҡ та инде, түҙмәй һүҙ ҡуштым: “Атлап ҡына йөрөһәгеҙ ҙә файҙаһы күп, йүгереү мотлаҡ түгел”.

– Миңә мотлаҡ, – тип көлдө, – үҙемдең насар ғәҙәттән шулайтып ҡына ҡасып ҡотолмаһам...

Тулы ғына кәүҙәле Йәмиләне* артыҡ ауырлығын кәметергә тырышып йүгерәлер, тиһәм, тәмәке тартыуҙан ҡотолорға маташыуы, имеш. Үҫмер сағында уҡ иптәш ҡыҙҙары менән ҡыланышып, сигарет менән мауыға башлаған да, хәҙер яман ғәҙәт ҡоллоғонан, үҙе әйтмешләй, илай-илай арынырға ынтыла.

– Ихтыяр көсөм булмағанға күҙ йәшен дә түгеп алам, ә бит барыһы ла ирем өсөн, уның һаулығы хаҡына, – тип атлауға күсеп көлдө һылыуҡай. – Шул тиклем иремде яратам. Ә ул – мине. Тәүге тапҡыр күргәндә үк, эй, Алламдың биргәне, тип миңә ихлас һоҡланып бот сапты ул. Хас та өләсәйем кеүек әйтеп ҡуйҙы. Ғөмүмән, ирмәк ине ҡалала сибәр егеттән шундайыраҡ хәбәр ишетеүе. Бындай гүзәллек ҡайҙан, тип ауыҙ йырғайны, күрше йорттан икәнлегемде асыҡланы. Ысын, ике тиҫтә йыл күрше генә йәшәгәнбеҙ, ә бер тапҡыр ҙа бер-беребеҙҙе күрмәгәнбеҙ. Шулай ҙа була икән. Күрҙек тә башкөлләй ғашиҡ булыштыҡ! Айырыла алмайбыҙ, әй.

Ул ғәжәп тәүәккәл, ҡыйыу, сая егет. Ике көндән көсләшеп, ата-әсәм менән килеп танышты, шул уҡ көндө үҙенең әсәһе менән мине таныштырҙы ла, ЗАГС-ҡа ғариза яҙырға ла алып китте. Мин иҫерек кеүек, уның йоғонтоһона бирелеп, быҙау ише тағылып, ыңғайына риза булып тик йөрөнөм. “Әйҙәме?” – тиһә, “Әйҙә!” – тинем. ЗАГС-ҡа ғариза яҙып, сығып килгәндә серен асты: “Минең тәмәкегә көслө аллергия”. Уның сәйерлеген алдан уҡ һиҙемләгәйнем: юлда тәмәке тартып килгән кеше осраһа, тын алыуынан туҡтап, битен ҡулы, яғаһы, капюшоны менән ҡаплай һала, аҙымдарын ҡыҙыулата. Әсәйемә рәхмәт, тип көйөп тә, көлөп тә хәлен аңлатты: “Атайым менән айы­рылышҡас, нервыларҙы тынысландыра, тигән булып, тәмәке тарта башлаған да, мин, пассив тә­мәкесе, ныҡлап сирләп киткәс кенә ташланы. Ләкин һуң ине: мин аллергикка әйләнеп, мәңге маңҡалауым (бөтмәҫ ринит!) гайморитҡа, йүткереүем – бронхитҡа, кесерткән биҙгәге псориазға етте. Әсәйем кешенән оялып, гел өйҙә тартҡас, стеналарға, йыһазға тәмәке еҫе һеңеп бөткәйне, обойҙарҙы, диван, гарнитурҙарҙы алмаштырып, саҡ еңелерәк тын алып ҡалдым”.

Ышанаһығыҙмы-юҡмы, шунда тәүге тапҡыр кемдәлер тәмәкегә аллергия булғанын ишетеп аптыраным. Үҙемдең дә гонаһым барлығын әйтергә ҡыйманым. Үбешеүҙән тыйылдым. Әммә ҡосаҡлағанда һиҙеп ҡалғандай булды. “Минең мания, шикелле, хәҙер бөтәһенән дә тәмәке еҫе сыҡҡан кеүек”, – тип көлгәнендә, ҡушылып хихылданым. Был аллергия менән йәшәүе яман ныҡ ҡыйын, ти һөйгәнем: “Тын алыуы ауырлаша, күҙҙән йәш аға, йөрәк ярһып тулай. Ярай, уныһына түҙер ҙә инем, сабыртма сығып, ҡысын­дырыуы үҙәккә үтә. Антигистамин дарыу эсмәһәм, төнө буйы тырнанып сығам. Көн дә дарыу эсеү ҙә ялҡытты. Бәләкәй сағымда мине диатездан, һалҡын тейеүҙән төрлөсә дауалап ҡаңғырҙылар, ә минең аллергия булған, аҙаҡ ҡына белеп ҡалдылар. Бәлки, алдараҡ асыҡланһа, әсәйем тәмәкеһен иртәрәк ташлар ҙа, минең һаулыҡ шулай ныҡ ҡаҡшап өлгөрмәҫ ине”. Бахырҡайымды ифрат йәлләнем, һәм, күҙ алдына килтерәһегеҙме: ҡәйнәм әлегәсә тарта! Улынан йәшереп кенә! Әсәйем тартыуын ташланы, тип йөрөгән була ирем, ташлаған икән, ти. Балам шулай ыҙалаһа, әйләнеп тә ҡарамаҫ инем тәмәкегә, ә ҡәйнәм, ташлай алмайым, был минән көслөрәк, тип аҡлана. Миңә уның аҡланыуы нимәгә, тап уның көсһөҙлөгө, нәфсеһен тыя алмауы арҡаһында иремдең һаулығы ҡаҡшаған. Бына мин ирем хаҡына бар көсөмдө һалам: элек көнөнә яртышар ҡап тартһам, хәҙер аҙнаһына бер генә бөртөк сигаретты һурам. Уныһын да ҡасып-боҫоп ҡына. Тартыу менән дә баштан аяҡҡаса ҡойонам, танау эсенә тиклем сайҡайым, бөтә кейгән әйберемде сисеп йыуам, аллергендың эҙе лә ҡалмаһын, тим. Алла бирһә, ауырға ҡалһам, тулыһынса ташлаясаҡмын. Үлһәм үләм, әммә иремде, буласаҡ баламды ыҙалатып ҡуймаясаҡмын.

– Ә был бәпесегеҙ һуң? – дөбөр-шатыр йүгереүгә лә ыжламай, коляскала мышнап йоҡлаған сабыйға ымлайым.

– Был апайымдың балаһы ла ул, – тип көлдө Йәмилә. – Сессияға әҙерләнә, шуға ла, һин барыбер йүгерәһең, бушһың, тип, улын миңә тағып сығара. Ҡустыҡайым тыныс булғас, үҙем менән бергә алам, сөнки миңә бер ҡыйынлығы юҡ. Тәмәкенән ҡотолор, үпкәне таҙартыр өсөн йүгерә башланым, саҡ ҡына ҡабырға аҫтында һурыу тойғоһо барлыҡҡа килһә, һыу эсәм йәки алма кимерәм, тәрән итеп тын алам. Ана шул иң ауыр бер нисә секундты үткәреп ебәрһәң, аҙаҡ еңелерәк ул. Иң мөһиме, бирешмәҫкә кәрәк. Алдымда маҡсатым аныҡ, ул миңә тайпылырға ирек бирмәҫ.

Йәмиләнең һөйләүенсә, уларға тәүге сигаретты лагерҙа юғары синыф малайҙары тәҡдим иткән. Өлкән, үҙаллы кеше булып күренергә теләгән ҡыҙсыҡтар, әлбиттә, баш тартмаған.
– Башыңда аҡылың булмаһа, булмай икән, мин эйәреүсән кеше, лидер түгелмен, – тип һүҙен дауам итте Йәмилә. – Әгәр ҙә үҙ башым булһа, башҡаларға эйәреп, уларға оҡшарға тырышыр инемме ни?! Колледжда уҡығанда беҙҙең төр­көмдә ун ике ҡыҙҙың өсөһө генә эсмәне-тартманы. Беҙ уларға танау буйынан ғына, өҫтән ҡараныҡ, эшкә һанаманыҡ, йәнәһе лә, “дерёвня”, замандан артта ҡалғандар. Ә бит ысынында иһә улар беҙгә ҡара­ғанда күпкә аҡыллыраҡ, заман­сараҡ булып сыҡҡан! Хәҙер сәләмәт йәшәү рәүеше модала. Бик күп таныш егет эсмәй-тартмай, спорт менән шөғөлләнә. Бына, мәҫәлән, минең ирем дә спорт менән дуҫ, эскене, тартыуҙы бар тип тә белмәй. Ул, хәҙерге заманда тик хәйерселәр һәм эйәрсәндәр генә тәмәке тарта, эсә, ә бай булмышлы, күпселектең йоғонтоһонан азат көслө заттарҙың ундай кәмселеге юҡ һәм булырға тейеш тә түгел, ти. Бәлки, ул хаҡлылыр ҙа. Уҡымышлы бит ирем, аҡыллы.

Мин дә уйһыҙ йәшәмәйем. Әле, сигарет ҡаптарында ҡурҡыныс һүрәттәр эшләп, тәмәкенең ниндәй сирҙәр менән янауын яҙып ҡына тартҡан кешене алама ғәҙәтенән туҡтатып булмай, тип уйлайым. Ниндәйҙер икенсе алымдар ҙа кәрәктер, тим. Сәләмәт йәшәү рәүешен балалар баҡсаһынан, башланғыс синыфтарҙан башлау отошлолор. Шул мәлдә тәмәке тартыуҙың, алкоголле эсем­лек­тәрҙең зыяны тураһында мейеһенә һеңдерһәң, аҙаҡ, үҫмер осоронда, бала алама ғәҙәткә дусар булмаясаҡ. Тәмәкенең зыянын күҙгә төртөп күрһәтеү ҙә артыҡ булмаҫтыр. Әйтәйек, әгәр ҙә иремдең ыҙаларын үҙ күҙем менән күрмәһәм, бәлки, тәмәке менән дуҫлығымды өҙә лә алмаҫ инем. Көсһөҙ бит ул мин. Тик яратыуым менән генә көслө. Шул яратыуым арҡаһында күршеләр менән дә талашып бөттөм. Улар балконға сығып тәмәке һура, ә төтөнө асыҡ форточка аша беҙҙең бүлмәгә инеп тула. Көнө-төнө тарталар! Айырыу­са күрше ҡатын. Бер туҡтауһыҙ паровоз кеүек пырылдата ғына. Ни үҙе эшләмәй, көнө буйы тиерлек өйҙә. Ире эштән ҡайтһа, икәүләп донъяны һаҫытып, балконда торалар. Әйҙә шунан ирем йонсой. Бүлмәне елләтмәйенсә лә, гел ябыҡ тәҙрәле килеш тә йәшәп булмай. Ирешергә тура килә. Тәүҙә яҡшылап әйтеп, аңлатып ҡараным, әммә уларға барыбер. Үҙҙәренең балалары алдында тартҡан әҙәмдәр сит ирҙең ыҙалауына төкөрөп ҡарай. Ҡай саҡ, балаларығыҙ шулай ыҙалаһын, тигән ҡурҡыныс уйҙар ҙа башҡа килеп ҡуя. Аңламағастары ни...

Коляскалағы бәпес башын борғоларға тотонғас, Йәмилә, асыҡты, ахыры, тип елдереп ҡайтып китте. Был йәш ҡатын үҙ маҡсатына ирешер, үҙе лә тартыуын ташлар, күршеләрен дә тәртипкә индерер, тип артынан ҡарап ҡалдым. Көсһөҙмөн, тиһә лә, тос йоҙроҡ һымаҡ йомарланғайны. Бына мөхәббәт нишләтә кешене! Ә һеҙ яратҡан кешеләрегеҙ – ата-әсәйегеҙ, һөйгәнегеҙ, балаларығыҙ – өсөн, уларҙың һаулығы хаҡына алама ғәҙәтегеҙҙе ташлар инегеҙме? Әллә ғәҙәт һөйөүгә ҡарағанда ла көслөрәк булып, ғәзиздәрегеҙҙе ағыулауҙы дауам итәһегеҙме?

* Исеме үҙгәртеп алынды.





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға