«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хужабикәгә кәңәш (17.05.2019)



09.06.2019 Хужабикәгә кәңәш (17.05.2019)

- Унитазды таҙартыу өсөн ҡул­ланылған щетканың һауытына ниндәй ҙә булһа хуш еҫле һыу, таҙартыусы шыйыҡса һалып ҡуйһағыҙ, насар еҫ булмаҫ.

- Һауыт-һабалағы күгәргән һәм ҡатҡан матдәләрҙе лимон һуты менән таҙартырға була. Ярты лимон менән яҡшы итеп ҡалаҡ, бысаҡ һәм сәнскеләрҙе эшкәртегеҙ ҙә, бер ни тиклем ваҡытҡа ҡалдырығыҙ. Һуңынан ағып торған һыу аҫтында йыуып, таҙа сепрәк менән һөртөгөҙ.

- Аш һеркәһе менән һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса – өйҙәге барлыҡ төр бысраҡты ла йыуып алыу өсөн бына тигән сара. Бындай эмульсия махсус көнкүреш химияһын һатып алыу сығымдарынан да ҡотҡарасаҡ.

- Тәҙрә йыуыу – ялҡытҡыс эш. Крахмаллы һыу быялалағы бысраҡты бөтөрә, эҙ ҡалдырмай.1 литр һыуҙа бер ҡалаҡ крахмалды иретеп, барлыҡҡа килгән ҡатнашма менән тәҙрәне ышҡырға. Һуңынан йыуып төшөрөп, ҡоро сепрәк, ҡағыҙ менән һөртөргә.

- Линолеум, плитка йыу­ғанда бер биҙрә һыуға бер стакан аш һеркәһе һалһағыҙ, иҙән ялтырап китер, насар еҫ тә бөтөр.



Автор: Т. Аманов
Фото: Т. АМАНОВ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға