«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Кибеттә нисек алдайҙар?



10.05.2019 Кибеттә нисек алдайҙар?

Ауыл ерендә таныш һатыусы алдамаҫҡа ла мөмкин. Ә бына ҡалала ҙур супермаркеттарҙа өҫтәренә сыҡҡан тауарҙы ҡаплау өсөн нисек кенә алдамайҙар.

Магазинға барғанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоғоҙ.


1. Чекты касса янында уҡ тикшерегеҙ. Унда артыҡ әйбер юҡмы, хаҡы тауарҙа күрһәтелгәнсәме? Ҡайһы берҙә тауарға түбән хаҡ ҡуйып, кассала ҡиммәтерәк итеп иҫәпләйҙәр ҙә, хаҡтарын алмаштырырға онотҡанбыҙ, тип аҡланалар.
2. Алдан үлсәп, пакетҡа тултырылған аҙыҡ-түлекте алмаҫҡа тырышығыҙ. Башҡа сара юҡ икән, уны контроль үлсәүгә ҡуйып тикшерергә йыбанмағыҙ.
3. Тауарҙың ҡулланыу ваҡытын тикшерергә онотмағыҙ. Акция буйынса тәҡдим ителгәндәренә айырыуса иғтибар менән ҡарарға кәрәк. Ҡулланыу ваҡыты сығып барғанын, ғәҙәттә, кәштәлә иң алға ҡуялар.
4. Кәштәгә беркетелгән хаҡты ентекле ҡарағыҙ. Әйтәйек, бер үк исемдәге шампунға, составына ҡарап, төрлө хаҡ ҡуйылыуы мөмкин. Арзаныраҡҡа алам тип, ҡиммәткә һатып алыуығыҙ бар. Кассала яуап бер генә буласаҡ: «Хаҡты дөрөҫ ҡарамағанһығыҙ».
5. Тауарҙың ауырлығына иғтибар итегеҙ. Миҫал өсөн, ғәҙәттә, бер литрлы һөттө пакетта һатып алабыҙ. Ә етештереүсе 900 мл ғына тултыра ла, хаҡты саҡ ҡына кәметә. Сағыштырһаң, был хаҡтың, бер литрға иҫәпләгәндә, ҡиммәтерәк тә булыуы мөмкин. Иғтибарлы булығыҙ.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Т. АМАНОВ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға