«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Калифорнияға сәйәхәт



21.04.2019 Калифорнияға сәйәхәт

Американың Тымыҡ океанды иңләп урынлашҡан көнбайыш ярына сәйәхәт итеү беҙҙең күптәнге хыялыбыҙ ине. Ниһайәт, был теләгебеҙгә ирештек. Ҡыҙыу ҡояшлы август айында Калифорния штатының Лос-Анджелес ҡалаһында теүәл бер аҙнаны үткәрҙек. Түбәндәге яҙмаларымда мин гәзит уҡыусыларға ошо сәйәхәт мәлендә тыуған тәьҫораттарымды тәҡдим итәм.

Тымыҡ океан – асылда Ер шарындағы иң ҙур океан. Глобусҡа ҡарағанда ғына ла үҙенең ҙурлығы менән хайран иткән был һыу даръяһының көс-ҡөҙрәте шунса уҡ ҡеүәтле булып сыҡты. Бында өйрәнелгән ысул менән йөҙөп булмай. Тулҡындар бик көслө, улар йә аяҡтан йығырлыҡ итеп килтереп бәрә, йә баш аша күмеп китә. Шуға күрә лә серфинг менән шөғөлләнеү киң таралған. Ыбыр-сыбыр бала-сағаһынан алып оло йәштәгеләргә тиклем серфинг таҡталарын тотоп йөрөй. Үҙенә күрә урындағы экзотика.

Калифорнияла яуым-төшөм бик самалы. Йылына ни бары бер ай самаһы ғына ямғыр яуып ала, ләкин ауыл хужалығы культуралары өсөн был бик аҙ. Шуның өсөн дә сәсеп үҫтерелә һәм уңыш бирә торған үҫентеләр өсөн яһалма һуғарыу системаһы киң үҫешкән. Бөтә Америка һатыу үҙәктәрендә киң таралған еләк-емеш – виноград, баҡса еләге һ.б. бында күпләп етештерелә. Яуым-төшөмгә ҡытлыҡ булһа ла, Лос-Анджелес ҡалаһы урамдары гөл-сәскәгә күмелгән. Шәхси йорттарҙың тирә-яғындағы күпереп үҫкән ҡыуаҡтар ғына түгел, ҙур-ҙур сәскәле бейек ағастар ҙа күҙҙең яуын ала. Пальмалар бик күп, әллә ниндәй төрлөләренә тиклем бар.

Шулай ҙа ҡаланан ситкә сыҡһаң, ямғырҙарҙың һирәк булыуы барыбер үҙен һиҙҙерә. Тау баштары ҡорғаҡһыбыраҡ тора, үлән дә йәм-йәшел түгел. Был штатта иң мауыҡтырғыс урындарҙың береһе – байтаҡ Голливуд фильмдары төшөрөлгән Universal studio паркы.


Universal studio паркы



Паркка инә торған урында студияның эмблемаһы – әйләнеп торған Ер шары ҡаршылай. Ул кескәй генә фонтан менән уратып алынған. Килеүселәр иҫтәлек өсөн эргәһендә фотоға төшөп ҡалырға тырыша. Ә инде инеү менән үк туристарға бөтә шартына килтереп йыһазландырылған “ҡыҙыл келәмле юл” түшәлгән. Ғөмүмән, бында бар нәмә студия төшөргән фильмдар­ҙағы мөхитте күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Уолт Дисней төҙөгән парктарҙа аттракциондар бик күп һәм йыш урынлашҡан. Ә бында иһә – тап киреһе. Парк ҙур булһа ла, аттракциондарҙың һаны 10–12 самаһы ғына. Ләкин улар киң ҡоласлы һәм һәр ҡайһыһы айырым фильм йәиһә тематикаға яраҡлаш­тырып йыһазландырылған.

Беҙ танышыуҙы “Юр осоро паркы” аттракционынан башланыҡ. Унда инер алдынан туристарҙы фильм­дағы үҙәк персонаждарҙың береһе булған яһалма динозавр ҡаршылай. Ул үҙаллы хәрәкәтләнә, тауышлана һәм, ғөмүмән, тере йән эйәһенән әллә ни айырылмай. Тамаша ҡылыу өсөн иһә сама менән 15–16 кешегә иҫәпләнгән рельстар буйлап хәрәкәт итеүсе кәмәгә ултырырға кәрәк. Ул джунгли эсенән үтә: ҡыуаҡтар араһынан көтмәгәндә өҫкә динозаврҙар ябырыла йә улар үҙ-ара алыша башлай. Иң һуңынан тау йылғаһы аҫтындағы мәмерйә эсенән үттек. Кәмәләгеләр лысма һыу булды, ләкин ниңәлер барыһы ла сыр-сыу килеп көлөшә. Шулай ҙа була икән!

Артабан Египет мумиялары хаҡындағы фильмды һынландырған урынға йүнәлдек. Уның эргәһендә ике ярым метр самаһы бейеклектәге эт башлы кеше ҡаршылай. Аттракционға инеү юлы иһә грот кеүек йыһазландырылған. Шундағы мөхитте тулыһынса сағылдырыу өсөн стеналағы иероглифтағы яҙыуҙар, тоноҡ ут, фильмдарҙан музыка – барыһы ла бер маҡсатҡа эшләй. Кешеләр ултырған механик ҡоролма рельстар буйлап хәрәкәт иткәндә ниндәйҙер бер мәлдә аяҡтар аҫтынан бөжәктәр йүгереп йөрөгән һымаҡ тәьҫир ҡала. Хәүефләнмәгеҙ – был ни бары эффект ҡына.

Трансформерҙар хаҡындағы фильмға арналған аттракционда иһә тағы ла хәтәрерәк. Бында ингән мәлдә үк 3D фильмдары өсөн тәғәйенләнгән күҙлектәрҙе биреп торалар, һуңынан сыҡҡанда уны махсус йәшниккә төшөрөп китергә кәрәк. 3D эффекты бик көслө. Рельстарҙағы механик ҡоролма эсендә ултыраһың, ә үҙең бер үк ваҡытта ысын мәғәнәһендә трансформерҙар фильмы эсендә йөрөп ятҡан кеүекһең. Тирә-яҡта ҡиәфәттәрен бик тиҙ үҙгәртеүсе роботтар алыша, бер төркөмө һине яҡлай, икенсеһе һөжүм итергә маташа. Бер мәл хатта үтә бейек йорт өҫтөнән туп-тура “аҫҡа ҡоланыҡ”. Ысынбарлыҡтағы кеүек!

Студия буйынса автобустарҙа экскурсияға тәүҙә бик илтифатһыҙ ғына йүнәлгәйнек. Сөнки автобус туры тигәндә тәү сиратта гид һәм уның оҙон-оҙаҡ итеп уңыштар һәм ҡаҙаныштар тураһында һөйләүе күҙ алдына килә. Бер аҙ бара биргәс, бөтә был стереотип юҡҡа сыҡты. Дөрөҫ, монитор аша гид тирә-яҡ мөхит менән таныштыра, ләкин был үҙмаҡсат түгел. “Форсаж”, “Назад в будущее” һ.б. фильмдарҙа ҡулла­нылған төрлө раритет автомобилдәр эргәһенән үттек, “Война миров” фильмын төшөргәндән һуң ҡалған экспозиция (иңе-буйы 150 метр тирәһе, емерелгән машиналар ғына түгел, марсиандарҙың һөлдәләренә тиклем бар), Ҡырағай Көнбайыш хаҡындағы вестерндар өсөн төҙөлгән кварталдар, башҡа киң билдәле картиналар өсөн махсус эшләнгән усадьбалар, урамдар, тотош кварталдар – иҫәпһеҙ-һанһыҙ улар. Ни генә тиһәң дә, Universal studio паркы бик ҙур.

Киң билдәле фильмдарҙағы эпизодтарҙың күбеһе ошонда төшөрөлгән булып сыҡты. Бер аҙҙан кескәй күл эргәһенән үттек. Туристарҙың күҙ алдында унда тәүҙә ҙур булмаған акула хасил булды, һуңынан күҙ асып йомған арала күлдәге ҡоролмаларҙы ут-ялҡын солғап алды. Янғын тип хәүефләнмәгеҙ, уты ысын булһа ла, ҡыҫҡа ваҡытлы эффект ҡына был. Заманса технологиялар ошондай мөмкинлек бирә.
Бер аҙҙан яһалма ямғыр башланды. Ҡоя ғына – ысын ҡойма ямғыр тиерһең. Күпмелер ваҡыттан өҫтәге урамда һыу ағымы күренде. Камераларҙы тейешле йүнәлештә тотҡанда ажарланып аҡҡан тау йылғаһы тип уйларға мөмкин. Гидтың әйтеүенә ҡарағанда, ниндәйҙер бер фильмды төшөр­гәндә батып барған кешене ҡотҡарыу эпизоды өсөн файҙала­нылған икән был трюк.

Студия буйынса сәйәхәт Голливуд фильмдарына хас булған рухта тамамланды. Иң һуңынан беҙ ултырған автобустар теҙмәһе туннелгә инде. Туннелгә лә түгел, ысынында “Форсаж” фильмының эсенә килеп индек. 3D өсөн тәғәйенләнгән күҙлектәр эффектты тағы ла көсәйтә. Был эпизод хәҙерге заман технология­ларының һуңғы дәүерҙә ни тиклем үҫешкәнен бик асыҡ күрһәтте. Автобустар үткән юлдың ситендә экран да түгел, ә реаль шәхестәрҙең ҡыҙыу бәхәсе бара. Тәүҙә ысын кешеләр кеүек күренһә лә, улар ни бары проекция, имеш. Йәғни фильмдарҙағы эпизод ҡына. Бер аҙҙан был кешеләр тап “Форсаж” фильмын­дағыса автомобилдәргә һикерешеп менеп ултырҙы һәм ысын автоуҙыш башланды. Автобустарҙың ике яғынан еләләр һәм, етмәһә, атышалар. Реаль эффект өсөн беҙ ултырған автобусты ла ныҡ ҡына һелккеләп алырға онотмайҙар. Ахыр килеп, “кульминацион мәл” – “Форсаж” фильмында төп ролде башҡарған Вин Дизелдең һыңар ҡулы менән вертолетҡа эләгеп киткән мәлендә менән тур тамамланды. Бына һиңә Голливуд! Оҙон-оҙаҡ итеп барыһына ла таныш нәмәне сүбәк урынына сәйнә­мәйенсә, автобус турын да шундай һөҙөмтә менән ойошторорға мөмкин икән дә баһа!

Артабан төрлө фильмда ҡатнашҡан өйрәтелгән йәнлектәр шоуы, иллюзионистарҙың сығыш­тары менән дә таныштыҡ. Иң һуңынан “Һыу донъяһы” тигән тамашаға йүнәлдек. Ни өсөндөр был аттракционды дельфиндар, диңгеҙ бесәйҙәре менән бәйле ябай тамаша тип ҡабул иткәйнек. Ә ул асылда иҫ киткес ҡатмарлы трюктар менән бәйле шоу булып сыҡты. Каскадерҙар ҡатнашлығында төшөрөлгән блокбастер эсенә килеп индек тиергә лә була.

Урталағы ярайһы уҡ ҙур яһалма күлде түңәрәкләп уратып, тамашасылар өсөн тәғәйенләнгән урындар теҙелгән. Алдағы бер нисә рәттә еүешләнеү мөмкинлеге хаҡында иҫкәртеүсе яҙыуҙар тора. Алға китеп булһа ла әйтергә кәрәк: был иҫкәртеүҙәре бик урынлы булып сыҡты. Сөнки юғары тиҙлектәрҙә атылып килеп сыҡҡан катерҙар ҡырҡа вираж яһағанда тамаша­сыларҙы һыу менән ҡойондорғаны етмәгән, өс яҡлап баҫҡан шоуҙы алып барыусылар ҙа залдағы тамашасылар яғына һыуҙы биҙрәләп елгәрә. Бер кем дә зарланмай. Ыңғай эмоциялар өсөн килгәндәр ҙә баһа!

Сәхнә ролен үтәүсе күлдә иһә пираттар һәм бер-береһенә ғашиҡ ҡыҙ менән егет араһындағы алыш, әлбиттә, мөхәббәттең еңеүе менән тамамлана. Ләкин финал сәхнәгә саҡлы күл буйлап катерҙар ғына түгел, ярайһы уҡ ҙур елкәнле карап та елә, һыу эсенә бейек вышка емерелеп ишелеп төшә, һыу өҫтөн генә түгел, ундағы ҡоролмаларҙы ут-ялҡын солғап ала ла шунда уҡ юҡҡа ла сыға. Бик ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән эффект, ләкин ут-ялҡыны ысын. Тамашасыларға хәүеф тыуҙырмай шундай трюктарҙы башҡарыу өсөн үтә ҙур теүәллек кәрәк. Шоуҙың ахырында өҫтән янып килеп төшкән ысын самолет үҙе генә лә ни тора! Күлдең ҙурлығы бит самалы, ә самолет мороно иһә бик ҙур теүәллек менән шундағы ултырғыстарҙа ултырыусы кешеләрҙең ҡаршыһына уҡ терәлеп тиерлек туҡтаны.

Барыһы ла тамамланғас, был тамашаның ни өсөн донъялағы иң һәйбәт шоуҙарҙың береһе һаналыуының сәбәбе асыҡлана төштө. Өҫтәүенә, унда ҡатнашҡан состав та киң билдәле актерҙарҙан тупланған булып сыҡты.

Голливудтағы Дан аллеяһы



Был аллея Лос-Анджелестың визит карточкаларының береһе һанала. Бөгөнгө көндә Дан аллеяһы Голливуд бульвары һәм Уайт-стриттың ике яғынан да 15 кварталғаса һуҙыла. Бында тротуарҙарға киң билдәле Голливуд актерҙарының исемдәре яҙылған йондоҙҙар беркетелгән. Һәр Голливуд артисы үҙенең исемен ошондағы йондоҙҙарҙа күрергә теләйҙер, моғайын. Бында килеүсе туристарҙың һаны йылына 10 миллионға етә. Аллеяға тәүге йондоҙҙар 1960 йылда беркетелә, бөгөнгө көндә уларҙың дөйөм һаны 2,5 меңдән ашып киткән.

Шул уҡ бульварҙа урынлашҡан Мадам Тюссо музейы эргәһендәге асфальтта икенсе төрлөрәк плитәләр ҡуйылған. Улары үҙенсәлеклерәк – артистарҙың йылы теләктәренән тыш, аяҡ-ҡулдарының эҙҙәре лә бар. Бындай плитәләр күп түгел, шуғалыр ҙа туристарҙың иғтибарын үҙҙәренә нығыраҡ йәлеп итә.


Мадам Тюссо музейы



Был музей шул уҡ Голливуд бульварында урынлашҡан. Скульптор Мария Тюссо тарафынан бынан 200 йыл элек нигеҙ һалынған һәм донъяла тағы ла егермеләгән ҡалала филиалдары булған был музейҙар селтәре бөгөнгө көндә киң билдәле.

Билдәле шәхестәрҙең манекен-күсермәләре уларҙың тәбиғи буйына самалап эшләнгән. Материал балауыҙ һаналһа ла, асылда улар пластик полимерҙарҙан яһалған, был иһә оригиналдар менән 100 процент оҡшашлыҡты гарантиялай. Музейҙа экспозициялар бер нисә тематик блокҡа бүленгән. Голливуд иконалары бүлегендә Элвис Пресли, Вивьен Ли һымаҡ «йондоҙҙар» менән фотоға төшөргә мөмкин. Киноперсонаждар секцияһында атаҡлы актерҙарҙы уларҙың шулай уҡ бөтә донъяға билдәле ролдәрендә күрергә була. Мәҫәлән, Арнольд Шварцнеггер Терминатор костюмында, Хью Джекман Росомаха ролендә һ.б.

Бында АҠШ Президентының эш өҫтәле артына ултырып ҡарарға ла мөмкин. Уның эргәһендә музей хеҙмәткәре дежурлыҡ итә, ул һеҙгә хатта Президенттың үтә оҡшаш итеп яһалған манекены менән бергә фотоға төшөргә лә һис шикһеҙ ярҙам итәсәк.
Голливуд бульварындағы Мадам Тюссо музейы бер нисә залдан тора һәм ундағы манекендар бик күп. Һәр ҡайһыһының эргәһендә туҡтарға түҙемлегең генә етһен!

Ньюпорт ҡаласығы. Яхта менән асыҡ океанға сығыу



Ньюпорт Лос-Анджелестан ярайһы ғына алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡайһылыр яғы менән А.Гриндың “Ал елкәндәр” әҫәре буйынса таныш ҡаласыҡты хәтерләтә. Яр буйында диңгеҙ тематикаһы менән бәйле тауарҙар һәм сувенирҙар менән һатыу итеүсе кескәй магазиндар, кафе-ресторандар теҙелеп киткән. Ә порттың үҙендә кескәй генә катерҙарҙан башлап балыҡ тотоусы шхуналарға тиклем иҫәпһеҙ-һанһыҙ карап теҙелешкән. Елкәнлеләренең ниндәйҙәре генә юҡ! Беҙҙең яхта асыҡ океанға сыҡҡанға тиклем егерме минут самаһы ошо бихисап карап эргәһенән үтте.
Асыҡ океанда иһә бөтөнләй икенсе мөхит. Әленән-әле балыҡ көтөүҙәре осрай, диңгеҙ бесәйҙәре лә осраштыра. Бинокль аша ҡарағанда ваҡ ҡыналарын да асыҡ күрергә мөмкин.

Ләкин бөтә был сәйәхәт ваҡытында иң оҡшағаны дельфиндар көтөүе менән ярышып йөҙөү булғандыр. Эреле-ваҡлы дельфиндар төркөмө әленән-әле тегенән-бынан ҡалҡып сыға һәм яхта менән йәнәшә кемуҙарҙан ярышып йөҙә башлай. Эргәнән дә түгел, ә тап уның мороно алдынан. Уларға ла адреналин тәьҫире, күрәһең, таныштыр.

Океан буйлап сәйәхәтебеҙ ике сәғәт ярым самаһы дауам итте. Ҡояштың нисек итеп Тымыҡ океан даръяһы артында байығанын ҡарағас, ҡабаттан Ньюпорт ҡаласығына әйләнеп ҡайттыҡ.


Голливуд билдәһе



Hollywood тигән яҙыу Маунт-Ли тауының көньяҡ һөҙәгендә урынлашҡан. Голливуд ҡалаһының үҙенә нигеҙ 1903 йылда һалына, 1910 йылда ул Лос-Анджелес составына инә, ә бындағы киностудия тап бер йылдан теркәлеү ала. 1923 йылда иһә Голливуд киноиндустрияның үҙәгенә әүерелергә өлгөрә. Был яҙыуҙағы хәрефтәр 45 фут бейеклегендә (сама менән 15 метр). Ҡараңғы төшһә, улар ғәжәп матур иллюминация хасил итеп, балҡып тора.

Туристар бөгөн был яҙыуҙы ситтән генә күҙәтә ала. Сөнки ошо яҙыу торған 90 йыл самаһы ваҡыт эсендә ваҡ хулиганлыҡ ҡылырға теләүселәр табылып ҡына тора. Яҙыу торған ер биләмәһе хәҙер шәхси милек һанала. Ә Америка закондары буйынса шәхси территорияға рөхсәтһеҙ инергә ярамай.

Бөтә донъяға билдәле был “Hollywood” яҙыуының тәүҙә Hollywoodland тигән риэлтор контораһының атамаһынан килеп сыҡҡанын хәҙер күптәр онотоп та бөткән. Уның әлеге урынына – Маунт-Ли тауына ҡуйылыуы ни бары реклама маҡсатында була. Һуңынан аҙаҡҡы дүрт хәрефен алып ташлайҙар, һәм яҙыу Голливуд ҡалаһының символына әүерелә.Үткән быуаттың 30-сы йылдарындағы Бөйөк депрессия ваҡытында риэлтор контораһының эштәре мөшкөлләнә. Ләкин контора урынлашҡан ерҙә бөгөнгө көндә лә арка формаһындағы символик ҡапҡа һаҡланып ҡалған. Таштан һалынған арканың һул яғында ике тарихи яҙыу беркетелгән. Беренсеһе “Hollywoodland. Est. 1923” (ошо йылда нигеҙләнгән тигән мәғәнәне бирә) булһа, икенсеһе был урындың тарихи ҡомартҡы булыуы хаҡында иҫкәртә.


Парашют менән һикереү



Америкала был спорт төрө киң таралған. Һәр штатта, йәки ҙурыраҡ ҡалаларҙа ошондайыраҡ хеҙмәтләндереү күрһәтеүсе ойошмаларҙы табырға мөмкин. Һауаға бәләкәй самолетта күтәреләләр һәм уға пилоттан башҡа тағы дүрт кеше генә һыя. Инструктор менән бергә бер парашютта һикерәләр, сөнки был ҙур хәүеф менән бәйле спорт төрө. Инструкторҙар клиенттар менән бәйле төрлө көтөлмәгән хәлгә (паника, бейеклектән ҡурҡыу, күңел болғаныу) һәр саҡ әҙер булырға тейештәр.

Самолет 3 мең метр бейеклеккә күтәрелгәс (ә был ярайһы уҡ бейеклек, сөнки тирә-яҡ ус төбөндәгеләй генә күренә), һикерергә рөхсәт ителә. Парашют ергә саҡрым самаһы ҡалғас асылырға тейеш, уға тиклемге араны былай ғына осоп үтергә кәрәк. Ул асылғанға саҡлы арауыҡ һиҙелмәй ҙә ҡала, сөнки тиҙлек үтә юғары – сәғәтенә 120 миль. Миңә ул, мәҫәлән, ун-ун биш метр самаһы һымаҡ ҡына тойолдо. Бигерәк тә самолет кабинаһынан сығыу менән үк аҫҡа табан баштүбән осҡанда ҡан тамырҙарында адреналин үҙ эшен эшләй. Һауа баҫымы бик юғары, унан бит тиреһе ныҡ тартыша.

Парашют асылыу менән осош кинәт кәмей, инде әкренләп кенә түбәнәйә бараһың. Уның хәрәкәтен һәм йүнәлешен махсус бауҙар ярҙамында теләгән яҡҡа борорға мөмкин. Бер самолеттан бер-бер артлы һикергән ике төркөм төрлө бейеклектә һәм йүнәлештә осоп йөрөһә лә, ахыр килеп, диаметры һигеҙ-ун метрҙан артмаған махсус ҡомлоҡ өҫтөнә килеп төштөк. Унда ҡаршы алыусы көтөп тора. Уның бурысы – кәрәге сыға ҡалһа ергә хәүефһеҙ төшөүҙе тәьмин итеү. Хәйер, инструктор тәжрибәле һәм клиент адекват булған осраҡта уның ярҙамы әллә ни кәрәкмәй ҙә. Ләкин унһыҙ барыбер бер нисек тә булмай. Сөнки самолет, парашютсыларҙы һауаға ырғытыу менән үк ҡабаттан боролоп, аэродромға йүнәлә. Беҙҙе аэродромға иһә ана шул ҡаршы алып тороусы автомобилдә алып ҡайтты. Парашюттан һикергән мәлде фотоға йә видеоға төшөрөргә мөмкин. Быны инструктор ҡулына беркетелгән кескәй генә аппарат ярҙамында эшләй.

Ҡоштар осоп етә алмаҫлыҡ бейеклектән тирә-яҡты күҙәтә алыу хозурлығы – был осоштан тыуған тәьҫораттарҙың иң ҡыҫҡаһы. Ә уларҙың барыһын да яҙа башлаһаң, моғайын, бик күпкә һуҙылыр ине. Өҫтән күҙ һалғанда ваҡ-ваҡ машиналар йыбырлашып йөрөүсе автострадалар, тирә-яҡҡа һибелгән йорттар, баҫыуҙар, күлдәр-йылғалар бик-бик бәләкәй күренә. Ахыр килеп, ана шул үҙең йәшәгән ерҙең ҡәҙерен белеү өсөн ваҡыты-ваҡыты менән уға бейектән күҙ һалырға ла кәрәктер.

Дөйөм алғанда, Калифорния штаты Америкала сәйәхәтселәрҙе үҙенә ымһындырып торған төбәктәрҙән һанала. Сөнки бында танышыу өсөн ҡыҙыҡлы урындар, ысынлап та, бик күп.





Автор: Ф. ИСХАҠОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға