«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Атайым – оло шәхес»



09.04.2019 «Атайым – оло шәхес»

йәки Шәүрә Шәкүрова ҡасан хикәйә яҙа башлаған?

Аталы-ҡыҙлы Шәкүровтар – башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте өсөн күп хеҙмәт һалған шәхестәр. Шағир, тел һәм әҙәбиәт белгесе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәшит ШӘКҮР 200-гә яҡын ғилми хеҙмәте, әҙәби әҫәрҙәре менән дан ҡаҙанһа, Шәүрә ШӘКҮРОВА “Әсә” фильмы сценарийы авторы булараҡ киң танылыу яуланы. Бөгөн йәш яҙыусы, драматург менән атаһы тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Шәүрә Рәшит ҡыҙы, китап уҡыуға, әҙәбиәткә һөйөүҙе һеҙҙең күңелдә кем уятты?


– Бөтә нәмә ғаиләнән килә. Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт китап күп булды. Һәр стенала – иҙәндән түбәгә тиклем китап кәштәһе, буш урын юҡ. Туғандарҙа ла шул уҡ хәл. Мәҫәлән, нәнәйем менән ҡартатайымдың (Әлшәй районының Ҡармыш ауылында йәшәнеләр) өйөндә китап тулы быяла ишекле ҙур шкаф торҙо. Каникулға ҡайтһам, йәй буйы уҡый инем. Уларҙы уҡып бөткәс, мәктәп һәм ҡала китапханаларына йөрөнөм. Әле улым да йоҡлар алдынан китап уҡыта, утты һүндерһәм, әкиәт һөйләтә. Яратҡан циклдары бар, әкиәттәрҙе үҙенсә үҙгәртә башланы, сюжеттар ҡора. Ҡартатаһына оҡшап, яҙыусылыҡ һәләте бар, күрәһең.

– Ниндәй әҫәрҙәрҙе уҡынығыҙ һәм ҡасан ҡәләмгә тотондоғоҙ?

– Яратҡан авторҙарым – Зәйнәб Биишева, Әнүәр Бикчәнтәев, Александр Грин, Войнич, Дюма, Андерсен, башҡорт халыҡ әкиәттәре һәм башҡалар. Атайымдың “Йөрәгемдә ҡояш” тип аталған беренсе шиғыр китабын бик ярата инем. Ул миңә өс йәш булғанда баҫылды һәм был ваҡиға ныҡ ҡыҙыҡ булып күренде. Титул битендәге фотоһында атайымдың битендә лә ҡояш бар һымаҡ ине. Икенсенән, китабы сыҡҡан саҡта ул Мәскәүҙә, аспирантурала уҡый ине, һирәк ҡайта. Һағынһам, шул китаптағы фотоға текәләм. Әсәйемдең дә көн һайын шул китапты уҡығаны хәтеремдә ҡалған.

Шиғырҙы беренсе тапҡыр башланғыс класта уҡығанда яҙҙым. Береһе хатта мәктәп гәзитендә баҫылып сыҡты (мин уны әле лә яттан беләм). Хәҙер шиғырҙар һирәк тыуа, мәҫәлән, ике телдә Зәйнәб Биишеваның әҫәре буйынса мюзикл яҙҙым. 2005 йылда тәүге хикәйәләр ижад ителде. Беренсе сценарий “Аҡбуҙаттың эҙенән” тип аталған (режиссер Рияз Исхаҡов) фәнни-популяр фильм өсөн яҙылды. Ул донъя күргәс, ВГИК-ка, Александр Бородянский (“Ворошиловский стрелок”, “Зимний вечер в Гаграх”, “Афоня” һәм башҡа фильмдарҙың сценарийы авторы) курсына уҡырға индем. 2013 йылдан үҙемде драматургия жанрында ла һынап ҡарайым. Әле Мәскәүҙә бәләкәй пьесам ҡуйыла, Салауат драма театрында йәш режиссер Лиана Ниғмәтуллина “Гөлкәйҙең бәхете” тигән драмамды сәхнәләштерҙе.

– Кино сәнғәте Рәшит ағай өсөн дә ят түгел, буғай?

– Ул композитор Хөсәйен Әхмәтов ижадына арналған “Солнечная мелодия” һәм Әмир Абдразаҡовтың “Аҡмулла” фильмдарына сценарий яҙҙы. Ә “Атай” тигән фильмында тәржемәсе булды. Әйткәндәй, миңә атайым менән кинола бергә эшләргә тура килде: дүрт сериялы “В поисках Акбузата” фәнни-популяр фильмында ул төп фәнни консультант булды.

Атайым тураһында ике фильм бар. Малик Яҡшымбәтов “Врата свободы” тигән фильмына уны төп геройҙарының береһе итеп алды. Луиза Коряковцева ла уның тураһында документаль фильм төшөргәйне.

– Һеҙҙең әҙәбиәт юлынан китеүегеҙгә атайығыҙ булышлыҡ иттеме? Ул ижадығыҙҙы тәнҡитләйме?

– Мин тәүҙә фән өлкәһендә эшләнем. Атайымдың юлынан киттем һәм уны тыңлап, иң ҡатмарлы теманы алдым. “Беҙҙең фәнгә кәрәк!”– тине ул. Тарих факультетында уҡығанда уҡ “Урал батыр” эпосын өйрәндем, етәксем Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров булды. Аҙаҡ Мәскәүҙә Бөтә донъя әҙәбиәт институты аспирантураһын тамамланым. Виктор Михайлович Гацак етәкселегендә диссертация яҡлап, 2007 йылда “Ғилем” нәшриәтендә 385 битлек “Башкирский народный эпос “Урал-Батыр”. Архивный первоисточник и его текстологический анализ” тигән монографиямды сығарҙым. Тиражы 150 генә дана булды, күптән һатылып бөттө. Ә диссертациям интернет селтәрендә бар.

Ижадҡа килгәндә, беренсе хикәйәләремде атайым уҡып аптыраны. Сөнки унда күңелемдә һаҡланған бала саҡты яҙғайным. Хикәйәләрҙе уҡып, атайым шул матур мәлдәргә кире ҡайтҡан һымаҡ булды. Уның шатланғанын күреп, тағы ла яҙғым килде. Хикәйәләрем тәүҙә ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫылды. Ике проза китабым – “Уфимский вокзал” менән “Пусть ветер унесет мои слова” донъя күрҙе. Ғөмүмән алғанда, мин – ижад кешеһе: яҙмаһам, ҡыйын була башлай. Әлеге мәлдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, әҙәбиәт бүлегендә эшләйем. Ижад өсөн бер сәғәт тә буш ваҡытым юҡ. Шуға йәнем әрней. Яҙғым килә, тик өҙөк-һурыҡ яҙып, әҫәрҙе үҫтереп булмай. Бигерәк тә ижад кешеһе өсөн отчеттар яҙыу ҙур зыян.

– Билдәле шәхестең ҡыҙы икәнегеҙҙе ҡасан аңлай башланығыҙ?


– Бик иртә. Хәтеремдә, миңә 3 – 4 йәштәр тирәһе ине, Салауат Юлаев һәйкәле янында концерт бара. Рәшиҙә Туйсинаның бейегәнен һоҡланып ҡарап торҙом да, сәхнә артына төшкәс, барып һүҙ ҡуштым: “Һаумыһығыҙ, Рәшиҙә Туйсина!”. “Һаумы, ҡыҙыҡай”, – тип яуап бирҙе. Мин аптырап, һорай ҡуйҙым: “Рәшиҙә Туйсина, һеҙ мине таныманығыҙмы ни? Мин бит Шәүрә Шәкүрова!”. Шул уҡ һорау менән Зәйнәб Биишеваға ла мөрәжәғәт иткәйнем. Ул ни, бала күңелен күреп: “Шулаймы ни? Бик һәйбәт, атайыңа сәләм әйт”, – тине. Әнүәр Бикчәнтәевҡа хат яҙғайным, яуап булмағас, ныҡ ҡына үпкәләнем. Йәғни, атайымды бөтәһе лә белә, тигән тойғо менән үҫкәнгәме, мине лә беләләр, тип уйлай торғайным. Атайымдың елкәһенә ултырып йыш ҡына Матбуғат йортона килә инем. Атайым бит мине алты йәшкә тиклем ҡулда йөрөттө.

– Уҡығанда, фән менән шөғөлләнгәндә һеҙгә ҡарата: “Атаһы ярҙам итә”, – тигән мөнәсәбәт булманымы?


– Беҙҙең яҙғаныбыҙҙы сағыштырһаң, төрлө икәне күренә бит. Фән эшен алаһыңмы, прозанымы – төрлөсә фекер йөрөтәбеҙ, яҙыу стиле лә айырыла. Тормош тәжрибәһе, төрлө уҡыу йорттары, заман ауазы һәм башҡалар – барыһы ла йоғонто яһай. Уҡый һәм уйлай белгән кеше беҙҙең текстарҙы, әлбиттә, айырасаҡ.

– Рәшит ағай бөгөнгө йәштәр тормошон, йәшәйешен аңлаймы?


– Әлбиттә, бик өндәшеп бармаһа ла, аңлай һәм ҡабул итә. Беҙҙең менән һәр ваҡыт уртаҡ тел тапты. Әле минең улым менән ипләп кенә һөйләшә, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йәш быуынды өйрәнә. Улым өсөн атайым әлегә бергә уйнаған ҡартатай ғына. Телевизорҙан, китаптан йәки гәзиттән күреүе тәбиғи, хатта ҡәтғи рәүештә: “Ә мин ҡайҙа?” – тип һорап ҡуя.

– Әсәйегеҙ ниндәй һөнәр кешеһе? Һеңлегеҙ ниндәй һөнәр һайланы?

– Әсәйем – Марина Нәби ҡыҙы оҙаҡ йылдар милицияла эшләне, отставкалағы капитан. Заманында беҙгә – ҡыҙҙарына ҡарата бик талапсан булды. Һөнәренең йоғонтоһо булғандыр. Һәр хәлдә, берәй эш боҙһам, үҫмер сағымда миңә ныҡ ҡына эләгә ине. Ә бына улымды артығы менән иркәләй. Әсәйем – алтын ҡуллы уңғанбикә. Бала саҡта минең күлдәктәрҙе шундай итеп биҙәй торғайны, балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә иң матуры булдым. Иртәнсәк уяныу менән кейемемде ҡарарға йүгерә инем. Иң ҡыҙығы, әсәйемдә лә яҙыу һәләте бар. Бер тапҡыр детектив яҙа башлағайны, эй шәп сыҡты. Ләкин, эше күп, ваҡытты ала, тип, тамамламаны. Ейәндәрен ныҡ ярата, буш ваҡыты булдымы, уларҙы ҡараша. Һеңлем Гөлдәр фән юлынан китте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыта. Сәйәси фәндәр кандидаты.

– Рәшит ағайҙың ниндәй иң яҡшы сифаттарын билдәләп үтер инегеҙ?

– Атайымдың белмәгән нәмәһе юҡ. Бала саҡта был тәбиғи һымаҡ ине, үҫкәс кенә бөтә кешелә лә бындай хәтер булмағанын аңланым. Ул бит башҡорт телендә лә, рус телендә лә иҫ киткес шәп яҙа һәм ике телде лә юғары кимәлдә белә. Бик егәрле, ихлас кеше. Беҙҙе иркәләтә ине: һеңлем Гөлдәр менән хәйләләшеп, торт та алдырҙыҡ, әсәй өйҙә булмағанда рәхәтләнеп телевизор ҙа ҡараныҡ. Әммә етди мәсьәләләрҙә ундай йомшаҡлыҡ күрһәтмәне.

Әлбиттә, атайым – оло шәхес. Иҫ китерлек бит: 90-cы йылдарҙа “Башҡорт энцик­ло­педияһы”н булдырыу. Атайым ул идеяны бер үҙе күтәреп сыҡты, концепцияһын эшләне, республика хөкүмәтен ышандырҙы. Был эшен фәнни батырлыҡ тип атар инем. Ә артабан башҡаларға яйға һалынған эште тартып алыу бер ни ҙә торманы. Шуныһы аяныс. Атайым нисек шундай ғәҙелһеҙлеккә түҙҙе икән, һаман да аптырайым. Тимәк, сабыр һәм сыҙам кеше.

Энциклопедик белеменә һоҡ­ланам. Аҡыллы сәйәсмән дә ул: иптәштәре һәм фекер­ҙәштәре менән республиканың бөгөнгө көнө өсөн бик күпте эшләне. Байлыҡ йыйыу тигән нәмәне башына ла килтермәне. Башҡортостан тарихында ҙур урын алған шәхес тип күрәм.



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға