«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Мин һинһеҙ йәшәй алмайым



05.04.2019 Мин һинһеҙ йәшәй алмайым

“Мин һинһеҙ йәшәй алмайым”. Был һүҙҙәрҙе бер-беребеҙгә әйткәнгә 30 йыл самаһы үтте. Һин аварияға осрап үлеп ҡалдың, ә мин йәшәйем. Кейәүгә сыҡтым, айырылдым, ҡыҙ үҫтерҙем. Ул хәҙер тормошта, үҙаллы донъя көтә.

Ул саҡта юғары уҡыу йортон ташлап, ауылға ҡайтҡайным. Өфөлә сессияны бирә алманым. Ауылы­быҙҙағы училищеға уҡырға индем. Февраль айы ине.

Хәтеремдә, 2-се тегенселәр төр­көмөнә яҙҙылар. Рус теленән малайҙар менән ҡатнаш дәрестәр ҡуйылған. Беҙ һинең менән шул дәрестә беренсе мәртәбә бер-беребеҙҙе күреп, беренсе осра­шыуҙан йөрәктәр ҡушылғандыр. Аҙаҡ инде тәнәфестә йылмайышып, осраҡлы һорауҙар әйтешеп, берәй сәбәп табып яҡынлашырға ты­рыштыҡ. Һин икенсе ауылдан инең. Ял көндәренең үткәнен түҙем­һеҙләнеп көтә инек. Бер көндө дискотекаға саҡырҙың. Мин һине мотоцикл менән килеп алам, алып ҡайтып ҡуйырмын, тип вәғәҙә иттең. Мин бер һүҙһеҙ риза булдым. Ниһайәт, шәмбе етте. Һөй­ләшелгәнсә, мине килеп алдың. Мотоциклға ултырып елдерҙек. Һине билеңдән тотоп ултырғас, арабыҙҙан ток йүгерҙе.

Ул кис беренсе мәртәбә һинең менән ҡулға-ҡул тотоношоп йөрөнөк, бейенек. Беҙ бик бәхетле инек. Сит ауылда үҙемде башта ҡурҡыбыраҡ тоттом, һуңынан һиңә ышандым. Күрәм, көслө егетһең, һүҙең үтә.

Көндәр ошолай үтеп торҙо. Беҙҙән бәхетле кеше юҡ ине. Арабыҙға инеп тә маташтылар, төрлө һүҙ әйтеп, айырырға тырыштылар. Әммә беҙ бер-беребеҙгә ныҡлы ышандыҡ. Киләһе көндәргә пландар ҡорҙоҡ, хыялдар менән йәшәнек. Мин яңынан юғары уҡыу йортона инеп, Марат бер йылдан училищены тамамлап, Өфөлә умартасыға уҡып сығырға тейеш ине.

Уҡып бөткәс, өйләнешербеҙ, ике ауыл араһына йорт һалырбыҙ, биш бала үҫтереп, бәхеткә, мөхәббәткә күмелеп йәшәрбеҙ, тип хыял­ландыҡ. Беҙгә тик 16-шар ғына йәш ине...

Башта барыһы ла беҙ уйлағанса барҙы. Мин уҡырға индем. Ярты йыллап йөрөһәк тә, мин – уның, ул минең әсәйҙәр менән таныш түгел ине. Марат, таныштырам, тиһә, оялып, өйҙәренә инмәй торғайным. Ә әсәйем-атайым егетемде, бик шуҡ, тип өнәмәй торғайны.

Беҙ хәҙерге йәштәр кеүек урам буйлап ҡосаҡлашып, үбешеп йөрө­мәнек. Әллә нисек оялдыра ине.

Бер кис Мараттың класташ малайҙары менән урманда усаҡ яғып, тәүге тапҡыр иҫерткес алып, ашарға бешереп, бергәләшеп ултырырға булдыҡ.
Усаҡ алдында бик матур ултыр­ҙыҡ. Күпмелер ваҡыт үткәс, дуҫтары ҡайтып китте. Беҙ икәү ҡалдыҡ. Һуң ине инде. Мин әсәйгә, һуң ҡайтам, тип әйтеп киткәйнем. Һалҡын, тип, Марат ҡосаҡлап ултырҙы. Йөрәктәребеҙ, биттәр яна.

Беренсе тапҡыр эскәс, әҙерәк иҫереп тә киткәнбеҙҙер. Бер мәл Марат шашып мине үбергә кереште...

“Сулпан, мин һинһеҙ йәшәй алмайым...” “Мин дә һине бер ҡасан да онотмаясаҡмын...”

Шулай ай ярым тиерлек беҙ һәр төндә бергә булдыҡ.

Уҡырға китергә ваҡыт етте. Илай- илай киттем. Ятаҡҡа урынлаштым.

Беренсе төндә илап сыҡтым. Иртәнгә ҡарай төш күреп ятам. Бер ҡосаҡ ҡыҙыл сәскәләр тотоп, зыяратҡа килгәнмен. Кемгә кил­гәнемде лә белмәйем, күрмәйем. Гөлләмәне ҡәбер кәртәһе аша ташланым. Өсөнсө көнгә уҡыуҙан ҡайтыуыма ишек төбөндә бер ҡыҙ тора.

– Һин Сулпанмы? Тиҙ генә өйөңә ҡайтырға ҡушып, минең атайға шылтыраттылар.
– Нимә булған?
– Белмәйем...
Ул ҡыҙ ҡайтып китте.

Төрлө уйға батып, икенсе көндә автобус менән юлға сыҡтым.

Ҡайтҡансы йөрәгем шартларҙай булды. Ниндәйҙер ауыр хәл бул­ғанын һиҙенәм...

Оло йәштәге әбейем бар, ул үлеп киттеме икән? Ҡапҡа алдында атайым ҡаршы алды.
– Нимә булды, атай?
– Әйҙә, ҡыҙым, өйгә ин.
Өйҙә әсәйем ҡаршыланы.
– Әйҙә, ҡыҙым, сәй эсеп ал да, һуңынан һөйләшербеҙ.

Тиҙ генә мунсала йыуынып сыҡтым. Үҙ бүлмәмә үттем. Әсәйем шунда ғына әйтеп һалды...

Марат аварияға осрап үлгән... Әсәһе менән туғанының хәлен белергә барғандар. Кис менән ремонтҡа туҡтаған “КамАЗ” машинаһына бәрелгәндәр.

Икеһе лә үлгән. Мараттың кеҫәһендә минең фотом булған, шундағы яҙыуҙан танығандар...

Был хәбәргә ышанмай, төнө буйы илап, һаташып сыҡтым. Йәшәгем килмәне. Төшөмдә Марат килеп, муйынымдан быуғанға уяндым.

Әсәйем ятыр ал­дынан: “Сулпан, һи­нең менән бер хәл булһа, мин үләм артыңдан, дүрт туға­ның бар, шуларҙы уйла”, – тине.
Икенсе көнөнә Маратты ерләнеләр. Әсәһе менән йәнәш ҡуйҙылар.

Барыһы ла төштәге кеүек булды. Гөлләмәмде һалырға буйым етмәй, ташларға тура килде. Тик ҡәберҙең эйәһе генә билдәле ине.
Шул уҡ төндә эсем ауыртып килеп торҙом. Түшәк тулы ҡан ине.

Ауырлы икәнемде балалығым менән аңламағанмын. Бер юлы ике ҡәҙерле кешемде юғалттым. Балам Маратымдың төҫө булып үҫер ине, яҙмаған.
Ҡайғымдан бик оҙаҡ айный алманым. Нимә эшләһәм дә, күҙ алдында егетем торҙо. Шулай ҙа йылдар үткән һайын ҡайғы-хәсрәттәр таралды. Яраттым, яратылдым.

Маратты, минең беренсе мөхәббәтемде, нисәмә йыл үтһә лә, бер ҙә хәтерҙән сығарғаным юҡ. Йәшлектәге тәүге йәр онотолмай икән.





Автор: Шәүрә
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға