«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Йола аша кешеләрҙә йылға-күлдәргә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятырға тырышам»



03.04.2019 «Йола аша кешеләрҙә йылға-күлдәргә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятырға тырышам»

Яңыраҡ Өфө ҡалаһының Ҡашҡаҙан күле буйында төньяҡ халҡы кейемен кейгән шамандың ниндәйҙер йола үтәүе күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы. Егет был эште, күлгә йән өрөү, тип аңлатты. Ҡыҙыҡлы шәхес барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Интернет селтәрендә уның видеоһы тиҙ арала таралды. Артабан был күлдә йәшәйеш булырмы, тигән һорау беҙҙе лә ҡыҙыҡһындырҙы. Һәм Денис Игеҙбаевтың үҙе менән әңгәмәләшергә булдыҡ.

Денис – Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты. Бик әүҙем, тырыш егет булып сыҡты ул. Юғары уҡыу йортонда «Ер ҡоролошо һәм кадастры» һөнәрен үҙләштергәндән һуң, белемгә ынтылған егет уҡыуын магистратурала дауам итә. Әйткәндәй, бакалавриатты ҡыҙыл дипломға тамамлай. Әле Денис тәбиғәтте файҙаланыу һәм һыуҙы ҡулланыу серҙәре һөнәрен төплө өйрәнә.

– Денис, гәзит уҡыусыларға һөйләп үт әле: Ҡашҡаҙанда ниндәй йола үтәнең? Был нимә менән бәйле?

– Бәләкәй саҡтан тәбиғәт менән тығыҙ бәйлемен. Күгәрсен райо­нында йәшәүсе олатай-өләсәйем янына ҡайтып йөрөнөм. Шул ваҡытта бесән эшләргә бергә алып йөрөнөләр. Улар миңә төрлө тарих, тәбиғәт серҙәре хаҡында һөйләй торғайны.

Ҡашҡаҙан күлендә үткәргән йолаға килгәндә, был, бер яҡтан, ТНТ каналында барған “Мертвое озеро” детектив сериалының пиар юлы булһа, икенсе яҡтан, унда шулай уҡ тирә-яҡтағы тәбиғәтте, йылға-күлдәрҙе һаҡлап алып ҡалыу маҡсаты ла йәшерелгән. Йәғни тирә-йүндәге йәшәйешкә һаҡсыл ҡараш уятыу. Һуңғы осорҙа экологик проблемалар йыш күтәрелә. Һыу – ул кеше йәшәйешенең төп сығанағы. Һыуға һаҡсыл ҡараш, киләсәк быуынға таҙалығын һаҡлау – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Ҡашҡаҙан күлендә ойошторған йоланы бик күптәр ҡыҙыҡ күреп күҙәтте. Киләсәктә бындай йоланы флешмоб итеп үткәреү ҙә планда бар. Мәҫәлән, Рәсәйҙең һәр бер ҙур ҡалаһындағы йылға-күлдәр буйында йән өрөү йолаһы үткәреү. Изге башланғыс бит? Был ҡылығымды ошо пландарҙың башланғысы итеп тә ҡабул итергә мөмкин. Ритуал, йолалар кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итә, уларҙы уйға һала һәм башҡалар. «Ә Ҡашҡаҙан күле ысын үлеме икән? Хәҙер һин уға йән өрҙөңмө?» – тип ҡыҙыҡһыныусылар ҙа осраны. Был һорауҙарға яуап бер: яҙ етте бит, тиҙҙән уға мотлаҡ йән инәсәк.

– Бындай йолаларҙа ҡатнашыуҙан башҡа, тағы ниндәй шөғөлдәрең бар? Ғөмүмән, студенттар нимә менән шөғөлләнә?

– Студент саҡ – иң әүҙем осор. Мин бар ерҙә лә өлгөрөргә тырышам. Бейеү менән өсөнсө кластан шөғөлләнәм. Был һөнәрҙе Мәләүез балалар ижады мәктәбендә үҙләштерә башлағайным. Уны ҡыҙыл аттестатҡа тамамланым. Әйткәндәй, бейеүгә шул тиклем эҫенгәнмен, унһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Шатланһам да бейейем, ҡайғырһам да йөрәгемдең ярһыуын бейеп баҫам. Бейеү буйынса Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла уҡып сыҡтым. Бында педагог-хореограф һөнәрен үҙләштерҙем. Әле туған университетымдың “Шатлыҡ” халыҡ бейеү ансамбленең бейеүселәр әҙерләү составы етәксеһе булып эшләйем. Шулай уҡ ошо ансамблдең төп составы солисымын. Яңыраҡ үткән «Студент яҙы»нда ла сығыш яһап, сәхнәне дер һелкеттек.

Үрҙә әйтелгәндәрҙән тыш, башҡа һөнәрҙәре лә күп Денистың. Буш ваҡытын шахмат уйнап үткәрергә ярата. Бакалавриатта уҡығанда факультеттың шахматсылар ко­мандаһы капитаны ла булған. Уҡыуҙа күрһәткән алдынғылығы Рәсәй Президенты стипендияһы менән бил­дәләнгән. Ҡыҫҡаһы, Денис Игеҙ­баевтың «иң-иң»дәр рәтендә икәнен әйтеп тораһы ла юҡ. Уға артабан да үр артынан үр яулауын ғына теләргә ҡала. Ә иң мөһиме – һәр бер изге башланғысы артабан да уңышлы дауам итһен.





Автор: Г. СОЛТАНОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға