«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йөрәге битараф түгел



28.02.2019 Йөрәге битараф түгел

Әбйәлил районынан яңғыҙаҡтарҙы таныштырыусы, Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү менән шөғөлләнеүсе Бикбай Насырйәновтың әүҙемлеге хаҡында ишеткән бар ине. Ошо көндәрҙә "Аҡ тирәк" хәрәкәтен ойошторған йәмәғәтсе редакцияға үҙе килеп инде.

Ғөмүмән, кем һуң ул йә­мәғәтсе? Уның маҡсаттары нин­дәй? Бындай тормош пози­­цияһының мәғәнәһе бар­мы? “Йәмәғәтсе – ул ирекле кеше, файҙалы эштәрҙе үҙ иреге, теләге менән эшләй. Бүтән­дәрҙең именлеге, күңел тыныс­лығы өсөн шәхси ваҡытын ҡыҙғанмай, шул уҡ ваҡытта хеҙмәте өсөн бер тин алмай”, – ти Бикбай Батыр улы.

Бының кеүек битараф булмаған йөрәклеләрҙе хәҙер яңы термин менән атайбыҙ – волонтерҙар. Ирекле хеҙмәт кешенең үҫешенә һәм йәмғиәт өсөн файҙалы булыуына ина­ныусылар һаны иле­беҙҙә, шөкөр, арта бара. Бигерәк тә йәштәр араһында. Ҡайһы бер илдәрҙә волонтерлыҡты хәрби хеҙмәткә тиңләйҙәр, баҡһаң! Сит ил­дәрҙең практикаһына ҡараһаң, йәмәғәтселәр ста­тусҡа, йәшкә, белемгә, милләткә бүленмәй.

Бикбай Насирйәнов 1993 йылда уҡ "Аҡ тирәк" ойошмаһын төҙөгән. Ниңә “Аҡ тирәк”? Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы биш төп тирәк заманында Бикбай ағайҙың туған ауылы Мәхмүттең ғорурлығы була. Йылға ташҡан һайын яр ситтәре ашала барып, был тирәктәр ауып, хәҙер ауылдаштарҙың иҫтәлектәрендә генә һаҡлана.

"Аҡ тирәк" тә йыл ярым эш­ләгәндән һуң, әүҙемлеге туҡтап ҡала, сөнки ул мәлдә йәмәғәт ойошмаларының хеҙмәт тәжри­бәһе булмауы, ошо сәбәпле халыҡтың ойошмаға мөрәжәғәт итмәүе арҡаһында маҡсаттар тормошҡа ашмай. Бер нисә йылдан тотош республикала был хәрәкәткә нигеҙ һалынып, ойоштороусынан “Аҡ тирәк”те кире тергеҙеүен һо­райҙар. Ләкин төрлө сәбәп арҡаһында был эшкә яңынан ҡул бармай.
2015 йылда Бикбай Батыр улы тәү тапҡыр социаль селтәрҙә теркәлә һәм интернет мөм­кинлектәрҙең ни тиклем ҙур булыуын аңлап ҡала. Күңел төбөндә быҫҡып янған дәрт-хыялдарҙы гөрләп тормошҡа ашырырға була, тип уйлай ир.

Тыуған ауылында яңғы­ҙаҡтарҙың бигерәк күп булыуына эсе бошоп йөрөгәнлектән, иң тәүҙә “Танышайыҡ, ҡа­уы­шайыҡ, ғаилә ҡорайыҡ” төркөмөн төҙөй, ең һыҙғанып танышыу кисә­ләрен ойоштора башлай. Бөгөн ул аныҡ эштәр башҡарған команда төҙөй алған, ҡулы аҫтында республиканың төрлө районынан 19 мөхәррир эшләй. Үҙҙәренә пар табырға теләүселәр төркөмгә мөрәжәғәт итә һәм үҙе хаҡында ентекләп анкета тултыра, мәғлүмәттәр яҙып ҡалдыра. Мөхәррирҙең бурысы – холоҡ-фиғел буйынса уртаҡ тел, күсеп барыу-бармау, аралар яҡынлығы һәм башҡаһын иҫәпкә алып, гүзәл зат һәм ир-атты таныштырыу. Был төркөм аша танышып ҡауышыусы парҙар бик күп. Ғаилә йылында старт алған матур йола райондарҙың барлыҡ йәмәғәт ойошмаһы менән ғаилә форумдарын ойоштороу әле лә көньяҡ-көнсығыш райондары буйлап дауам итә. Һаулығы сикләнгән кешеләрҙе таныштырыу һәм ҡауыштырыу мәсьәләһе айы­рыу­са иғтибар үҙәгендә. Ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ағи­нәйҙәр хәрәкәте кеүек йәмәғәт ойошмаларынан тыш, район, ауыл биләмәһе хакимиәттәре, ҡо­ролтайҙары ла ихлас хуплай “Аҡ тирәк”тең эшмәкәрлеген. “Яңғыҙ йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ, ул иң тәүҙә эскелеккә килтерә. Беҙҙең ойошмаға ысын күңелдән, изге ниәттәр менән килеүсенең һәр кеменә ишек асыҡ, бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Саралар ошо хәрәкәткә ярҙам итеүселәр иҫәбенә уҙғарыла. Йәғни минең фекерҙәштәрем бар һәм был ҡыуаныслы күренеш”, – ти Бикбай Батыр улы.

"Аҡ тирәк"тең тағы бер йүнәлеше – Бөйөк Ватан һуғы­шында хәбәрһеҙ юғал­ғандарҙы эҙләп табыу. Бер нисә йыл элек Бикбай Насирйәнов хәбәрһеҙ юғалған олатаһының 1942 йылда Полтава ҡалаһы госпиталендә үлеп ҡалыуын асыҡлап, уның ҡәберен тапҡас, башҡалар ҙа ата-олатаһын эҙләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә башлай. Ир, әлбиттә, баш тартмай. Тора-бара «Бәй­ләнештә» сайтының Рәсәй буйынса «Үлемһеҙ полк» төркөмөнөң Башҡортостан филиалына етәксе була.

Илһөйәрлек, милли рух тәр­биәләүҙе өҫтөн ҡуйған шәхестең тағы бер оло хеҙмәтен телгә алып китмәү яҙыҡ булыр. Бер нисә йыл элек ул Әбйәлил районында Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһын бул­­­дырғайны. Был эштең һөҙөмтәһе булып, Асҡар ауылында сик буйы ғәскәрҙәре яугирҙәре хөрмәтенә һәйкәл асылды. Ул районда заманында ошо ғәскәрҙә хеҙмәт итеү­селәрҙең иҫәбенә башҡарылды.

Бикбай Насирйәновтың маҡ­саттары – кешеләргә ихлас күңелдән ярҙам итеү, белгәнен башҡаларға өйрәтеү, уларҙан аң-белем алыу.
Дәртле, изге хыялдар, маҡ­саттар менән янып йәшәүсе йәмәғәтсе Бикбай Насир­йәновты республиканың төрлө ойошмаһы үҙ ҡанаты аҫтына алып, баш­ланғыстарҙа аныҡлыҡ индереп, йүнәлеш биреп, дәртләндереп торһон ине.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: Юлай КӘРИМОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға