«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!



14.02.2019 Еңеүҙәрең алда булһын, һылыу!

Сая ла, ғорур ҙа, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ, оялсан да... Башҡорт ҡыҙы! Сибәрлеге, һомғол буйы менән кемдәрҙе генә һоҡландырманы, кемдәрҙе генә ғашиҡ итмәне икән ул! Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ та беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы ғорурлыҡ хисе менән телгә алырлыҡ, бөгөн дә улар маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ. Әлегә һүҙем – Ҡытайҙа үткәрелгән "Матурлыҡ илсеһе" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнашыусы Әлфинә Кашапова хаҡында.

2018 йылда ул "Һылыуҡай" республика гүзәллек бәйгеһендә еңеү яулап ҡыуанғайны. Бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡып йөрөгән ҡыҙ, уҡыуынан тыш, моделлек эше менән профессиональ рәүештә шөғөлләнә. Республика, ил, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашып өлгөрә.

"Линара Рауил ҡыҙы Таһирова етәкләп килгән "Bashkirian beauty" матурлыҡ студияһы иңдәремә ҡанат ҡуйҙы, ҙур еңеүҙәргә илтеүсе юлды ошо студияла таптым", – ти Әлфинә.

"Матурлыҡ илсеһе" халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһе 15-се тапҡыр Ҡытайҙың Маньчжурия ҡалаһында үткәрелә. Унда Рәсәйҙән, Ҡытайҙан, Монголиянан бөтәһе 60 ҡыҙ көс һынаша. Әлфинә башына эҫе самауыр ултыртҡан килеш башҡорт ҡыҙҙары бейеүен бейеп залды хайран итә. Жюри был сығышы өсөн уны "Топ талант" номинацияһында еңеүсе тип таба. Ә "Матурлыҡ илсеһе – 2018" титулына Монголия һылыуы лайыҡ була.

"Был конкурс үҙемде икенсе яҡтан асырға ярҙам итте. Миңә ышанған, минең өсөн янып-көйгән атай-әсәйем, туғандарым, дуҫ­тарымдың ышанысын аҡланым, тип уйлайым. Һәр береһенә оло рәхмәтемде еткерәм. Мине конкурсҡа әҙерләп ебәргән "Bashķirian beauty" студияһына, матди яҡтан ярҙам күрһәткәне өсөн Әлшәй районы хакимиәте башлығы Мостафин Дамир Радик улына, конкурсҡа әҙерләнгән ваҡытта төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Тәнзилә Ғәлимулла ҡыҙы Зариповаға сикһеҙ рәхмәтлемен", – тине Әлфинә.


Афарин, һылыу! Һинең менән ғорурланабыҙ. Республикабыҙ исемен тағы ла данларһың, киләсәктә тағы ла бейегерәк үрҙәргә үрләрһең, тип ышанабыҙ!






Автор: Динә ТАҺИРОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға