«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Милләт тамыры – ауылда



08.02.2019 Милләт тамыры – ауылда

Оло юл буйында ғына урынлашҡан ул Дәүләтша. Эргәһенән көн һайын булмаһа ла, аҙнаһына кәм тигәндә ике-өс үтәбеҙҙер. Заречье ауыл биләмәһенә ҡараған ауыл үткән быуаттың егерменсе йылдарында Столыпиндың аграр реформаһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Мәғлүм булыуынса, граждандар һуғышынан һуң ауыл хужалығын күтәреү, үҫтереү өсөн крәҫтиәндәргә ҡуртымға ер бирергә рөхсәт ителә. Шул осорҙа крәҫтиән ғаиләләрен яңы ергә күсереү башлана һәм улар уртаҡ хужалыҡҡа берләшә.

Был ауыл ерҙәренә Ырымбур далаларында тыуып үҫкән Әбхалиҡ Дәүләтшин тигән уҙаман ҡыҙыға. Иркен көтөүлектәргә, уңдырышлы ҡара тупраҡлы ерҙәргә, киң баҫыу-ҡырҙарға, мул һыулы йылғаларға бай төбәккә ул балалары менән төпләнергә ҡарар итә. Шулай итеп, ете йорт барлыҡҡа килә. Әбхалиҡ Дәүләтшиндың ейәне Абдулла ла олатаһы ерҙәрен үҙ итә.

Ауылға Ырымбур, Мәләүез яҡтарынан да халыҡ күсеп килә, Мораҡ, Ибрай ауылынан да шунда төпләнеүселәр була. Дәүләтша ауылы тәүге ревизия материалдары буйынса Әбхалиҡ (ауылға нигеҙ һалған ҡарт) исеме менән теркәлгән. Бөгөн 12 өйҙә 24 кеше йәшәй, рәсми иҫәптә 54 кеше тора, мәктәп йәшендәге балалар һаны – биш, пенсия йәшендәгеләр – алты. Бөтә йортҡа ла “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрелгән. Эшкә яраҡлылар райондағы ойошмаларҙа, хужалыҡтарҙа тир түгә, ситкә йөрөп эшләгәндәр ҙә бар, ауыл халҡы башлыса шәхси хужалыҡ, мал-тыуар иҫәбенә көн итә.

Әлеге мәҡәлә геройҙары ла ауылды тотоп торған дан ғаиләләрҙең береһе – Ихсановтар.

Ғаилә башлығы Илдус Зәки улы үҙе ошо ауылдыҡы. Зилә апай – Сәлихтән. Илдус ағай халҡыбыҙҙағы күркәм йола – төпсөк ир баланың атай нигеҙендә төпләнергә тейеш тигән ҡанунын теүәл үтәй: ауыл бәләкәй, йәштәргә, балаларға әллә ни шарттар булмаһа ла, ошонда ҡалырға ҡарар итә. Өйләнешеп, төп йортта бер аҙ йәшәгәндән һуң, күрше генә урынға өй һалып сығалар.

Илдус ағайҙың ата-әсәһе лә ябай эшселәр була. Атаһы Зәки бабай көтөү көтһә, әсәһе колхозда төрлө эштә йөрөгән.

Зилә апайҙың әсәһе Шәмсиә Шәйәхмәт ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡытыусы булып эшләгән, атаһы Камил – ағас оҫтаһы ла, умартасы ла.
Зилә апай тәүҙә бер-бер артлы тиерлек тыуған ҡыҙҙарын ҡарап өйҙә ултыра. Оло ҡыҙҙары Динара Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Кейәүе Рөстәм Мозафаров менән әлеге көндә Мәсетле районында торалар. Рөстәм һөнәре буйынса табип, Мәсетлегә лә улар “Ауыл табибы” программаһы буйынса киткән.

Уртансы ҡыҙҙары Зарина ла, төпсөктәре Эльмира ла һаулыҡ һаҡлау өлкәһен һайлаған. Зарина Салауат медицина колледжында һуңғы курста уҡый, Эльмира – медицина университетында. Ихсанов­тарҙың ҡыҙҙары мәктәпте көмөш, алтын миҙалға тамамлаған.

– Беренсе кластан Воскресенкаға йөрөтөп уҡыттыҡ. Мәктәп көслө, һүҙ ҙә юҡ. Иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртынан сығып китерҙәр ине өйҙән, ҡайтып ингәнсе кис етә яҙа. Мәктәптәге түңәрәктәргә, кисәләргә аталары йөрөттө. Рус балалары араһында уҡығанғамы, ике телде лә яҡшы беләләр. Аллаға шөкөр, өс ҡыҙыбыҙ ҙа уҡыу алдынғылары булды, өсөнһө лә теләгән ерҙәренә уҡырға инде, – ҡыҙҙарының бала сағын әсә кеше тәмләп һөйләй.

Заманында, балалар бәләкәй саҡта, Зилә Камил ҡыҙы, эш, балалар баҡсаһы, мәктәп юҡ, тип ауылды ташлап китке килгән саҡтар ҙа булғылай торғайны, ти.

Шулай ҙа ергә ереккән, береккән ғаилә йүнен таба.

– Әйләнгән һайын Мораҡҡа ла йөрөп булмай, йә сәйең бөтөп китә, йә тоҙоң, йә порошогың. Артыҡ әллә ни уйлап та торманыҡ, ауыл халҡына ла еңел булыр, һатыу мәшәҡәте лә булмаҫ тип, магазин асып ебәрҙек. Халыҡҡа нимә кәрәк – шуны алып ҡайтабыҙ. Өй эргәһендә киоск төҙөп ултырттыҡ, – ти Ихсановтар.

Улар шәхси хужалыҡтарын да, эшҡыуарлыҡ менән бер рәттән, матур алып бара: мал да тота, ҡош-ҡорт та үрсетә, баҡсаһын да сәсә.

Атанан күргән – уҡ юнған тигәндәй, Илдус ағай ҙа атаһы һымаҡ, эштән ҡурҡмай, ниндәй генә эшкә ҡушһалар ҙа, еренә еткереп эшләп өйрәнгән. Әрменән йөрөп ҡайтҡас, туҡһан алтынсы йылдың көҙөнә тиклем колхозда эшләй, унан инде Воскресенка ауыл почта бүлексәһенә начальник итеп тәғәйенләнә. Был вазифала 2004 йылға тиклем эшләй. Аҙаҡ шәхси хужалыҡтарын нығытып, малды ишәйтәләр, трактор, пресслап бесән йыйғыс алып ебәрәләр. Техника булғас, мал аҙығы әҙерләү ҙә еңелгә төшә, ауылдаштарына ла бесән сабып ярҙам итергә өлгөрә Илдус ағай.

– Ауылда йәшәп тә мал тотмаһаң, әллә нисек бит. Бала саҡтан өйрәнелгән. Атай-әсәйҙәребеҙ ишле мал аҫраны, баҡса-баҡса итеп картуфын да үҫтерҙе, һөттө эш итеп, ағын да һатты. Бына шул тәрбиә беҙгә лә һалынған. Эшһеҙ тора алмайбыҙ, – ти улар.

Егәрле хужалар өйҙәрендә бөтә уңайлы шартты ла булдырған. Һыуы ла ағып тора, керен дә ҡул менән йыумайҙар, һыуын да сығарып түкмәйҙәр.

Өй алдындағы емеш баҡсаһы мул уңыш бирә. Ҡарағат, ҡурай еләге, сейә, алма, хатта өрөк емеше лә үҫә.

Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тигәндәй, Зилә апай ҡыҙҙары менән емеш-еләктән тәмле-тәмле ҡайнатмаларын ҡайнатып, салат-ҡабымлыҡтарын эшләп, йәшелсәләрен тоҙлап, ҡышҡылыҡҡа һый-ниғмәттәрен хәстәрләп ҡуйған. Әйткәндәй, уларҙың өйөнән кеше өҙөлмәй. Юлайҡан ғына юлсылар инһенме, туған-тыумасалары һуғылһынмы, дуҫтары килһенме – һәр ваҡыт асыҡ ишек, яҡты сырай, өҫтәл тулы – һый-ниғмәт.

Ихсановтар һымаҡ уңғандар, егәрле еңгә-апайҙар булғанда, ауылдан ҡот китмәҫ, ауыл уты ла һүнмәҫ, милләтебеҙҙең тамыры ла ҡоромаҫ.



Автор: Айгөл АЙЫТҠОЛОВА
Фото: Автор фотоһы



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға