«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (7-13 ғинуар)



08.01.2019 Йондоҙнамә (7-13 ғинуар)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һеҙҙе бер аҙ ҡатмарлы һәм икеле осор көтә. Ҡайһы бер алданыраҡ ҡорған маҡсаттарығыҙҙан баш тартырға ла тура килер, ахыры. Кесе йомала ниндәйҙер һынау аша ла үтерһегеҙ кеүек. Аҙна аҙағы һәйбәтерәк көтөлә.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала бәғзеләр күңелдәренә оҡшамаған эш менән булышыр, моғайын. Шаршамбыла кешеләрҙе артыҡ өмөтләндермәгеҙ, юғиһә уңай­һыҙ хәлгә ҡалыуығыҙ бар. Иң яҡшы көнөгөҙ – шәмбе.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында ғаилә мәсьәләләре беренсе урынға сығыр. Күптәр йорт-хужалыҡ эштәре менән әүҙем һәм файҙалы булышыр. Йомала һағыраҡ булығыҙ, ашығып, эште боҙоуығыҙ ихтимал.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Матди хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Аҡса даими килеп торор. Шулай ҙа ошоға бәйле мәшәҡәттәр ҙә артыр. Кесе йомала ниндәйҙер юғалтыу кисереүегеҙ мөмкин, ул әллә ни ҙур хәүеф килтермәҫ.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна башы бигүк тыныс булырға оҡшамай. Ниндәйҙер бик ашығыс эш килеп сығыр һымаҡ. Ул туғандарығыҙ менән бәйле булыр. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – йома һәм шәмбе. Был мәлдә бүләк алыуығыҙ бар.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор мәшәҡәтле һәм көсөргәнешле көтөлә. Дүшәмбе һәм шишәмбелә ваҡыт етмәүе ныҡ ҡамасаулар. Кесе йомала күберәк башҡаларҙы тыңларға һәм фекер төйнәргә кәңәш ителә. Ғөмүмән, аҙна менән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Шишәмбелә ниндәйҙер көтөлмәгән хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Хәйер, улар һеҙгә осо менән генә тейеп китер. Был арала ниндәйҙер борсоулы мәсьәләне тулыһынса хәл итә алырһығыҙ. Күңелегеҙ бер аҙ тынысланыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна бер аҙ мәшәҡәтлерәк башланыр. Шишәмбелә төп эшегеҙҙә ҡытыршылыҡтар килеп сығыр. Кесе йомала тәжрибәле кешенең кәңәшенә ҡолаҡ һалһағыҙ, сетерекле хәлдән еңел генә ҡотолорһоғоҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала әллә ни ҙур уңыштарға өмөт итмәгеҙ. Икенсе яҡтан, кире ваҡиғалар ҙа булмаясаҡ. Аҙна барышында кешеләр менән аралашҡанда артыҡ асылмағыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Иң мөһим ваҡиғалар йортоғоҙ һәм ғаиләгеҙгә ҡағылыр. Аҙна барышында шәхси тормошоғоҙҙа ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр булыр. Йомала бүләк, аҡса алырһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Был аҙнала бөтә үҙгәреш тә һеҙҙең файҙаға булыр. Шәхси тормошоғоҙҙағы ваҡиғаларҙы ашыҡтырмаҫҡа ҡушыла. Уларҙың үҙ яйы менән барыуы хәйерлерәк. Шаршамбылағы хәлдәрҙең генә бер аҙ аптыратыуы мөмкин.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна кәйефегеҙҙең үтә үҙгәреүсән булыуы менән айырылып торор. Был хәл эштәрегеҙгә һәр саҡ ҡамасаулар. Шуға күрә ниндәйҙер етди уңыштарға өмөтләнмәгеҙ.



Автор: Өмөтбай
Фото: Редакция архивынан



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға