«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ниндәй түшәм һайларға?



08.01.2019 Ниндәй түшәм һайларға?

ПВХ пленканан тарттырылған түшәмдәр (натяжной потолок) хәҙер бик популяр. Фатирына ремонт эшләгән кеше ялтыр (глянцевый) япма ҡуйҙырырғамы әллә тоноғон (матовый) ҡуйырғамы, тип аптырап ҡала.
- Уларҙың өҫтөнлөктәрен ҡарап үтәйек.
- Ялтырауыҡ түшәм бинаны ҡарап тороуға ҙурыраҡ, түшәмде бейегерәк итеп күрһәтә. Интерьерға матур ялтырауыҡ бирә. Тиҙ йыуыла. Уға теләһә ниндәй рәсем төшөрөргә була.
- Кире яҡтары: көҙгө кеүек мебелдә нимә бар, шуны күрһәтеп торасаҡ. Артыҡ ҙур бүлмәгә был вариант отошло түгел.
- Тоноҡ түшәм теләһә ниндәй интерьерға бара, иғтибарҙы артыҡ йәлеп итмәй. Ваҡыт үтеү менән төҫөн үҙгәртмәй.
- Кире яҡтары: асыҡ төҫтәрҙең булмауы. Киңлекте ҙурайтып күрһәтмәй. Гел һөртөп, ҡарап торорға кәрәк.
- Тарттырылған түшәмдәр менән һаҡ ҡыланыр­ға кәрәк, ослораҡ әйбер тейһә, тиҙ генә йыртылып бара. Әммә тигеҙ булмаған түбәгә ПВХ япма ҡуйҙырыуҙан да идеаль вариант юҡ.



Автор: З.Йәһүҙина
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға