«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һаҡсыл булғың килһә...



11.12.2018 Һаҡсыл булғың килһә...

Һаҡсыл булғың килһә, түбәндәге кәңәштәрҙе иҫеңдә тот.

1. Дөрөҫ туҡланыу. Ваҡы­тығыҙ юҡлыҡҡа һылтанып, магазиндағы ярымфабрикаттарҙы алырға ашыҡмағыҙ. Өйҙә бешеренергә тырышығыҙ. Арзанға ла төшә, үҙең әҙерләгән сифатлы ла, тәмле лә. Мәҫәлән, бер килограмм әҙер билмән һатып алғансы, ит һатып алып, уны үткәрегеҙ. Әллә күпме билмән эшләп, һыуытҡыста һаҡларға була. Һатып алынған ризыҡ бәрәкәтле лә түгел. Ял көндәрендә ҡамыр әҙерләп, туңдырып ҡуйһағыҙ, көн дә уны алып, төрлө эслек менән бәлеш бешерергә мөмкин.

2. Алдан төҙөлгән меню. Кәрәккәнен дә, кәрәкмәгәнен дә һатып алырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Берәй кибеттә акция булғанын күреп ҡалһаҡ, был әйбер арзан­ға һатыла бит тип, кәрәкмәһә лә, алырға тырышабыҙ. Менюны алдан төҙөп, эш хаҡы алғас та аҙыҡ-түлек менән һыуытҡысығыҙҙы тултырып ҡуйығыҙ. Исемлек буйынса ғына алғас, баҙарға йәки магазинға барһағыҙ, кәрәкмәгән әйберҙе алмаясаҡһығыҙ ҙа.

3. Магазинда карта менән түгел, купюралар менән иҫәпләшегеҙ. Карталағы сумманың әҙәйеүе һатып алыусыға һиҙелмәй.

4. Ас килеш магазинға инмәгеҙ. Тамағы ас булғанда кеше барыһын да һатып алырға әҙер.

5. Берәй матур әйбер күрҙегеҙ ҙә, һатып алғығыҙ килде икән, уйланығыҙ. Кәрәкме ул һеҙгә? Әллә был айҙа башҡа мөһимерәк сығымдарығыҙ бармы?

6. Иғтибарлы булығыҙ. Ҡиммәтле әйбер магазин кәштәләрендә кешегә күренеп торған урынға ҡуйыла. Арзан әйберҙәр – аҫҡы кәштәгә.

7. Эш хаҡы алыу менән кибеткә ашыҡмағыҙ. Аванс алғанға тиклем карта иҫәбегеҙҙә аҙыраҡ аҡса ҡалһын. Аҡсаға аҡса йыйыла.





Автор: З.Йәһүҙина
Фото: Shutterstock


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға