«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡасан тоҙ һалырға?



28.11.2018 Ҡасан тоҙ һалырға?

✔Оҫта хужабикәләр ашты ит бешеп сығыуға тоҙлай. Иртәрәк тоҙлаһаң, аш оҙағыраҡ бешә һәм тәме булмай. Артыҡ һуң тоҙ һалырға ла ярамай. Ит һурпаһына ите бешергә ярты сәғәт ҡалғас, балыҡ һурпаһына бешерә башлағанда уҡ, бәшмәк ашына аҙаҡтан тоҙ һалырға кәрәк.


✔Аштың туртаһын йыйып алыр алдынан ҡайнап торған һурпаға бер стакан һалҡын һыу өҫтәгеҙ. Шулай итһәгеҙ, барлыҡ күбеге өҫкә сығып бөтә, һурпа таҙара, матур төҫкә инә.

✔Тауыҡты бешерергә һалғанда һурпаһына кишер һәм һуғандан башҡа тәмләткестәр өҫтәп һалырға кәңәш ителмәй. Сөнки улар аштың тәмен боҙа. Ә кәбеҫтәне бешергәндә, һыуға тоҙ һалғандан һуң ғына йәшелсәне төшөрөргә кәрәк. Әйткәндәй, кәбеҫтәнең өҫтөнә ҡапҡас япмаҫҡа ҡушалар. Бешеп етәрәк саҡ ҡына аш һеркәһе һәм шәкәр өҫтәһәң, тәме бөтөнләй икенсе була.

✔Кәтлит ҡыҙҙырғанда күпме тоҙ һалырға һуң? Бер килограмм фаршҡа ике балғалаҡ тоҙ етә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға