«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Батшалар йәйәү йөрөй торған ер



19.11.2018 Батшалар йәйәү йөрөй торған ер

Батшалар йәйәү йөрөй торған ер
19 ноябрь – Бөтә донъя бәҙрәф көнө

Бөтә донъя халҡын бер туғандай берләштергән әйбер­ҙең көнө етеп килә, йәмәғәт! Эйе, тап бәҙрәфте күҙ уңында тотам. Кесе һәм оло хәжәтте үтәү – һәр кем өсөн талап ителгән, тик асыҡлыҡты яратмаған интим процесс ул.

«Рәсәй кешеһе бер ҡасан да, бәҙрәф ҡайҙа, тип һорамай, сөнки ул ҡайҙа – бәҙрәф шунда!» тигән шаяртыуҙы кем уйлап сығарғандыр, беҙҙә элек-электән әлеге ағас бәҙрәфтәргә оҡшаған ҡоролмалар менән файҙаланғандар. Йыуып төшөрөү өсөн һыу канализацияһы менән йыһазландырыл­ған тәүге бәҙрәф Рәсәйҙә кенәз Меншиковтың йортонда барлыҡҡа килгән.
Донъялағы иң боронғо бәҙрәф Пакстанда урынлашҡан, тиҙәр. Мохенджо-Даро ҡәл­ғәһендәге канализацияға – 4,5 мең йыл. Бындай уңайлыҡтар Ҡытайҙа, Мысырҙа һәм Боронғо Римдә табылған. Йыуып төшөргән тәүге бәҙрәфте Крит утрауында уйлап тапҡандар, баҡһаң.
Боронғо Римдә йәмәғәт санузелдары байҙарҙың ярат­ҡан урыны булған. Бында хәлле кешеләр бер-береһе менән аралашҡан, хатта килешеүҙәр төҙөгән. Император Веспасиан йәмәғәт бәҙрәфтәрен түләүле иткәс, улы атаһын шелтәләй. Батша, аҡсаның еҫе булмай, тип яуап ҡайтара һәм был афоризм беҙҙең көндәргә тиклем килеп етә.
Ә бына алдынғы һаналған Европала XVII быуатта бәҙрәф халыҡтың төшөнә лә инмәгән. Ғөмүмән, уларҙа шәхси гигиена күп проблема тыуҙырған. Матур­лығына күптәр таң ҡалған Версаль һарайында (Франция), мәҫәлән, бәҙрәфтәр бөтөнләй булмаған! Ә буш бүлмәләрҙең күплеге – һарай­ҙағы монархтар шунда инеп, ауыр ҡорғандар артына йәшенеп йомошон йомошлаған да инде. Төнгө көршәктәргә ихтыяж ҙур була, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус бурдалю тигән һауыт уйлап табыла. Тора-бара Версалдә һауа тын алғыһыҙ була башлай. Һәм король, был хәлдән сығыу өсөн, һәр кемгә көн һайын күп итеп хушбуй һөртөп йөрөргә, тигән указ сығара. Тик яңы закондың файҙаһы, ай-һай, булдымы икән? Туристар әйтеүенсә, һарай төпкөлдәренән һаман да ауыр еҫ аңҡыған кеүек. Француздар киң ҡырлы эшләпәне тәҙрә аша түгелгән төнгө көршәктәрҙән һаҡланыу өсөн уйлап тапҡан да инде. Бына һиңә, маҡтаулы Париж! Власть халыҡты был алама ғәҙәттән бер нисек тә арындыра алмаған, хатта закон менән тыйыу ҙа ярҙам итмәгән. Кеше тиҙәгенә баҫып бысранмау өсөн француздар махсус аяҡ кейемен дә уйлап табырға мәжбүр булған.
Әйткәндәй, Францияла бер быуат элек барлыҡҡа килгән йәмәғәт бәҙрәфе хәҙер сәнғәт өлгөһө булып хеҙмәт итә. Урамдағы арт-объектты ысын бәҙрәф менән бутап, кабинаға инеп китеүсе туристарҙы полиция һағалап ҡына тора, ти.
Япондарҙың бәҙрәф тарихына күҙ һалғанда, борон улар хәжәтен ҡыйлыҡҡа үтәү йолаһын тотҡан. Тиҙҙән ҙур ҡалаларҙа махсус урын уйлап табыу мәсьәләһе тыуа. Бының өсөн соҡор ҡаҙыла, унда йылғанан һыу килә һәм бысраҡты йылғаға кире алып китә. Ғөмүмән, япондар, фекалийҙар балыҡ үҫеше өсөн файҙалы, тип иҫәпләгәнгә күрә бәҙрәфте һыу өҫтөнә төҙөгән. Каналдар аша һалынған күпер­ҙәрҙә бындай бәләкәй будкалар егерменсе быуаттың 50-се йылдарына тиклем булған. Йорттарҙа күмер йәки көл һалынған махсус ағас пенал­дар­ға хәжәт үтәгәндәр. Бөгөн иһә унитаз уйлап табыу буйынса ер йөҙөндә япондарға етеүсе юҡ. Уларҙың аҡыллы ҡапҡаслы, йылытыусы унитаздарында йыуыу һәм киптереү системалары бар, шулай уҡ бәүелдәге холестерин күләмен һанап сығарыу­сы махсус ҡорамал да. Ә унитаз багы уңайһыҙ тауыштарҙы баҫыу өсөн үҙең һайлаған тауыштар менән һайрай – ул динамик менән йыһазландырылған. Тәү тапҡыр бындай уңайлыҡтарға килеп ингән кешегә йыһанға осоусы кабина кеүек тойолалыр, билләһи.
Ислам диненә килгәндә, беҙҙә тотош хәжәт үтәү әҙәбе бар. Шәриғәт ҡануны ҡушыуынса, бәҙрәфкә һул аяҡ менән инергә, ә сыҡҡанда – уң аяҡ менән, тигәнгә ҡарағанда, беҙҙә махсус урындар борондан уҡ ҡаралған. Бәҙрәф – иң бысраҡ, ен-шайтандар эйәләй торған урын булғанға күрә бында һаҡланыу өсөн доғалар ҙа бар. Шулай уҡ бындай ергә Ҡөрьән, Алла һүҙе яҙылған әйберҙәр менән инеү тыйыл­ған. Зыярат тирәһендә, мунсала, юлда, емеш ағастары эргәһендә, аҡмай ятҡан һыуға һәм һыу сығанаҡтары янында бәүел итергә ярамай, һул ҡул ярҙамында истинйә һәм истижмәр ҡылына. Бәҙрәфкә ҡомған тотоп йөрөү мосолмандарҙың ғәҙәтенә һеңгән. Оло йомошто ла, кесеһен дә ултырып үтәү хуплана. Беҙҙең мәҙәниәтте белмәгән кешеләр өсөн бындай ҡағиҙәләр ҡатмарлы тойола, күрәһең.
Әйткәндәй, исламдағы ише хәжәт үтәү ҡануны дзен монастыр­ҙарында ла бар. Монахтар бәҙрәфте сакраль урын тип һанай һәм унда барғанда күп ритуал үтәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға