«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Рулдә икәнһең, юл ҡағиҙәләрен дә һанла



01.11.2018 Рулдә икәнһең, юл ҡағиҙәләрен дә һанла

Рулдә икәнһең, юл ҡағиҙәләрен дә һанла
Машинала китеп барғанда Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре туҡтатһа, барыбер шикләнеп ҡарайбыҙ. Бөтәбеҙҙең дә башынан: “Ниндәй ҡағиҙә боҙҙом икән?” – тигән уй үтә. Тәжрибәһеҙ водителдәр был мәлдә айырыуса юғалып ҡала.
Ҡағиҙә боҙмаған осраҡта закон нигеҙендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре документтар­ҙы тикшереү һәм башҡа маҡсаттар­ҙа автомобилде бары юл-патруль постарында ғына туҡтата ала. Ниндәйҙер рейд булһа, тупаҫ ҡағиҙә боҙғанда, оператив эҙләү сараларында ҡала эсендә лә туҡтатыуҙары мөмкин. Һеҙҙе туҡтат­ҡанда ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән нисек һөйләшергә?
Шуны хәтерегеҙҙән сығармағыҙ: руль артында ултырғанда һеҙҙең өсөн төп ҡағиҙә – документтарығыҙҙың теүәл булыуы, юл ҡағиҙәләрен үтәү. Инспектор менән һөйләшкәндә лә шул ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ. “Полиция тураһында”ғы федераль закон нигеҙендә машинаны туҡтат­ҡас, инспектор үҙе менән таныштырырға, туҡтатыу сәбәбен аңлатырға бурыслы. Машина йөрөтөүсе нигеҙһеҙ туҡтатыу­ҙарын дәлилләргә тейеш түгел. Әммә һәр граждандың үҙ хоҡуҡтарын яҡларға хаҡы бар. Бәхәсле осраҡтарҙа видеоға яҙҙырырға мөмкин. Был хоҡуҡ нормаларын боҙоуға инмәй. Документтарҙы тикшергәндә автомобилдән сығыу мәжбүри түгел. Әммә протокол төҙөгәндә машинаны ҡалдырырға тура киләсәк. Ҡараңғыла трассала, урман буйында туҡтатһалар, автомобилде һүндерергә ярамай.
Күптәр, документтарҙы инспекторға тапшырырға яраймы, тип тә ҡыҙыҡһына. Алыҫтан документ күрһәтеү ҡағиҙәне боҙа. Инс­пекторға документтарҙың ысын булыуын белеү өсөн ентекләп тикшереү кәрәк. Документтарҙы ЮХХДИ инспекцияһы тикшергәнсе уның үҙенең дә документын һорау ҡамасауламаҫ. Ул шәхесен раҫлаған таныҡлыҡты ғына күрһәтергә хаҡлы. Ғәйебегеҙ бар икән, барыһы ла аңлашыла – протокол тултырасаҡтар, юл йөрөү ҡағиҙә­һен боҙған өсөн штраф та түләргә тура киләсәк. Бында инде бәхәскә инеү, аҡланыу файҙаһыҙ. Янғын һүндереү яйланмаһы, аптечка өсөн дә штрафты улар һалмай. Был әйберҙәр техник тикшереү (техосмотр) үткәндә генә һорала. Шулай ҙа инспектор ниндәйҙер сәбәп арҡаһында багажникты астыра икән, был ваҡытта ике понятой (шаһит) булырға тейеш һәм әлеге процесты видеоға төшөрөү мәжбүри. Инспектор хеҙмәттәштәрен саҡыра алмай. Ҡайһы саҡта улар капотты асып ҡарап, двигатель номерын да тикшерә ала.
Иҫерек водителдәр – юлдарҙа иң ҡурҡыныс хәүеф тыуҙырыусылар. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, әгәр машина йөрөтөүселәрҙең спиртлы эсемлектәр ҡулланыуына шик тыуһа, махсус көпшәгә өрҙөрөүе лә мөмкин. Ныҡ иҫерек булһағыҙ, медицина тикшереүенә лә ебәрәләр. Унан баш тартһағыҙ, яза ҡаты – машина йөрөтөү танытмаһынан мәхрүм итәсәктәр. Водител­дәрҙең иғтибарһыҙ булыуынан файҙаланып, медицина тикшереүенән баш тартам, тип яҙылған документҡа ла ҡул ҡуйҙырыуҙары мөмкин. Медицина тикшеренеүе үтергә ризалашҡанһығыҙ икән, инспектор уның тәртиптәрен аңлатырға тейеш. Бер литрға тура килгән алкоголь күрһәткесе 0,16 миллиграмдан артмаһа, кеше айыҡ тип һанала. Иҫерек булыуығыҙ асыҡланған хәлдә һеҙгә, 30 мең һум күләмендә штраф һәм 18 –24 айға машина йөрөтөү таныҡлығынан мәхрүм ителеү ҡаралған.
Эләктерелмәгән ҡайыш өсөн дә штраф һалалар. Тәжрибәле водитель ҡайышты инспекторҙың күҙ алдында ысҡындырырға кәрәклеген яҡшы белә. Ҡайышығыҙҙы эләктермәй килеүегеҙҙә ғәйепләһә, уның дәлилдәре булырға тейеш.
Автомобилдәге мөһим документтар – машина йөрөтөү таныҡлығы, транспорттың теркәлеү тураһындағы таныҡлығы, ОСАГО полисы һәр ваҡыт үҙегеҙ менән булырға тейеш.
Таксиҙа йөрөүселәргә – пассажирҙар, йөк ташығандарға йөк ташыуға рөхсәт ҡағыҙын онотмаҫҡа кәңәш ителә.
Әгәр ҙә юл хәрәкәте именлеге инспекторының үҙен тотошонан ҡәнәғәт булмаһағыҙ, ул вазифаларын тейешенсә үтәмәй тип һанағанда, ЮХХДИ хеҙмәтенең “ҡыҙыу линияһы”на шылтыратығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға