«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Миңә "Мостай ене" ҡағылған



24.10.2018 Миңә "Мостай ене" ҡағылған

Һин һәр ваҡыт минең
яҙмышымда:
Ил-тел тиеп янһам – яуҙашһың,
Аҡлыҡ – хаҡлыҡ тип көрәшкәндә –
Аяу белмәй торған дауҙашһың.
Табындарҙа – бергә
ултырҙашһың,
Һил саҡтарҙа – яҡын серҙәшһең.
Бына инде һиңә йөҙ тула,
Ә ҡорҙашһың миңә, тиңдәшһең.
Нур сәсеүсе ай ҙа, ҡояш та һин,
Мәңге тере лә һин, гел йәш һин.


Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мостай Кәрим үҙенең әҫәрҙәре менән – шиғыр йәки проза, йәиһә драма булһынмы ул – һәр ҡайһыһы аша уҡыусыларына йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Шәхсән үҙемә килгәндә, бер ниндәй икеләнеүһеҙ әйтә алам: мин оло әҙиптең шиғыр­ҙарына һалынған хис-тойғолар тәьҫире аҫтында йәшәнем, артабан да шулай булыр һымаҡ. Уның ижады, бигерәк тә шиғриәте, ҡоромаҫ шишмә кеүек, мине һәр ваҡыт оҙата килә. Һис арттырыу­һыҙ әйтәм: Мостай Кәримдең йөҙгә яҡын шиғырын яттан беләм, шағир булмаһам да, шиғриәткә, айырыуса бөйөк шағирҙың поэзияһына мөкиббән ғашиҡ затмын.
Үҙегеҙ беләһегеҙ, йырҙа әйтелгәнсә, "тормош юлдары ҡатмарлы". Уның һөйөнөстәре менән көйөнөстәре йәнәшә йөрөй, һағындырып көтөп алған мәлдәре була, бер көнөнөң йылдай оҙон саҡтары ла осрай, йәйге томралағы эҫелеге, ҡышҡы селләләгеләй дерелдәтеп өшөтөүҙәре лә, сабый ихласлығы менән һоҡландырған минуттары ла, диуана хәленә төшөрөп әрнетеүҙәре лә – һәммәһе лә бар. Беҙ тыуғанбыҙ, йәшәйбеҙ, һәр ҡайһыбыҙ үҙ урынында төрлө вазифа йөкләмәләрен үтәй, хеҙмәт итә, уңыштарға өлгәшә, ижад утында яна, бәғзеләребеҙ Хоҙай Тәғәлә ҡушҡанса ғүмер итә. Үҙем дүрт тиҫтә йыл мәғариф өлкәһендә эшләнем – ауыл уҡытыусыһымын, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. Әле хаҡлы ялдамын, мәгәр бар ғүмереңде бағышлаған эште тиҙ генә оноторлоҡ түгел.
... Ауыл уҡытыусыһының хәле, үҙегеҙгә мәғлүм, бик үҙенсәлекле. Төшкә тиклем ул мәктәптә – интеллигент, төштән һуң шәхси хужалыҡта бил бөгә – малсы, ҡатын-ҡыҙҙар – һауынсы. Хеҙмәт юлымдың байтаҡ йылы совет дәүеренә, КПСС-тың рулдә торған сағына тура килде. Шулай булғас, йәшерәк саҡтарҙа мин агитатор, пропагандист ҡына түгел, ауыл сәхнәһендә – артист, байрамдарҙа клуб трибунаһынан төшмәҫ лектор ҙа булдым. Эйе, йәшәлгән икән... Шул йылдарҙың иҫтәлеге булып партияның Учалы ҡала комитеты бүләк иткән Лениндың бәләкәй генә бюсы китап кәштәһендә тора. Ейәнем Искәндәр, бәләкәйерәк саҡта: "Был бабайҙан ҡурҡам. Уның аяғы ҡайҙа, ниңә итек кеймәгән?" – тип йөҙәтә торғайны. Ул ошо аяҡһыҙ ҡарттың ғүмеремдең бер мәле икәнлеген, әлбиттә, аңламай ине. Мостай Кәрим тураһында ла хәбәрҙар түгел...
Тормош үҙ яйы менән аға: һанап бөткөһөҙ саралар – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө, Яңы йыл, Еңеү байрамы, Республика көнө, дини, профессиональ байрамдар, юбилейҙар, туйҙар, осрашыуҙар һәм башҡа тантаналар булып тора. Эш буйынса ла байтаҡ сарала ҡатнаштым: методик берекмә ултырыштары, ғилми-ғәмәли конференциялар (Өфөлә, Красноусолда, Мораҡта, Сибайҙа булдым), методик ярҙам буйынса командировкалар (Ҡурған, Силәбе мәктәптәре). Һәр бер сараны йәмләп, йәнләндереп ебәреү өсөн "йомро", урынлы, үтемле һүҙ кәрәк. Ғәҙәттә:
– Әйҙә, Салауат, һин дә бер кәлимә әйт инде, – тиҙәр.
Нимә әйтергә? Ҡалыплашҡан ҡотлау һүҙҙәренме? Рәхим итегеҙ:
– Мин барығыҙҙы ла байрам менән ихлас ҡотлайым, һеҙгә һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем!
Юҡ, былай булмай! Мин баҙап ҡалам. Шул саҡ ярҙамға Мостай Кәрим ғәли йәнәптәре "үҙе килә". Етди булып та, уйсан булып та, шаян булып та! Һәм мин уның шиғри гәүһәрҙәрен ятлайым. Юҡ, көсәнеп түгел. Күңел үҙе теләй, булмыш талап итә. Күңелем торошо Мостай Кәримдең шиғри ижады менән үҙенән-үҙе көйләнә.
Бына, мәҫәлән, 8 Март. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Иң ғәзиздәребеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙгә йылы, матур һүҙҙәр кәрәк. Табынға йыйылғанбыҙ. Улар көтә. Араларында һөйөклө ҡатыным да бар. Күңелемдән шиғри тулҡын урғыла... Яҙҙың тәүге байрамы, һөйөү, татлы хистәр, ҡатын-ҡыҙҙар тураһында. "Һин минең ярты яҙмышым", "Аҡ ҡайынды ҡосоп илай Мәрйәм", "Ҡатындарға ирҙәр сәскәләрҙе...", "Һауалағы бөркөт һымаҡ..." – был шиғырҙар табынығыҙға таман булыр, тигән Мостай Кәрим. Мин уларҙы яттан һөйләйем. Күңел йыуанысы башлана: ул рәхәтләнә, кинәнә, тыныс­лана. Башҡаларҙың да кәйефе көр. Әммә былар – йәшерәк саҡта ятлан­ған шиғырҙар. Хәҙер бит етмеште тураҡлай башланым, олоғаям. Ҡатын-ҡыҙҙар тураһында икенсерәк шиғырҙар менән өндәшергә кәрәк түгелме? Эҙләнәм, табам. Бөйөк Мостайҙың башҡа шиғырҙарына көйләнәм: "Тау битендә ҡыҙҙар бейей", "Кистән дауыл ҡупты...", "Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә", "Ярһыу Танып буйҙарында..." һ.б. Ярһыу Танып тигәндәй, был шиғырҙарҙағы Танып йылғаһы исемен үҙебеҙҙең Шәгәр менән алмаштырам. Берәү ҙә быны хилафлыҡҡа һанамай. Былай эшләү беҙҙе тыуған төйәгебеҙгә яҡынайта ғына төшә, телмәр­ҙең бәҫен күтәрә. Йәиһә "Һауалағы бөркөт һымаҡ..." тигән шиғырҙа "мөхәббәт" һүҙен ҡатынымдың исеме менән алмаштырып ҡуям да:
Һауалағы бөркөт һымаҡ
Ғорур инем, йәш инем.
Бар донъяға баш бирмәнем,
Зәнифәмә баш эйҙем, – тип уҡыйым.
Шул рәүешле, икенсе, өсөнсө строфаларҙа ла, ритм һәм рифмаға хилафлыҡ килтермәй, кәләште ҡыҫтырып ебәрәм. Берәү ҙә тырнаҡ аҫтынан кер эҙләмәй. Хатта сәпәкәй итәләр. Ә ҡайһы берәүҙәр, ҡулына китап тотоп та ҡарамаусылар: "Шиғырың ҡалай шәп!" – ти. Диуана, мин диуана шул һүҙҙәргә ҡыуанам: Мостай Кәрим тағы ла кемдеңдер күңелен арбаны! Бына шулай, тормошомдоң төрлө сағында, байрамдарҙа һәм эш йыйылыштарында ла Мостай Кәрим мине ташламай. Хәйер, буш һүҙ булмаһын, ике-өс миҫал килтереп үтәйем.
Байтаҡ йылдар элек Учалы ҡалаһының мәҙәниәт һарайында шағирә һәм прозаик Шәүлиә Зөлҡәрнәеваның юбилей кисәһе үтте. Зал шығырым тулы. Телмәрҙәр, ҡотлауҙар... "Үҙемә әйткән һүҙ" менән мин дә сығыш яһаным. Халыҡҡа оҡшаны. Кисәнән һуң бер апай эҙләп тапты ла: "Ҡустыҡайым, шиғырың бик оҡшаны, рәхмәт! Күсереп алырға ине үҙен", – ти. "Рәхим итегеҙ!" – тим һәм шиғырҙың адресын бирәм, Мостай Кәримдең китабына ишаралайым...
Йәиһә алыҫ 1996 йыл да ике ваҡиғаһы менән иҫтә ҡалды. Йыл башында, ғинуарҙың сатнама һыуыҡтарында, бер нисә уҡытыу­сыға, шул иҫәптән миңә лә республикабыҙҙың Мәғариф министрлығында эшләгән Рәфҡәт ағай Абдуллин менән (хәҙер мәрхүм инде, урыны ожмахта булһын) Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы мәктәптәрендә йөрөп сығырға тура килде. Көндөҙ мәктәптәрҙә методик кәңәшмәләр, тәжрибә уртаҡлашыуҙар була, кистәрен тәғәйенләнгән ҡунаҡханаға ҡайтабыҙ. Күңелле генә ултырабыҙ. Шунда "Һоро турғай" шиғырын ятлайым. Рәфҡәт ағайға бик оҡшаны. Иртәгәһе кис үҙе һорай ағай, турғайыңды һайрат әле, Салауат ҡусты, ти. Инәлтә торған ғәҙәтем юҡ. Рәхим итегеҙ! Бөгөн икенсерәк тонда, башҡа һүҙҙәргә баҫым яһап, "Һоро турғай"ҙы тағы "осорам". Шиғыр, әйтерһең дә, өр-яңы, кисә ишетелгәне түгел. Өс-дүрт көн үтеп, ҡайтырға йыйына башлағас, Рәфҡәт ағайым йәнә һорай: "Давай, "Һоро турғай". Рәхим итегеҙ! Тик был юлы инде шиғыр нәҡ үҙенә һалынған йөкмәтке менән ауҙарыла.
Мәктәп программаһында ошо шиғырҙың булмауына аптырай торғайным. Бер нисә йылдан һуң ул V кластың әҙәбиәтенә килеп инде. Хәҙер уны бәләкәстәр, класс тәҙрәләренә, уның һырҙарына ҡарап, кәпәс бәргән кеүек ҡулдарын өҫкә сөйөп (шиғырҙың йөкмәткеһе талап итә), кинәнеп ятлай. Тик был шиғырҙың асылын уҡы­тыу­сыға асып һалырға кәрәк, сөнки ул бер аҙ өлкәнерәк балалар­ға тәғәйенләнергә тейештер. Уйлайым: уның мәктәп дәреслегендә урын алыуында Рәфҡәт ағай Абдуллиндың ҡатнашлығы булманымы икән? Кем белә... 1996 йылдың минең өсөн иҫтәлекле икенсе ваҡиғаһы йыл аҙағына тура килде. "Баш­ҡор­тос­тан уҡытыусыһы" журналы йыл лауреаттарын ҡотларға саҡырҙы. Сәлимйән ағай Ғүмәров, абруйлы һәм хөрмәтле баш мөхәррир, матур та­бын әҙерләткән. Кисәне хужа үҙе алып барҙы. Һәр кемгә иғтибарлы, тыныс. Берәм-берәм һүҙ алалар, һөйләйҙәр. Уҡытыусының хәбәре бер үк ҡиммәттәр янында урала: китап, дәфтәр, ҡәләм, ручка ла... уҡыусыларҙың китап уҡыу һәләтен формалаштырыу. Һуңғы тема буйынса Л. Ба­һауетдинова-Мырҙаҡаева атлы коллегам бик кинәнеп һәм оҙон-оҙаҡ итеп һөйләне. Хәйер, шулай тойолғандыр. Мин, профессия стереотиптарынан арынырға ынтылған кеше, тоттом да ярҙамға Мостай Кәримде "саҡырҙым". Мостай Кәримдең шиғриәтенә мөкиббән кеше булараҡ, уның сәсмә әҫәрҙәренә лә битараф булманым. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетында "Етмешенсе йылдар повесының жанр үҙенсәлектәре" тигән темаға диплом яҡланым. Диплом эшенең өстән бер өлөшөн, өсөнсө бүлекте, "Жанрҙағы үҙенсәлекле күренеш булараҡ М. Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы" тип атаным. Үткән быуаттың 70-се йылдарында "Ағиҙел" журналында ғына, китаптарҙа баҫылғандарынан тыш, ҡырҡлап повесть донъя күрҙе. Ул йылдарҙы академик Ғайса Хөсәйенов: "Йыл һайын ике-өс роман, алты-ете повесть сығып тороуы ғәҙәти хәлгә әүерелде", – тип ҙур кинәнес менән билдәләп үткәйне. Ысынлап та, яҙыусыларыбыҙ әүҙем ижад итте. Ике киҫәккә бүленеп, 1974 һәм 1976 йылдарҙа донъя күргән һәм ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле, яңыса әҫәр булараҡ уҡыу­сыларҙа хуплау тапҡан "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" айырым билдәләп үтеүгә лайыҡ ине. Был әҫәр минең өсөн М. Кәрим шиғриәтенең дауамы, прозала сағылышы кеүек ҡабул ителде. Уның геройҙарын бик оҡшаттым. Улар – ауылдың ябай кешеләре. Кемдең кем икәнлеген дәрәжә билдәләмәй бит, ә кешелеклелек сифаты күрһәтә. Әҫәр геройҙары ошо сифатҡа эйә булыу­сылар. Улар – Оло инәй, Әсҡәт, Сәмиғулла, Ҡотло ҡул Насип, Йомро Талип, Ҡара Йо­мағол, Сабура, Аҡйондоҙ, Мә­рәһим, Исхаҡ, Людмила һәм башҡа бик күптәр. Уларҙың яҙмыштары ла, үҙҙәре лә төрлө. Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәрме, юламандармы, сирлеләрме, ғашиҡтармы, хыялыйҙармы, йыуаштармы – бөтәһен дә һүрәтләй яҙыусы. Шул яҙмыштар, образдар аша совет иленең үҫеү юлын күҙәтеп сыға, бөгөнгәсә килтереп еткерә. Ә был юл оҙон, ҡатмарлы. Был юлда Сәмиғулла, Әсҡәт кеүектәр балҡый ҙа һүнә, Людмила, Мәрәһим кеүектәр тормошта юғалып ҡала, өсөнсөләр – Оло инәй, Йомро Талиптар – ҡартая, дүртенселәр йәшәүҙе дауам итә. Әммә уларҙың берәүһе лә бөтөнләйгә, эҙһеҙ юғалмай. Улар барыһы ла әҫәрҙең үҙәген тәшкил итеүсе ҙур образ – лирик герой күңелендә урын ала. Уларҙың ҡыуанысын да, көйөнөсөн дә, ҡайғыһын да, һыҙланыуын да, ярһыуын да, нәфрәтен дә, өмөтөн дә йөрөтә алған лирик герой был яҙмыштар аша тыуыу, үлеү, мөхәббәт, ғүмер, йәшәү мәғәнәһе шикелле темаларға ҡабат-ҡабат ҡайта, төрлө яҫылыҡтан күҙәтә. Хәс тә шиғриәтендәге һымаҡ! Кешеләр араһындағы буталсыҡ һәм нескә мөнәсәбәттәрҙе төшөнөргә теләй. Бер фекергә йәнә-йәнә ҡайтыу әҫәрҙең формаһын билдәләй. Повестағы тиҫтәгә яҡын кинәйәле хикәйә, хикмәт, риүәйәт (притча) абстракт төшөнсәләрҙе асыҡлауға ҡоролһа ла, беҙҙең зиһенде алыҫтан-алыҫҡа алып китһә лә, барыбер ергә әйләнеп ҡайта... Мин Мостай Кәримде шиғри күңелле әҙип (лирик), патриот, граждан, философ, юморист, йәмәғәт эшмәкәре итеп беләм. Был төшөнсәләрҙең береһен дә алға сығарып булмаған кеүек, артта ҡалдырырға ла ярамай.
Мостай Кәрим үҙенең ябайлығы менән бөйөк булды. Ҡәҙимге ер кешеһенең бөтә ҡылыҡ-фиғеле, хис-тойғоһо, ғөмүмән, кешеләргә хас бөтә сифаттары һәм халҡымдың бай теле уның аша һибелеп ҡалды. Шуға күрә уны иҫкә алғандар, бигерәк тә яҡын аралашып йәшәгәндәр, Мостай Кәримде үҙ һүҙҙәре менән, халыҡсан телдә тасуирлаһын ине.
Бар ижады, бар булмышы менән
Йәш сағымдан мине әсир итте.
Яҡты нуры менән ҡойондороп
Мәңгелеккә табан үтеп китте.
Рәхмәт һиңә, Мостай! Хаҡ Тәғәлә
Алтын тәхет бирһен ожмахында.
Илһамланып, һиңә табынғанды
Яныңа йый, ҡәүем тупла шунда...
(“Ҡомарлылар үҙ сираты менән
Тора мәңгелектең
тупһа­һында...”).



Яҙмаларымдың был өлөшөндә Мостай Кәримде иҫән ваҡытында белеп-күреп ҡалыусылар һәм уларҙың иҫтәлектәре менән таныштырмаҡсымын.
Мин Учалы районының Өргөн ауылында йәшәйем (тыумышым менән Ҡайыпҡол ауылынанмын). Тәҡдир ҡушыуымы – 1969 йылда, педучилище тамамлағас, эшкә ошо ауылға ебәрҙеләр, һуңынан, университет бөтөрөп ҡайтҡас та, Өргөнгә саҡыр­ҙылар. Шәп ауыл, матур ауыл, әҙәбиәтебеҙгә Мөхәммәт Хәйҙәровты биргән, шиғриәтебеҙгә Рамай Ҡаһирҙы килтергән ауыл ул Өргөн. Шул уҡ ваҡытта ул – әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы Мостай Кәримдең бер нисә йыл рәттән ял итеп, илһамланып ижад иткән урыны ла. Бында “Өс таған” тыуған, “Европа-Азия” шиғырҙар циклы яралған һәм тупланған. Шулай булғас, ауылдаштарымдың Мостай тураһындағы иҫтәлектәрен мин яҙмаһам, кем яҙыр? Тәүәккәлләнем дә тотондом. Мостай Кәримдең тормош юлын һәм кемлеген асыҡлауҙа файҙаһы теймәй булмаҫ. Бөгөнгө күҙлектән баҡҡанда, ғәжәп бит: үткән быуаттың илленсе йылдарында баш ҡаланан Учалы тарафтарына килеп етеү, ай-һай, бик ауыр булғандыр. Автомобиль юлының әҫәре лә юҡ, поезд иһә Мейәскә тиклем генә. Артабанғы 100 саҡрымдан ашыу юлды йөк машинаһында үтеү фарыз. Был ауырлыҡтар һис тә ҡурҡытмаған бөйөк яҙыусыны, киреһенсә, күңеленә илһам биргән гүзәл Учалы төбәгенә дәрт-дарман алыр­ға, ижади ҡомар тупларға, ҡымыҙ эсеп, шифалы Өргөн һыуында ҡойоноп, һаулығын нығытырға йыл һайын килгән, ошо күркәм төбәкте үҙ иткән ул. Ололарҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ – улар үрҙә әйтелгәнде тулыһынса иҫбатлай.



Нәжибә апай ВӘЛИЕВА (1928 йылғы) һөйләгәндәрҙән:
– Мостай ауылға йыл да килде. Тәү килгәндә Рауза Әлфиәһенә ауырлы ине. Йылымдан (балыҡ тота торған ау – авт.) ике ҡарағас араһына гамак ҡороп, урманда, ҡарағаслыҡта ятты. Санаторийҙарға йөрөгәндәр ҙә бит, ә урманды яҡыныраҡ күрҙеләр. Аҙаҡ Әлфиә, ниндәйҙер институтта уҡыған сағында, Мөхәмәтйәр еҙнәмдәрҙә (яҙыусы Мөхәммәт Хәйҙәров) туйҙа булды әле. Бер көн кис, көтөүҙән һуң, Мостай еҙнәм менән Ғәҙиләләргә килеп инде. Мин дә унда инем. Ҡаҡ өҫтәл. Ғәҙилә йәймә бешергән. Сәй эсермәй сығарһаң, ғәйеп була. Мостай ғәйепләп йөрөүсән кеше түгел ине. Эй аралашыусан булды! Бөтә кеше менән тиң аралашты, әңгәмәләшергә яратты. Һәммәһе менән дуҫлашты. Колхозды ла яратты. Улы Илгиз ул ваҡытта үҫмер ине, ул да беҙҙең арала йөрөнө.
Ауылыбыҙҙа аҙыраҡ ҡына аҡылға еңелерәк, бер класс та уҡымаған Әбүбәкер була торғайны. Шул инвалид малай менән ике йыл дуҫлашты. "Балнисҡа күрһәтәм. Уны уҡытырға кәрәк булған, төплө итеп һөйләшә белә", – ти торғайны Мостай. Өсөнсө килеүенә Әбүбәкер үлгәйне инде. Эй үкенеп йөрөнө... (Әбүбәкер тураһында яҙыусының хикәйәһе "Башҡортостан ҡыҙы" журналында баҫылды. Өргөндәрҙең оло быуыны Әбүбәкерҙе таныны – авт.). Мөхәммәт еҙнәм менән Ирәмәл аҫтындағы Ихсан, Әбделғасим ауылдарына ат егеп Тажетдинға хәл-әхүәл белешергә барып ҡайттылар. Ул колхоз рәйесе булған, һуңынан урман төпкөлөндә лесничий булып эшләне. Икенсе ҡатынлыҡҡа йәш кәләш алды. Мостай Кәрим ул турала үҙе яҙҙы.

Рәйсә апай ӘХ­МӘТЙӘНОВА (1935 йылғы) һөйләгәндәрҙән:
– Мостай Кәрим ғаиләһе менән Ҡо­бора апайҙарҙа ғына торҙо, ә беҙҙең йортобоҙ уларҙың эргә­һендә урынлашҡан. Ситәндән үрелгән соланыбыҙ улар яғына сығып торҙо. Мостай Кәрим ғаиләһе менән 3 – 4 йыл рәттән килә торғайны. Беҙ, ҡыҙ балалар, уларҙы ситән ярығынан күҙәтә инек. Бик ярлы йәшәнек. Рауза апай беҙгә ярыҡтан: "Рәйсә, миңә еләк килтер", – тиер ине. Беҙҙән еләкте һатып алдылар. Разия исемле ҡараусылары бар ине, уны, туғаныбыҙ, тинеләр. Ярҙамлаша, керҙәрен йыуа, ә беҙ һабынды йәлләйбеҙ. Әлфиә бик бәләкәй ине. Беҙҙе Илгиз генә хәтерләмәһә...
Мостай бик һәйбәт кеше ине ул. Балаларға ла яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ҡапҡа алдында бик ҡыҙыҡ булып ята торғайныҡ. Беҙҙең менән өйрәк атыш уйнай, шунан йырлап ала:
"Бөгөн төнөн төшөмә керҙе
Алюмин тигән ҡалай.
Илгиз менән һуғышып йөрөй
Вәзир тигән бер малай".
Бөҙрә сәсле, матур ине ағайыбыҙ. Көйлө кеше ине. Шәп кеше. Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙең бер ваҡытта ла вәринйә (ҡайнатма) күргәнебеҙ булманы. Рауза апай минән алған еләкте нишләтә икән, тип ҡарап торҙом. Табаҡҡа һалып ҡайнатты. Аҙаҡ һыйланы. Вәринйәне шунда тәүгә күрҙем. Рауза апай бер тапҡыр Шаулама тауына еләккә үҙе лә барҙы. Эй күңелле йөрөнөк. Ҡайындарға атылмаҡ (бәүелсәк – авт.) эшләп ҡуйғайныҡ. Еләк йыябыҙ ҙа, атылып алабыҙ.




Тағы бер иҫтәлек. Күл буйында һуҡыр бабай йәшәне. Уның малайы Әбүбәкергә Мостай йыл да костюм килтереп кейҙерә торғайны. Үҙенә балыҡ ҡармаҡлашыр ине. Яҡшы кеше булғандыр инде, яҡшы булмаһа... Беҙ­ҙең самай ас, ярлы ваҡыт. Ярлы-яба­ғаны ҡараны. Иҫәр тип тә торманы, ярлы тип тә торманы. Ҙур кеше бул­һа ла, үҙен "ҙурҙарса" тотманы, шундай һәйбәт, изге кеше булды.
Вафатын ишеткәс, һәләк йәлләнем... Малайы Илгиз гел Вәзир менән уйнаны. Шул малайҙар­ға "һә" тигәнсе йыр сығарып, йырлап та ебәрер ине. Шуларға ҡарап, ихлас көлөп ултырыр ине.

Мөнирә апай ЗАКИРОВА (1936 йылғы, Ҡобора апайҙың ҡыҙы) һөйләй:
– Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан беләм:
"Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде,
тиһең,
Теләктәрең, эйе, хаҡ һымаҡ..."

...Улар 1950, 1952, 1953 йылдарҙа беҙҙең өйҙә берәр ай йәшәне. 1951 йылда ҡыҙҙары Әлфиә тыуып, килә алманылар. Мейәстән йөк машинаһы менән килерҙәр ине. Бөтә аҙыҡ-түлеген Өфөнән килтерә торғайнылар. Инәйем икмәк кенә бешерер ине. Ке­росинкалары ла үҙҙәре менән йөрөнө. Рауза апай шул нәмәкәйҙә вәринйә ҡайната ла, беҙҙе һыйлай ине. Вәрин­йәгә күп үрелгән Илгизгә "күп ашама" тимәй, "Илгиз, ҡулыңды йыш йөрөтмә", – ти.



Разия тигән ҡараусы ҡыҙҙары булды. Ул беҙҙең Мозһар тигән этебеҙгә "Мотай, Мотай" тип өндәшһә, Мостай Кәримгә лә "Мотай, Мотай" тиер ине. Һаҡауыраҡ булды. Үҙе тартмаһа ла, Мостафа ағай күп итеп "Казбек" сигареты килтерер ине. Урамдағыларға тарата, тарттыра. "Кешеләрҙән күпме хәбәр алып ҡалам", – ти торғайны. Күмәкләп урманға йөрөнөләр. Мине лә саҡыралар. Әммә миңә йә эшкә, йә еләккә барырға тура килә. Урманда сетка элеп ята торғайнылар. Илгиз китап уҡыуҙан туҡтаманы. Урманға алып китһәләр, ҡасып килер ҙә, һыу төшкәс, тағы китап уҡыр ине. Беҙҙә ятҡан саҡтарында "Беҙҙең өйҙөң йәме" китабы сыҡты. Руссаһы ла. Миңә бүләк иткәйне, балалар туҙҙырып бөтөрҙө. Олоғайырмын, кәрәк булыр тип уйламағанмын инде йыйып ҡуйырға (ире иртә мәрхүм булып ҡалған Мөнирә апай дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙе – авт.). Беҙҙең өй элек урам ыңғайына түгел, ә арҡырыға ултырҙы. Әле йәшәгән йортто һуңынан бороп һалдыҡ. Мостафа ағай менән Рауза апайға инәйем бынауында, тәҙрәләр янынан, урын йәйер ине. Уларға ҡалын яҫтыҡ һала, түшәк йәйә. Илгиз һикелә йоҡлап йөрөнө. Уға йылы түшәк эләкмәгәс:
– Ярар, мин дә ҡартайғас түшәктә ятырмын әле, – ти ине.
Бер йылы Роза Алиевна тигән ҡатынды (икенсе урында Роза Ролевна тип тә ебәрә, уҡыусы үҙе асыҡлар әле – авт.) килтерҙеләр. Һуғышта Мостафаны яу ҡырынан алып сыҡҡан икән, ғүмерен ҡотҡарған. Эй йыуан апай ине. Йөк машинаһынан баҫҡыс менән төшөрәләр, баҫҡыс менән мендерәләр. Шул апай бер ҙә күлдән сыҡманы. Ябығам тип, һыуҙа тик ултырыр ине.
Мостафа ағай Әбүбәкер менән балыҡҡа төшөр ине. Кәмә менән төпкәрәк китәләр. Кәмә тулап китһә, Әбүбәкер Мостафа ағайҙы оятһыҙлап әрләй икән. Ярға сыҡҡас, үҙе әйтә, ти: "Ғәфү ит инде. Мин бит батып ҡуймайыҡ тип әрләштем". Икенсе йылына Әбүбәкерҙе баштан-аяҡ әйбер килтереп кейендерҙе.

Солтан ШӘЙХИСЛАМОВА (1935 йылғы) һөйләгәндәрҙән:
– Ҡобора апайҙың өйө һәйбәт булды. Бөхтә, таҙа йәшәне. Хәҙер ауылдашыбыҙ Сәйҙулла ағай менән булған хәлде теркәп үтәйем. Ағайҙың үҙе лә, ҡатыны Зәкиә апай ҙа күптән инде әхирәттә. Шуға күрә ваҡиғаны үҙем бәйән итәм. Сәйҙулла ағай һуғыш ветераны ине. Бер аяғы тубығынан өҫтән ҡырҡылғайны. Шулай булһа ла, һыбай оҫта йөрөнө. Шулай итеп, бер саҡ Сәйҙулла ағайға Өфөләге табиптарға күренергә кәрәк була. Китә Өфөгә. Эшен эш итә. Ҡайтырға аҡса юҡ. Бер ҙә юғалып ҡалмай Сәйҙулла Тайыпов. Туп-тура Яҙыусылар союзына юллана. Мостай Кәрим бит таныш кеше: Өргөндә булғаны бар, үҙе фронтовик. Ҡыҫҡаһы, ағайҙың сәфәре уңышлы та­мамлана, тик Өр­гөнгә ҡайтҡас, был хәлде бер кемгә лә һөйләмәй. Бер ни­сә йыл үт­кәс кенә был ваҡиғаның сере асыҡлана. Сәйҙулла ағай урамда тәмәке көйрәтеп ултырһа, күрә, урам буйлап икәү килә: төҙ һәм мыҡты кәүҙәлеһе – Мөхәмәтйәр, бөҙрә башын ҡырыныраҡ һалып килгәне – Мостай. Осра­шалар, күрешәләр. Сәйҙулла – намыҫлы кеше. Сат йәбешә быларға: давай, беҙгә инәбеҙ, сәй эсеп сығаһығыҙ, Мостайға бурысымды ҡайтарам. Өҙмәй-ҡуймай өйөнә алып инә был ҡунаҡтарҙы. Инһәләр, ни күрәләр: киң һикенең өҫтөндә, ысынлап та, самауыр шыжлап ултыра, ә урындыҡтың бер мөйөшөндә лә буш урын юҡ: табынды бала-саға һырып алған. Берәүҙәре аяҡтарын бөкләп ултырған, икенселәре тубыҡланған, өсөнсөләре хатта һуҙылып ятып алған. Зәкиә апай алюмин көрөшкәләргә, сынаяҡтарға сәй яһай икән. Мостай Кәрим ғәжәп күреп һорай ҡуя:
– Сәйҙулла, был балалар бөтәһе лә үҙеңдекеме?
– Эйе, – ти Сәйҙулла ағай ғорурланып (уларҙың 11 балаһы булып, 10-ы үҫте – авт.).
Ҡунаҡтарға урын табыла: бесәйҙән ҡурҡҡан турғайҙар һымаҡ, бәләкәстәр осоп сығып та китә. Сәй эсеп бөткәс, Сәйҙулла ағайыбыҙ:
– Давай, Зәкиә, аҡса бир, Мостайға минең бурысым бар, – тимәһенме. Зәкиә апайыбыҙ тәүҙә ҡаушабыраҡ ҡала, унан үҙен тиҙ генә ҡулға алып, Сәйҙуллаһының бүркен килтереп тоттора.
– Булһа, бөтә аҡса ошонда инде. Бүркенең ҡолаҡсыны аҫтына йәшереп тотҡан аҡсаһын табып, Сәйҙулла – Мостайға, Мостай Кәрим кире Зәкиә апайға һуҙа:
– Балаларыңа берәй нәмә алырһың!
Был ваҡиғаны Мостай Кәримгә, уның ябайлығына, кешелеклелегенә булған ҙур хөрмәт менән Зәкиә апай Тайыпова йыш ҡына һөйләй торғайны. Хәтирәләрҙә йыш телгә алынған Вәзир ағайға, "Өс таған" повесы геройына, килгәндә, ул ғүмер буйы Өргөндә йәшәне, колхоздың алдын­ғы механизаторы булды. Ҡатыны Зәкиә менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Булдыҡлы, егәрле ине – бынамын тигән донъя көттө, ҙур йорт һалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыуанысын күреп оҙаҡ та йәшәй алманы, инфаркттан ҡапыл ғына вафат булды.

“Ректорығыҙҙан үрнәк алмағыҙ!..”



Студент йылдарында минең үҙемә лә М. Кәримде осрашыуҙарҙа, театр­ҙа күреп, күҙәтеп йөрөү бәхете тейҙе. Шуларҙың береһе, университетта осрашыу, айырыуса хәтерҙә ҡалды. Беҙ уҡыған ваҡытта ректор булып данлыҡлы Шәйхулла Чан­барисов эшләй ине. Сал сәсле, тәпәшәк буйлы, бик уҫал кеше итеп хәтерләйем. Студенттар ҙа, уҡытыу­сылар ҙа унан ҡурҡа торғайны – һәр хәлдә, миндә шундай тойғо ҡалған. Университеттың беренсе ҡатындағы фойела уның "пыр" туҙынғанына үҙем шаһит булғаным, бөтәһенең дә тиҙ-тиҙ генә бүлмәләргә бикләнеп, ҡотолоп ҡалыуҙарын күргеләгәнем хәтерҙә. Университетҡа яңғыҙ ғына ингәнемдә үҙемдең дә йылп-йылп итеп өҫкә тиҙ генә күтәрелә һалыуым әлегеләй күҙ алдымда. Әммә ҡайһы бер көндәрҙә, бигерәк тә йонсоу торғанда, курсташым Миңнур Әхмәтованы ҡултыҡлап килә торғайным. Ул тыумыштан ғәрип булғас, кемдеңдер ярҙамына мохтаж ине. Бер тапҡыр университеттың эске ҡат ишеген шартлатып ябып инеүебеҙгә эстә йөҙө ҡыҙарып бүртенгән ағайыбыҙҙан һәм гардеробсы ҡыҙыҡайҙан башҡа берәү ҙә юҡ ине. Ректор беҙҙе күҙҙәре менән тишерҙәй итеп ҡаршы алды, ләкин өндәшмәне. Янынан тәнтерәкләп үтеп киткәнебеҙҙә, уның беҙҙең арттан боролоп күҙәтеп ҡалыуын шәйләнем. Баҫҡыстан тәүге майҙансыҡҡа күтәрелгәнсе арҡама бырау терәлгәндәй хис иттем. Икенсе ҡатҡа күтәрелеү менән Миңнур, аҙ ғына тын алайыҡ әле, тип туҡтатты... Былай тәфсирләп яҙыуҙың ғилләһе нимәлә һуң?
Үрҙә телгә алынған ҡаты ҡуллы етәксене Мостай Кәрим бер осрашыуҙа бик ныҡ ҡыҙартты. Ул осрашыуҙы бөтәһе лә көтөп алды. Тамаша залы шығырым ине. Ҡайһы берәүҙәр тәҙрә тупһаһынан урын алды, икенселәр аудиториянан өҫтәл килтереп, ишектәрҙе ҡаплап ултырҙы. Ғәҙәттәгесә, ҡунаҡтар һәм университет етәкселеге сәхнәләге оҙон өҫтәл артына теҙелеште. Бөтәһенең дә күҙе – Мостай Кәримдә. Уның сығыш яһауын көтәләр. Ректор, оло кеше булыуға ҡарамаҫтан, тулҡынлана, күрәһең. Алдында ултырған графиндан стакан­ға һыу ҡойоп сайҡаны ла, артына боролоп та ҡарамайынса, яурыны аша сәхнәгә һирпеп ебәрҙе. Был күренеш, әлбиттә, берәүҙең дә күҙенә салынмай ҡалманы. Ниһайәт, ректор бик матур итеп осрашыуҙы асты. Унан һуң бер нисә кеше сығыш яһап, Мостай Кәрим адресына йылы һүҙҙәр осорҙолар шикелле. Һәм, ниһайәт, һүҙ шағирҙың үҙенә бирелде. Беҙ, әллә нимә көткәндәй, тынып ҡалдыҡ. Тәүге бер-ике һүҙе нимә булғандыр, хәтерләмәйем, ул шунда уҡ хөрмәтле ректорыбыҙ яғына боролоп:
– Ректорығыҙҙан үрнәк алмағыҙ! – тине. Тәүҙә шаңҡып ҡалдыҡ. Шунан ҡапыл уяндыҡ. Ул ҡул сабыуҙар, овацияларҙан зал күтәрелеп бара! Мостай Кәрим етәксебеҙҙең әҙәп­һеҙ ҡыланышын тәнҡитләне бит. Студенттар, ҡыуанып, үҙҙәренсә уйлай: әһә, һиңә лә өлөш эләктеме? Шул уҡ ваҡытта ғәжәпләнәләр ҙә – ректорға ла һүҙ әйтерҙәй азат, ирекле, йөрәкле кеше икән дә баһа...
Кешелекле, кеселекле булғас,
Миһырбанлы булғас, мәрхәмәтле,
Йөрәктәрҙә һүнмәҫ урын алдың,
Һин хөрмәтле, Мостай, һин рәхмәтле.



Салауат РӘСҮЛЕВ,
БР-ҙың мәғариф отличнигы, М. Мортазин исемендәге премия лауреаты.
Учалы районы, Өргөн ауылы.





Автор: Салауат РӘСҮЛЕВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға