«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хужабикәнең төп ярҙамсыһы



16.09.2018 Хужабикәнең төп ярҙамсыһы

Хужабикәнең  төп ярҙамсыһы
Элек туҙған капрон әйберҙәрҙе, башҡа иҫке-моҫҡоно йыуғыс итеп тотона инек, хәтерләйһегеҙме? Хәҙер аш-һыу бүлмәһендә губкаһы булмаған хужабикә юҡ тиерлек. Етештереүселәр улар­ҙың ниндәйен генә тәҡдим итмәй – уларҙың төҫө, материалы, тәғәйенләнеше күп төрлө булыуы менән хайран ҡалдыра. Аш-һыу бүлмәһендәге төп ярҙамсының төрҙәренә туҡталып үтәйек.

Поролон һауаны яҡшы үткәрә, шуға күрә һауыт-һаба йыуыу өсөн шыйыҡса ныҡ итеп күпереп китә. Был губканың хеҙмәт итеү ваҡыты ҡыҫҡа, ул тиҙ генә эштән сығып, туҙа башлай. Поролонда бактерияларҙың һаны иҫәпһеҙ була, шуға күрә бер аҙна үтеүгә уны алмаштырыу яғын ҡарарға кәрәк.
Ҡап-ҡаты булып кибеүсән целлюлоза, киреһенсә, һауаны насар үткәрә. Шуға күрә унда микроорганизмдар үрсей алмай, ул хәүефһеҙ һанала.
Микрофибра майлы тап, бысраҡ менән яҡшы көрәшә. Ул хужабикәләләргә оҙаҡ хеҙмәт итеүсән. Бамбук губкалар бәләкәй балалы ғаиләләр өсөн идеаль. Сөнки ул шыйыҡсаһыҙ ҙа һауыт-һабаны ялтыратып ҡуя. Һәм бамбук – аллергияға ҡаршы бына тигән материал.
Ауыр суйын кәстрүл һәм табалар өсөн металл йыуғыстар элек популяр ине. Ә хәҙерге эмаль һәм тефлон өсөн ундай абразив йыуғыстар бөтөнләй бармай. Металдың бер яҡшы яғы бар – уны ҡайнаған һыу менән сайып ҡуйғас, бер бактерия ла ҡалмай. Ә бына тышы полипропилен селтәр менән ҡапланған һәм эсенә поролон һалынған пластик губка металды алмаштырыу өсөн уйлап табылған. Улар тимергә ҡарағанда аяулыраҡ, ә хужабикә өсөн һауыт-һаба именлеге бик мөһим.
Меламин йыуғыстарға шыйыҡса күп кәрәкмәй. Меламин сайырынан яһалған был губка менән һауыт-һабаны эс яҡтан йыуырға ярамай, был зыянлы! Уның менән алюминды тыштан ғына йыуырға кәңәш итәләр.
Губкаларҙы дөрөҫ һаҡлауға иғтибар итегеҙ: уны яҡшылап йыуғандан һуң яҡшы елләтелгән урынға киптерергә һалығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр микротулҡынлы мейестә киптереп тә ала. Был вариант бер аҙ хәүефле, сөнки онотолоп китеп, губканы яндырып ҡуйыуығыҙ бар.
Белгестәр, төрлө йоғошло ауырыу тыуҙырыусы бактерияларҙан һаҡланыу өсөн, йыуғыстарҙы бер аҙна самаһы ғына ҡулланырға кәңәш итә – төҫө үҙгәреп, ыуала башланы икән, алмаштырыу яғын ҡарағыҙ. Тик улар­ҙы ташларға ашыҡмағыҙ, сөнки эштән сыҡҡан йыуғысты төрлөсә файҙаланырға була. Мәҫәлән, мебелдең тояҡтары иҙәндең буяуын һыҙырмаһын тиһәгеҙ, аҫтына елем ярҙамында губка киҫәктәрен ҡырҡып йәбештерергә кәрәк.
Һабын һауыты урынына ҡуллан­һағыҙ, ул һәр саҡ ҡоро булыр. Һабын һауыты, ғәҙәттә, һыулы була, ә губка барлыҡ дымды үҙенә тарта.
Оҫта баҡсасылар губканы орлоҡ сәсеү өсөн ҡуллана. Губкаға тәрән итмәй генә тишектәр яһап, унда орлоҡ һала. Тәрилкәгә һыу һалып, губканы өҫтөнә ҡуйғас, уларҙы полиэтилен пакетҡа тығырға кәрәк. Ҡараңғы, дымлы йылы ерҙә орлоҡ тиҙ шытып сыға.
Губканы гөл һауытына ла ҡуйырға мөмкин. Ул артыҡ дымды һурып, гөл тамырҙарын сереүҙән һаҡлай.
Һәм тағы бер әмәл – губканан энәләр ҡаҙап ҡуйыу өсөн бәләкәй генә мендәр яһарға була. Бында инде фантазияғыҙҙы эшкә егергә генә ҡала.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға