«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Дуҫың һинең менән бергә ҡыуана белһен



07.06.2018 Дуҫың һинең менән бергә ҡыуана белһен

Дуҫың һинең менән бергә ҡыуана белһен
Бер йәш егет бай ирҙән уңышының сере тураһында һорашҡан.
– Мин дуҫтар һайлай беләм, – тип яуаплаған теге кеше.
Һәм егеткә үҙ һорауын биргән:
– Һин “дуҫтар бәлә килгәндә һынала” тигән әйтемде беләһеңме?
– Нисек белмәҫкә, мин тап шуға таянам да.
– Онот был әйтемде. Дуҫ шатлыҡта һынала!
– Нисек инде? Эйе, шатланыуын бергә шатланабыҙ, тик…
Йәш егет аптырай төшкән.
– Тыңла, – тип кәңәш биреүен дауам иткән уңышлы кеше. – Һинең проблемаң булғанда, дуҫың менән бүлешәһеңдер, моғайын, шунан икәүләп ул проблеманы хәл итеү яйын эҙләйһегеҙҙер. Икегеҙ ҙә бойоҡ, икегеҙ ҙә кәйефһеҙ, арыған...
– Шулай була инде, дуҫтар ярҙамға килә.
– Шулайын шулай, тик дуҫың һиңә бер тапҡыр ярҙам итер, икенсе тапҡыр, артабан арыр, һиңә ярҙам итә алмаҫ, бары йәлләп кенә ҡуйыр. Был һине тағы ла борсор. Ә бына минең дуҫтарым мине бер ҡасан да йәлләмәне, проблемаларымды хәл итмәне. Улар минең менән бергә ҡыуанды ғына.
Ысынында, әгәр проблемаң булһа, үҙең хәл итергә тырыш. Шунан дуҫыңа бар һәм икегеҙ (йә күмәкләп) еңеүеңде байрам итегеҙ. Кешене йәлләүе еңел. Ә кемдеңдер уңыштарына ихлас ҡыуана белеү ауырыраҡ. Кем һинең менән шатлығыңды уртаҡлаша ала, шул ул ысын дуҫлыҡ. Бына минең уңыш серем – дуҫтарымда...

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға