«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡолаҡ һал!



09.09.2018 Ҡолаҡ һал!

Ҡолаҡ һал!
- Ҡапҡасы ябыҡ тороп еҫләнгән банканы бер ҡалаҡ горчица һалынған йылы һыу менән йыуығыҙ.

- Диванда, балаҫта ҡалған бесәй йөнөн еүеш перчатка ярҙамында һөртөп таҙартырға була.

- Ишек йоҙағы асылмай интектерһә, уны графит менән майлағыҙ. Бының өсөн «М» маркалы ҡәләм яҡшы.

- Таҙартылмаған көнбағыш майы алһағыҙ, һәр ваҡыт шешәнең төбөн тикшерегеҙ. Төбөнә аҡ төпрә ултырһа, ул әсей башлаған була.

- Ҡапҡасы асылған майҙы дүрт аҙнала ҡулланып бөтөргә кәрәк.

- Зәйтүн майын ҡараңғы урында, шкафта һаҡлайҙар.

- Лимон янында һаҡланған емештәр боҙолмай оҙаҡ һаҡлана.

- Картуфығыҙ шытмаһын тиһәгеҙ, тоҡ эсенә алма һалығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға