«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Эсеп үлеп бөтөрбөҙмө икән?!



05.02.2016 Эсеп үлеп бөтөрбөҙмө икән?!

11 ғинуарҙа Белорет районында 26 йәшлек егеттең алкоголь менән ағыуланып, бер көндән һуң дауаханала үлеп ҡалыуы тураһындағы хәбәр тиҙ таралды. Таныштары әйтеүенсә, ул яҡшы урында эшләгән, эсеп-туҙып йөрөмәгән, спорт менән шөғөлләнгән. Ул дуҫтарын да был көндө ҡунаҡҡа саҡырып шылтыратҡан, тик улар төрлө сәбәп менән килә алмаған. Бәлки, уларҙы яҙмыш аралағандыр...


Эсеп үлеп  бөтөрбөҙмө икән?!Яңыраҡ ошондай уҡ хәл Магнитогорск ҡала­һында ла була. Бер ҡатын Ҡырымға барып, ял итеп ҡайта. Шатлығы, тәьҫораттары менән уртаҡлашыу өсөн әхирәттәрен ҡунаҡҡа саҡыра. Табын күңелһеҙ тамамлана: хужабикә алкоголь менән ағыуланып, вафат була. Бындай аяныслы хәлдәр тураһында күп һөйләргә мөмкин. Сөнки был ил кимәлендәге проблемаға әй­ләнде. Мәҫәлән, Иваново өлкә­һендә бер ир суррогат араҡы эсеп үлә, танышы ауыр хәлдә дауаханаға эләгә. Суррогат араҡы менән ағыуланыу факттары буйынса Һамар өлкәһендә енәйәт эше асылған. 2015 йылдың 10 декабрендә Орск ҡалаһы дауаханаһында 22 йәшлек егет метанол менән ағыуланыу һөҙөмтәһендә үлә. Тик­шереү органдары асыҡлауынса, дүрт егет ҡулдан “виски” алып эсә. Хәлдәре насарая башлағас, дауаханаға мөрәжәғәт итәләр. Рәсәй Федера­цияһы Тәфтиш комитетының Ырымбур өлкәһе буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 2-се бүлегенең “в” пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Тикшереү ваҡытында “виски” һатҡан 20 йәшлек егеткә өй һағы билдәләнгән. Өҫтәмә тикшереүҙәр ваҡытында тағы ла өс кеше ҡулға алынған. Тентеү ваҡытында уларҙың бере­һендә 300 шешә суррогат алкоголь табылған.
Күп осраҡта, йыш эскән кеше үлеп ҡалһа, “эсеп үлгән” тигән һығымта яһау менән генә сикләнәбеҙ. Уның ниндәй араҡы эскәнен, ағыулымы-юҡмы, кемдән алғаны тураһында һорашып та тормайбыҙ. Эскеселәр йәки “запой” менән яфаланғандар нимә етте шуны эсә. Әлбиттә, уларҙы эсемлектең сифаты, етештереүсеһе ҡыҙыҡһындырмай, эсергә булһа, еткән. Самаһыҙ эсеү арҡаһында инвалидҡа әйләнеүселәр, күреү һәләтен юғалтыусылар ҙа күп. Ҡулла­ныусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Баш­ҡортостан Республи­каһы бу­йынса идаралығынан хәбәр итеү­ҙәренсә, 2015 йылдың 11 айында Башҡор­тостанда 1500-ҙән ашыу алкоголь менән ағыуланыу осрағы теркәлгән. Шуларҙың 19-ы – үҫмерҙәр. 163 кеше алкоголь менән ағыуланып үлгән. Былтыр республикала составында спирт булған аҙыҡ-түлек менән ағыуланыу күрһәткесе 100 мең кешегә 37,7 кеше тура килгән, ә 2014 йылдың 11 айында ошо уҡ һан 37,3-кә тиң булған. 10 административ биләмәлә был һан республика кимәленән дә юғары: Дүртөйлө ҡалаһында – 13,2, Стәр­летамаҡ ҡалаһында һәм Дүртөйлө районында – 3,5 – 5,5, Сибай, Туймазы, Яңауыл ҡалаларында һәм Яңауыл районында – 1,6 – 2,4, Өфө ҡалаһы һәм Өфө районында 1,2 тапҡырға күберәк. “Башинформ” агентлығының 2015 йылдың 12 сентябрендәге мәғлүмәте буйынса, 2013 – 2014 йылдарҙа алкоголь менән ағыуланыу һөҙөмтәһендә 33 бала һәләк булған (2013 йылда – 19, 2014 йылда – 14 осраҡ). Был хаҡта Баш­ҡортостан Республикаһы Һау­лыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш токсикологы Гүзәл Биктимерова Айыҡ көнгә арналған “түңәрәк өҫтәл”дә хәбәр иткән. Республикала йыл һайын алкоголь һәм суррогат эсемлектәр менән көслө ағыуланыу һөҙөмтәһендә 13 – 18 мең кеше һәләк була.

“Стационарҙарҙа 23,5 мең кеше дауаланыу үтә. Бер кешегә йылына уртаса 7 – 9 литр араҡы тура килә”, – тип билдәләй Республика наркология диспансерының баш табибы урынбаҫары Илдар Гәрәев. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта республиканың наркология хеҙмәтендә дауаланыу өсөн 1142 койка-урын булдырылған, улар муниципаль берәмектәрҙәге медицина ойошмалары ба­за­һында урынлашҡан. Унда дауаланыусылар дәүләт га­рантиялары буйынса бушлай махсус ярҙам ала. Дәүләт медицина учреждениеларында урынлашҡан наркология койкалары һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урында тора. Был һандарға ышанғы ла килмәй... Әммә тирә-яҡта милләттәштәребеҙҙең ара­ҡыға сумып эсеп йөрөгәнен күреп, күмәген бергә йый­һаң, шул сама килеп сыға ла инде, тигән тормош ысынбарлығына ҡайтаһың. Һәр ауыл, ҡала буйлап һанай китһәң, был һан тағы ла артып китәсәк.

Суррогат араҡыға ҡаршы ҡайҙа һәм нисек көрәшәләр?

Был йәһәттән Татарстан­дың баш ҡалаһы Ҡазанда “ҡыҙыу линия” асҡандар. Хәҙер граждандарҙан шикле урындар ту­раһында мәғлүмәт килеп тора. Мәғлүмәт тәртип һаҡлау органдарына тапшырыла. Ҡайһы саҡта шылтыратыуҙар буйынса тикшереү ҙур енәйәтсел төркөмдөң эшен фашлауға ла килтерә икән. Мәҫәлән, бер гаражды тентеү ваҡытында полиция хеҙмәткәрҙәре 2000-гә яҡын әҙер продукцияны, биш литрлыҡ һауыттарға ҡойолған 95 литр спирт һәм коньякты тартып ала. Енәйәтсел төркөм ике йылға яҡын суррогат араҡы етештереү менән шөғөлләнгән. Етештереү ысулы ла ябай: гаражда урынлашҡан цехтарҙа продукцияны шешәләргә ҡо­йоп, ялған акциз маркаһы, этикетка йәбештереп, келәттәргә тараталар, тик ҙур партиялар менән генә һаталар. Алыусылар ышаныслы кешеләре булған. Хаҡы бик түбән булыуға бәйле, тауар тиҙ генә таралған. Хоҡуҡ һаҡлау органы вәкиле белдереүенсә, ысын коньяктың хаҡы 10 мең һум самаһы, ә ялған етештереүселәр уны 200 һумға һата. Төрлө алкоголь продукцияһының быяла һауыттарын шешә ҡабул итеү пункттарында йыйғандар. Спирт менән һыуҙы ҡушыуҙан барлыҡҡа килгән спиртлы шыйыҡсаны шешәләргә ҡойғандар. Бүрәт Респуб­ликаһында алкоголь менән сауҙа иткән магазиндарҙы тикшергәндәр. 2015 йылда ваҡлап һатыу иткән сауҙа нөктәләрендә 27 закон боҙоу осрағы теркәлгән. Йәмәғәт туҡланыуы менән шөғөлләнгән 89 ойошманы тикшереү һөҙөмтәһендә етеш­һеҙлек­тәрҙең 36,6 проценты асыҡланған. Тикшереү ваҡытында 86 төр алкоголь продукцияһының, шул иҫәптән ике сит илдән килтерелгән тауар­ҙың сифатын тикшергәндәр. Лаборатор тикшереү һөҙөмтәһендә бер һыра сортының норматив документтар талабына яуап бирмәүе асыҡлана. Санитар талаптар буйынса законды үтәмәгән предприятиеның эшмәкәрлеген 90 тәүлеккә туҡтатҡандар. Асыҡ­ланған етешһеҙлектәр буйынса бөтәһе 451 300 һумлыҡ 49 административ штраф һалынған. Шулай уҡ ҡулланыу ваҡыты үткән 20 партия шарап һәм 73 литр һыра әйләнештән алын­ған. Былтыр Бүрәт Республи­каһында сауҙа нөктәләренән һатып алынған эсемлектәр һәм йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларында алкоголь менән ағыуланыу осрағы булмаған. Әммә ҡулдан алған контрафакт араҡы менән ағыуланыу буйынса 589 осраҡ теркәлгән, 24,6 проценты ағыуланып үлгән. 2014 йылда иһә 814 кеше ағыуланған. Былтыр 11 айҙа 70 тикшереү сараһы үткәреү республикала хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә булышлыҡ иткән. Әммә интернет селтәре аша алкоголь эсемлектәре алып эсеүселәр араһында ағыуланыусылар күбәйгән.

Беҙҙең республикала ял­ған араҡы һатыуға ҡаршы эш алып барыла. “Айыҡ ауыл” акцияһы үткәрелә. Был сарала ҡатнашҡан ауылдар ыңғай һөҙөмтәләргә ирешә. Акцияға ҡушылған Рысыҡай ауылындағы бер йыл эсендәге үҙгәрештәр матур тормош­ҡа ынтылған һәр кемде ҡыуандырҙы. Ауылдың битараф булмаған кешеләре тағы ла ошо акцияға ҡушылыу теләген белдерҙе. Башҡа ауылдар халҡы ла ҡушылып ҡараны, әммә тейешле маҡсатҡа ирешә алмай, ҡул һелтәне. Баш­ҡор­тостан Рес­публи­каһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡо­рол­тай ҙа был йә­һәттән әүҙем эшмәкәрлек алып бара. “Баш­ҡор­тостан Республика­һында этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукцияны етештереү һәм әйләнеше өлкәһендә эшмәкәрлекте көйләү тураһын­да”ғы БР Законына үҙгәрештәр индереп, камиллаштырып тора. Был үҙгәрештәр республиканың муниципаль берәмектәренең вәкәләтле органдарына мөрәжәғәт итеү нигеҙендә Башҡортостан Республика­һының айырым бер тораҡ пункт­тары биләмәләрендә алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйыу мөмкинлеген бирә. Был йәһәттән Күгәрсен районындағы Ялсы ауыл хакимиәтендә эш башлағандар ҙа инде. Ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, улар­ҙың күмәкләп эш алып барыуы ыңғай һөҙөмтә дә бирә.

Ҡайһы берәүҙәр, бындай тыйыуҙар йәшерен рәүештә һатыу итеүселәргә юл аса, тип белдерҙе. Был иһә депутаттарға, өйҙән араҡы, спиртлы эсемлектәр, “фанфуриктар”, көмөшкә менән һатыу иткәндәргә ҡарата тағы ла ҡатыраҡ закон ҡабул итергә кәрәк, тигән тәҡдим менән сығыу мәсьәләһен күтәрә. Ундайҙарға бәләкәй штрафтар тәьҫир итмәй. Шуға ла законһыҙ сауҙа итеү, рөхсәтһеҙ эшҡыуарлыҡ ме­нән шөғөлләнгәндәре өсөн өҫтәмә рәүештә ҙур күләмдә штраф һалыу, административ йәиһә енәйәт яуаплылығына тарттырыу, ә инде унан һатып алған продукцияны файҙаланыу һөҙөмтәһендә кеше һәләк булһа, төрмәгә ултыртыу тураһында закон ҡабул итергә кәрәк. Ошон­дай ҡаты саралар ҡулланғанда ғына беҙҙә тәртип буласаҡ. Миңә кеше үлтереү бу­йынса енәйәт эшен ҡа­раған судтарҙа ҡатнашырға тура килә. Енәйәттәрҙең күбеһе эскән килеш ҡылына. Ғәйеп­ләнеүсе енәйәт ваҡи­ғаһын һүрәтләгән саҡта: “А.-ның өйөнән араҡы һатып алдым”, “ул К.-нан көмөшкә алып килде”, – тип һөйләй. Енәйәтсе кеше үлтергән өсөн тейешле язаһын ала, ә бына енәйәт эшендә исеме яңғыраған, өйөнән спиртлы эсемлек менән сауҙа иткән кеше бер ниндәй ҙә яуаплылыҡҡа тарттырылмай ҡала. Был да дөрөҫ түгел. Енәйәтсегә булышлыҡ иткән өсөн ул да яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш. Шулай уҡ ялған араҡы алып, өйҙән һатыу итеүселәр ҙә, ауылдарҙа магазин кәштәләре аҫтынан һатҡандар ҙа закон алдына баҫырға тейеш, сөнки улар күрәләтә һаулыҡҡа зыян килтерә, кеше ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Ҡайһы бер әҙәмдәрҙең ҡомһоҙлоғо саманан ашып китә. Мәҫәлән, ҡалала спиртлы эсемлектәр менән һатыу хоҡуғы булған магазинда араҡы менән бер рәттән, кәштә аҫтынан “фанфурик” сығарып һатып торғандары аңлашылмай. Ә бит күптәр сифатлы араҡыны алмай, нәҡ ошо “фан­фу­рик”ка алдана. Теге эсеп үлде, был эсеп йөрөй, тигән хәбәрҙе ишетеп, үҙ-ара һөйләшеп ултырғанда: “Ҡасан был хәл туҡтар икән? Ҡасан эскеселәр бөтөр икән?” – тигән һорау биргәйнем. “Үлеп бөтмәйенсә, туҡтамаҫтар”, – тине әңгәмәсем. Ысынлап та, бер көн килеп үлеп бөтөрбөҙмө икән?! Булыр ҙа, әгәр ҙә араҡы менән дуҫ булһаҡ...

Ялған араҡыны нисек асыҡларға?

Ысын виски менән ялғанды айырыуы ҡыйын түгел. Эти­кеткаһына иғтибар итергә кәрәк, ул тигеҙ йәбештерелергә тейеш, шулай уҡ акциз маркаһы ла. Ялған продукцияның яҙыуҙары һәм һандары уҡылмай тиерлек. Легаль булмаған продукцияны интернет аша тараталар. Уларҙың хаҡы ла магазиндағыға ҡарағанда арзаныраҡ. Хәҙер сифатһыҙ алкоголде барҙарҙа һәм кафеларҙа алырға була. Ҡайһы берәүҙәр, канистр һауытындағы спирт менән һыуҙы ҡатнаштырып, шешәгә ҡойоп, сифатлы араҡы, тип тәҡдим итә. Этил спиртына төрлө төҫ биреүсе буяу һәм тәм биргестәр (ароматизаторҙар) өҫтәп, коньяк төҫөнә индереп һаталар. Метил спирты менән эсемлек әҙерләгәндәр бар, был бик насар һөҙөмтәгә килтерә.
2015 йылдың 29 июнендә ҡабул ителгән 182-се Федераль законға ярашлы, магазин, йә­мәғәт туҡланыуы өсөн алкоголь продукцияһын ваҡлап, күмәртәләп һатыу һәм алыу­ға бәйле яңы ҡағиҙәләр индерелде. Яңы закон буйынса 2016 йылдың 1 ғинуарынан алкоголле продукция әйләнешен көйләгән Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы (ЕГАИС) эшләй башланы. Был система алкоголь эсемлектәр етештереү һәм уларҙың әйләнешендә тулы, дөрөҫ иҫәп алып барыуҙы тәьмин итеү, контрафакт эсемлектәрҙе һатыуға юл ҡуймау маҡсатында индерелә. Бәлки, был закон магазиндарҙа тик юғары сифатлы спиртлы эсемлектәр һатыуға булышлыҡ итер.

Рәмилә МУСИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға