«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Атаһына ҡарап улын һөй



10.07.2015 Атаһына ҡарап улын һөй

– Әәәә, балаң иҫеңә төштөмө? Баштан уйлар­ға кәрәк ине, бөгөндән һинең улың юҡ! Кешесә донъя ла көтә белмәгән уйнаш ҡатын­ға ышанып бала биреп ебәрә алмайым. Был ауылда эҙең булмаһын!
Күршеләргә инеп йығылғанмын, төндә атайым килеп алып ҡайтып китте. Закир уны ла ҡыуып сығарған, хатта ҡул күтәргән – миңә быларҙы әсәйем аҙаҡ ҡына һөйләне.


Ошо көндән ике ут араһында ҡалдым: Закирҙы ла яратам, әсәйемдәр ҙә ҡәҙерле. Ә кейәү менән ҡәйнә-ҡайны араһы бөтөнләй һыуынды. Ҡунаҡҡа саҡырһалар ҙа, бармай, килгәндәрен дә яратмай. Килгән саҡтарында һәр ваҡыт һөмһөрө ҡойолоп йөрөгән иремде күреп, дуҫтарым да аралашыуҙан туҡтаны. Ауырлы инем, бала тыуғас, күңеле йомшарыр, миңә лә һөйөүе артыр, тип өмөтләндем. Тик улар аҡланманы: дауахананан килеп алғанда уҡ талаш сыҡты. Табиптарға бүләк биргәне өсөн әсәйем менән һүҙгә килеште:
– Улар эше өсөн ай һайын эш хаҡы ала. Һеҙҙең кеүек взятка биргәндәр арҡаһында кешенән бүләк, аҡса өмөт итеп, ауырыу­ҙарҙы матурлап ҡарамайҙар!
Бала мәшәҡәттәре артып, донъя көтөргә ваҡыт етмәй башлағас, Закирҙың көйһөҙ саҡтары тағы ла күбәйҙе. Бола өй, ҡабалан бешерелгән аш, йыуылмаған кер менән мине һәр ваҡыт битәрләр булып китте. Тыуған көнөмә әсәйем аҡса биргәйне, бер аҙ ҡулым бушар тип, кер йыуыу машинаһы һатып алдым. Ирҙең ул саҡтағы ярһыуҙары һаман да күҙ алдында.
– Көнөнә өс бөртөк кер йыуғандан ҡулың өҙөләме? Донъя көтөргә уйың бармы һинең, юҡмы? Кеше яҙҙан булған аҡсаһына мал ала. Быҙау алырлыҡ аҡсаны елгә осор­ғанһың! Ҡулыңдан килмәгәс, бала тапмаҫҡа ине. Көнө буйы өйҙә ултыраһың, бер нәмәгә өлгөрмәйһең. Башҡаларҙың ҡатындары бала ла ҡарай, донъя ла көтә, эшкә лә йөрөй. Мин донъя алға барһын тип тырышам, ә һин ҡул көсөмдө юҡҡа сығараһың! Һәпрә, ялҡау икәнеңде белһәм, ғүмерҙә лә һиңә өйләнмәҫ инем! – Тәүге тапҡыр шул көндө ирем миңә ҡул күтәрҙе.
Тормош шулай дауам итте. Борсаҡ яуып юҡҡа сыҡҡан баҡсаға ла, бала һейеп еүешләгән диванға ла, башҡа шундай осраҡлы һәм өлгөрмәгән эштәргә лә мин ғәйепле булдым. Әллә ҡурҡҡанғамы, белмәйем, эшләгән эшемдең һәр ваҡыт кәмселеге сығып торҙо. Ялҡау, һәпрә, эшкинмәгән, һиңмай… Ниндәй генә һүҙҙәр ишетмәнем ул саҡта.
Зәбиргә өс йәш тулған йылды әсәйем йөрәк менән йығылды. Ике ай дауаханала ятҡан саҡта барып хәлен дә белә алманым. Өфөлә операция эшләп, бында, район үҙәгенә ҡайтарҙылар. Һәр төн уның янында булған атайым, арып киткәндер инде, берәй төн ултырып тороуымды һораны. Закир эштә ине, күршеләрҙән һыйырҙы һауып, атаһы ҡайтҡансы баланы ҡарап тороуҙарын үтендем дә, юлға сыҡтым. Ике ай эсендә ябығып, һурылып киткән әсәйемде күреп, телһеҙ ҡалдым. Күгәргән ирендәр, йонсоу йөҙ, хәлһеҙ ҡулдар ҡотомдо алды. Килеп хәлен белмәгәнем өсөн оло ғәйебемде тойоп, күҙемдән йәш аҡты.
– Киткәнеңә кейәү асыуланманымы? – әсәйем һаман да мине ҡайғырта.
– Юҡ. Бәлки, үҙе лә килеп сығыр иртәгә… – Тауышым ышандырырлыҡ булмағанын үҙем дә һиҙҙем.
– Эшкә йөрөгән кешене мәшәҡәтләмә, балам.
Закирҙың килмәҫен һиҙеп, бары миңә уңайһыҙ булмаһын өсөн генә әйткәнен аңланым.
Иртәгәһенә атайым төшкән һуң ғына килде. Ҡайтырға ҡабаланып әйберҙәр йыйғанымды күрҙе лә:
– Ҡыҙым, бөгөнгә беҙгә генә ҡайтып тор инде. Төнгөлөккә әсәйең янында булыр өсөн Өфөнән Фәниә апайың ҡайта, һине үҙем алып барырмын.
– Юҡ, атай, былай ҙа һуңлап киттем, ҡайта һалам.
Әсәйем менән хушлашып сыҡтым да, вокзалға йүнәлдем. Артымдан атайым ҡыуып етте.
– Ҡыҙым… – ул һүҙ башларға уңайһыҙланып, туҡтап ҡалды.
– Нимә булды?
– Беҙгә генә бар инде… Ней… Кисә төндә кейәү килеп китте…
– Ниңә минең янға килмәне? Зәбиргә берәй нәмә булғанмы әллә?

– Ул һинең әйберҙәреңде килтереп ҡалдырҙы. Башҡаса өйгә ҡайтып йөрөмәһен, тине.
Үҙ ҡолаҡтарыма ышанмайынса атайыма текәлдем.
– Һин борсолма, ҡыҙым, бөгөн кис икәү барып һөйләшербеҙ, аңлашырбыҙ. Уға тиклем кейәү ҙә тынысланыр. Апайың килеү менән ҡайтырмын, беҙҙә ултырып тор, йәме.
– Ярар.
Тик билдәһеҙлектә уйланып ултырғым килмәне, автобус менән ҡайтыр юлға сыҡтым. Өйгә ҡайтып еткәндә көн кискә ауыш­ҡайны, ирем ҡапҡанан да индермәне. Мине күреү менән ҡулына оҙон һайғау алды:
– Миңә һеперелеп йөрөгән уйнаш бисә кәрәкмәй. Тағы өй яғына бер аҙым атлаһаң, ошо һайғау башыңа төшәсәк. Ҡайҙан килдең, шунда кит!
– Нимә һөйләйһең һин?! Әсәй ауырып ята, янында ултырырға кеше кәрәк ине…
– Ауырыһа, төҙәлер ине. Һин табипмы әллә? Донъяны ташлап сығып киткәнһең икән, башҡаса бында килеп йөрөмә!
– Зәбир ҡайҙа?
– Әәәә, балаң иҫеңә төштөмө? Баштан уйларға кәрәк ине, бөгөндән һинең улың юҡ! Кешесә донъя ла көтә белмәгән уйнаш ҡатынға ышанып бала биреп ебәрә алмайым. Был ауылда эҙең булмаһын!
Күршеләргә инеп йығылғанмын, төндә атайым килеп алып ҡайтып китте. Закир уны ла ҡыуып сығарған, хатта ҡул күтәргән – миңә быларҙы әсәйем аҙаҡ ҡына һөйләне. Йылдан артыҡ ике ауыл араһын тапаным. Ауыл советына ла, судҡа ла барып ҡараным, ярҙамы теймәне: Зәбирҙе атаһы менән ҡалдырҙылар. Айына ике тапҡыр атаһы янында булғанда күрешергә рөхсәт бирелде, тик ирем, икенсе кешегә өйләнәм, беҙҙең тормошто бутап килеп йөрөмә, тине.
Ауырыу әсәйем, минең өсөн борсолоп, бөтөнләй биреште. Төндәр буйы баламды һағынып илап сыҡҡанымда уның да йөрәге әрнегәндер инде, хәҙер генә аңлайым. Ғәлиә һылыуым, зинһар, әсәйеңде һаҡла, үҙеңдең ҡайғыларыңды өҫтөн ҡуйып, әсә йөрәген өҙгөләмә.
Фәйрүзә апайҙың һөйләгәндәрен ышаныр-ышанмаҫ ҡына тыңлаһам да, һуңғы һүҙҙәренән күңелем йомшарҙы. Ысынлап та, Зәбир, Зәбир, тип әсәйемде бөтөнләй уйламағанмын даһа! Һаулығым өсөн мең яна, етмәһә, килгәне һайын үҙ кисерештәрем менән булып, матурлап һөйләшкәнем дә юҡ бит! Ә шулай ҙа һорамайынса булдыра алманым:
– Ә хәҙер кем менән йәшәйһегеҙ?
– Ике өй аша ғына Рәмил менән Йәмилә йәшәй ине. Яман ауырыуҙан, алты йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарын етем ҡалдырып, Йәмилә мәрхүм булып ҡалды. Ҡайғыһынан Рәмил яйлап эскегә бирелә башланы. Урамда уйнап йөрөгән балаларҙы бер нисә тапҡыр үҙебеҙгә алып ҡайтып йыуындырып, сәстәрен тарап, ашатып сығарҙым. Мәктәпкә барыуҙарына тип, һанарға, уҡырға өйрәтеп маташтым. Улар менән булышҡанды ҡарап ултырған әсәйем әлеге иптәшемә үҙе димләне. “Етем бала бағыу – иң ҙур сауап. Сабыйҙарға һәйбәт әсәй булһаң, рәхмәттәре төшөр. Аллаһы Тәғәлә Закирға ла яҡшы ҡатын тап итеп, балаң етемлекте тоймай йәшәр. Әгәр риза булһаң, Рәмил менән үҙем һөйләшәм. Икәү-ара килешһәгеҙ, эсеүен дә ташлар”.
Бер нисә көн уйлап йөрөнөм дә ризалығымды бирҙем. 17 йыл инде бергә донъя көтәбеҙ. Уртаҡ улыбыҙ Сәлимгә быйыл 15 йәш тулды. Тәүге осорҙа ауыр булды, күңел тартмаған кеше менән бер өйҙә йәшәй башлау еңел түгел. Етмәһә, Рәмил эсеүен тиҙ генә ташларға уйламаны. Төндәр буйы ҡыҙҙарҙы ҡосаҡлап, Зәбиремде һағынып илап сыға торғайным. Әммә йомшаҡ күңелле, алсаҡ булыуы менән ирем минең һөйөүемде яулап ала алды. Үҙебеҙҙең дә, әсәйемдәр­ҙең дә йортон һатып, ике ҡатлы ҙур, иркен йорт алдыҡ. Мәрхүм булғанға тиклем атай-әсәй беҙҙең менән бергә йәшәне. Әсәйем аяҡтан яҙғас, күтәреп йөрөтөр ине. Ҡай­ҙарға ғына дауаланыр­ға йөрөтмәне… Ун йыл инде бөтөнләй эсмәй. Ҡыҙҙа­рым да үгәйһенмәй, килгәндәрендә күрәһең бит, өҙөлөп торалар. Ирҙән дә, балаларҙан да бәхетем булды, Аллаға шөкөр. Тик бына Зәбиремде генә уйлап йөрәгем һыҙа. Тәүге осорҙа йыш барҙыҡ янына, тик һөйләшкеһе килмәне. Атаһы ла барған һайын битәрләүҙән, ғәйепләүҙән бушаманы. Аптырағандан, икенсе ҡатыны менән айырылышҡас: “Ҡабул итәһеңме, Рәмил менән айырылам да һиңә кире ҡайтам?” – тип һораным. Ҡысҡырып көлдө лә: “Юҡ инде, миңә ата ялҡау ҡатын кәрәкмәй”, – тине. Ялҡау тигәндәй, элек алимент түләтмәгәйне бит, ике йыл элек Зәбиргә машина алыр­ға аҡса һорап килде. Кредит алдыҡ та бирҙек инде. Килгән сағында өҫтәл артына ултырырға йөрөй инек, табын­ға уны ла саҡырҙым. Ҡабаланып, аштың туртаһын алмағайным, тәрилкәләге ашына ҡарап ултырҙы ла:
– Дәәә… 20 йыл үтте, һаман ашарға бешерә белмәйһең икән. Хәйер, әсә һөтө менән инмәгәнде… – тип битәрләй башлағайны, иптәшем ҡыуҙы ла сығарҙы.
Шулай, Ғәлиә һылыуым, ғәйепләһәң дә, ярлыҡаһаң да – һинең ҡарамаҡта. Ә Зәбиргә килгәндә, яратһа, килер. Атаһының һүҙенә ҡарап тормаҫ. Әгәр килмәй икән, ныҡлап уйлан: атаһы һүҙенән сыға алмай, ауыр саҡтарыңда йылы һүҙен дә йәлләгән кеше һиңә кәрәкме?
– Ярлыҡарға мин бит судья түгел. Һәр кемдең үҙ дөрөҫлөгө бар.
– Әлбиттә. Ә шулай ҙа мин һинең килен булыуыңды теләр инем, – Фәүзиә апай шым ғына килеп, битемдән үбеп китте.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға