НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Йондоҙ»ло юмор
Махсус бит // 7-09-2010, 10:44


– Мин яңыраҡ Бритни Спирстың клонын күрҙем! Һаҡаллы һәм мы­йыҡлы...
– Иҫәр, ул бит Бондарчук!...

Өйрәнәйек бергә йыр
Махсус бит // 7-09-2010, 10:43


Бул һин янымда
А. Абдрахманов көйө,
В. Камалов һүҙҙәре.
Һөйәме мине, һөймәйме, тип,
Юрама һин хистәремде.
Башҡалар түгел, мин үҙем дә
Аңламайым һөйгәнемде...

Президент улының яратҡан төркөмө
Махсус бит // 7-09-2010, 10:41


Президент улының яратҡан төркөмөРок-музыка һөйөүселәргә «Linkin Park» төркөмө яҡшы таныш. Йәштәрҙең, айырыу­са егеттәрҙең, иң яратып тыңлаған йырҙарын башҡара ул.
Төркөм 1999 йылда барлыҡҡа килә һәм тиҙ арала ҙур по­пулярлыҡ яулай. Ул 60 миллиондан ашыу альбомын һатырға өлгөрә, ике тапҡыр Грэмми наградаһына лайыҡ була. Тәүге альбомдары уҡ төркөмгә ҙур уңыш килтерә, ул 30 миллионлыҡ тираж менән һатылып бөтә һәм «бриллиант альбом» статусын ала. Икенсе альбом да, беренсеһе кеүек үк, уңышҡа өлгәшә һәм альбомдар һатыуҙан килгән аҡсаны төркөм бөтә донъя буйынса хәйриә акциялары ойоштороуға тотона. Һуңғы альбомдары ла 32 илдә тәүге урында тороп, өс тапҡыр «платина альбом» исеменә лайыҡ була....

«Моңдонъя» яңылыҡтары
Махсус бит // 7-09-2010, 10:40


Дуҫлыҡты нығытып
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Алтын көҙҙөң моңдары» тип аталған музыкаль проект әҙерләй. Ике туғандаш халыҡтың дуҫлығын нығытыр өсөн ойошторолған концертта 23, 24 сентябр­ҙә башҡорт һәм татар эстрадаһының иң сағыу «йондоҙ»ҙары сығыш яһаясаҡ....

Йыр – уның юлдашы
Махсус бит // 7-09-2010, 10:38


Йыр – уның юлдашыРуслан Яҡшыбаев 1992 йылдың 25 майында Себерҙәге Тында ҡалаһында донъяға килгән. Шуҡ, шаян булып үҫеп килгән малай өс йәшендә үк тормоштоң тәүге ауыр һынауына ҡаршы торорға мәжбүр була: матур ғына ғаиләләренең көслө таяуы – атаһы вафат була. Бар тәрбиә әсәһе ҡулына ҡала. Һөйөклө улы өсөн, әлбиттә, ул бер ни ҙә йәлләмәй. Әсәһенең өмөтөн аҡларҙай егет булып үҫә Руслан – тырыш та, уңған да, талантлы ла....

Йәш йырсы инженер һәм иҡтисадсы һөнәрен дә үҙләштерә
Махсус бит // 7-09-2010, 10:36


Йәш йырсы инженер һәм иҡтисадсы һөнәрен дә үҙләштерәАнжелика Якусева тура­һында йәштәр бик яҡшы белә. Эстра­даға күптән түгел генә аяҡ баҫһа ла, һылыулығы, тауышы менән тамашасы күңелен яулап өлгөргән ул. Силәбе ҡалаһында тыуған ҡыҙ биш йәшендә ата-әсәһе менән Башҡортостанға – Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылына күсеп ҡайта. Бәләкәй сағынан уҡ күңеленә һалынған йыр-моңға һөйөүҙе әсәһе лә хуплай һәм уны музыка мәктәбенә фортепиано класына уҡырға бирә. Ике йылдан һуң ҡыҙ үҙе теләп бейеү түңәрәгенә лә яҙыла. Хыялы ла сәнғәт менән бәйле була – актриса йә йырсы булыу. Күп кенә бәләкәй ҡыҙҙар кеүек, көҙгө алдында тараҡты микрофон итеп тотоп йырлап та йөрөй. Мәктәптә, районда үткән бөтә сараларҙа ҡатнашыуы уҡыуына ҡамасауламай – ҡыҙ тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә....

Тәүге мөхәббәтемдең күҙ йәштәре төштөмө икән?
Махсус бит / Письма // 31-08-2010, 10:58


Тәүге мөхәббәтемдең күҙ йәштәре төштөмө икән?
Тыныс ҡына, күптәрҙең күҙен ҡыҙҙырырлыҡ барған ғаилә тормошом селпәрәмә килде. Кем, кемдәр ғәйепле икән? Беренсе һәм ғүмерлек мөхәббәтем, бәлки, һинең күҙ йәштәрең төшкәндер?
8-се синыфта бер егеткә үлеп ғашиҡ булдым. Унан башҡа бер кем дә кәрәкмәй ине, ул тип яндым, көйҙөм. Әммә ғорур булдым, бер нисек тә уға белдермәнем. 10-сыға килеп еткәс, Азамат үҙе артымдан йөрөй башланы. Һәм көндән-көн нығыраҡ яратыуын белдерҙе. Ғорур ҡылана инем, илата торғайным, үҙен дә ныҡ ҡыҙғандым, башҡа ҡыҙҙарға, һаумы, тиһә лә, үсегеп, әйләнеп китәм һәм, илап ғәфү үтенмәйенсә, яҡын да ебәрмәй инем....

Бүләгегеҙҙе алып ҡыуандым
Махсус бит / Письма // 28-08-2010, 16:32


Һаумыһығыҙ, хөрмәтле «Йәшлек» гәзите хеҙмәт­кәрҙәре!
Һеҙгә оло рәхмәт белдереп, хат ебәреүсе Ҡырмыҫҡалы райо­нының Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәүсе, йәштәр гәзитен яратып уҡыусы Әнисә Ислам ҡыҙы Меркулова булыр. Мин «Йәшлек»-фараз»ға яҙғайным да, күберәк тираж яҙып ташлағанмын. Үҙемдең исемемде гәзиттә уҡығас, эй, шатландым инде, еңеүселәр араһында районыбыҙҙан минең генә исем бар ине бит. Ул бүләкте ҡайһылай ғына итеп барып алырға инде, тип йөрөһәм, хат ташыусы ҡыҙым Гөлнәзирә йүгереп килеп инде лә: «Инәй, бүләгең килгән бит», – тине. Эй, һөйөндөм инде. Өйгә ингәс тә дискыны ҡуйып ебәрҙек һәм йырҙарын рәхәтләнеп тыңланыҡ....

«Йәшлек» йәшәртә, йәшәүгә дәрт өҫтәй
Махсус бит / Письма // 17-08-2010, 11:37


Рухи аҙыҡтың һәр кемгә кәрәк икәнен аңлатып тороу кәрәкмәҫ, моғайын. Радио, телевидение һәм хәҙерге көндә интернет һәр өйгә тиерлек үтеп инһә лә, тормошобоҙҙо гәзит-журнал­һыҙ күҙ алдына ла килтереү һис мөмкин түгел. Оло йәштәгеләр ҙә һуңғы яңылыҡтар­ҙы матбуғат баҫмалары аша белә.
Мин, етмешкә етеп килгән кеше булараҡ, 53 йыл ғүмеремде матбуғат баҫмалары менән аралашыуға арнаным. Тәүге хәбәрҙәрем 1957 йылда район гәзитендә баҫылһа, ә һуңға табаныраҡ инде «Ленинсы», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә донъя күрҙе....

Өҙөлмәһен гитара ҡылдары...
Махсус бит / Письма // 17-08-2010, 11:17


«Илама, илама...» Гитара ҡылдарына ҡушылып, йөрәк өҙгөс тауыш менән йырланған был йыр күңелемдә мәңге яңғырар кеүек. Йыр бөткәндән һуң бер кемдең дә тынлыҡты боҙорға ҡыймағанын күреп, егет тағы ла нығыраҡ уңайһыҙлана. Зәңгәр күҙҙәре аҫҡа төбәлә. Әммә күп тә үтмәй, тағы ла моңһоуыраҡ йыр яңғырай. Түңәрәккә йыйылған ҡыҙҙар һәм егеттәр таң атҡансы тик уның моңло тауышын тыңларға әҙер. Башҡа ваҡытта: «Йоҡларға бирмәйһегеҙ!» – тип әрләгән өлкәндәр ҙә егеттең йырҙарын уфтанып тыңлай. Бәлки, ваҡытында тейешле ергә уҡырға ебәрһәләр, Инсафтан бынамын тигән йырсы, хатта «йондоҙ» сығыр ине. Әммә ысынында уға йәмғиәт «законһыҙ тыуған» тигән рәхимһеҙ мөһөрөн баҫҡан. Шуның менән, бәлки, Хаҡ Тәғәлә ниндәйҙер кимәлдә уның яҙмышын алдан билдәләп тә ҡуйғандыр. Ә, бәлки, егеттең йырҙарын йотлоғоп тыңлап, шул моң тарафынан хыял донъяһына сумған беҙ, уның тиҫтерҙәре лә, был яҙмыштың селпәрәмә килеүенә мең-мең ғәйеплебеҙҙер. Сөнки беҙҙе өйгә һуңлап ҡайтҡан өсөн әрләгән, әммә өҫтәлдә йылы ашын әҙерләп ҡуйған әсәйҙәребеҙ көтә ине, ә Инсафты......


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM