НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Нефтселәргә лә, халыҡҡа ла игелекле
Махсус бит // 4-12-2010, 16:02


Нефтселәргә лә, халыҡҡа ла игелеклеЙомарт Дүртөйлө ерендә бер-бер артлы «ҡара алтын» шишмәләре асылған йылдарҙа бында республиканың төрлө төбәктәренән хеҙмәткә сәмле, романтик рухлы йәштәр эшкә ағыла. Улар араһында Туймазы егете Әмир Сафиев та була. Үҙенең урынын нефть промыслаларында күҙаллаған егетте бында тағы ла яуап­лыраҡ һәм ҙурыраҡ эштәр көткән икән...
...

Бәләкәстәргә тылсымлы музыкаль бүләк!
Махсус бит // 4-12-2010, 16:01


Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте яңыраҡ ҡына мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн «Беҙ йырлайбыҙ» тигән музыкаль китап сы­ғар­ҙы.
Балаларға ғәжәйеп бүләк булған баҫманың формаһы бик үҙенсәлекле: сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән картон биттәрҙә филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Зәйтүнә Шәрипованың һәр бер нота тураһында дүрт юллыҡ шиғырҙары, шулай уҡ балалар өсөн башҡа авторҙарҙың популяр йырҙары ноталар менән бирелгән. Иғтибарҙы ныҡ йәлеп иткәне һәм иң ҡыҙыҡлыһы – һүрәттәр ете төҫтәге йәйғор һымаҡ итеп төшөрөлгән, ете нотаға ярашлы музыкаль металлофон бар. Был уникаль китаптың нәшер проекты етәксеһе – Тәслимә Вәлиева, ноталарын музыкаль мөхәррир Айһылыу Сәлмәнова эшләне, Ирина Әхмәҙуллина һүрәттәрен әҙерләне. Нәшер мөхәррире – Әлфиә Әсәҙуллина.
Дебют баҫма «Китап» нәшриәте өсөн генә түгел, бәлки Башҡортостан нәшерселәре өсөн дә күркәм яңылыҡ...

Йырсы ла ул, баянсы ла
Махсус бит // 4-12-2010, 15:57


Йырсы ла ул, баянсы ла«Гәлсәр һандуғас» телефестивале бик күп яңы исемдәр, үҙенсәлекле матур тауышлы йырсыларҙы асты. Шуларҙың береһе – Иҙел Нурғәлин. Иҙел Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫкән. Әлеге көндә Өфө дәүләт сәнғәт академияһының музыка бүлегендә белем ала. Киләсәген тик сәнғәт өлкәһендә күрә сәхнәлә тәүге аҙымдарын яһаусы йәш артист....

Матбуғат яңғыҙлыҡта – иптәш, көсһөҙ саҡта – ярҙамсы
Махсус бит // 4-12-2010, 14:59


Бөтәбеҙҙә лә рухи хозурлыҡ, ләззәт, байлыҡ булыуы – тормошобоҙҙоң ысын мәғәнәһендәге нигеҙе. Кеше ергә ҡайғырып, борсолоп, яфаланып донъя көтөргә генә килмәгән, ә шатланып, ғаилә ҡороп, матур йәшәр өсөн тыуған. Ашыҡмай, кәңәшләшеп, сабырлыҡ менән көн иткәндә, һис шикһеҙ, ҡуйған маҡсатыңа ирешергә мөмкин. Ләкин тормош үҙенекен итә. Кеше аптырашта ҡала. Нәҡ ошо ваҡытта ваҡытлы матбуғат баҫмалары ярҙамға килә ала....

Улар ғаиләләре менән йыр-моңға ғашиҡ
Махсус бит // 4-12-2010, 14:55


Улар ғаиләләре менән йыр-моңға ғашиҡ Зилиә Бәхтиева – быйылғы «Гәлсәр»ҙәр араһында иң сағыу, талантлы йәш йырсыларҙың береһе. Шулай булмай, бәләкәй сағынан уҡ халыҡ йырҙары мөхитендә туған моңдарҙы күңеленә һеңдереп үҫкән ҡыҙҙың булмышы менән йыр-моң кешеһе булмауы мөмкин дә түгелдер.
Уның атаһы ла, әсәһе лә йырсылар, ҡурайсылар, ғөмүмән, моңло кешеләр тоҡомонан. Әсәһе яҡлап, Хәсәновтарҙың, үҙ ғаилә ансамбле бар. Әсәһе күп балалы ғаиләлә үҫкән, 11 баланың бөтәһе лә уҡытыусы һөнәрен һайлаған, уларҙың һәр береһе йыр-бейеүгә оҫта. Олатаһы ҡурайҙа уйнай....

Мәғәнәле исемеңде ҡәҙерлә
Махсус бит // 4-12-2010, 14:52


Мәғәнәле исемеңде ҡәҙерләБыл мәҡәләне яҙыр алдынан байтаҡ уйланып йөрөнөм. Шул саҡ бер ағай менән һөйләшеү хәтеремде яҡтыртып ебәрҙе. Уның әйткәндәренә тәүҙәрәк артыҡ әһәмиәт тә биреп өлгөрмәнем һымаҡ. Аҙаҡтан уйланып йөрөй торғас, ниндәйҙер ҡоршау­ҙы ысҡындырғандай булдым. Ул ағайҙың һөйләгәндәре әле булһа ҡолағымда яңғырап киткәндәй: «Балаға исемде уның мәғәнәһен аңлап еткермәйенсә ҡушабыҙ һымаҡ. Бына минең игеҙ улдарым тыуҙы. Исемдәрен дә бер-береһенә оҡшаш һүҙҙәр­ҙән ҡушҡайныҡ. Игеҙәктәрҙең тәүге һыңары үҙенә ҡушҡан исемде аҡланы булһа кәрәк....

«Йәшлек»тең беренсе бәпесе – Зөбәржәт
Махсус бит / Письма // 4-12-2010, 14:52


«Йәшлек»тең беренсе бәпесе – ЗөбәржәтЕгерме йыл ғүмер. Әҙәм балаһының ғына йөҙөндә, килеш-килбәтендә, хатта бөтөн булмышында юйылмаҫлыҡ эҙҙәрен ҡалдыра, тип йөрөһәм, баҡһаң, йылдар гәзит биттәрен дә үҙгәрмәҫлек итеп һарғайта, таушалдыра икән. Бына, егерме йыл элек сыҡҡан «Йәшлек» гәзитенең төпләмәһе ҡулыма килеп эләккәс, биттәрен бер-бер артлы ҡыҙыҡһынып аҡтарам. Ҡасандыр аҡҡа ҡара менән баҫылған хәрефтәр бер аҙ уңып, ҡағыҙға буяу ныҡ һеңеп тарал­ғанлыҡтан, тоноҡланып ҡалған. Ә фотоһүрәттәре... күҙҙең яуын алып торған бөгөнгө сағыу төҫтәгеләре менән сағыштырырлыҡмы һуң?! Эйе, ваҡыт тигәнең үҙенекен эшләй......

Ауырлыҡҡа баш эймәйенсә
Махсус бит // 4-12-2010, 14:44


Ауырлыҡҡа баш эймәйенсәӨсөнсө декабрҙә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарары буйынса Инвалидтар көнө билдәләп үтелә. Был көн сәләмәтлеге сикләнгән кешеләргә һәр яҡлап иғтибар күрһәтеү, миһырбанлы булыу һәм мөмкин ҡәҙәр уларға ярҙам итеү көнө тип ҡабул ителә....

Эш ҡыуалармы, эш ҡыралармы?
Махсус бит // 30-11-2010, 12:39


Эш ҡыуалармы, эш ҡыралармы?Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, ти халыҡ. Һуңғы йылдар­ҙа, иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарына ла көрсөк килеп ҡағыл­ғас, быға ҡәҙәре дәүләт предприятиеларында, бюджет ойошмаларында, колхоз-совхоздарҙа хеҙмәт иткән меңәрләгән халыҡ эшһеҙ ҡалды. Бығаса киләсәге өсөн рухи тетрәнеү кисермәй, нисәмә йыл фиҙакәр эшләгән, исеме маҡтау таҡтаһынан төшмәгән байтаҡ кеше, билдәһеҙлеккә ташланғанлыҡтан, баҙап, йә эскегә һалышты, йә, бөтөнләй өмөтө өҙөлөп, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеүҙең еңел юлын тапты – башын элмәккә тыҡты. Бәғзе берәүҙәр тамаҡ аҫрарлыҡ аҡса артынан Себер тарафтарына, Мәскәүгә, башҡа ҡалаларға китеп олаҡты, өсөнсөләр яҙмыштарын алып-һатыу менән бәйләне. Йылғырыраҡ һәм дыуамалыраҡтар үҙҙәренең предприятиеларын асырға баҙнат итте....

СПИД-ҡа ҡаршы бергәләп көрәшәйек
Махсус бит // 30-11-2010, 12:16


СПИД-ҡа ҡаршы бергәләп көрәшәйекСПИД – иң ҡурҡыныс һәм йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Нисә йыл инде медицина уға ҡаршы һөҙөмтәле дарыуҙар уйлап таба алмай. Шулай ҙа табиптар бар көсөн һалып, ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн сиргә ҡаршы көрәшә.
Рафаэль Ғәли улы Яппаров етәкләгән Башҡортостан Республикаһының СПИД һәм инфекция ауырыуҙа­рына ҡаршы көрәшеү һәм профилактикалау үҙәгендә тап ошо эш менән шөғөлләнәләр. Уның методик ярҙамды ойоштороу бүлеге мөдире Нурфиға Карам ҡыҙы Хафизова СПИД тураһында тәфсирләп һөйләп бирҙе.
...


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр
  • Балсы ҡулынан бал тамыр



  • Радио Юлдаш FM