НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Әсәйем һабаҡтары
Махсус бит // 12-02-2011, 10:59


Әсәйем һабаҡтарыОшо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре докторы, БДУ профессоры Рафаэль Аҙнағолов үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул шулай уҡ «Йәшлек» гәзитенең тоғро дуҫы, әүҙем авторы ла. Рафаэль ағайҙы байрамы менән ихлас ҡотлап, һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләп, юбилей айҡанлы уның сираттағы фәһемле мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ....

"һалҡын һуғыш" әсирҙәреме беҙ?
Махсус бит / Проблема // 12-02-2011, 10:57


Беҙҙең донъя тотошлайы менән «Ниңә?», «Нисек?», «Нишләп улай?» тигән һорауҙар­ҙан, «Аһ-аһ!», «Бынағайыш!», «Ыстағәфирулла!» тигән аптырау­ҙарҙан тора кеүек. Уйлай китһәң, аҙым һайын нәҡ ошо һүҙҙәр тел осона килә лә ҡуя. Эшкә юлым баш ҡаланың транспорт та, кеше лә мыжғып торған Октябрь проспектының буйынан буйына һуҙыл­ған. Туҡталышҡа сығып барғанда уҡ башымда үрҙә әйткән һорауҙар, аптырауҙар ҡайнай. Ниңә ошо подъезд шул тиклем тәмәке төпсөгөнә, төкөрөккә батҡан? Ниңә бынау йәш кенә ҡыҙыҡай ауыҙына тәмәке ҡабып, иртә менән айҡала-сайҡала китеп бара? Атаҡ-атаҡ! Был автобус водителе бүрәнә ташыймы, кешеләрҙеме? Магазиндағы (почтала, поликлиникала һ.б.) сиратта ниңә тик торғандан талашып китәләр һуң ул? Әйткәндәй, аҙыҡ-түлек хаҡтары нишләп улай, сүпрә ондо ҡабартҡандай, үҫә лә үҫә икән? Ҡыҫҡаһы, бер кем дә, бер нәмәне лә «йүгәнләй» алмай кеүек тойола....

Яҙмышҡа буйһонмағыҙ...
Махсус бит // 12-02-2011, 10:56


Мәктәптә уҡығанда баҙнатһыҙ ғына егет инем. Үтә лә шым, ҡыйыуһыҙ булғаныма күрә лә ҡыҙҙар миңә бик иғтибар итеп тә бармағандыр. Урта мәктәпте тамамлағас, ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға индем. Үҙебеҙҙең совхозда механизатор булып эшләй башланым. Шул йылды ауылыбыҙға киномеханик булып бер сибәр ҡыҙ эшкә килде. Күҙем төштө бит шул һылыуға. Тик уны күреү өсөн генә киноға йөрөйөм....

Серен аса көндәлек – Һөйөү бит ул мәңгелек!..
Махсус бит // 12-02-2011, 10:53


Был һарғайып бөткән көндәлек ҡулыма килеп эләккәс, хатта йәнем тертләп киткәндәй булды. Сөнки унда йәш кенә ҡыҙҙың тәүге саф хистәре теркәлгән, хатта мөлдөрәп ташып торған кеүек. Уны уҡыу берсә татлы тәүге хистәрҙе иҫкә төшөрһә, берсә һағышлы уйға һалды: ниндәй нескә күңел! Уны гәзит уҡыусы хөкөмөнә сығарыу хатта енәйәт кеүек. Шулай ҙа бындай көндәлектәр яҙыу һәләте унан киләсәктә яҙыусы яһар, бәлки. Кем белә?.....

Елән
Махсус бит // 12-02-2011, 10:52


Борон-борон заманда бул­ған, ти, ярлы ғына бер кеше. Уның өс улы, бер ҡыҙы булған. Ул балаларын бик күп ауырлыҡ күреп тәрбиәләп үҫтергән. Балалары ла бик аҡыллы, бик һөнәрле булған. Оло улы шундай һөнәргә өйрәнгән: ул теләһә нәмәнең еҫен алыҫтан уҡ һиҙә икән. Уртансы улы мәргән атыусы, кинйә улы иҫ киткес көслө батыр, һеңлеләре донъя­ла тиңе булмаған һылыу, ти.
Егеттәр үҫеп етеүгә аталары ауырып үлгән. Көндәрҙән бер көндө улар өсәүләп һунарға сығып киткән. Әсәйҙәре урман­ға еләк йыйырға киткән, ти. Әсәләренең кәңәшен тотоп, ағалары һеңлеләрен өйҙә ҡалдырып, ишекте тышҡы яҡтан бикләгән, ти....

Мәктәп көләмәстәре
Махсус бит // 12-02-2011, 10:51


– Атай, күҙеңде йомған килеш ҡултамғаңды ҡуя алаһыңмы?
– Эйе.
– Улайһа, минең көндәлегемә ҡуй әле....

Балалар ижады
Махсус бит // 12-02-2011, 10:50


Мин «Йәйғор» сығарылышын көтөп алам. Үҙем дә хикәйә, ши­ғыр­ҙар яҙам. Шуларҙың бер нисә­һен һеҙгә лә тәҡдим итмәксемен.
Лилиә ҠАҺАРМАНОВА,
7-се синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы,
Байназар ауылы...

Ильнур Буранбаевтың үлеме буйынса СКП 1 февральда эш асырға мәжбүр булды
Яңылыҡтар таҫмаһы / Проблема // 10-02-2011, 19:59


Күп тапҡырҙәр гәзиттәрҙә һәм интернет-сайттарҙа, шул иҫәптән беҙҙең гәзиттә һәм сайтта, Ильнур Буранбаефтың фажиғәле һәләк булыуы тураһында яҙғандан һуң СКП РБ эш асырға мәжбүр булды. Иҫләүегеҙсә, прокуратура кешеләре үҙҙәренең сығышында хатта беҙҙең гәзиткә лә ишара яһай биреберәк ҡуйғайнылар, йәнәһе, бер ниндәй ҙә үлтереү булмаған, ҡайһы бер гәзиттәр үҙҙәрен пиарлау өсөн был мәсьәләне ҡуҙғаталар" тип. Ләкин беҙ Ильнур Буранбаевты үлтергәндәр тип бер нисектә әйтә алмайбыҙ. Уны тикшерер өсөн, иҫбатлар өсөн хөкүмәт органдары бар. Һәм был юлы ла бер фажиғәнең нисек килеп сығыуын асыҡлар өсөн эш асыу мөһимлеген аңғартабыҙ....

Йыры менән йәмләй тормошто
Махсус бит / Письма // 8-02-2011, 10:42


Поезда китеп барам. Ҡаршымда өс ҡатын-ҡыҙ ултыра: Мәүлиҙә апай, уның синыфташы Гүзәл апай һәм Гөлнара. Өсөһөндә өс төрлө яҙмыш. Уларҙы 20 йылдан ашыу беләм. Сөнки йәшлегем Иглин районының Яңы Ҡыбау ауылында үтте... Улар өсөһө лә матур итеп йырлай, өҙҙөрөп бейей ине. Бөгөн Мәүлиҙә апай хаҡында һөйләмәксемен....

Йөйәгем уңғандары
Махсус бит / Письма // 8-02-2011, 10:41


Белорет районының Йөйәк ауылын ғорур тауҙар уратып алған, әйтерһең дә, ул ҙур ҡаҙан уртаһында ултыра. Ауылды уртаға бүлеп, наҙланып ҡына Инйәр йылғаһы аға. Йөйәгебеҙ яйлап ҡына үрләй: ырыҫлы йәштәр ҡырға китмәйенсә, гөрләтеп өйҙәр төҙөп, ауылда ҡалырға тырыша. Ауыл халҡына килгәндә, ир-егеттәрҙең күпселеге тимер юлында эшләй, урман эштәре менән шөғөлләнә, ә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бәйләм бәйләй, балалар тәрбиәләй. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә бихисап. Ауылыбыҙҙың дәрәжәһен, абруйын арттырыусы эшҡыуар Салауат ағай менән Дилара апай Зәйнәғәбдиновтар менән яҡыныраҡ таныштырыр­ға теләйем....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА
  • РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР!!!
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM