НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бензин, тәмәке, араҡы һәм коммуналь хужалыҡ...
Махсус бит / Проблема // 15-01-2011, 11:12


Яңы йылдан һуң тиҫтәләгән яңы закон үҙ көсөнә инде. Уларҙың да ниндәйе... Халыҡтың тормошона ныҡ ҡағылған «коммуналка» тарифтары, электр энергияһы һәм транспорт. Йәғни беҙ уларға күберәк түләйәсәкбеҙ....

Ҡала быймакаттары
Махсус бит // 15-01-2011, 11:08


Ҡала быймакаттарыСибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе быйма баҫыусы Марина һәм Йәүҙәт Мөхитовтарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел
Эй, замана тигәндәреңде, донъя­ның аҫты-өҫкә әйләнеп сығып килә бит! Ауыл халҡы ҡала хаҡында хыялланһа, ҡаланыҡылар, киреһенсә, шым ғына ауыл хужалығы, һөнәрселек менән шөғөлләнеп, көн күрергә тырыша. Ауыл адвокаттары* нисек сәйер яңғырамаһын, ҡала быймакаттары ла шулай уҡ уйынлы-ысынлы яңғырай. Әммә......

Ерҙән биҙҙереү
Махсус бит / Письма // 15-01-2011, 11:03


Халҡыбыҙ башлыса ауыл ерендә йәшәй. Унда кешеләргә эш юҡ, шунлыҡтан эскелек, ялҡаулыҡ баҫа. Ситкә китеп эшләү өсөн һөнәр, тәүәккәллек кәрәк. Бөгөн ауылдарҙа ҡарттар, пенсионерҙар өҫтөнлөк итә. Ауылдағыларҙың төп кәсебе – мал аҫрау. Быйылғы ҡоролоҡло йылда күптәр мал һанын ҡыҫҡартты. Сөнки үлән үҫмәне, ҡышҡылыҡҡа бесән аҙ булды. Үлән үҫмәгән сабынлыҡтарға һалым һалдылар....

Ил күңелендә ҡалһын аманатың...
Махсус бит // 15-01-2011, 10:58


Тыуған илде һаҡла. Үлгәндә лә үҙ ереңә ятһын һөйәгең.
Зәйнәб БИИШЕВА,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

Ил күңелендә ҡалһын аманатың...Тормошта һәр кем, Мостай Кәрим әҫәрендәге сабый һымаҡ, бер мәл, ҡапҡа алдына сығып, юлдың йә уңға киткәнен, йә һулға илткәнен һайларға тейеш. Ҡайһы тарафтарҙа һине уңыш һәм бәхет көтөп торорон, ҡайҙа һәм ҡасан бәләгә тарыуыңды алдан белеү әмәлдәре юҡ. Һәр ҡәүем дә үҙ яҙмышын тарих ағымына ҡарап ҡора, күршеләре эскән һыуҙар йыш ҡына уның да ирендәрен сылата....

Түшкә миҙал тағылды ла...
Махсус бит / Проблема // 11-01-2011, 18:52


Тик «йәшел йылан» әсә исемен йотто
Өйҙә күмәкләшеп сыр-сыу килеп, ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләп йөрөгәндә, кемдер ишек ҡаҡты. Күп тә үтмәй, башына төҫө уңа башлаған, әҙерәк таушалған яулыҡ ябынған ҡатындың башы күренде. Был бит үрге оста йәшәүсе Зәлифә апай. Үҙгәреп киткән. Әллә шешенеп бөткән йөҙө шулай күрһәтәме икән? Янында бәләкәс кенә, биш йәштәр самаһындағы улы ла бар....

Яңы йылда үҙеңде уңышҡа көйлә!
Махсус бит // 8-01-2011, 14:03


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Был йыл һеҙҙең өсөн рухи йүнәлеш, донъяға яңы ҡараш барлыҡҡа килтереүҙә уңайлы. Белем алыу менән шөғөлләнеүселәргә лә һәр яҡлап уңыш йылмайыр. Романтиктарға иһә тойғолар­ға бирелмәй, аҡылға таянып эш итеү һәйбәтерәк булыр. Башҡаларға мөнәсәбәтегеҙ тураһында ныҡлап уйларға тура килер. Дөрөҫ эшләйһегеҙме, юҡмы? Юғиһә яҙмыш үс алыр – яҡындарығыҙҙың һеҙгә ҡарата ышанысын юғалтыуы ла бар. Әйткәндәй, туғандарҙың ҡәҙерен бел, тигән әйтем 2011 йылда иҫегеҙгә күп төшәсәк әле....

Берҙәмлеккә бәрәкәт өҫтәйек
Махсус бит // 8-01-2011, 13:50


Гәзит уҡыусыларҙың ҡанатландыра килеүе һәм мөхәрририәттең ихласлығы менән, һеҙҙең хәбәрсегеҙгә байтаҡ ваҡыт инде «Айбағар» тип аталған рубриканы алып барыу форсаты тейҙе. Яҙған кеше өсөн, мәҡәләне яҙыу һәм баҫтырыуҙан бигерәк, һүҙенең уҡыусылар күңеленә юл табыуы мөһимерәк. «Йәшлек» редакцияһына килгән хаттарығыҙ һәм телефон аша хәбәрләшеүегеҙгә ҡарағанда, гәзит аша еткерә килгән фекерҙәремдең күп өлөшө һеҙҙе ғафил ҡалдырмаған. Быға ғәжәпләнәһе лә түгел, сөнки ил һәм йәмғиәт барған юлдар, халыҡ яҙмышы, ваҡыт шауҡымына бирелмәҫтәй мәңгелек ҡиммәттәр һәр кемде тулҡынландыра. Һәм гел генә шулай буласаҡ та. Ҡояш нуры, саф һауа һәм бәрәкәтле ерһеҙ йәшәүҙең мөмкин түгеллеген аңлаған кеүек, әсәй­һеҙ, икмәкһеҙ, әхлаҡһыҙ кеше булып та ғүмер кисереү ярамай. Тауҙарҙың ишелеүе, диңгеҙҙәр­ҙең кибеүе ихтимал, әммә әсә менән сабый, сабый менән әсә араһындағы бәйләнеш Ҡояш менән Ер араһындағы бәйләнеш кеүек үк айырылғыһыҙ....

«Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аты»
Махсус бит // 8-01-2011, 13:42


«Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аты»Илшат Хәмит улы Ситдиҡовтың исемен белмәгән кеше һирәктер Урал аръяғында. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты, ваҡытында Баймаҡ районының Октябрь, Байыш ауылдарында бүлексә идарасыһы, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаларын башҡарған етәксе бөгөн «Баймаҡ» тәжрибә хужалығын етәкләй. Элиталы орлоҡ әҙерләү менән шөғөлләнеүсе был хужалыҡ йылҡысылыҡҡа ла ҙур иғтибар бирә, айырыуса башҡорт аттарын үрсетеүгә. Башҡортостандың ауыл хужалығы үҫешен ҡайһы юҫыҡта күҙалларға, тигән һорауға яуапты тәжрибәле етәксе ауыҙынан ишетергә теләп, Илшат Хәмит улы Ситдиҡовҡа мөрәжәғәт иттем....

Алға-артҡа күсә сәғәт телдәре
Махсус бит / Проблема // 28-12-2010, 09:49


Яҙлы-көҙлө сәғәт телдәрен йәйге һәм ҡышҡы ваҡытҡа күсергән мәлдә халыҡтан төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә.
Берәүҙәр ваҡыт күсереүҙе хуплаһа, икенселәр, киреһенсә, быға ризаһыҙлыҡ белдерә. Күптән түгел ваҡыт мәсьәләһе тирәһендә бәхәстәр айырыуса ҡуйырып алды. Өҫтәүенә, ҡайһы берәүҙәр Мәскәү ваҡытына күсеү тураһында ла һүҙ алып барҙы. Мәҫәлән, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Нәжиб Йәмилев Мәскәү ваҡытына күсеү хаҡында закон проекты әҙерләгән. Әммә ул йәмәғәтселектә яҡлау тапманы....

Йондоҙнамә
Махсус бит // 25-12-2010, 13:05


2011 йылды Көнсығыш календары буйынса металл Ҡуян йылы тип билдәләйҙәр. Һм! Нисектер килешеп етмәй кеүек. Йомшаҡ ҡуяндар, беҙҙеңсә, ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ. Ярай инде, уйлап сығарыусылар яҡшыраҡ беләлер. Әммә металл тигән һүҙ үҙе генә лә ҡатылыҡты аңлата түгелме? Нимә, беҙҙе шундай йыл көтәме әллә? Юҡ, металл ҡуян аҡ төҫтә һәм бик һәйбәт икән. Уңышлы йыл вәғәҙәләй беҙгә астрологтар. Ул беҙҙе ниҙәр менән ҡыуандырыр? Һәр кешегә уңыш әҙерләнеп ҡуйылғанмы? Кем ниндәй йылда тыуыуына ҡарап, үҙ өлөшөн мотлаҡ алыр. Юраусылар был юҫыҡта бик тырышҡан, буғай.
...


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM