НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Йәшлек» йәшәртә, йәшәүгә дәрт өҫтәй
Махсус бит / Письма // 17-08-2010, 11:37


Рухи аҙыҡтың һәр кемгә кәрәк икәнен аңлатып тороу кәрәкмәҫ, моғайын. Радио, телевидение һәм хәҙерге көндә интернет һәр өйгә тиерлек үтеп инһә лә, тормошобоҙҙо гәзит-журнал­һыҙ күҙ алдына ла килтереү һис мөмкин түгел. Оло йәштәгеләр ҙә һуңғы яңылыҡтар­ҙы матбуғат баҫмалары аша белә.
Мин, етмешкә етеп килгән кеше булараҡ, 53 йыл ғүмеремде матбуғат баҫмалары менән аралашыуға арнаным. Тәүге хәбәрҙәрем 1957 йылда район гәзитендә баҫылһа, ә һуңға табаныраҡ инде «Ленинсы», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә донъя күрҙе....

Өҙөлмәһен гитара ҡылдары...
Махсус бит / Письма // 17-08-2010, 11:17


«Илама, илама...» Гитара ҡылдарына ҡушылып, йөрәк өҙгөс тауыш менән йырланған был йыр күңелемдә мәңге яңғырар кеүек. Йыр бөткәндән һуң бер кемдең дә тынлыҡты боҙорға ҡыймағанын күреп, егет тағы ла нығыраҡ уңайһыҙлана. Зәңгәр күҙҙәре аҫҡа төбәлә. Әммә күп тә үтмәй, тағы ла моңһоуыраҡ йыр яңғырай. Түңәрәккә йыйылған ҡыҙҙар һәм егеттәр таң атҡансы тик уның моңло тауышын тыңларға әҙер. Башҡа ваҡытта: «Йоҡларға бирмәйһегеҙ!» – тип әрләгән өлкәндәр ҙә егеттең йырҙарын уфтанып тыңлай. Бәлки, ваҡытында тейешле ергә уҡырға ебәрһәләр, Инсафтан бынамын тигән йырсы, хатта «йондоҙ» сығыр ине. Әммә ысынында уға йәмғиәт «законһыҙ тыуған» тигән рәхимһеҙ мөһөрөн баҫҡан. Шуның менән, бәлки, Хаҡ Тәғәлә ниндәйҙер кимәлдә уның яҙмышын алдан билдәләп тә ҡуйғандыр. Ә, бәлки, егеттең йырҙарын йотлоғоп тыңлап, шул моң тарафынан хыял донъяһына сумған беҙ, уның тиҫтерҙәре лә, был яҙмыштың селпәрәмә килеүенә мең-мең ғәйеплебеҙҙер. Сөнки беҙҙе өйгә һуңлап ҡайтҡан өсөн әрләгән, әммә өҫтәлдә йылы ашын әҙерләп ҡуйған әсәйҙәребеҙ көтә ине, ә Инсафты......

Ысын ер улы ине
Махсус бит / Письма // 17-08-2010, 11:08


Ысын ер улы ине
Атайыбыҙ Риф Хәйретдин улы Муллагилдин Әлшәй районының Туҡтар ауылында тыуған. Раевканың 1-се мәктәбен тамамлағандан һуң, 1966 йылда, Сибайҙағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының агрономия бүлегенә уҡырға инә. Был һөнәрҙе һайлауының сәбәбе шунда: ул, ауыл малайы булараҡ, йәштән үк баҫыу эштәрендә ҡатнаша, икмәктең ҡәҙерен белеп үҫә, ергә булған һөйөү бында алып килә лә инде. Уҡып йөрөгән ваҡытта атайыбыҙҙы армияға алып китәләр, һалдат һурпаһын етерлек күләмдә татып ҡайтҡас, уҡыуын ҡабат дауам итеп, 1972 йылда техникумды тамамлай....

Ғәйбәт түгел, ғибрәт
Махсус бит / Письма // 14-08-2010, 15:02


Миңә 90 йәш тулып килә.
Элек шулай булды бит инде: атай һүҙе – закон. Шул закон буйынса мине йәшләй өйләндерҙеләр. Димләгән ҡыҙ һуҡырмы ул йәки кәкреме – һайланып тора алмай­һың, барыһы ла атай ихтыярында. Минең атай ҙа дуҫының ҡыҙын миңә димләп алып бирҙе. Кәләшемә 17 генә йәш ине. Тиҙҙән өй һалып, башҡа сығарҙылар. Мин ни, эш менән булам....

Мөхәббәт йәштәре
Махсус бит / Письма // 3-08-2010, 18:11


Өләсәһе, ейәнсәренең һығылып-һығылып илауын ишетеп, нимә булғанын белгеһе килеп, һораша башлай, әммә ҡыҙ тиҙ генә асылырға уйламай. Ә өләсәйҙәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырып бу­ламы ни? Ейән­сәрен өгөтләй торғас, ул барыбер эштең нимәлә икәнен аңлай. Ҡыҙ йө­рөгән егете ме­нән асыуланыш­ҡан. Ейәнсәре өләсәһе хәҙер уны тынысландырыр, нервыларын һаҡларға ҡушыр, тапҡан­һың кем өсөн иларға, төкөр уға, ул һинең күҙ йәштәреңә тормай, онот, бөтәһе лә һинең алда әле, тиер тип көттө. Әммә өләсәһе, йылмайып:
– Һин былай бик мауығып китмә әле, ҡыҙым, ә иларға мөмкин, күңелең күпме теләй. Был күҙ йәштәре һинең мөхәббәтеңде нығытасаҡ ҡына, – тине.
Ҡыҙ йәшле күҙҙәре менән өләсәһенә һораулы ҡараш ташланы.
...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM