НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Күсәр
Махсус бит // 21-09-2010, 10:46


Утилләштереү дауам итә
КүсәрИҫке машиналарҙы утилләштереү программаһы киләһе йылда ла дауам итәсәк, ә 2012 йылдан иҫке йөк автомобилдәре лә был программала ҡатнашасаҡ
Иҫке автомобилдәрҙе утилләштереү программаһы, быйыл ғына башланыуына ҡарамаҫтан, халыҡта ҙур популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Ябай кеше үҙенең иҫке машинаһын утилгә тапшырып, яңыһын алыуға 50 мең һумлыҡ сертификат алып ҡыуанһа, дәүләт ярҙамы ватаныбыҙ автозаводтарын дәртләндереп, уларҙың килемен арт­тырған. Программаның беренсе этабынан һуң, йәғни уға бүленгән финанс бөткәс, яҡшы сараны юҡҡа ғына тағы ла оҙайтманылар. Еңел автомобилдәр менән тәжрибә килеп сыҡты, тип әйтергә лә була. Шуны иҫәптә тотоп, РФ Хөкүмәте 2011 йылда еңел автомобилдәрҙе утилләштереү программаһын дауам итеүгә 14 миллиард һум аҡса бүленәсәге хаҡында хәбәр итте....

Хыянатты ғәфү итеп буламы?
Махсус бит / Письма // 18-09-2010, 13:24


Мин десантсылар ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Әйтергә кәрәк, әрме хеҙмәте мине физик яҡтан шул тиклем ныҡ үҫтерҙе һәм сыныҡтырҙы. Былай ҙа һомғол кәүҙәм тағы ла һомғолланыбыраҡ китте, ысын атлетҡа әйләндем. Уйнап торған мускулдарымды былтайтып сығарып төшкән фотоларымды һөйгән ҡыҙыма ебәреп, уның йөрәген яндырырға теләнем. Башҡа­ларға ла күрһәтәсәгенә иманым камил ине. Үҙ-үҙем менән һоҡланыуым тора-бара шул тиклем көсәйҙе – бындай фотоларымды класташ ҡыҙҙарға, туғандарыма, хатта хеҙмәттәштәремдең таныш ҡыҙҙарына ла һалып ебәр­ҙем. Йәнәһе, күрегеҙ, һоҡланығыҙ – бына мин ниндәй!
...

Ғәфү итегеҙ мине, таныш түгел ағай!
Махсус бит / Письма // 18-09-2010, 13:23


Һаумыһығыҙ, «Йәшлек»тәр!
Һеҙгә ҙур үтенес менән республикабыҙҙың төньяҡ райондарының береһендә йәшәүсе Аида исемле ҡыҙ мөрәжәғәт итә: ошо хатымды гәзит биттәрендә баҫтыра алһағыҙ, бәлки, ул юлланған кешеһенә барып етер ине лә, күңелем тынысланыр ине...
Эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалам.
Аида.
Август, 2010 йыл.
...

Яңы техника менән тау аҡтарырға мөмкин
Махсус бит / Письма // 14-09-2010, 10:01


Хәҙерге заманда ауылда йәшәүселәргә үҙҙәрен ерҙең ысын хужалары итеп тойһон өсөн бар мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Баҡалы районының Яңы Маты ауылында йәшәүсе Людмила һәм Григорий Емашевтарҙың донъяһын барып күргәс, беҙ ундағы заманса интерьерға ғәжәпләндек. Был тырыш һәм маҡсатҡа ынтылыусан ғаиләнең ихатаһы тулы мал-тыуар – алты баш эре мал, бер нисә тиҫтә бройлер тауыҡ, ҡаҙ һ.б....

Мейе менән идара итеүсе Бәшмәк
Махсус бит // 11-09-2010, 10:43


Мейе менән идара итеүсе БәшмәкГарвард университетынан Дэвид Хьюз үҙенең коллегалары менән Biology Letters фәнни журналында Ophiocordycep­sunijateralis бәшмәктәренең ағас кимереүсе ҡырмыҫҡалар менән мөнәсәбәттәре тураһында ҡот осҡос дөрөҫлөктө асып бирә. Бәшмәктәр ҡырмыҫҡаларҙың мускулдарында һәм мейеһендә үрсеп, уларҙы тулыһынса ҡоллоҡҡа төшөрә....

Теге донъя бармы?
Махсус бит // 11-09-2010, 10:39


Теге донъя бармы?Нисә быуат инде кешелек донъяһына тынғы бирмәгән һорауҙарҙың береһе – кеше үлгәс, нимә эшләй? Бармы ул теге донъя? Унда үлгәндәрҙең йәне йәшәйме? Ожмах бармы? Булһа, ҡайҙа? Айыҡ аҡыл был һорауҙарға яуап бирә алмай. Әммә ғалимдар икенсе фекерҙә. Быны асыҡларға мөмкин, тип иҫәпләй улар. Уларҙың фекеренсә, бында клиник үлем кисергән кешеләр ярҙам итә ала. Айырыуса теге донъяла булып ҡайтып, күргәндәрен иҫенә төшөрә алыусылар. Үлем алды тәжрибәһе (инглизсәнән тәржемә иткәндә – NDE) феномены тип атала....

«Йондоҙ»ло юмор
Махсус бит // 7-09-2010, 10:44


– Мин яңыраҡ Бритни Спирстың клонын күрҙем! Һаҡаллы һәм мы­йыҡлы...
– Иҫәр, ул бит Бондарчук!...

Өйрәнәйек бергә йыр
Махсус бит // 7-09-2010, 10:43


Бул һин янымда
А. Абдрахманов көйө,
В. Камалов һүҙҙәре.
Һөйәме мине, һөймәйме, тип,
Юрама һин хистәремде.
Башҡалар түгел, мин үҙем дә
Аңламайым һөйгәнемде...

Президент улының яратҡан төркөмө
Махсус бит // 7-09-2010, 10:41


Президент улының яратҡан төркөмөРок-музыка һөйөүселәргә «Linkin Park» төркөмө яҡшы таныш. Йәштәрҙең, айырыу­са егеттәрҙең, иң яратып тыңлаған йырҙарын башҡара ул.
Төркөм 1999 йылда барлыҡҡа килә һәм тиҙ арала ҙур по­пулярлыҡ яулай. Ул 60 миллиондан ашыу альбомын һатырға өлгөрә, ике тапҡыр Грэмми наградаһына лайыҡ була. Тәүге альбомдары уҡ төркөмгә ҙур уңыш килтерә, ул 30 миллионлыҡ тираж менән һатылып бөтә һәм «бриллиант альбом» статусын ала. Икенсе альбом да, беренсеһе кеүек үк, уңышҡа өлгәшә һәм альбомдар һатыуҙан килгән аҡсаны төркөм бөтә донъя буйынса хәйриә акциялары ойоштороуға тотона. Һуңғы альбомдары ла 32 илдә тәүге урында тороп, өс тапҡыр «платина альбом» исеменә лайыҡ була....

«Моңдонъя» яңылыҡтары
Махсус бит // 7-09-2010, 10:40


Дуҫлыҡты нығытып
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Алтын көҙҙөң моңдары» тип аталған музыкаль проект әҙерләй. Ике туғандаш халыҡтың дуҫлығын нығытыр өсөн ойошторолған концертта 23, 24 сентябр­ҙә башҡорт һәм татар эстрадаһының иң сағыу «йондоҙ»ҙары сығыш яһаясаҡ....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM