НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

СПИД-ҡа ҡаршы бергәләп көрәшәйек
Махсус бит // 30-11-2010, 12:16


СПИД-ҡа ҡаршы бергәләп көрәшәйекСПИД – иң ҡурҡыныс һәм йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Нисә йыл инде медицина уға ҡаршы һөҙөмтәле дарыуҙар уйлап таба алмай. Шулай ҙа табиптар бар көсөн һалып, ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн сиргә ҡаршы көрәшә.
Рафаэль Ғәли улы Яппаров етәкләгән Башҡортостан Республикаһының СПИД һәм инфекция ауырыуҙа­рына ҡаршы көрәшеү һәм профилактикалау үҙәгендә тап ошо эш менән шөғөлләнәләр. Уның методик ярҙамды ойоштороу бүлеге мөдире Нурфиға Карам ҡыҙы Хафизова СПИД тураһында тәфсирләп һөйләп бирҙе.
...

Әсә өсөн бала – донъя йәме
Махсус бит // 27-11-2010, 12:45


Әсә өсөн бала – донъя йәме
«Аҡҡошом, матурым», – Айһылыу, эйелеп, ҡосағындағы бәпесенә иркәләп өндәшкәндә күҙҙәренән, әйтерһең дә, нур түгелә. Бер көнлөк кенә әле ҡыҙы: кисә тыуыу менән бар ғаләмгә үҙенең барлығы хаҡында хәбәр итеп, ҡысҡырып илап ебәргән сабый әле әсәһенең йылы, йомшаҡ ҡулдарында иҙрәп йоҡлап ята. Иң яҡын кешеһе янында булғас, уның өсөн башҡа бер кем дә, бер нәмә лә кәрәкмәй – донъяһы түңәрәк. Ә әсәһе, берсә шатлығынан иҫереп, берсә кинәт һиҫкәнеп, ҡыҙсығының һәр тын алышын, һәр хәрәкәтен күҙәтә, иғтибарынан бер нәмә лә ситтә ҡалмай – һөйөклө ире Володя менән беренсе бәпестәре, тәүге һөйөү емеше ошо бала...
...

Ғаиләбеҙ нуры
Махсус бит // 27-11-2010, 12:44


Ғаиләбеҙ нурыӘсәй! Ниндәй бөйөк был һүҙ! Һәр кемдең йөрәгенә бөтмәҫ йылы биреп, изге ептәр менән тыуған ергә, үҙенә мәңге тартып, күңелдә гел матур тойғолар уятып, йәшәүгә көс биреп тороу­сы ла, шифаһын йәлләмәй тирә-яҡҡа таратыусы тере шишмә ул һин, әсәй....

Бөйөк кеше!
Махсус бит // 27-11-2010, 12:31


Бөйөк кеше!«Әсә күңеле – балала» – ошо һүҙҙәрҙе күп ишетергә тура килә олатай-өләсәйҙәрҙән. Әсә балаһын ҡарай, үҫтерә. Сабый саҡтан уҡ ҡурсалай, яҡшы йәшәһен тип, һәр саҡ эргәһендә булырға тырыша. Баланы аяҡҡа баҫтырыр өсөн күпме көс һала ул. Юҡҡа ғына рәссамдар – һүрәттәрендә, йырсылар – йырҙарында, шағирҙар шиғырҙарында әсәне маҡтап, уның менән ғорурланыуын күрһәтмәй. Улар үҙҙәренең ижадында әсәйҙең бөйөк кеше икәнен иҫбатлай....

Әсәйем менән ғорурланам
Махсус бит // 27-11-2010, 11:49


Әсәйем менән ғорурланамҺәр баланың тәүге һүҙе ошолор. Ләкин бала донъяға атайһыҙ килә алмай. Туған атай-әсәй, туған булмаған тигән һүҙҙәрҙе күп ишетергә тура килә. Ләкин кемдең туған, кемдең туған түгел икәнен бала ғына әйтә алалыр....

Буй етмәҫлек йондоҙом булып балҡы
Махсус бит / Письма // 27-11-2010, 11:48


Мөхәббәтемде үҙ ҡулдарым менән селпәрәмә килтер­ҙем. Их, минең балҡып һүнгән йондоҙом! Ҡайҙарға китеп юғалдың һин? Кемде генә үҙеңә йәр итеп һайланың? Уны ысын йөрәктән яратаһыңмы икән? Хәйер, уныһын белеү кәрәкмәйҙер, былай ҙа янған йөрәгем, уны яратыуыңды белһә, билләһи, шартлаясаҡ....

Ауыр саҡта китап биттәрен асам
Махсус бит / Письма // 27-11-2010, 11:46


Иҫән саҡта бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белмәһәк тә, ҡара ер ҡуйынына барып ингәс, ерҙе күпме генә тырнап илама, үлгән яҡыныңды кире торғоҙоп ултыртып булмай. Бына ошо иң үкенеслеһе лә инде.
Беҙ ирем менән 25 йылға яҡын йәшәп, өс бала үҫтерҙек. Тик улар­ҙы аяҡҡа ныҡлы баҫтырып өлгөрмәнек – тормош иптәшем мәңгелеккә яҡты донъя менән хушлашты. Уны ерләгәндән һуң тәүге көндәр­ҙә, айҙарҙа, ни булғанын төшөнөп етмәйенсә, шаңҡып йөрөгәнмен. Ана, ҡайтып инер, бына, ҡайтып, алдыма тып итеп баҫыр кеүек тойолдо тәүҙә. Балалар ҙа уны артыҡ юҡһынмаған кеүек ине. Тик ике ай тирәһе үтеүгә иремде юҡһыныуҙан, һағыныуҙан йәнемә – йәм, өйөмдә толҡа тапмайынса, һарыға һабыштым. Ҡулға – эш, ауыҙға аш барманы. Көндөҙ, кеше араһында йөрөп, икенсе яҡтан, эшкә лә әүрәп, ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала, ә бына кистәрен......

Бушҡа уҙмаған ғүмер
Махсус бит / Письма // 27-11-2010, 11:34


Оҙайлы тормош юлы үткән өлкән йәштәрҙәге кешеләр осрашһа, балалыҡ иленән башлап, бөтә йәшәлгән ғүмер йылдарын иҫкә алмай ҡалмайҙар. Башҡаса мөмкин дә түгелдер. Замана, донъяуи үҙгәрештәр үҙенекен итә. Булып үткән хәл-ваҡиғалар әкренләп онотола бара.
Хәйбулла районының Үрге Иҫәнгилде ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән Ғиниәтулла Сәғит улы Иҫәнгилдинды бөгөн дә ауылдаштарының ихтирам менән иҫкә алыуы осраҡлы хәл түгелдер. Һәр нәмәгә иғтибарлы, ҡыҙыҡһыныусан малайын атаһы Башҡортостандағы танылыу алған мәҙрәсәләрҙең береһенә уҡырға бирә. Ауыл малайы мәҙрәсәлә алған белеме менән хушһынмай, киләсәген күҙаллап, уны үҙ аллы арттырыу яғын ҡарай. Ул саҡтарҙа тыйылған гәзит-журналдарҙы күҙҙән яҙҙырмай уҡып бара. Бындай хәлде белеп ҡалып, уға мәҙрәсәнән ҡыуыу менән янайҙар....

Аҫаба рухы. Ир намыҫы. Әсмуха сәй
Махсус бит // 23-11-2010, 10:22


йәки Ниңә Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылы халҡы Һыу­сыҡ­­ҡан шишмәһен ҡуртымға биреүгә ҡаршы?
Аҫаба рухы. Ир намыҫы. Әсмуха сәйГәзитебеҙҙән айырылмаусы дуҫтарыбыҙҙың хәтерендәлер, моғайын: бынан ике йыл элек Ейәнсураға барып, Сураш батырҙың ҡәберенә зыярат ҡылыуыбыҙ хаҡында яҙғайным. Нимә этәрҙе икән Бөрйән ырыуы батыры Сурағолдо 63 йәшендә яу сабырға, алған яралары сәбәпле тыуған еренә лә ҡайтып етә алмай, Үҫәргән ерендә вафат булып ҡалырға? Шул, башҡорттоң быуаттан-быуатҡа һуҙылған ғәме инде: мал да, дан да түгел, ә бары тик, тыуған илем, тыуған еремде яттар тапамаһын, тигән теләге.
Ҡара әле, Сураш батырҙың Брагиндың башына етеп, артынса үҙе лә Аллаһ хозурына күсеүенә өс быуатҡа яҡын ваҡыт уҙһа ла, башҡорттоң ғәме үҙгәрмәй икән, үҙгәрмәгәс. Был юлы ла юлға сығыуыма шул, ерем, илем, тип янып-көйөүсе башҡорттар сәбәпсе булды....

Бәхетһеҙлекте еңеүселәр
Махсус бит / Письма // 20-11-2010, 13:02


 Бәхетһеҙлекте еңеүселәрҠыйғы районында йәшәүсе күп балалы йәш ғаилә – Айгөл һәм Юнир Латиповтар хаҡында был яҙмам. Тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти күренгән замандаштарыбыҙ өлөшөнә ҙур һынауҙар төшә, күп кенә тетрәнеүҙәр кисерергә мәжбүр итә уларҙы яҙмыш.
Йәштәр Салауат районында тыуған: Айгөл Бишәүҙәр ауылы ҡыҙы, Юнир – Ахундыҡы. Биш йыл элек улар тормош юлын бергә үтергә һүҙ ҡуйыша. Юнир Айгөлдөң улы Батырҙы үҙ балаһылай күрә, артабан бер-бер артлы уртаҡ мөхәббәт емештәре – Салауат (2007 йылғы), Азалия (2008), Ынйы (2009) тыуа.
Йәш ярымлыҡ ҡына сағында Батыр ҡапыл ҡаты ауырып китә....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM