НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Түшкә миҙал тағылды ла...
Махсус бит / Проблема // 11-01-2011, 18:52


Тик «йәшел йылан» әсә исемен йотто
Өйҙә күмәкләшеп сыр-сыу килеп, ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләп йөрөгәндә, кемдер ишек ҡаҡты. Күп тә үтмәй, башына төҫө уңа башлаған, әҙерәк таушалған яулыҡ ябынған ҡатындың башы күренде. Был бит үрге оста йәшәүсе Зәлифә апай. Үҙгәреп киткән. Әллә шешенеп бөткән йөҙө шулай күрһәтәме икән? Янында бәләкәс кенә, биш йәштәр самаһындағы улы ла бар....

Яңы йылда үҙеңде уңышҡа көйлә!
Махсус бит // 8-01-2011, 14:03


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Был йыл һеҙҙең өсөн рухи йүнәлеш, донъяға яңы ҡараш барлыҡҡа килтереүҙә уңайлы. Белем алыу менән шөғөлләнеүселәргә лә һәр яҡлап уңыш йылмайыр. Романтиктарға иһә тойғолар­ға бирелмәй, аҡылға таянып эш итеү һәйбәтерәк булыр. Башҡаларға мөнәсәбәтегеҙ тураһында ныҡлап уйларға тура килер. Дөрөҫ эшләйһегеҙме, юҡмы? Юғиһә яҙмыш үс алыр – яҡындарығыҙҙың һеҙгә ҡарата ышанысын юғалтыуы ла бар. Әйткәндәй, туғандарҙың ҡәҙерен бел, тигән әйтем 2011 йылда иҫегеҙгә күп төшәсәк әле....

Берҙәмлеккә бәрәкәт өҫтәйек
Махсус бит // 8-01-2011, 13:50


Гәзит уҡыусыларҙың ҡанатландыра килеүе һәм мөхәрририәттең ихласлығы менән, һеҙҙең хәбәрсегеҙгә байтаҡ ваҡыт инде «Айбағар» тип аталған рубриканы алып барыу форсаты тейҙе. Яҙған кеше өсөн, мәҡәләне яҙыу һәм баҫтырыуҙан бигерәк, һүҙенең уҡыусылар күңеленә юл табыуы мөһимерәк. «Йәшлек» редакцияһына килгән хаттарығыҙ һәм телефон аша хәбәрләшеүегеҙгә ҡарағанда, гәзит аша еткерә килгән фекерҙәремдең күп өлөшө һеҙҙе ғафил ҡалдырмаған. Быға ғәжәпләнәһе лә түгел, сөнки ил һәм йәмғиәт барған юлдар, халыҡ яҙмышы, ваҡыт шауҡымына бирелмәҫтәй мәңгелек ҡиммәттәр һәр кемде тулҡынландыра. Һәм гел генә шулай буласаҡ та. Ҡояш нуры, саф һауа һәм бәрәкәтле ерһеҙ йәшәүҙең мөмкин түгеллеген аңлаған кеүек, әсәй­һеҙ, икмәкһеҙ, әхлаҡһыҙ кеше булып та ғүмер кисереү ярамай. Тауҙарҙың ишелеүе, диңгеҙҙәр­ҙең кибеүе ихтимал, әммә әсә менән сабый, сабый менән әсә араһындағы бәйләнеш Ҡояш менән Ер араһындағы бәйләнеш кеүек үк айырылғыһыҙ....

«Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аты»
Махсус бит // 8-01-2011, 13:42


«Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аты»Илшат Хәмит улы Ситдиҡовтың исемен белмәгән кеше һирәктер Урал аръяғында. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты, ваҡытында Баймаҡ районының Октябрь, Байыш ауылдарында бүлексә идарасыһы, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаларын башҡарған етәксе бөгөн «Баймаҡ» тәжрибә хужалығын етәкләй. Элиталы орлоҡ әҙерләү менән шөғөлләнеүсе был хужалыҡ йылҡысылыҡҡа ла ҙур иғтибар бирә, айырыуса башҡорт аттарын үрсетеүгә. Башҡортостандың ауыл хужалығы үҫешен ҡайһы юҫыҡта күҙалларға, тигән һорауға яуапты тәжрибәле етәксе ауыҙынан ишетергә теләп, Илшат Хәмит улы Ситдиҡовҡа мөрәжәғәт иттем....

Алға-артҡа күсә сәғәт телдәре
Махсус бит / Проблема // 28-12-2010, 09:49


Яҙлы-көҙлө сәғәт телдәрен йәйге һәм ҡышҡы ваҡытҡа күсергән мәлдә халыҡтан төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә.
Берәүҙәр ваҡыт күсереүҙе хуплаһа, икенселәр, киреһенсә, быға ризаһыҙлыҡ белдерә. Күптән түгел ваҡыт мәсьәләһе тирәһендә бәхәстәр айырыуса ҡуйырып алды. Өҫтәүенә, ҡайһы берәүҙәр Мәскәү ваҡытына күсеү тураһында ла һүҙ алып барҙы. Мәҫәлән, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Нәжиб Йәмилев Мәскәү ваҡытына күсеү хаҡында закон проекты әҙерләгән. Әммә ул йәмәғәтселектә яҡлау тапманы....

Йондоҙнамә
Махсус бит // 25-12-2010, 13:05


2011 йылды Көнсығыш календары буйынса металл Ҡуян йылы тип билдәләйҙәр. Һм! Нисектер килешеп етмәй кеүек. Йомшаҡ ҡуяндар, беҙҙеңсә, ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ. Ярай инде, уйлап сығарыусылар яҡшыраҡ беләлер. Әммә металл тигән һүҙ үҙе генә лә ҡатылыҡты аңлата түгелме? Нимә, беҙҙе шундай йыл көтәме әллә? Юҡ, металл ҡуян аҡ төҫтә һәм бик һәйбәт икән. Уңышлы йыл вәғәҙәләй беҙгә астрологтар. Ул беҙҙе ниҙәр менән ҡыуандырыр? Һәр кешегә уңыш әҙерләнеп ҡуйылғанмы? Кем ниндәй йылда тыуыуына ҡарап, үҙ өлөшөн мотлаҡ алыр. Юраусылар был юҫыҡта бик тырышҡан, буғай.
...

Тостар, теләктәр!
Махсус бит // 25-12-2010, 13:04


Мөхәббәт өсөн!
Ейәне өләсәһенән һорай:
– Өләсәй, нимә ул мөхәббәт?
– Нисек кенә аңлатайым икән? Мөхәббәт – ул икмәк кеүек: йә уңа, уңмай.
Мөхәббәтегеҙ уңған икмәк кеүек булһын! Татлы ла, бәрәкәтле лә!...

Яңы йылды ҡайҙа һәм нисек ҡаршы алалар?
Махсус бит // 25-12-2010, 13:01


Яңы йылды ҡайҙа һәм нисек ҡаршы алалар?Италияла Яңы йыл 6 ғинуарҙа башлана. Балалар изге Фея Бефананы түҙемһеҙләнеп көтөп ала – ул төндә тылсымлы һеперткегә атланып килеп етә лә, балалар йоҡлап ятҡан бүлмәнең ишеген алтын асҡыс менән асып инеп, бүләк менән тулы ойоҡбаштарҙы каминға элеп китә. Насар уҡыусы йәки шаярырға яратҡан балаларға бер семтем көл йәки күмер ҡалдыра....

Ҡуянға хас 13 сифат
Махсус бит // 25-12-2010, 13:00


Көнсығыш календары буйынса ул Ай хайуаны, тергеҙелеү, йәшлеккә ҡайтыуҙы аңлата, шулай уҡ уны «ҡараңғылағы яҡтылыҡ» тип тә йөрөтәләр. Ҡуянға тағы бына нимәләр хас:
Ҡуян – уңдырышлылыҡ (түллелек) символы
Дипломатик мөнәсәбәттәрҙә уңыш килтерә
Был йәнлек ҡолағанда һәр ваҡыт тәпәйҙәренә баҫа (бер ваҡытта ла юғалып ҡал-
май, тигән мәғәнәлә)
...

Хуш, Юлбарыҫ! Һаумы, Шешҡолаҡ!
Махсус бит // 25-12-2010, 12:57


Хуш, Юлбарыҫ! Һаумы, Шешҡолаҡ!Ҡытай календары буйынса 2011 йыл – Ҡуян йылы. Тағы ла Бесәй йә Йорт ҡуяны йылы тип тә йөрөтәләр. Был Көн­сығыш календарының килеп сығышы шулайыраҡ: бер ваҡыт Будда барлыҡ йәнлек-хайуандарҙы үҙенә саҡырған, имеш. Килеп еткән һәр бере­һенә ида­ра итергә бер йыл бүләк иткән. Иң тәүҙә сысҡан килгән. Ул – ун ике йыллыҡ циклдың башында тора....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM