НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бәхет сере – уңғанлыҡта
Махсус бит / Письма // 12-03-2017, 12:07


Бәхет сере – уңғанлыҡтаКәримә Бәҙретдинова Нижневартовск ҡалаһының почетлы гражданы ғына түгел, Исмаҡай ҡыҙы булып та ҡала белә

Ҙурмы ул, бәләкәйме – һәр кешегә тыуған ауылы, уның тәбиғәте, кешеләре яҡын. Тыуған ауыл, тыуған яҡ төшөнсәләре һәр беребеҙ өсөн дә ғәзиз һәм ҡәҙерле. Тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡандан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә ҡәҙәр ул кешегә көс- таяныс бирә, онотолмаҫ моң булып оҙатып йөрөй. Һәм, әлбиттә, һәр ауылдың ғорурланып йәшәр кешеләре, шәхестәре бар. Исмаҡайҙарҙың да ғорурланырлыҡ ауылдаштары бихисап. Бөгөн һүҙем уларҙың береһе – хөрмәтле ауылдашыбыҙ Кәримә Сабир ҡыҙы Бәҙретдинова тураһында....

Апайым – ынйы бөртөгө
Махсус бит // 10-03-2017, 11:58


Апайым – ынйы бөртөгө
Ул беҙгә, кесе туғандарына, бала саҡтан алып ошо көнгәсә оло ихтирамға лайыҡ, абруйлы кеше булып ҡала

Беҙ бит бер ҡарында яралғанбыҙ,
Бер әсәнең һөтөн имгәнбеҙ,
Бер икмәкте бүлеп ашағанбыҙ,
Бергә илап, бергә көлгәнбеҙ.

Фирүзә Абдуллина.

Мәләүез районының Ҡотлобулат ауылында йәшәүсе Далира һәм Фәрит Ҡунаҡ­баевтар икенсе бала булып донъяға килгән ҡыҙҙарына, күҙгә бәрелеп тормаһа ла, үтә ҡиммәтле таш – ынйы бөртөгө – Фәриҙә исемен ҡуша. Тулыһынса аҡлай был исемде апайым. Эйе, ул минең апайым, берҙән-бер ҡыҙ туғаным, кәңәшсем, серҙәшем, иң яҡын кешем. Үҙемде белгәндән алып Фәриҙә апайым – бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалаусы, маяҡ кеүек юлды яҡтыртып, алға әйҙәүсе, шатлыҡ-ҡыуаныс­тарымды уртаҡлашыусы яҡын кеше. Йәш айырмабыҙ бары ике генә йыл булһа ла, ул минең өсөн бала саҡтан алып ошо көнгәсә оло ихтирамға лайыҡ, абруйлы, өлкән кеше. Бәләкәй сағыбыҙҙа сәсемде тарап үреү, кейемемдең бөхтәлеген ҡарап йөрөү ҙә апайыма йөкмәтелгәйне. Ул үҙенән кесе туғандарына ғына түгел, ә ағайыбыҙға, хатта атайыбыҙға ла «апай» булды (яуаплы, үҙ аллы булғанына атайыбыҙ, шаяртып, уға: «Фәриҙә апай», – тип өндәшер ине). Бер нисә йыл элек үткән ваҡиғалар­ҙы иҫләйем дә, апайым ул ваҡытта минән дә йәшерәк булған, ә ҡайһылай фәһемле кәңәштәр биргән, тип уйлап ҡуям. Бер шулай: «Апай булыуы ауырмы?» – тип һораным. «Элек ауырлығын һиҙмәнем дә, шулай булырға тейеш, тип уйланым, хәҙер, туғандарым ҙурайғас, апай булыуы еп-еңел», – тип яуапланы....

Хыялдар тормошҡа аша!
Махсус бит // 8-03-2017, 12:55


Хыялдар  тормошҡа аша!Мәскәүҙе яулаған Учалы ҡыҙы Алина Әһлиуллина, хыялға тырышлыҡты ҡушҡанда барыһы ла килеп сыға, ти

Был ҡыҙ йондоҙ булыр өсөн донъяға килгәндер ул. Яҡты, әммә һалҡын түгел: бар булмышынан нур сәселгән Алина Әһлиуллинаның күңеле иҫ киткес йомшаҡ һәм матур! Ләкин күңел йомшаҡлығына уның маҡсатҡа ынтылышлы булыуы, ныҡышлығы, сәмлелеге лә ҡуша үрелгән. Кешеләргә һәр ваҡыт мөләйем өндәшкән, йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәгән һылыу, һәләтле яҡташыбыҙ – алдына маҡсаттар ҡуйып, шуларға өлгәшкән, хәләл көсө, даланы менән еңеү үрҙәрен яулаған тырыштар­ҙың, уңышлыларҙың береһе. Мәскәүҙәге URA-RECORDS продюсерлыҡ үҙәгенең эстрада вокалы уҡытыусыһы булып эшләүсе Алина Илдар ҡыҙы – халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, «Ғәжәп кешеләр» конкурсы еңеүсеһе, РФ президентының «Рәсәйҙең талантлы балалары» премияһы стипендиаты, халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендә уҙғарыл­ған йыр конкурстарының жюри ағзаһы.

...

Йондоҙнамә (6-12 март)
Махсус бит // 6-03-2017, 11:41


Йондоҙнамә (6-12 март)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҡса менән бәйле эштәрегеҙ уңышлы барыр. Быға абруйлы кешеләрҙең ярҙамы булышлыҡ итер. Шаршамбылағы ваҡиғалар кәйефегеҙҙе күтәрер. Был арала күп юхаланырға ла тура килер.
...

“Мин һаман да төштәремдә осам”
Махсус бит // 2-03-2017, 13:58


“Мин һаман да төштәремдә осам”Хаҡлы ялдағы летчик һауаны һағына

Кеше һәр ваҡыт матур хыялдар, юғары маҡсаттар менән йәшәй. Берәүҙәр матур тормош хаҡында хыялланһа, икенселәр шул матур тормошҡа ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Күп осраҡта ваҡыт менән бергә хыялдар ҙа үҙгәрә, ҡасандыр мөһим булған нәмәләр яйлап тоноҡлана, әһәмиәтен юғалта. Ә бына хәрби летчик, өс йыл ғүмерен “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә үткәргән яҡташыбыҙ Алик Әсхәт улы РАХМАНОВ ғүмере буйы бала саҡ хыялдарына тоғро булып ҡалған. Биш йәшлек улына атаһы беренсе тапҡыр уйынсыҡ самолет алып биргәс тә, сабый күңелендә осоусы булыу теләге уяна. Уны тормош ҡа ашырыу өсөн мәктәп йылдарынан уҡ ныҡлы әҙерлек эше башлай....

Йондоҙнамә (27 февраль - 5 март)
Махсус бит // 27-02-2017, 16:34


Йондоҙнамә (27 февраль - 5 март)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала янығыҙҙағы ҡайһы бер кешеләр менән арағыҙ ваҡытлыса боҙолоуы мөмкин. Ниндәйҙер абруйлы кеше менән бик файҙалы һөйләшеү булыуы ла ихтимал. Йомала алданыу­ҙан һаҡланырға ҡушыла. Үткән ваҡиғалар онотола барыр....

Мыжыҡтарға бында урын юҡ
Махсус бит // 27-02-2017, 12:56


Мыжыҡтарға бында урын юҡСибай ҡалаһы егете Ильяс Абҙаҡов – Санкт-Петербург ҡалаһында урынлашҡан Михайлов хәрби артиллерия академияһы курсанты. Билдәле булыуынса, был уҡыу йорто – илебеҙ өсөн иң шәп артиллерия офицерҙарын әҙерләүсе. Тарихы оҙон һәм бай, 1820 йылға уҡ барып тоташа. Аңлашыла – академияла белем алған егеттәр илебеҙ иңенә төшкән күпме һуғышта ҡатнашҡан, күпме ауырлыҡты еңеп сығыуҙа оҫталыҡ күрһәткән! Ильяс та бәләкәй саҡтан уҡ хәрби булырға хыялланған малайҙарҙың береһе. Ләкин, күптәрҙән айырмалы рәүештә, уның малай саҡтағы хыялы ныҡышмалылығы менән тормошҡа ашып килә. Бөгөн ул илебеҙҙең абруйлы юғары уҡыу йорттарының береһендә икенсе курста уҡый. Шәп егеттәр шулай булай шул – алдына маҡсат ҡуя һәм, бер нигә лә ҡарап тормай, ниәтенә ирешә!...

Бәддоға (булған хәл)
Махсус бит / Проблема // 27-02-2017, 09:56


Бәддоға (булған хәл)... Зыярат ҡапҡаһынан ингәс тә Наилә иренең ҡәберендә ят нәмәләр барлығына иғтибар итте. Үткәндә ингәндә генә улы менән ҡыҙы һалған веноктан башҡа бер нәмә лә юҡ ине. әле килеп ҡара таҫмаға уралған ҡара раузалар ята, шыма ғына йомро таштар хасил булған....

Мөхәббәт эликсиры бармы?
Махсус бит / Письма // 22-02-2017, 16:35


Мөхәббәт эликсиры бармы?Һөйөү һәр кемгә килә. Беҙҙең заманда ҡатындар күп, ирҙәр әҙ, шуғамы икән, күптәр, ниндәйҙер өмөт бағлап, төрлө күрәҙәсе, имсе, экстрасенсҡа йөрөй. Уларға бер өйрән­һәң, ҡат-ҡат барырға тура килә, мөхәббәт эликсирының көсө бөттөмө, тағы барырға сәбәп табыла. Күп ирҙәр йөрәк өйәнәгенән йә ҡан баҫымының үҙгәреүенән үлеп китә. “Ҡара көс”тәр электән килә. Халыҡ, бигерәк тә ҡатындар, шул ауға эләгеп кенә бара. Әҙәмгә Һауа, йылан өгөтөнә бирелеп, ҡыҙыл алма ашата. Тәү башлап “ҡара көс”тәр менән ҡатын кеше килешеү төҙөй ҙә инде....

Тыныс йәшәү ялҡыттымы? Рәхим итеп кредит алығыҙ!
Махсус бит / Проблема // 20-02-2017, 19:00


Тыныс йәшәү ялҡыттымы? Рәхим итеп кредит алығыҙ!Бер кем дә үҙ яҡындарынан яуызлыҡ көтмәй. Аңғармаҫтан арҡаға бысаҡ ҡаҙар дошман бик алыҫта, сит-ят ерҙәрҙә генә йөрөй кеүек тойола. Әммә, үкенескә күрә, ҡайһы ваҡыт туған-ҡәрҙәштәр ҙә теш ҡайрап, ғәйбәт һөйләп йәки үҙҙәренең холоҡһоҙлоғо менән йәшәүҙең йәмен ебәреп, көнитмеште ағыулай. Хатта финанс ойошмаһынан алынған кредит арҡаһында ла яҡын кешеләр араһында дошманлыҡ хисе тыуыуы ихтимал. С. Х. бәйән иткән хәл-ваҡиға ла шулар рәтенән, буғай. Зарарлы производствола һаулығы ҡаҡшап, хаҡлы ялға үҙ йәшенән иртәрәк сыҡҡан С. апайҙың өс балаһы бар. Өсөһө лә башлы-күҙле булып, үҙ аллы донъя көтә. С. апайҙың һүҙе буйынса, өлкән улы менән ҡыҙы хәләл ефеттәренән уңһа, кинйә улының бәхеткенәһе самалыраҡ – ҡатыны ялҡау, аңһыҙ, ғауғасыл....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM