НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Минең карьерам
Махсус бит / Проблема // 1-04-2017, 15:45


Минең карьерамйәки Нисек кенә булһа ла, иремде ир итә алдым

Ҡатын-ҡыҙ тормошо, яҙмышы, холоҡ-фиғеле тураһында мәғлүмәттән күп нәмә юҡтыр гәзит-журналда ла, “зәңгәр экран”да ла, интернет киңлегендә лә. Һәр төрлөһө, ҡолаҡҡа ятҡаны, ятмағаны, бәхәс, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер тыуҙырғаны ла етерлек. Ә тормошҡа сығып, һәүетемсә йәшәп ятҡандары тураһында башлыса “ирҙән уңды”, “һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йәшәй” йәки “бер тинтәккә сығып әрәм булды”, “ир урынына ла үҙе, ҡатын урынына ла” тигәнерәк һүҙҙәр менән йәлләп, күп осраҡта өлгө (ниндәй өлгө булһын инде?!) итеп телгә алалар. Ә минең булмышым телгә алын­ған ике осраҡҡа ла тап килмәй. Әлбиттә, ундай ҡатын-ҡыҙҙар бар беҙҙең арала. Тик белеп еткермәйбеҙ. Әлеге лә баяғы, ундайҙар бит асыла һалып бармай. Уларҙың тормошо ете ҡат бик аҫтында. Шуға ла үҙ ғаилә тарихымдың бер мөйөшөн аса биреп ҡуйҙым. Исемемде үҙгәртеп алдым....

Мираҫҡа машина, йорт түгел, ә... бурыс ҡалһа?
Махсус бит / Проблема // 31-03-2017, 14:20


Мираҫҡа машина, йорт түгел,  ә... бурыс ҡалһа?“Мираҫ” һүҙе күптәргә тоҡсай-тоҡсай аҡса, машина, дача, йорт булараҡ күҙаллана. Мәҫәлән, сит илдә миллионер әбей-бабайың булып, уларҙың вафатынан һуң миллиондары миңә мираҫҡа күсһәсе, тип хыялланыусылар аҙмы ни? Ундайҙар бик күп. Ләкин мираҫҡа дәғүә итеүселәрҙе иҫкәрткебеҙ килә: мираҫҡа мәрхүмдең мал-мөлкәте генә түгел, ә банктарға булған бурыстары ла күсә. Айырыуса һуңғы йылдарҙа был йыш күҙәтелгән күренеш....

Тәнәй килен
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 29-03-2017, 13:00


Тәнәй килен– Ҡайсың менән бәпәйемдең башын ҡырҡып ҡуйма.
Ҡарт хирургтың ҡаштары сөйөлөп китте, бер сама пациентына текләп тора бирҙе лә, башҡортса белгән һүҙен ысҡындырҙы:
– Ауызынассайым!
Дәғүәнең кемгә ҡағылғанын аңлаған анестезиологтың яуабы ҡыҫҡа булды:
– Доза. Не берет.
Тегенеһе бер кемдең дә ауыҙын асманы. Ҡайҙан ғына белһен башҡорт телен уҡымаған Тәҡлимә ҡуш тартынҡы араһына “ы” ҡуйырға кәрәклеген – ауыҙын асып оҙаҡ ятты. Анестезиолог Рәфҡәт Халиҡович Тәҡлимәгә боролоп, рус телендә һүҙ ҡатты:
– Бәпәйҙәр әсәйҙәрҙең эсендә була. Һин бәләкәйһең.
– Мин дә әсәй булам. Эсем ныҡ ауыртты бит, моғайын, бәпәйем барҙыр.
Был юлы анестезиологтың күҙҙәре упайып китте:
– Һин... кейәүҙәме? 14 кенә.
– Атыу! Ижәбемә өс ай.
...Йоҡлап киткән Тәҡлимә гинеколог апайҙың килгәнен дә белмәне.
...

Йондоҙнамә (27 март - 2 апрель)
Махсус бит // 27-03-2017, 10:59


Йондоҙнамә (27 март - 2 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Матди мәсьәләләрҙе хәл итеү менән йыш булышырһығыҙ. Аҙна башында әүҙемлегегеҙҙе кәметегеҙ. Шаршамбынан һуң бар көсөгөҙҙө һалып эш итегеҙ. Күпкә өлгөрөрһөгөҙ, арыу-талыуҙы белмәҫһегеҙ....

Күҙәтеүсән булһаң…
Махсус бит / Письма // 22-03-2017, 15:58


Күҙәтеүсән булһаң…Ирем Илдус, улдарым Шамил һәм Сыңғыҙ менән «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһенә ҡараған Кәшәлә утарына килеп йәшәй башлауыбыҙға бер йыл да үтеп китте. Элек бында ҙур ауыл булған. Перспективаһыҙ мөһөрө тағылғас, ул бөтөрөлгән. Беҙ йәшәгән урындан күрше ауыл­ға – 18 саҡрым. Кәшәләлә ҡурсаулыҡтың терәк мәғлүмәт-сервис пункты урынлашҡан. Беҙ, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре булараҡ, бында рөхсәтһеҙ ял, һунар итергә килеүселәр хаҡында «Башҡортос­тан» милли паркы һәм «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы етәкселегенә хәбәр итә алабыҙ. Йәйгеһен килгән туристарҙы ҡаршы алабыҙ, ҡурсаулыҡ режимын аңлатабыҙ, экскурсия үткәрәбеҙ. Быйыл ғына Кәшәләлә 1,5 мең турист булды. Шулай уҡ, ғилми хеҙмәткәрҙәр булараҡ, беҙгә тикшеренеү эштәре алып барыу, ҡоштарҙың, хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең иҫәбен алыу, яңыларын асыҡлау эше лә йөкмәтелгән. Нөгөш йылғаһын күҙәтәбеҙ, фенологик тикшеренеүҙәр алып барабыҙ. Йәшәгән йортобоҙҙан алыҫ түгел урман башлана. Шуға ла йәнлектәр – беҙҙә йыш ҡунаҡ. Йәйгеһен бейек үлән араһында уларҙы бик күреп булмай. Ә бына ҡышҡыһын, ҡарҙағы эҙҙәре буйлап, беҙҙең янда нимә йөрөүен асыҡ күрергә мөмкин. Быйыл ҡар ятҡас, ҡуян менән төлкө йыш килеп йөрөнө. Тәүҙә ҡылыйкүҙ килде. Өсмөйөш формаһында баҫҡан тәпәй эҙҙәре буйынса уны еңел танырға була. Бик ашыҡмай ғына йөрөгәнгә оҡшағайны. Ҡарҙы ла өңгән, нимәлер эҙләгән. Ҡайҙан килеп, ҡайҙа киткәне лә аңлашылмай, эҙ яҙлыҡтырған. Һарайға тауыҡтарҙы ашатырға барғас, сылбыр кеүек тигеҙ генә һалынған эҙҙәр күҙгә ташланды. Төлкө килгән икән. Юлдары йылғалағы боҙҙа ла, беҙ һыу алырға йөрөгән мәкелә лә бар ине. Ҡуян эҙҙәре күренеү менән икенсе көнөнә төлкө лә пәйҙә була шулай.
Балалар менән урман ситендә йөрөгәндә ғәҙәти булмаған эҙҙәрҙе күрҙек. 20 – 25 см интервал менән ике параллель нөктә ине улар. Берәй ҡоштор, тип уйлаһам, аҫ шундай эҙ ҡалдыра икән. Был бәләкәй генә йәнлек ат тирләгәндә арҡаһында ҡалған күперекте яларға ярата, һуңынан ялын да «үреп» төшөп китә....

Йондоҙнамә (20 - 26 март)
Махсус бит // 20-03-2017, 12:17


Йондоҙнамә (20 - 26 март)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Мәл киләсәккә маҡсаттар ҡороу өсөн уңайлы. Башҡаларға был турала әлегә белдермәгеҙ. Бәғзеләр менән арағыҙ һыуынып китеүе лә ихтимал. Уҡып йөрөгәндәр ҙә ваҡытлыса ауырлыҡ кисерер....

Ике ҡыҫтыбый
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 17-03-2017, 14:02


Ике ҡыҫтыбыйХәйретдин күптән инде яңғыҙ йәшәй. Хәләл ефетенең баҡыйлыҡҡа күскәненә ике тиҫтәгә яҡын йыл уҙҙы. Тәүҙә мәрхүмәнең рухына хыянат итмәйем тип өйләнмәне. Шунан үҙенә яраҡлы кешеһен таба алмай йөҙәне. Бер оҡшағаныраҡ кеше осрағайны ла һымаҡ. Тағы хәүефләнде, йәшең етмешкә еткәндә, ниндәй өйләнеү була ти инде? Улы менән ҡыҙы бар. Уларҙың үҙ тормошо. Үҙҙәренең балалары өйләнешеп бөттө инде. Балалары бар. Хәйретдиндең генә уларҙы күргәне лә юҡ, тиһәң дә була. Онотҡанда бер килеп күренәләр ҙә вәссәләм. Шуға ҡарт бала тауышын онотоп бөткән тиһәң дә хәләл. Дөрөҫ, күрше йортта йәшәүселәрҙең балалары бар. Шулар урамда уйнағанда осраһа, баштарынан һыйпап, кеҫәһендә йөрөгән тәм-томдо биргеләп китә....

Түҙ, балаҡайым, түҙ инде
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 15-03-2017, 11:07


Түҙ, балаҡайым, түҙ индеҠапыл ғына күңеле болоҡһоно Йәмиләнең. Балалар йорто тәҙрәһенән алыҫҡа бағып, моңһоуланып ҡарап торҙо ла, кеҫәһенән инәһе яҙған яуапты алып, күҙе йәшләнеп уҡырға тотондо. Әүәлерәк: “Бында башҡаса түҙер әмәлем ҡалманы, ныҡ йәберләйҙәр, ауылыма ҡайтайым, инәкәйем”, – тип хат ебәргәйне. Мәгәр инәһе уның бәләкәй туғандарының хәлен аңларға, сабыр булырға, түҙергә өгөтләй: “...Балаҡайым, бәғеркәйем, иҙән йыуыусы булып ҡына эшләп, аҙ ғына эш хаҡына нисек итеп кенә бөтәгеҙҙең дә тамағын туйҙырайым да, нисек итеп кенә өҫ-башын бөтәйтәйем. Аңлайым, ситтә, ете ят араһында ауыр­ҙыр, ҡағаларҙыр, һуғаларҙыр. Әҙәм яман шул хәҙер. Әммә балалар йортонда һине түләүһеҙ ашаталар, кейендерәләр. Мәктәпте тамамлағас, берәй училище-маҙарға инер­һең, стипендия алып уҡырһың. Тағы ла бер йыл түҙ инде, балам, зинһар өсөн, түҙ! Инде нисә йыл түҙҙең...”...

Ҡеүәт – хәрәкәттән, ныҡлыҡ – моңдан
Махсус бит // 14-03-2017, 13:34


Ҡеүәт – хәрәкәттән, ныҡлыҡ – моңданйәки Бөрйән егете барығыҙҙы ла йәшнәп йәшәргә саҡыра

Ошо көндәрҙә Өфөлә дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәрҙәре араһында республика фестивале үтте. Тәүге тапҡыр ойошторол­ған сараның гала-концертында ғына йөҙҙән ашыу коллектив ҡатнашты. Улар республиканың төрлө ауыл-ҡалаһынан килгәйне. Дәүләт хеҙмәткәрҙәре араһында ижади кешеләр күп икән: һайлап алыу турҙары ла, төп концерт та иҫ киткес шәп, үҙенсәлекле үтте. Йыр-бейеүгә маһир, музыка ҡоралдарында уйнарға оҫта чиновниктар “Ғорурланам һинең менән, Башҡортостан!” тип аталған концертта төрлө номинацияларҙа ярышты. Ошо сарала вокал жанры буйынса беренсе урын яулаусы Артур Әлибәков менән осрашып, спорт һәм йыр тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ – ул Өфө ҡалаһының Киров район хакимиәтендә физкультура һәм спорт бүлеген етәкләй.
...

Йондоҙнамә (13-19 март)
Махсус бит // 13-03-2017, 09:44


Йондоҙнамә (13-19 март)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Мәл аралашыу өсөн уңайлы. Эш урынындағы хәл һәйбәтләнер. Эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алырһығыҙ. Шишәмбелә бүләк алыуығыҙ бар. Кесе йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Уның аҡса тураһында булыуы мөмкин....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM