НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Уҡытыусы, шашма, ата-әсәләрҙән аҡса таптырма!
Мәғариф / Проблема // 27-11-2015, 15:18


Уҡытыусы, шашма, ата-әсәләрҙән аҡса таптырма!Яңы уҡыу йылы башланыуы ата-әсәләр өсөн, бер яҡтан, шатлыҡлы ваҡиға булһа, икенсе яҡтан, бөтмәҫ мәшәҡәттәр ҙә килтерә. Баланы мәктәпкә оҙатыу, дәрестәрен әҙерләүҙә ярҙам итеүҙе мәшәҡәт тип ҡабул итеү дөрөҫ булмаҫ. Сөнки был – һәр ата-әсәнең изге бурысы. Икенсе яғы ла бар: төрлө сәбәп менән аҡса йыйыу башлана. Был күренеш, әлбиттә, күп ата-әсәлә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Ил Президенты Владимир Путин да халыҡ менән “тура бәйләнеш” үткәргән саҡта “Рәсәйҙә белем биреү бушлай тормошҡа ашырыла” тип белдерҙе. Әммә беҙҙең ҡайһы бер мәғариф учреждениелары элеккесә аҡса йыйыуҙы дауам итә....

Ниңә беҙҙекеләр әрмелә Тау егеттәре өсөн бәҙрәф йыуа?
Махсус бит / Проблема // 24-10-2015, 14:35


Ниңә беҙҙекеләр әрмелә Тау егеттәре өсөн бәҙрәф йыуа?Хәрби комиссариаттарҙа быйыл­ғы көҙгө саҡырылыш та башланып тора. Әрме сафында егерме биш йыл йөрөгән, хәрби хеҙмәттең күп нескәлеге менән таныш кеше булараҡ, күптәр­ҙе борсоған бер мәсьәлә буйынса үҙемдең фекерем менән бер аҙ бүлешмәксе булам. Әлеге шул “бабайлыҡ” мәсьәләһе. Элегерәк, хеҙмәте икенсе йылға киткәс кенә әкренләп “бабай”лана башлай ине һалдат. Ә хәҙер ул ярты йыл тулыуға “ҡартайып” та китә, күрәһең. Хәрби хеҙмәт срогын бер йылға ғына ҡалдырҙылар. Әммә әрменең ошо “хроник сире” һаман да булһа уны оҙата килә. Ил һағына алынасаҡ егеттәрҙе ҡайһы саҡ ҡыҙыу нөктәләргә эләгеү ҡурҡынысы түгел, ә әлеге “дедовщина” нығыраҡ борсоған һымаҡ. Шулай ҙа, әрме хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡан ҡайһы ғына кешенән һорама, береһе лә үҙе хеҙмәт иткән частағы “бабайлыҡ”ҡа зарлана һалып бармай. Ул ғына ла түгел, күптәр хатта үҙенең “бабай” булып йөрөгән сағын ниндәйҙер ғорурлыҡ менән иҫкә ала. Бәғзеләр, әрмене “бабайҙар” ғына тотоп тора, тип бер аҙ фәстереп тә ебәргеләй... Тик бының менән хәрби хеҙмәткә барасаҡ призывниктарҙы, уларҙың ата-әсәләрен тынысландырып булмай, әлбиттә....

Бар булайыҡ, бай булайыҡ!
Махсус бит / Проблема // 2-10-2015, 11:41


Тормошта уңа алмай, йә уҡый алмай, йә йүнле эштә эшләй алмай бай, етеш, матур тормошта йәшәй алмаған бәндәләр, башҡа өлгөлө, гөрләтеп йәшәгәндәрҙән көнләшеп, үҙенең булдыкһыҙлығын, ялҡаулығын аҡлап ҡолаҡҡа ятмаған фекерен башҡаларға тағып, халҡым аңына кире йоғонто яһай. Гөлдәр Кадаева тәүге һөйләмендә үк үҙен хәйерсе менән тиңләй. Бик яратҡан айфонын бер нисә йыл йыйған аҡсаһына алғандыр инде. Уны боҙған өсөн, үҙенең йәненән дә артыҡ күреп, илап ултыра. Әле генә машинаһын боҙған. Йүнле кеше автомашинаны ҡарап, йүнәтеп йөрөтә. Аяғын һындырып, автомашинаһын боҙоп, айфонын һыуға ташлаған бәндә гәзит аша мине нисек итеп “йәшәргә” өйрәтә....

Йәшәүгә ынтылыш
Махсус бит / Проблема // 24-07-2015, 15:54


Йәшәүгә ынтылыш– Һау-мы-һы-ғыҙ, – киңәйтелгән диванда ятҡан Динара, сәләмебеҙҙе алып, торорға маташты, әммә хәленән килмәгәс, ғәйепле йылмайҙы, – мин һеҙҙең хаҡта әсәйемдән ишетеп беләм…
Әсәһен хәтерләгәс, йөҙөн ҡара һөрөм баҫты:
– Мин өс аҙна элек кенә әсәйемдең һәм ҡыҙымдың вафаты тураһында белдем… Миңә бик ныҡ ҡыйын булды был хаҡта ишетеүе…
Телен саҡ әйләндереп көс-хәлгә һөйләшкән Динараның бите буйлап ҡайнар күҙ йәштәре тәгәрәне, уларҙы һөртөргә итте, тик оҙаҡ хәрәкәт­һеҙ ятыуҙан ғәрипләнгән ҡулдары уны тыңламаны.
– Динараҡай, зинһар, илама, – күҙ йәштәрен үҙем һыпырҙым.– Юғиһә мине лә илатаһың. Ә мин бер башлаһам, туҡтай алмайым, йә һине йөҙҙөргәнсе илар ҙа ҡуйырмын, биллаһи, диваның менән ҡуша ағып китерһең! Бәлки, һин йөҙә лә белмәй­һеңдер әле…...

Зыяны үҙенә генә түгел шул
Махсус бит / Проблема // 26-06-2015, 14:02


Зыяны үҙенә генә түгел шулНаркомания сиренә юлыҡҡан­дар­ға мотлаҡ ярҙам итергә кәрәк, уларҙы йәлләмәһәк тә, исмаһам, үҙебеҙ өсөн. Улар тәне һәм йәне менән генә сирле кешеләр түгел, иртәме-һуңмы һалҡын ҡанлы енәйәтселәргә әйләнәсәк. Мотлаҡ. Сөнки улар бер ҡайҙа ла эшләй алмай, ә аҡса кәрәк. Йә урларға, йә берәйһен таларға ғына ҡала. Статистика буйынса, бер наркоман ҡыҫҡа ғүмерендә 7 – 25 кешене үҙенең “арбаһына” ултырта. Әгәр берәй кешенең психотроп матдәләр ҡуллана башлауын һиҙеп ҡалдығыҙ икән, ай-вайына ҡуймай, тейешле һүҙҙәр табып, дауалау учреждениеларына алып барырға тырышығыҙ. Яҡындары тарафынан ошондай иғтибар күрһәтелгән наркомандарҙың 5 – 10 процентының һауығып китергә мөмкинлеге бар....

Самаһын белеп ыҙғышыу... ғаиләне нығыта
Махсус бит / Проблема // 26-06-2015, 13:54


Самаһын белеп ыҙғышыу...  ғаиләне нығытаТикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йәш ғаиләләрҙең бөтәһендә лә тиерлек көн һайын тауыш сыға икән. Бәләкәй генә ыҙғыш та ғаилә өсөн бик мөһим. Көнөнә бер тапҡыр талашығыҙ һәм һеҙгә бер ниндәй ҙә табип кәрәкмәйәсәк, ти ғалимдар. Уларҙың фекеренсә, дошманлашып алыу яратышып йәшәү өсөн кәрәк.
Хикмәт шунда, һәр кешелә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған ике ихтыяж бар. Беренсеһе – яратҡан кешең менән ҡушылып китеү, уның менән бер булыу, икенсеһе – үҙеңде-үҙең раҫлау, “мин”­легеңдең көсөн күрһәтеү. Талашыу ни тиклем мөһим булһа, уның формаһы ла шул ҡәҙәр әһәмиәтле. Йәш пар­ҙар­ҙың бик күбеһе дөрөҫ ыҙғышмай. Бының сәбәбенең береһе шунда – ир-ат низағҡа башҡасараҡ, ҡарай. Улар баҫалҡы булырға тарышып, хата яһай....

Ағасты һата күрмә... Башыңа бәлә килер
Махсус бит / Проблема // 6-06-2015, 09:57


Күрше диләнкәлә эшләп йөрөгән кешеләрҙән күпмегә ағас сығарғандарын һорағайным, бер кубометрҙы 450 һумға, тиҙәр. Үҙеңдең техникаң булмаһа, ағас сығарырға транспортлы кешене ялларға тура килә. Тимәк, 150 кубометр ағасты сығарыу өсөн 67500 һум аҡса кәрәк. Ташытыу ҙа ҡиммәт. Диләнкәнән ҡалаға бер рейс өсөн 10 000 һумдан да кәм һорамайҙар. Ҙур йөк машинаһына яҡынса 20 кубометр ағас һыя. Тимәк, 60 саҡрымдан 150 кубометр ағасты ташытып алыу өсөн 7 рейс өсөн түләргә кәрәк. Аҡса теле менән әйткәндә, 70 мең һумды сығарып һалырға тура киләсәк. Шулай итеп, шартлыса миңә 150 кубометр ағасты үҙләштереү өсөн генә 167 500 һум аҡса талап ителә. Ә унан тыш бура буратыу, таҡта быстырыу кеүек эштәр­ҙе лә атҡарып сығырға кәрәк....

Репертуар кәрәк
Проблема / Әҙәбиәт // 23-04-2015, 18:53


“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция! “Йәшлек”те һәр ваҡыт көтөп алам, йотлоғоп уҡыйым. Бай йөкмәткеле гәзит сығарыуығыҙға рәхмәтемде белдерәм. Артабан да халҡыбыҙ өсөн арымай-талмай хеҙмәт итеүегеҙҙе теләп ҡалам.
Һеҙгә шундай һорауым да бар ине: баҫманың 20-се битендә концерт-театрҙар программалары тураһында гел иғлан бирелеп килде. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы репертуарын ошонан ҡарап, концертҡа йөрөй инек. Бик уңайлы булды. Хәҙер ниңәлер анонс юҡ. Ниңә икән? Ғөмүмән, бер урында бөтә концерт­тар, театрҙар репертуары баҫылыуы бик уңайлы бит“.
Нәсимә СӘҒИТОВА....

Исем ҡушҡанбыҙ. Тик телгә алабыҙмы һуң?
Мәҙәниәт / Проблема // 28-03-2015, 10:36


Исем ҡушҡанбыҙ.  Тик телгә алабыҙмы һуң?Беҙ бөтә ошо учреждение-ойошмаларҙы нисек атайбыҙ һуң? Рәсми телдә түгел, ә халыҡса, тимәксемен. Төрлөсә. Мәҫәлән, Өфө дәүләт сәнғәт институтын, хәҙер инде академияһын, тамамлаусыларҙан һораһаң, уларҙың береһе лә, уҡыған урыным – Исмәғилев институты, тип аныҡламай. Сәнғәт институты, ти ҙә ҡуя. Был дөрөҫ тә һымаҡ. Сәнғәт институты республикабыҙҙа берәү генә бит. Әммә Заһир Ғарип улы Исмәғилев ошо институтҡа нигеҙ һалған һәм егерме йыл буйына уның менән уңышлы идара иткән, башҡорт милли һәм профессиональ сәнғәтен яңы кимәлгә күтәргән күренекле, атаҡлы шәхес булараҡ, ихтирамға һәм уның исемен хөрмәтләп телгә алыуға лайыҡ та баһа. Исмәғилев академияһын тамамланым, тип ғорурланып әйтеп була, тимәксемен....

Ырыуҙар хәрәкәтен тергеҙәйек!
Тарих / Проблема // 20-03-2015, 11:15


Ырыуҙар хәрәкәтен тергеҙәйек!Һәр бер халыҡтың үҙ иле була. Ундай халыҡты төп, аҫаба халыҡ тип йөрөтәләр. Элек аҫаба халыҡтарға өҫтөнлөк бирелгән. Совет власы, төрлө һылтау табып, аҫабалыҡ хоҡуҡтарын бөтөрә.
Элек башҡорттар бер-береһе менән осрашһа, ҡайһы ырыуҙан, ҡәбиләнән, ниндәй йылға буйында урынлашыуын һорашҡан. Хәҙер ырыу төшөнсәһе бөтөрөлдө. Илем, телем, халҡым, тип һүҙ ҡуҙғатһаң, һин милләтсе һәм сепаратист булаһың. Халыҡ үҙ илендә эш таба алмай, ситкә китеп йотола. Унда ла беҙҙең халыҡты ҡолас йәйеп ҡаршыламайҙар.
Ырыуҙар хәрәкәте булғанда үҙ хәлебеҙҙе һөйләй, аңлата торғайныҡ. Берләшеп, хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе күтәрә инек. Ауыл ерендә бөгөн ҡарттар ғына ҡалып бара. Ауылдар бөтөү, тарҡалыу юлында, етәкселәр беҙҙең турала хәстәрлек күрмәй. Миҫал өсөн Архангел районының Аҙау ауылын алайыҡ....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM