НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Зыяны үҙенә генә түгел шул
Махсус бит / Проблема // 26-06-2015, 14:02


Зыяны үҙенә генә түгел шулНаркомания сиренә юлыҡҡан­дар­ға мотлаҡ ярҙам итергә кәрәк, уларҙы йәлләмәһәк тә, исмаһам, үҙебеҙ өсөн. Улар тәне һәм йәне менән генә сирле кешеләр түгел, иртәме-һуңмы һалҡын ҡанлы енәйәтселәргә әйләнәсәк. Мотлаҡ. Сөнки улар бер ҡайҙа ла эшләй алмай, ә аҡса кәрәк. Йә урларға, йә берәйһен таларға ғына ҡала. Статистика буйынса, бер наркоман ҡыҫҡа ғүмерендә 7 – 25 кешене үҙенең “арбаһына” ултырта. Әгәр берәй кешенең психотроп матдәләр ҡуллана башлауын һиҙеп ҡалдығыҙ икән, ай-вайына ҡуймай, тейешле һүҙҙәр табып, дауалау учреждениеларына алып барырға тырышығыҙ. Яҡындары тарафынан ошондай иғтибар күрһәтелгән наркомандарҙың 5 – 10 процентының һауығып китергә мөмкинлеге бар....

Самаһын белеп ыҙғышыу... ғаиләне нығыта
Махсус бит / Проблема // 26-06-2015, 13:54


Самаһын белеп ыҙғышыу...  ғаиләне нығытаТикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йәш ғаиләләрҙең бөтәһендә лә тиерлек көн һайын тауыш сыға икән. Бәләкәй генә ыҙғыш та ғаилә өсөн бик мөһим. Көнөнә бер тапҡыр талашығыҙ һәм һеҙгә бер ниндәй ҙә табип кәрәкмәйәсәк, ти ғалимдар. Уларҙың фекеренсә, дошманлашып алыу яратышып йәшәү өсөн кәрәк.
Хикмәт шунда, һәр кешелә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған ике ихтыяж бар. Беренсеһе – яратҡан кешең менән ҡушылып китеү, уның менән бер булыу, икенсеһе – үҙеңде-үҙең раҫлау, “мин”­легеңдең көсөн күрһәтеү. Талашыу ни тиклем мөһим булһа, уның формаһы ла шул ҡәҙәр әһәмиәтле. Йәш пар­ҙар­ҙың бик күбеһе дөрөҫ ыҙғышмай. Бының сәбәбенең береһе шунда – ир-ат низағҡа башҡасараҡ, ҡарай. Улар баҫалҡы булырға тарышып, хата яһай....

Ағасты һата күрмә... Башыңа бәлә килер
Махсус бит / Проблема // 6-06-2015, 09:57


Күрше диләнкәлә эшләп йөрөгән кешеләрҙән күпмегә ағас сығарғандарын һорағайным, бер кубометрҙы 450 һумға, тиҙәр. Үҙеңдең техникаң булмаһа, ағас сығарырға транспортлы кешене ялларға тура килә. Тимәк, 150 кубометр ағасты сығарыу өсөн 67500 һум аҡса кәрәк. Ташытыу ҙа ҡиммәт. Диләнкәнән ҡалаға бер рейс өсөн 10 000 һумдан да кәм һорамайҙар. Ҙур йөк машинаһына яҡынса 20 кубометр ағас һыя. Тимәк, 60 саҡрымдан 150 кубометр ағасты ташытып алыу өсөн 7 рейс өсөн түләргә кәрәк. Аҡса теле менән әйткәндә, 70 мең һумды сығарып һалырға тура киләсәк. Шулай итеп, шартлыса миңә 150 кубометр ағасты үҙләштереү өсөн генә 167 500 һум аҡса талап ителә. Ә унан тыш бура буратыу, таҡта быстырыу кеүек эштәр­ҙе лә атҡарып сығырға кәрәк....

Репертуар кәрәк
Проблема / Әҙәбиәт // 23-04-2015, 18:53


“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция! “Йәшлек”те һәр ваҡыт көтөп алам, йотлоғоп уҡыйым. Бай йөкмәткеле гәзит сығарыуығыҙға рәхмәтемде белдерәм. Артабан да халҡыбыҙ өсөн арымай-талмай хеҙмәт итеүегеҙҙе теләп ҡалам.
Һеҙгә шундай һорауым да бар ине: баҫманың 20-се битендә концерт-театрҙар программалары тураһында гел иғлан бирелеп килде. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы репертуарын ошонан ҡарап, концертҡа йөрөй инек. Бик уңайлы булды. Хәҙер ниңәлер анонс юҡ. Ниңә икән? Ғөмүмән, бер урында бөтә концерт­тар, театрҙар репертуары баҫылыуы бик уңайлы бит“.
Нәсимә СӘҒИТОВА....

Исем ҡушҡанбыҙ. Тик телгә алабыҙмы һуң?
Мәҙәниәт / Проблема // 28-03-2015, 10:36


Исем ҡушҡанбыҙ.  Тик телгә алабыҙмы һуң?Беҙ бөтә ошо учреждение-ойошмаларҙы нисек атайбыҙ һуң? Рәсми телдә түгел, ә халыҡса, тимәксемен. Төрлөсә. Мәҫәлән, Өфө дәүләт сәнғәт институтын, хәҙер инде академияһын, тамамлаусыларҙан һораһаң, уларҙың береһе лә, уҡыған урыным – Исмәғилев институты, тип аныҡламай. Сәнғәт институты, ти ҙә ҡуя. Был дөрөҫ тә һымаҡ. Сәнғәт институты республикабыҙҙа берәү генә бит. Әммә Заһир Ғарип улы Исмәғилев ошо институтҡа нигеҙ һалған һәм егерме йыл буйына уның менән уңышлы идара иткән, башҡорт милли һәм профессиональ сәнғәтен яңы кимәлгә күтәргән күренекле, атаҡлы шәхес булараҡ, ихтирамға һәм уның исемен хөрмәтләп телгә алыуға лайыҡ та баһа. Исмәғилев академияһын тамамланым, тип ғорурланып әйтеп була, тимәксемен....

Ырыуҙар хәрәкәтен тергеҙәйек!
Тарих / Проблема // 20-03-2015, 11:15


Ырыуҙар хәрәкәтен тергеҙәйек!Һәр бер халыҡтың үҙ иле була. Ундай халыҡты төп, аҫаба халыҡ тип йөрөтәләр. Элек аҫаба халыҡтарға өҫтөнлөк бирелгән. Совет власы, төрлө һылтау табып, аҫабалыҡ хоҡуҡтарын бөтөрә.
Элек башҡорттар бер-береһе менән осрашһа, ҡайһы ырыуҙан, ҡәбиләнән, ниндәй йылға буйында урынлашыуын һорашҡан. Хәҙер ырыу төшөнсәһе бөтөрөлдө. Илем, телем, халҡым, тип һүҙ ҡуҙғатһаң, һин милләтсе һәм сепаратист булаһың. Халыҡ үҙ илендә эш таба алмай, ситкә китеп йотола. Унда ла беҙҙең халыҡты ҡолас йәйеп ҡаршыламайҙар.
Ырыуҙар хәрәкәте булғанда үҙ хәлебеҙҙе һөйләй, аңлата торғайныҡ. Берләшеп, хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе күтәрә инек. Ауыл ерендә бөгөн ҡарттар ғына ҡалып бара. Ауылдар бөтөү, тарҡалыу юлында, етәкселәр беҙҙең турала хәстәрлек күрмәй. Миҫал өсөн Архангел районының Аҙау ауылын алайыҡ....

Һалдаттарҙың үлеме һағайта
Махсус бит / Проблема // 13-02-2015, 11:58


Һалдаттарҙың  үлеме һағайта Ошо көндәрҙә Балтик флотында хеҙмәт иткән Ейәнсура районының Үтәғол ауылы егете Айҙар Дәү­ләтбәковты ерләнеләр. Матрос ике ай ғына хеҙмәт итеп өлгөрә. Үлер алдынан дүрт сәғәт элек бер туған апаһына шылтырата, посылка һалыу­ҙарын үтенә. Шул уҡ көндө частан егеттең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы хаҡында хәбәр итәләр.
«Хеҙмәт итә башлағас, атай менән әсәйгә, «дедовщина» бар бында, тип зарланғайны. Һуңынан, барыһы ла һәйбәт, өйрәндем, тигәс, беҙ ҙә тынысландыҡ. Барғас та гайморит менән сирләгән. Ике аҙна температура менән ятҡас ҡына госпиталгә һалғандар. Табип­тарға, өс көн генә температурам бул­ды, тип әйтергә ҡушҡандар. Посылка ме­нән танауына һалырға дарыуҙар, эске кейем, ҡырыныу әйберҙәре һораны. Ашау яғы наҡыҫ булыуына зарланды. Хатта иҫке кейемдәрҙә йөрөгән....

“Кейәүгә йәштән сығырға кәрәк”
Махсус бит / Проблема // 16-01-2015, 11:51


“Кейәүгә йәштән сығырға кәрәк” Бынан теүәл 20 йыл элек матбуғатта иң тәүге мәҡәләм сыҡты. Ауылыбыҙға килен булып төшкән 16 йәшлек кенә енгәйебеҙ Рәйхана Шәйәхмә­тованың беҙгә, мәктәп балаларына, бейеү түңәрәге асыуы тураһында ине ул. Бер осорҙа буй еткергән егермеләгән ма­лай-ҡыҙҙы көйҙө тойоп, “әҙәмсә” бейергә өйрәткән еңгәй менән һаман да дуҫлығыбыҙ дауам итә. Ейәнсура яҡтарына, тыуған ауылыма ҡайтҡан һайын уның йылы сәйен эсмәйенсә, серләшмәйенсә китмәйем. Ул миңә һәр саҡ тормошта өлгө булып тора.
Шаян һүҙле, алсаҡ күңелле еңгәй менән эшсән, йомарт, изгелекле Флорис ағай шул тиклем пар килгәндәр, ундайҙар хаҡында, һуйған да ҡаплаған, тиҙәр. Ҡотло донъялары, изгелекле балалары, ҡунаҡсыллыҡтары, ярҙамсыл булыуҙары менән һәр кемгә үрнәк булырлыҡ матур ғаилә улар. Тик яҡындан аралашҡан кешеләр генә уларҙың тормоштоң ниндәй шарттарында һәм ниндәй юлдары менән ошондай өлгөлө матурлыҡҡа килеп еткәнен аңлай алалыр....

ТОРБА ҒЫНА ҠАЛДЫ ҺЕРӘЙЕП…
Экономика / Проблема // 16-01-2015, 09:26


ТОРБА  ҒЫНА ҠАЛДЫ ҺЕРӘЙЕП…12 көнгә һуҙылған байрам көндәре үтеп, рәхәтләнеп ял итеп, эш урындарыбыҙға килеп еттек. Эш башлар алдынан Матбуғат йорто тәҙрәһенән тышҡа ҡарап ултырып алырға күнегелгән. Унда әллә ни матур пейзаж булмаһа ла, барыһы ла яҡын, ҡәҙерле. Һәр хәлдә, йылдар буйына Өфөләге 1-се йылылыҡ цехының (КЦ 1) 90 метрлыҡ торбаһына ҡарап ултырам. Тик был юлы торбанан талғын ғына сыҡҡан төтөнгә ҡарап уйланырға ваҡыт булманы – цех эргәһендәге УЗЭМИК заводының бер бинаһы ҡотто алды. Бом­баға тотҡандармы ни – емерелеп төшөргә оҡшап тора, тәҙрәләре өңрәйгән, станалар аҡтарылған. Ҡотһоҙ инде, дөрөҫөн әйткәндә.
...

Ауырлыҡтар артында ЕҢЕЛЛЕК ята
Махсус бит / Проблема // 9-01-2015, 14:52


Тормошто сикһеҙ һынауҙарҙан торған һикәлтәле юлға оҡшатам. Әҙәм балаһының ныҡлығы шатлыҡ-ҡайғы менән дә, байлыҡ-йотлоҡ менән дә ҡапшала. Бөттө, барыһы ла бөттө, тип күңел төшөргәндә, дөм ҡараңғылыҡта ҡапыл ут гөлтләп ҡабынғандай, көтмәгәндә яңы офоҡтар асыла. Ауыр­лыҡтан һуң иҫ киткес еңеллек килә. Түбәндә һүрәтләнгән осраҡтар тап шуны раҫлай. Яҙмыш ауырлығына зарлан­ғанда был бары сираттағы һынау икәнлеген онотмағыҙ.
Бала – ғаилә тотҡаһы, тиһәләр ҙә...
БДУ-ның икенсе курсында уҡып йөрөүсе Камил “первашка” Әнисәне тәү күреүҙән оҡшата. Шаталаҡ, сая, күҙҙәренән нур сәселеп торған ҡыҙ тәүҙә хистәренә яуап бирмәй. Егет бер ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, һүҙен һүҙ итә – ҡыҙҙың йөрәгенә асҡыс ярата....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM