НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мырҙашты сүплеккә батырмайыҡ
Махсус бит / Проблема // 29-04-2016, 10:48


Мырҙашты сүплеккә батырмайыҡБөгөн сүплектәр темаһы айырыуса көн үҙәгендә тора. Махсуслаштырылған урын булһа ла, ул йыш ҡына халыҡтың теңкәһенә тейә. Беҙ шулай өйрәнгәнбеҙ: ауыл янында матур тәбиғәт, иркен көтөүлектәр, урман-тауҙан башҡа күрер күҙгә йәмһеҙ булған нәмә урынлашырға тейеш түгел. Сүплек тап шундайҙар рәтенә инә лә инде. Ә ҡыйҙы ҡайҙа ташларға? Уны яндырыу ҙа тыйылды бит. Сүплек булған хәлдә лә, тирә-йүнгә насар эҙемтәһе булмаҫҡа тейеш. Ҡыҫҡаһы, беҙҙә әле ҡалдыҡтар проблемаһы бөтөнләй тиерлек яйға һалынмаған....

Тотҡа төҙәтәм, тип донъя бутамайыҡ
Махсус бит / Проблема // 27-04-2016, 15:08


  Тотҡа төҙәтәм, тип донъя бутамайыҡ20-се быуат ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттә электән биләп килгән урыны, уларҙың унда тоҡан урыны һиҙелерлек үҙгәрҙе. Мин бында күлдәк урынына салбар кейеү, араҡы эсеү, тәмәке тартыу, һүгенеү һымаҡ күренештәрҙе генә күҙ уңында тотмайым. Ысынлап та, башҡорт халҡы үҙенең мәшһүр ҡатын-ҡыҙҙары менән ысынлап ғорурлана ала. Бөгөн, һис шикһеҙ, ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттә тотҡан урыны бик ҙур. Сит халыҡтар беҙҙең Бәндәбикә, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Фатима Мостафиналар аша беҙҙең турала ла фекер йөрөтә. Бөгөнгә килгәндә райондарҙа башланған ағинәйҙәр хәрәкәте лә башҡорт телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлап ҡалыуҙа әүҙем эш башҡара....

Юрист кәңәше
Махсус бит / Проблема // 25-04-2016, 09:44


Юрист кәңәшеЮрист Владимир Ғилманшин һорауҙарға яуап бирә. Уларҙы хат менән, ye02@ yandex.ru адресы буйынса электрон почтаға ебәрә алаһығыҙ.

Кредит килешеүендә күрһәтелһә генә
Бер нисә банкта кредитыбыҙ бар. Мартта бер банктың кредитын алдан тулыһынса ҡаплап бөттөк. Ниңәлер страховка аҡсаһын ҡайтарыуҙан баш тарттылар. Бер йылы “Сбербанк” ул аҡсаны кире ҡайтар­ғайны. Был осраҡта беҙгә нимә эшләргә?...

Чупакабра, ниһайәт, тотолған
Яңылыҡтар таҫмаһы / Проблема // 1-04-2016, 12:10


Чупакабра, ниһайәт, тотолған Бығаса бер кемгә лә күренмәгән, һын-һыйпаты ниндәй булғанын белдермәгән серле йыртҡыс ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, уныһын хәҙер асыҡлап та булмай. Һәр хәлдә, Рәсәйҙә лә, беҙҙең республикала ла кешеләрҙең йорт ҡуяндарын, һарыҡ-кәзәһен тәмләп йөрөүсе чупакабраның (йыртҡысҡа шундай исем бирҙеләр) зыянын иҫәпләгәндәр ҙә, миллион һумдан да ашыуыраҡ һан хасил булған, имеш....

Эскелек менән көрәшеп, халыҡты ҡырмайыҡ
Һаулыҡ һаҡлау / Проблема // 29-03-2016, 15:00


Эскелек менән көрәшеп, халыҡты ҡырмайыҡ Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығармайыҡ, йәки айыҡ ауыл урынына айыҡ аҡыл кәрәк
Бөгөнгө йәшәйештең ҡатмарлы нескәлектәрен аңлатҡанда, йыш ҡына борондан һаҡланып килгән ғибрәтнамәләр ярҙамға килә. Күрәһең, беҙҙең ата-бабаларҙың да тормошо бик ябайҙан булмағандыр. Улар беҙгә һабаҡ өсөн үҙ аҡылын әйтеп ҡалдырған....

Нимә аяҡ сала? йәки Юғалған аҡсаны кем ҡайтарыр?
Проблема / Үҙ эшеңде башла! // 24-03-2016, 15:18


Нимә аяҡ сала? йәки Юғалған аҡсаны кем ҡайтарыр? “Йәшлек” гәзитенең былтырғы 49-сы һәм быйылғы 10-сы һандарындағы эшҡыуарҙар тураһындағы мәҡәләләрҙе уҡып, мин дә бер аҙ баштан үткәндәр хаҡында яҙып үтергә булдым. Мәҡәләләрҙә “эшҡыуар” төшөнсәһе тураһында төрлө ҡараштан яҙылған. Эйе, ысынлап та, эш башлап китеүе ауыр, сөнки һәр бер нәмә ҙур сығым талап итә....

Ырымдарға ышанып, гонаһлы булмайыҡ! (“Кешегә икенсе исем ҡушыу кәрәкме?”, “Йәшлек”, 8-се һан, 29 февраль, 2016 йыл)
Яңылыҡтар таҫмаһы / Проблема // 11-03-2016, 13:04


Ырымдарға ышанып, гонаһлы булмайыҡ! (“Кешегә икенсе исем ҡушыу кәрәкме?”, “Йәшлек”, 8-се һан, 29 февраль, 2016 йыл) “Йәшлек”тең 8-се һанында баҫылған “Кешегә икенсе исем ҡушыу кәрәкме?” тигән аҙна һорауына яуап бирергә тырышҡан бер нисә яҡташыбыҙҙың фекерен уҡып сыҡтым. Улар төрлөсә. Кемгәлер өҫтәмә исем йөрөтөргә “мулла ҡуша”, ә икенсе берәү быны “ярамай” тип һанай. Өсөнсөләрҙе, ике исемле кеше баҡыйлыҡҡа китә ҡалһа, йыназа уҡыған мәлдә аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыу ихтималлығы борсой....

Һаҡ булығыҙ: аферистар!
Махсус бит / Проблема // 6-02-2016, 11:30


Иҫегеҙҙәме икән, бер нисә йыл элек ауылдар буйлап, ҡалала фатир һайын төрлө һауыт-һаба, көнкүреш техникаһы һатып йөрөүселәр күбәйгәйне. Башлыса улар үтә лә йылмаяҡ егет менән ҡыҙ була торғайны. Телдәре телгә йоҡмай. Һата торған әйберҙәргә ҡушып, бүләктәрен дә йәлләмәй бирәләр ине. Ошо телдәрҙәргә бик күптәр отолғандыр әле. Мәҫәлән, улар ҡиммәткә генә үтек тәҡдим итә лә, йә миксермы, йә сәйнүкме бүләк итәбеҙ, ти. Ҡыҙығып алаһың да ҡалаһың. Һуңынан был “байлығыңдың” мотлаҡ береһе боҙоҡ булып сыға. Етмәһә, магазин-фәләндә арзанғараҡ та осрап ҡуя....

Эсеп үлеп бөтөрбөҙмө икән?!
Махсус бит / Проблема // 5-02-2016, 10:30


Эсеп үлеп  бөтөрбөҙмө икән?!11 ғинуарҙа Белорет районында 26 йәшлек егеттең алкоголь менән ағыуланып, бер көндән һуң дауаханала үлеп ҡалыуы тураһындағы хәбәр тиҙ таралды. Таныштары әйтеүенсә, ул яҡшы урында эшләгән, эсеп-туҙып йөрөмәгән, спорт менән шөғөлләнгән. Ул дуҫтарын да был көндө ҡунаҡҡа саҡырып шылтыратҡан, тик улар төрлө сәбәп менән килә алмаған. Бәлки, уларҙы яҙмыш аралағандыр...
Яңыраҡ ошондай уҡ хәл Магнитогорск ҡала­һында ла була. Бер ҡатын Ҡырымға барып, ял итеп ҡайта. Шатлығы, тәьҫораттары менән уртаҡлашыу өсөн әхирәттәрен ҡунаҡҡа саҡыра. Табын күңелһеҙ тамамлана: хужабикә алкоголь менән ағыуланып, вафат була. Бындай аяныслы хәлдәр тураһында күп һөйләргә мөмкин. Сөнки был ил кимәлендәге проблемаға әй­ләнде. Мәҫәлән, Иваново өлкә­һендә бер ир суррогат араҡы эсеп үлә, танышы ауыр хәлдә дауаханаға эләгә. Суррогат араҡы менән ағыуланыу факттары буйынса Һамар өлкәһендә енәйәт эше асылған. 2015 йылдың 10 декабрендә Орск ҡалаһы дауаханаһында 22 йәшлек егет метанол менән ағыуланыу һөҙөмтәһендә үлә. Тик­шереү органдары асыҡлауынса, дүрт егет ҡулдан “виски” алып эсә....

Аҡса етмәү эт итә
Махсус бит / Проблема // 22-01-2016, 10:54


Аҡса етмәү эт итә  Дүрт йыллыҡ практика түбәндәге һөҙөмтәләрҙе бирҙе. Беренсенән, күптәр заемдарҙы банк кредиттарын ҡаплау өсөн ала башланы. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, банктан бурыс­ҡа алғандарҙың 46 процентының – 2, 12 процентының – 3, 4 процентының – 4, 2 процентының 5 һәм унан да күберәк кредиты бар. Уларҙы ҡаплау өсөн былтыр халыҡтың һәр дүртенсеһе (23 проценты) тик ошо маҡсат өсөн МФО-ларға мөрәжәғәт иткән. Ә 2014 йылда был күрһәткес тик 15 процент ҡына булған. Тимәк, микрозаемдар кешенең хәлен еңеләйтмәй, ә, киреһенсә, уның кредит һаҙлығына тәрәнерәк бата барыуын ғына күрһәтә. “Левада-центр“ тикшереүҙәре буйынса, һуңғы 10 йылда һәр икенсе кеше (50 процент) тауарҙы кредитҡа алған, бурысын түләй алмаған кешеләрҙең һаны 25 проценттан 34 процентҡа тиклем артҡан....


  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)
  • Яңы йылға бүләкле булдылар



  • Радио Юлдаш FM