НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Эттәр серенадаһы
Махсус бит / Проблема // 10-08-2016, 20:46


Эттәр серенадаһыҠасан ауылдарҙа күпләп (бер хужаға икәүҙән артыҡ) эт тотоуҙы тыйған закон ҡабул ителер?...

Түләгәндә кемдер алдана
Махсус бит / Проблема // 1-08-2016, 20:30


Түләгәндә кемдер алдана
Оло быуын кешеләре яҡшы хәтерләйҙер: совет осоронда ашханаларҙа өҫтәлдәрҙә иркен ятҡан икмәк, тоҙ, гәрсис өсөн халыҡ түләмәй торғайны. Төпкөл ауылдан килгән бер инәй гәрсисте бал тип яңылышып, бер ҡалаҡ тултырып алып ҡабып, уңайһыҙ хәлгә ҡалғанын һөйләп көлгәне әле һаман иҫтә. Бушлай медицина, белем биреү, торлаҡ, бик арзан ғына (бушлай тип әйтерлек) коммуналь-торлаҡ хеҙмәттәре, шифахана, ял йорттарында һаулыҡты нығытыу, бензин-солярка кеүек тауар совет йәмғиәте өсөн ғәҙәти булды. Бының кире эҙемтәләре лә бар ине: икмәкте малға ашатыу, яғыулыҡты төрлө нәмәгә сарыф итеү... Киләһе быуын коммунизмда йәшәйәсәк, тип өмөтләндергән коммунистар партияһы өсөн тора-бара күпселек тауарҙың бушлай биреләсәге, аҡсаның юҡҡа сығасағы шик тыуҙырмай ине. Бер-береңә бурысҡа биреп торған аҡса өсөн процент алыу башҡа ла инеп сыҡманы. өмәләрҙә бушҡа эшләү, бер-береңә эскерһеҙ ярҙам итеү ҙә йәмғиәттәге микроклиматтың яҡшы булыуына булышлыҡ итте....

Башҡаларға Хоҙай минең йән ғазаптарын күрһәтмәһен...
Махсус бит / Проблема // 6-07-2016, 14:24


Башҡаларға Хоҙай  минең йән ғазаптарын күрһәтмәһен...
Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек, атай-әсәйле булып, иркәләнеп кенә йәшәргә насип булды миңә. Яҙмышыма шундай рәхмәтле булып ғүмер иттем. Тик атайым гүр эйәһе булғас, нимә күреп, нимә кисергәнемде хатта дошманым күрмәһен, тип теләйем....

Һаҡмарҙың ҡороҡ-тышауҙарын кем сисер?! йәки Бала саҡтың яҡты хәтирәләре
Махсус бит / Проблема // 20-06-2016, 10:58


Һаҡмарҙың ҡороҡ-тышауҙарын кем сисер?! йәки Бала саҡтың яҡты хәтирәләре
“Төштәремдә ҡайтып бер
урайым,
Өндәремдә һағынып
йырлайым”.

Был һүҙҙәрҙе билдәле ҡурайсы, композитор һәм йырсы Ишмулла ағай Дилмөхәмәтов тыуған яғын һағынып яҙһа, әлеге минең осраҡта ул йыр һаҡмарымдың үткәнен һағынып, үкенеп, йөрәк әрнеткән йырға торошло....

Банк картаһынан аҡсағыҙ юғалмаһын тиһәгеҙ...
Махсус бит / Проблема // 16-06-2016, 17:03


Банк картаһынан аҡсағыҙ юғалмаһын тиһәгеҙ...Банк карталарынан аҡса юғалтыу осраҡтары йыш ҡабатланып тора. Кемдер мобиль банк беркетелгән телефонына вирус индерә, икенсе берәүҙәр банк хеҙмәткәре булып шылтыратҡан кешегә пин-кодын һәм аҡса иҫәбен хәбәр итә. Пластик банк карталары эйәләренә полиция түбәндәге кәңәштәрҙе иҫтә тоторға кәңәш итә.

...

Ата балаһы хур булмаҫ йәки Ғаиләлә ирҙең ролен күтәрергә ваҡыт етте түгелме?
Махсус бит / Проблема // 10-06-2016, 12:31


Ата балаһы хур булмаҫ йәки  Ғаиләлә ирҙең ролен күтәрергә ваҡыт етте түгелме?Рәсәй календарында, рәсми булмаһа ла, яңы байрам билдәләнә башланы. Уны 1909 йылда Америка ҡыҙы Сонора Додд уйлап сығарған. Сиркәүҙә әсәйҙәргә арналған вәғәзде тыңлағас, атайҙар ҙа айырым байрамға лайыҡ бит, тип уйға ҡала ул. Ҡыҙҙың әсәһе алтынсы балаһын тапҡанда үлеп ҡалғас, атаһы балаларын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә. Ғаилә башлығына хөрмәт йөҙөнән ҡыҙ әлеге байрамды булдырыр­ға тәҡдим итә лә инде. Һуңынан Президент Линдон Джонсон уны рәсмиләштереп ҡуя....

Мәскәү модаһы беҙгә лә еттеме?
Махсус бит / Проблема // 6-06-2016, 10:46


Мәскәү модаһы беҙгә лә еттеме? йәки ниңә ҡатыны вафат булған ир үҙ балалары өсөн ҡайныһы менән көрәшә?
...

Милли байрамды үтә замансалаштырҙыҡмы әллә? йәки Һабантуй хаҡында уйланыуҙар
Махсус бит / Проблема // 3-06-2016, 12:59


Милли байрамды үтә замансалаштырҙыҡмы әллә?  йәки Һабантуй хаҡында уйланыуҙарҺабантуйҙар гөрләп үтә. Йыл да, байрам матур үтте, тип гәзит- телевидениела маҡтайҙар. Әммә миҙал ике яҡлы.

Майҙанға килгән халыҡ һаны ла арта бара. Мәҫәлән, беҙҙең район һабантуйында машиналарҙы ҡуйыу үҙе оло мәшәҡәт. Сөнки инеү-сығыу юлы берәү, шунлыҡтан тығын барлыҡҡа килә. Икенсе юл бар-барлыҡҡа, тик унан йөрөү өсөн каскадер булыу кәрәк....

Мөхәббәт һатылмай
Махсус бит / Проблема // 31-05-2016, 12:45


Мөхәббәт һатылмай
йәки Ҡатын-ҡыҙ матурлыҡ һәм мөхәббәт өсөн һуңғы тинен бирергә әҙер

Интернетта ла, ябай тормошта ла ҡатын-ҡыҙҙы матурлыҡ һәм мөхәббәт менән алдаштырып, аҡсаһын, башҡа төрлө матди байлығын тартып алырға әҙер тороусылар быуа быуырлыҡ. Был бигерәк тә урта йәштәрҙәге гүзәл затҡа ҡағыла. Нишләйһең инде, көсһөҙ зат шулай ҡоролған: улар мөхәббәт өсөн утҡа-һыуға инергә, вәғәҙәләр биргән һөйгән йәре менән осрашыр өсөн булған байлығын сығарып һалыр­ға әҙер. Ә инде тышҡы матурлыҡ – барыбыҙ өсөн дә бөтә йәштә лә көнүҙәк тема. Матур булыр өсөн әллә ниндәй тауҙар аҡтарыуы ла бер ни түгел.
Ә бурҙар, мут әҙәмдәр ҡатын-ҡыҙҙың “ауыртҡан ерен” яҡшы белә һәм үҙҙәренең мәнфәғәтендә файҙалана. Һүҙебеҙ – матурлыҡ һәм мөхәббәт эҙләп, аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыусы гүзәл зат тураһында. Бөгөнгө интернет һәм реклама заманында ҡулланылған, иң таралған урлашыу юлдары хаҡында. Насар әҙәмдәр ауына эләккән ҡыҙҙарҙан көлөргә, аптырарға ярамай, сөнки күңелдә яҙ, йөрәктә мөхәббәт булғанда, айыҡ аҡыл ҡайһы саҡта ситтә ҡала....

СССР-ҙың һуңғы маньягы
Махсус бит / Проблема // 26-05-2016, 15:51


СССР-ҙың  һуңғы  маньягыНТВ каналынан Леонид Каневскийҙың “Следствие вели” тапшырыуын күптәр ҡыҙыҡһынып ҡарайҙыр. Уҙған йылдарҙағы совет хоҡуҡ һаҡлау органдарының төрлө енәйәт эштәрен асыҡлауына арналған документаль сериялар ентекле итеп совет тормошон да һүрәтләүе менән фәһемле. Күптән түгел был документаль фильмдарҙың береһе мин белгән таныштарға ла ҡағылды. Һүҙ 1989 йылда барлыҡ Магнитогорск ҡалаһы халҡын шомландырып, ҡурҡып йәшәргә мәжбүр иткән “Лифтер” ҡушаматлы маньяк тураһында бара ине....


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА



  • Радио Юлдаш FM