НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бөтә бәлә эскелектән
Махсус бит / Проблема // 12-02-2011, 10:59


Республикабыҙҙа рәсми сәфәр менән Рәсәй Дәүләт Думаһының эксперт советы ағзаһы Владимир Жданов булып китте. Профессор өс көн дауамында уҡыу йорттарында, предприятиеларҙа айыҡ тормош, эскелектең кире эҙемтәләре буйынса лекциялар уҡыны, журналистар менән осрашты. Уның ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрен, урынлы фекерҙәрен һеҙҙең иғтибарға еткерәбеҙ....

"һалҡын һуғыш" әсирҙәреме беҙ?
Махсус бит / Проблема // 12-02-2011, 10:57


Беҙҙең донъя тотошлайы менән «Ниңә?», «Нисек?», «Нишләп улай?» тигән һорауҙар­ҙан, «Аһ-аһ!», «Бынағайыш!», «Ыстағәфирулла!» тигән аптырау­ҙарҙан тора кеүек. Уйлай китһәң, аҙым һайын нәҡ ошо һүҙҙәр тел осона килә лә ҡуя. Эшкә юлым баш ҡаланың транспорт та, кеше лә мыжғып торған Октябрь проспектының буйынан буйына һуҙыл­ған. Туҡталышҡа сығып барғанда уҡ башымда үрҙә әйткән һорауҙар, аптырауҙар ҡайнай. Ниңә ошо подъезд шул тиклем тәмәке төпсөгөнә, төкөрөккә батҡан? Ниңә бынау йәш кенә ҡыҙыҡай ауыҙына тәмәке ҡабып, иртә менән айҡала-сайҡала китеп бара? Атаҡ-атаҡ! Был автобус водителе бүрәнә ташыймы, кешеләрҙеме? Магазиндағы (почтала, поликлиникала һ.б.) сиратта ниңә тик торғандан талашып китәләр һуң ул? Әйткәндәй, аҙыҡ-түлек хаҡтары нишләп улай, сүпрә ондо ҡабартҡандай, үҫә лә үҫә икән? Ҡыҫҡаһы, бер кем дә, бер нәмәне лә «йүгәнләй» алмай кеүек тойола....

Ильнур Буранбаевтың үлеме буйынса СКП 1 февральда эш асырға мәжбүр булды
Яңылыҡтар таҫмаһы / Проблема // 10-02-2011, 19:59


Күп тапҡырҙәр гәзиттәрҙә һәм интернет-сайттарҙа, шул иҫәптән беҙҙең гәзиттә һәм сайтта, Ильнур Буранбаефтың фажиғәле һәләк булыуы тураһында яҙғандан һуң СКП РБ эш асырға мәжбүр булды. Иҫләүегеҙсә, прокуратура кешеләре үҙҙәренең сығышында хатта беҙҙең гәзиткә лә ишара яһай биреберәк ҡуйғайнылар, йәнәһе, бер ниндәй ҙә үлтереү булмаған, ҡайһы бер гәзиттәр үҙҙәрен пиарлау өсөн был мәсьәләне ҡуҙғаталар" тип. Ләкин беҙ Ильнур Буранбаевты үлтергәндәр тип бер нисектә әйтә алмайбыҙ. Уны тикшерер өсөн, иҫбатлар өсөн хөкүмәт органдары бар. Һәм был юлы ла бер фажиғәнең нисек килеп сығыуын асыҡлар өсөн эш асыу мөһимлеген аңғартабыҙ....

Шеш ҙурая...
Махсус бит / Проблема // 8-02-2011, 10:17


йәки Ябай халыҡ ниҙелер булһа ла үҙгәртеүгә өлгәшеренә ышанмай
Мәғәнәһеҙ, аяуһыҙ урыҫ бунтын күреүҙән Хоҙай һаҡлаһын. Шулай тигән бөйөк Пушкин. Әммә йылдар үтеүгә бер һорау ҙа тыуа – беҙҙең оҙа-аҡ түҙеүҙең сиге булырмы икән? Власти.нет сайтында ошо һүҙҙәр менән башланған мәҡәлә сыҡты. Һүҙ, башлыса, илдә хаҡтар артыуы, ришүәтселек, ябай граждандар өсөн белем алыу, медицина хеҙмәтләндереүе тирәләй булған уңайһыҙлыҡтар хаҡында бара. Ошолар арҡаһында илдең байтаҡ халҡы «имен ҡалыу марафоны»нда ҡатнашырға мәжбүр. Арауыҡ – оҙон, көс – самалы, күптәр финишҡа барып етмәй тәгәрәйәсәк. Ниңә бөтөнөһө лә шымған һуң? Рәсәй статистикаһы ҡасан беҙгә ҡолаҡҡа ятышлы, уңышлы һандарҙы һиҙелерлек еткерер?...

Хәҡиҡәткә хаҡ юҡ
Махсус бит / Проблема // 29-01-2011, 13:43


Күптән түгел «Йәшлек» гәзитендә Сибәғәт Рахманғоловтың «Юлдар: берәүҙәргә бар, берәүҙәргә – аһ-зар» мәҡәләһен уҡығас, ҡулыма ҡәләм алмай булдыра алманым. Һүҙ унда Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауыл советы биләмәһенә ҡараған ауылдарға асфальт юл һалынмауы хаҡында бара. Бөтә ғәйепте автор район хакимиәте башлығына ауҙарған, йәнәһе, ул урындағы хужалыҡ рәйесен күрә алмай, шуға юлдар төҙөкләндерелмәй. Үҙ хәҡиҡәтебеҙҙе ниңәлер ана шулай йөҙ йыртыуҙан, кемгәлер бысраҡ яғыуҙар аша раҫларға маташыу күңелде ҡыра. Нимәлер эшләнмәй йәки етешһеҙлектәр бар икән, тимәк, етәксе ғәйепле. Ул нисек һәм ниндәй юлдар менән хәл итергә тейеш мәсьә­ләне, уныһында эшебеҙ юҡ, тик барыһы ла беҙ теләгәнсә булһын. Һүҙ ҙә юҡ, кеше елкәһендә йәшәү уйы көслө ҡайһы берәүҙәр­ҙә. Үҙебеҙ ҡыл ҡыбырлатмаһаҡ та, хужалар­ҙан күпте талап итәбеҙ түгелме?...

Ер. Ил. Тел
Махсус бит / Проблема // 29-01-2011, 12:03


Мәғәнәле һүҙҙәр. Һуңғы йылдарҙың көслө ауазы булып торалар...
Бер үк нәмәне аңлайышлы итеп ҡат-ҡат ҡабатлаһаң, ул һүҙҙәр саҡырыу ҡеүәтенә эйә була. Шул уҡ һүҙҙәрҙе мәғәнәһеҙ генә ҡабатлаһаң, улар төп йүнәлешенән тайпылып, бәҫен юғалтыуы ла ихтимал....

Милләттәштәребеҙ «Ҡурай»һыҙ ҡалырмы?
Махсус бит / Проблема // 25-01-2011, 09:58


Милләттәштәребеҙ «Ҡурай»һыҙ ҡалырмы?«Ҡурай» йыр-моң каналына әле күптән түгел генә гәзит уҡыусылар менән бергәләп исем һайлағайныҡ. Халыҡсанлығы менән яңы канал тиҙ арала тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Быны телеканал редакцияһына килгән әллә күпме хат та дәлилләй. Уны спутник буйынса Калининградтан алып Көньяҡ Сахалинға тиклем ҡарайҙар, Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, күрше өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең йыуанысы ул. Германиянан, Американан, Ҡытайҙан килгән хаттарҙа ла рәхмәт һүҙҙәре яңғырай. Әммә, баҡтиһәң, «Ҡурай»ҙың эштәре ул тиклем үк көйлө түгел икән. Редакциябыҙға күптән түгел генә Гәүһәр исемле инәй хат алып килде....

Бензин, тәмәке, араҡы һәм коммуналь хужалыҡ...
Махсус бит / Проблема // 15-01-2011, 11:12


Яңы йылдан һуң тиҫтәләгән яңы закон үҙ көсөнә инде. Уларҙың да ниндәйе... Халыҡтың тормошона ныҡ ҡағылған «коммуналка» тарифтары, электр энергияһы һәм транспорт. Йәғни беҙ уларға күберәк түләйәсәкбеҙ....

Түшкә миҙал тағылды ла...
Махсус бит / Проблема // 11-01-2011, 18:52


Тик «йәшел йылан» әсә исемен йотто
Өйҙә күмәкләшеп сыр-сыу килеп, ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләп йөрөгәндә, кемдер ишек ҡаҡты. Күп тә үтмәй, башына төҫө уңа башлаған, әҙерәк таушалған яулыҡ ябынған ҡатындың башы күренде. Был бит үрге оста йәшәүсе Зәлифә апай. Үҙгәреп киткән. Әллә шешенеп бөткән йөҙө шулай күрһәтәме икән? Янында бәләкәс кенә, биш йәштәр самаһындағы улы ла бар....

Алға-артҡа күсә сәғәт телдәре
Махсус бит / Проблема // 28-12-2010, 09:49


Яҙлы-көҙлө сәғәт телдәрен йәйге һәм ҡышҡы ваҡытҡа күсергән мәлдә халыҡтан төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә.
Берәүҙәр ваҡыт күсереүҙе хуплаһа, икенселәр, киреһенсә, быға ризаһыҙлыҡ белдерә. Күптән түгел ваҡыт мәсьәләһе тирәһендә бәхәстәр айырыуса ҡуйырып алды. Өҫтәүенә, ҡайһы берәүҙәр Мәскәү ваҡытына күсеү тураһында ла һүҙ алып барҙы. Мәҫәлән, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Нәжиб Йәмилев Мәскәү ваҡытына күсеү хаҡында закон проекты әҙерләгән. Әммә ул йәмәғәтселектә яҡлау тапманы....


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM