НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Республика Президенты ла БСТ-ла башҡортса тапшырыуҙарҙың бик аҙ булыуын тәнҡитләне
Яңылыҡтар таҫмаһы / Проблема // 24-02-2011, 17:09


Һуңғы осорҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тирәләй төрлө фекерҙәр йөрөй, уның тапшырыуҙарына ҡарата һәр кем үҙенең ҡапма-ҡаршылыҡлы мөнәсәбәтен белдерә. Республиканың төп телеканалындағы етди үҙгәрештәр уға яңы етәксе килеүе менән бәйле. Әлбиттә, яңы кеше коллективҡа үҙенең идеялары менән килә, яңы эш алымдарын, үҙгәрештәр индерә. Быны һәр урынға хас күренеш тип тә ҡабул итергә лә кәрәктер. Әммә эшләгән коллектив эсендә сәләмәт булмаған мөхит барлыҡҡа килһә, етәкселеккә ышаныс белдермәйҙәр икән, был хәлгә күҙ йомоп ҡарау мөмкин түгел. 800-гә яҡын кеше эшләгән «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы коллективының профсоюз йыйылышында ижади коллективта килеп тыуған хәл, хеҙмәткәрҙәрҙең күпләп эштән китеүе, эш хаҡы мәсьәләләре тикшерелеүен нисек аңлатырға була?...

«Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарағыҙ ҙа Ҡайғырығыҙ»мы?
Башҡортостан / Яңылыҡтар таҫмаһы / Проблема // 22-02-2011, 16:55


«Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарағыҙ ҙа Ҡайғырығыҙ»мы?Гел дә телесериалдар менән генә мауыҡмай, «мәҡәлә-сериалдар»ға күсеп алырға ниәтләнем. «Һабынлы» операларҙы сейле-бешле ҡоймаҡ һымаҡ шапылдатып бешереп сығарып ятҡан телеви­зионщиктар­ҙан ҡайһы еребеҙ менән кәмбеҙ? Шуға ла элек арлы-бирле генә ҡараған телевизор дуҫ менән йыш икәүҙән-икәү ҡалам. Хәйер, дуҫмы икән?! Зауығымды күтәрер, мәҙәни кимәлемде арттырыр урын­ға, телевизор һаулығымды ҡаҡшата, миңрәүләтә, иҙрәтә кеүек. Электр энергияһынан тыш, үҙемдең шәхси энергиямды һура. Өс-дүрт сәғәт экранға төбәлеп ултырҙыңмы, эс-күңелең шундай бушап ҡала, атлап киткәндә буш мискәләй шалтырап торған кеүекһең. Башҡа туҡылдат­һаң да шул уҡ хәлдер, моғайын, әммә кире мәғлүмәттәрҙән былай ҙа тубалға әйләнгән тән өлөшөн һуғып ҡарарға йәлләйем. Телемания тигән бик алама сирҙең йоғонтоһон үҙемдең елкәлә татымаһам, барлығына һис бер ваҡытта ышанмаҫ инем. Етер, бөгөн башҡа «зәңгәр экран»ға яҡын да бармайым, теләһә ниндәй «бутҡа»ны ҡарамайым, тигән хәлдә лә, йә ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар эҙләп, программа уҡып ултыраммы шунда, йә телевизор пультын эҙләйемме... Шунан, ниҙер урлап тотолған бур һымаҡ, үҙ-үҙемдән оялып, икенсе бүлмәгә сығам да, унда тағы пультҡа йәбешәм......

Етем балалар булмаһын!
Махсус бит / Проблема // 22-02-2011, 10:14


Бөйөк Еңеүҙең оло даталары береһе артынан береһе үтеп кенә тора. Күптәр үҙҙәренең атайҙары тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлаша, ә яҡындары яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған етемдәр үҙҙәренең ауыр бала сағы, атайһыҙлыҡтың ҡыйынлығы, күргән михнәттәре тураһында яҙһа, минең дә ауыр бала сағым йөрәгемде әрнетә.
Минең дә атайым, Ғаффан Сабит улы Сабитов, биш балаһын ҡалдырып һуғышҡа китә. Алтынсыһы, ул китеп, ике ай үткәс донъяға килә....

Башкириямы, Башҡортостанмы?
Махсус бит / Проблема // 19-02-2011, 16:01


Шәмбе иртән БСТ-нан: «Сегодня в Башкирии обильный снег, туман, видимость около 10 метров, метель... в Салавате, Кумертау, Куюргазах...» – тип иғлан тапшырҙылар.
Шул хәбәрҙе генә көтөп ятҡан Барый ауылға бармаҫ өсөн: «Йәтеш булды бит был, әй», – тип, бисәһенә әйтә һалды:
– Ишеттеңме, ана, в Башкирии буран, тинеләр. Ауылға юл ябыла, һеҙҙең ул арҡыры мәте юлығыҙға ҡар һырынтыһы тултырасаҡ, юл таҙартыу юҡ ул унда. Әҙ булдымы ни барып етә алмай кире боролғандар, сығып китә алмай, унар көн ятҡан мәлдәр? – тип, зарланыбыраҡ, эстән һөйөнөп, һүҙенә нөктә ҡуйҙы. Ҡайтырға әҙерләнеп бөткән ҡатыны:
– Ул буран беҙҙең Башҡортостанда түгел, «Башкирия»ла, тигәндәр бит, – тип Барыйҙың Яңы йыл байрамынан һуң шаңҡыған башын тағы ла шаңҡытыбыраҡ ебәрҙе.
Барый ятҡан урынынан башын күтәреп кенә өндәште:...

Бөтөн күңел менән
Махсус бит / Проблема // 19-02-2011, 10:33


Был ҡатын менән күптән танышбыҙ. Тәүге тапҡыр редакцияға ҡара, янып борсолоп килеп инеүе һаман хәтерҙә: «Өлкән улым ике көнлөк походҡа сығып киткәйне, инде дүрт көн тигәндә генә ҡайтып инде. Етәкселәре унда эсеп ятҡан, ә беҙ, ата-әсәләр, бында ут йотоп, хыялыйға әйләндек. Бындай хәлде гәзиткә яҙып сығарырға кәрәк». Мәҡәләһе гәзиттә баҫылыуын баҫылманы, райондыҡылар эштең олоға китеүенән шөрләне. Шулай ҙа теге эсергә әүәҫ етәксене эштән ебәрҙеләр, кемгәлер – ҡаты, кемгәлер ябай шелтә сәпәнеләр һәм күңелһеҙ ваҡиға онотолдо....

Балалар баҡсаһына йөрөтөргәме, юҡмы?
Махсус бит / Проблема // 15-02-2011, 10:05


Мәктәпкәсә йәштәге баланы балалар баҡсаһына урынлаштырыу бер мәсьәлә булһа, икенсеһе – унда баланың күнегеп китеүе. Сөнки ғаиләлә һәр саҡ ата-әсәһенең, башҡа туғандарының иғтибары үҙәгендә булып өйрәнгән бәләкәскә ят мөхиткә, тәрбиәселәргә һәм балаларға өйрәнеп китеүе еңелдән түгел. Шуға күрә балалар баҡсаһына биреү мәсьәләһен, уның төрлө яҡтарын уйлап, өйҙә яҡшыраҡ булырмы, балалар баҡсаһындамы – сағыштырып ҡарап хәл итергә кәңәш итер инек....

Ғәйебен таныны, бурысын түләмәне
Махсус бит / Проблема // 12-02-2011, 11:38


Гәзитебеҙ редакцияһына Сибай ҡалаһынан ошондай йөкмәткеле хат килде:
«Хөрмәтле редакция!
«ИП Куликова» шәхси эшҡыуарҙың һөт заводында эшләп-эшләп, әлеге ваҡытта үҙебеҙгә тейеш эш хаҡын түләтә алмайбыҙ.
Куликова Екатерина Андреевна беҙгә, үҙенең эшселәренә, 2009 йылдың 1 ноябренән эш хаҡы түләгәне юҡ. Һуңғы ике йылда, эш хаҡы алыуҙан төңөлөп, күптәр эштән сығып бөттө. 2010 йылдың 24 ноябрендә, коллективтың ғаризаһына ярашлы, Куликова суд яуаплылығына тарттырылды һәм ғәйепле тип табылды. Әммә, судтан һуң ике ай үтеүгә ҡарамаҫтан, беҙ һаман үҙ аҡсабыҙҙы ала алмайбыҙ, бер ниндәй ҙә ыңғай хәрәкәт юҡ был йүнәлештә. Телевизорҙан Рәсәй Президенты ла, Башҡортостан Президенты ла даими рәүештә, эш хаҡы түләмәүселәргә ҡаршы ныҡлап көрәшергә кәрәк, тип һөйләй. Әммә Куликова ханымды суд та, приставтар ҙа ҡурҡыта алмай, күрәһең. Хәҙер инде икенсе кеше исеменә күсереп яҙылған һөт комбинаты һаман да эшләй, уның продукцияһын Магнитогорск, Орск, хатта Сибай магазиндарында ла күрергә була, ә беҙгә эш хаҡы буйынса бурыстарҙы берәү ҙә түләргә йыйынмай. Беҙҙең хәлде гәзит аша фаш итһәгеҙ, бәлки, Куликова Екатерина Андреевна оялыр, йә булмаһа, хоҡуҡ яҡлау органдары проблемаларыбыҙға иғтибар итер ине. Балаларын мәктәпкә әҙерләй алмай, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй алмай хитланған ғаилә башлыҡтарын, ҡатын-ҡыҙҙарҙы аңлап, хәлебеҙгә инер кеше табылыр, бәлки.
Ихтирам менән – «ИП Куликова»ның элекке эшселәре төркөмө»....

Бөтә бәлә эскелектән
Махсус бит / Проблема // 12-02-2011, 10:59


Республикабыҙҙа рәсми сәфәр менән Рәсәй Дәүләт Думаһының эксперт советы ағзаһы Владимир Жданов булып китте. Профессор өс көн дауамында уҡыу йорттарында, предприятиеларҙа айыҡ тормош, эскелектең кире эҙемтәләре буйынса лекциялар уҡыны, журналистар менән осрашты. Уның ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрен, урынлы фекерҙәрен һеҙҙең иғтибарға еткерәбеҙ....

"һалҡын һуғыш" әсирҙәреме беҙ?
Махсус бит / Проблема // 12-02-2011, 10:57


Беҙҙең донъя тотошлайы менән «Ниңә?», «Нисек?», «Нишләп улай?» тигән һорауҙар­ҙан, «Аһ-аһ!», «Бынағайыш!», «Ыстағәфирулла!» тигән аптырау­ҙарҙан тора кеүек. Уйлай китһәң, аҙым һайын нәҡ ошо һүҙҙәр тел осона килә лә ҡуя. Эшкә юлым баш ҡаланың транспорт та, кеше лә мыжғып торған Октябрь проспектының буйынан буйына һуҙыл­ған. Туҡталышҡа сығып барғанда уҡ башымда үрҙә әйткән һорауҙар, аптырауҙар ҡайнай. Ниңә ошо подъезд шул тиклем тәмәке төпсөгөнә, төкөрөккә батҡан? Ниңә бынау йәш кенә ҡыҙыҡай ауыҙына тәмәке ҡабып, иртә менән айҡала-сайҡала китеп бара? Атаҡ-атаҡ! Был автобус водителе бүрәнә ташыймы, кешеләрҙеме? Магазиндағы (почтала, поликлиникала һ.б.) сиратта ниңә тик торғандан талашып китәләр һуң ул? Әйткәндәй, аҙыҡ-түлек хаҡтары нишләп улай, сүпрә ондо ҡабартҡандай, үҫә лә үҫә икән? Ҡыҫҡаһы, бер кем дә, бер нәмәне лә «йүгәнләй» алмай кеүек тойола....

Ильнур Буранбаевтың үлеме буйынса СКП 1 февральда эш асырға мәжбүр булды
Яңылыҡтар таҫмаһы / Проблема // 10-02-2011, 19:59


Күп тапҡырҙәр гәзиттәрҙә һәм интернет-сайттарҙа, шул иҫәптән беҙҙең гәзиттә һәм сайтта, Ильнур Буранбаефтың фажиғәле һәләк булыуы тураһында яҙғандан һуң СКП РБ эш асырға мәжбүр булды. Иҫләүегеҙсә, прокуратура кешеләре үҙҙәренең сығышында хатта беҙҙең гәзиткә лә ишара яһай биреберәк ҡуйғайнылар, йәнәһе, бер ниндәй ҙә үлтереү булмаған, ҡайһы бер гәзиттәр үҙҙәрен пиарлау өсөн был мәсьәләне ҡуҙғаталар" тип. Ләкин беҙ Ильнур Буранбаевты үлтергәндәр тип бер нисектә әйтә алмайбыҙ. Уны тикшерер өсөн, иҫбатлар өсөн хөкүмәт органдары бар. Һәм был юлы ла бер фажиғәнең нисек килеп сығыуын асыҡлар өсөн эш асыу мөһимлеген аңғартабыҙ....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM