НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Япониялағы һәләкәт бөтә донъяны тетрәндерҙе
Махсус бит / Проблема // 15-03-2011, 12:59


Ғалимдар иҫәпләүенсә, ер тетрәү арҡаһында Ер шары күсәренән тайпылған, ә планетала тәүлек ҡыҫҡарған
Япониялағы һәләкәт бөтә донъяны тетрәндерҙе11 мартта Японияла 8,9 балл ҡеүәтендә ер тетрәне. Һөҙөмтәлә 10 метр бейеклегендәге цунами ҡотороп, ҡала-ҡасабалар­ҙы һыу баҫты, йөҙәрләгән кеше емереклектәр аҫтында ҡалған, меңләгәне зыян күргән. Һуңғы өс көн эсендә ярты миллиондан ашыу кеше эвакуацияланған. Мияги префектураһында ғына хәбәрһеҙ юғалғандар һаны 10 мең кешегә етә. Хонсю утрауына бигерәк тә ныҡ «эләккән» – ер тетрәүҙең эпиүҙәге Сендай ҡалаһынан – 130 саҡрым көнсығышта, Токионан 373 саҡрым төньяҡ-көнсығышта утрау яры буйында, 24,4 саҡрым тәрәнлектә теркәлгән. Японияның баш ҡалаһы Токиола ла биналар емерелгән, ил буйынса газ торбалары шартлауҙан хәүеф көслө, мобиль элемтә насар эшләй, авиаосоштар, тимер юлында йөрөү туҡтатылған, Токио янында нефть һаҡлау келәте яна, ялҡын 30 метр бейеклеккә еткән. АЭС-тар, нефть эшкәртеү, ҡорос ҡойоу предприятиелары, «SONY» компанияһының алты заводы ваҡытлыса эшен туҡтатыу тураһында хәбәр иткән....

ВӘҒӘҘӘЛӘР ҮТӘЛЕРМЕ?
Проблема / Мәҙәниәт // 12-03-2011, 11:50


йәки Халыҡтың фекере Башҡортостан юлдаш телевидениеһының абруйын күтәрергә булышлыҡ итһен
Халыҡтың һүҙе – хаҡлыҡтың күҙе. Нимә генә тимәйек, донъяла ниндәй генә ваҡиғалар бармаһын, сиктәрҙән ашҡан үҙгәрештәр эшләнмәһен, халыҡ уларға һис кенә лә битараф түгел. Яңы етәксе килеп, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына яңылыҡтар индерә башлағас, телевизор ҡараусылыр уның яңы форматына ҡарата үҙҙәренең фекерҙәрен белдерергә ашыҡты. БР Президенты Рөстәм Хәмитов та телевидение хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуында, республикалағы бер­ҙән-бер төп милли телеканалда башҡортса тапшырыуҙарҙың аҙайыуын билдәләп, етеш­һеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушҡайны. «Йәшлек» гәзитендә лә БСТ-ны «утҡа тотҡан» бер нисә тәнҡит мәҡәләһе донъя күрҙе. Уның буйынса шаңдауҙар күп булды – гәзит уҡыу­сыларыбыҙҙан тиҫтәнән ашыу хат алдыҡ. Барыһының дәғүәләре бер үк тиерлек: тамашасылар башҡортса тапшырыуҙарҙың кәмеүенә, ҡыҙыҡлы милли программалар булмауына дәғүә белдерә. Шуныһы иғтибар­ға лайыҡ: БСТ-лағы үҙгәрештәргә ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә битараф ҡала алмаған. Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе бер төркөм башҡорт зыялыһы: «Милләт­тәштәре­беҙҙең тормош-көнкүреше, уй-кисерештәре, мәҙәниәт, сәнғәт яңылыҡтары тураһында ишетеп-уҡып ҡына түгел, телевизорҙан да ҡарап күрә инек, хәҙер ундағы яңылыҡтар хайран ҡалдыра. Юғары кимәлдәге төплө тапшырыуҙар, башҡорт халҡын, уның телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен яҡшы белгән, ярайһы уҡ тормош тәжрибәһе туплаған журналистарҙың эшен күрге килә», – тип яҙа....

«Һеҙҙе кем саҡырҙы һуң?»
Махсус бит / Проблема // 26-02-2011, 12:58


«Һеҙҙе кем саҡырҙы һуң?»Беренсе каналдың үткән шаршамбылағы «Пусть говорят» тапшырыуы «Властилина» тип аталды. 16 меңдән ашыу кешене алдап, 2 триллион һумға тиклем зыян килтергән «йүнсел», яңғырауыҡ «Властилина» исеме аҫтында төҙөлгән финанс пирамидаһына нигеҙ һалыусы Валентина Соловьева уның төп «героиня»һына әйләнде. Эйе, героиня, сөнки бер сәғәткә һуҙылған тапшырыуҙа һөйләшеү нәҡ уның тирәләй ҡоролдо. Шуныһы ҡыҙыҡ, төп героиняның тышҡы ҡиәфәте, үҙ-үҙен тотошо, һөйләше, ысынлап та, исеменә тап килеп тора: Рәсәйҙән генә түгел, ә Украинанан да үҙенең «ҡармағына» килеп эләккән меңәрләгән кешенән ул үҙен күпкә өҫтөн ҡуйҙы. Хатта студияға килгән кешеләр араһында ла уға ҡарата ыңғай мөнәсәбәттә, насар ҡарашта булыусылар, хатта был ханымға сәскә бәйләме тоттороп, битенән үбеп алыусылар ҙа булды. Ҡалайтаһың, тормош кешеләрҙең ана шулай төрлө булыуы менән ҡыҙыҡ та инде!...

100-сө йәшен ҡыуған ветеран әле һаман фатирһыҙ
Махсус бит / Проблема // 26-02-2011, 12:31


100-сө йәшен ҡыуған ветеран әле һаман фатирһыҙБыйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 66-сы яҙын ҡаршылай. Йылдар артта ҡалған һайын һуғыш ветерандарының сафы һирәгәйә. Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейын Рәсәй киң билдәләне. 2010 йылда торлаҡ шарттарын яҡшыртыу­ға мохтаж һуғыш ветерандары, тол ҡатындар торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш, тине ил етәкселеге. Тик, үкенескә күрә, был бойороҡ урындарҙағы бюрократик кәртәләр арҡаһында тулыһынса үтәлмәне. Эйе, кемдер яңы, йылы фатирҙар алып ҡыуанды, кемдер, урында ғәҙеллекте даулай алмағас, ил Президенты Д. Медведевҡа, Рәсәй Хөкүмәте башлығы В. Путинға мөрәжәғәт иткәндән һуң ғына торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итте. Улар өсөн шатбыҙ. Ауылда йәшәүсе һуғыш ветерандарына фатир юллауы бигерәк тә ауыр. Ошо сәбәпле әле һаман фатир алмаусылар ҙа бар. "Ә ниңә уларға фатир бирмәйҙәр? Кем ҡамасаулай?" тигән һорауҙар тыуа. Белорет районының Егәҙе ауылында йәшәүсе, инде 100-сө йәшен ҡыуған ветерандың тормошо, йәшәү шарттары менән танышҡанда ла ошо һорауға яуап эҙләнек. \...

Күмәкләгән – яу ҡайтарған
Махсус бит / Проблема // 26-02-2011, 12:04


Эскелеккә ҡаршы көрәш күптән барһа ла, «йәшел йылан» ауырыуынан берәй ҡасан ҡотола алырбыҙмы икән, тип төшөнкөлөккә лә бирелеп ҡуям. Был яуызлыҡтың таралыуының төп сәбәбе тип, ауылдарҙа хәмер һатыусыларҙы ғәйепләйем. Сөнки улар таратмаһа, был тиклем дә эсеүсе булмаҫ ине.
Иҫерткес эсемлектәр һатҡан кешеләр үҙҙәренең ниндәй ҙур гонаһлы әҙәмдәр икәнен аңлаймы икән? «Эскән – бер ғәйепле, эсергән мең ғәйепле», – тип дөрөҫ әйтәләр. Үҙ милләттәштәрен, ауылдаштарын күрәләтә ағыулап, уларҙың ғаиләләләрен тамам бөлгөнлөккә төшөрөп, ҡәбергә илтеп тыға бит улар. Эскән кеше иманын да һатып эсә, шунан ғаиләләрҙә фажиғә тыуа ла. Әлеге эскелек арҡаһында күпме кеше ҡырылды, ата-әсәһе эскәнгә ғәрләнеп, әллә күпме бала үҙ-үҙенә ҡул һалды. Ауылдаштарына көмөшкә һатып, имеш, «прибыль» алабыҙ тип, хәрәм аҡсанан байыуҙарынан зыяндан башҡа бер ниндәй ҙә файҙа булмаясағын аңламайҙар....

Илнурҙың үлеме буйынса енәйәт эше асылды
Махсус бит / Проблема // 26-02-2011, 11:48


Бөрйән районының Бай­назар ауылы егете Илнур Буранбаевтың үлеме буйынса тикшереү эше дауам итә. Әле егетте үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр итеү буйынса енәйәт эше асылған.
Илнурҙы бындай хәлгә килтереп еткереүҙә бер ҡайҙа ла эшләмәгән 20 йәшлек егет ғәйепләнә. Билдәле булыуынса, Илнур Буранбаев Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе курста ғына уҡып йөрөгән була. Уны былтыр декабрь айында йәшәгән ятағынан алыҫ ҡына урынлаш­ҡан урмансыҡта аҫылынып торған килеш таптылар....

Республика Президенты ла БСТ-ла башҡортса тапшырыуҙарҙың бик аҙ булыуын тәнҡитләне
Яңылыҡтар таҫмаһы / Проблема // 24-02-2011, 17:09


Һуңғы осорҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тирәләй төрлө фекерҙәр йөрөй, уның тапшырыуҙарына ҡарата һәр кем үҙенең ҡапма-ҡаршылыҡлы мөнәсәбәтен белдерә. Республиканың төп телеканалындағы етди үҙгәрештәр уға яңы етәксе килеүе менән бәйле. Әлбиттә, яңы кеше коллективҡа үҙенең идеялары менән килә, яңы эш алымдарын, үҙгәрештәр индерә. Быны һәр урынға хас күренеш тип тә ҡабул итергә лә кәрәктер. Әммә эшләгән коллектив эсендә сәләмәт булмаған мөхит барлыҡҡа килһә, етәкселеккә ышаныс белдермәйҙәр икән, был хәлгә күҙ йомоп ҡарау мөмкин түгел. 800-гә яҡын кеше эшләгән «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы коллективының профсоюз йыйылышында ижади коллективта килеп тыуған хәл, хеҙмәткәрҙәрҙең күпләп эштән китеүе, эш хаҡы мәсьәләләре тикшерелеүен нисек аңлатырға була?...

«Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарағыҙ ҙа Ҡайғырығыҙ»мы?
Башҡортостан / Яңылыҡтар таҫмаһы / Проблема // 22-02-2011, 16:55


«Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарағыҙ ҙа Ҡайғырығыҙ»мы?Гел дә телесериалдар менән генә мауыҡмай, «мәҡәлә-сериалдар»ға күсеп алырға ниәтләнем. «Һабынлы» операларҙы сейле-бешле ҡоймаҡ һымаҡ шапылдатып бешереп сығарып ятҡан телеви­зионщиктар­ҙан ҡайһы еребеҙ менән кәмбеҙ? Шуға ла элек арлы-бирле генә ҡараған телевизор дуҫ менән йыш икәүҙән-икәү ҡалам. Хәйер, дуҫмы икән?! Зауығымды күтәрер, мәҙәни кимәлемде арттырыр урын­ға, телевизор һаулығымды ҡаҡшата, миңрәүләтә, иҙрәтә кеүек. Электр энергияһынан тыш, үҙемдең шәхси энергиямды һура. Өс-дүрт сәғәт экранға төбәлеп ултырҙыңмы, эс-күңелең шундай бушап ҡала, атлап киткәндә буш мискәләй шалтырап торған кеүекһең. Башҡа туҡылдат­һаң да шул уҡ хәлдер, моғайын, әммә кире мәғлүмәттәрҙән былай ҙа тубалға әйләнгән тән өлөшөн һуғып ҡарарға йәлләйем. Телемания тигән бик алама сирҙең йоғонтоһон үҙемдең елкәлә татымаһам, барлығына һис бер ваҡытта ышанмаҫ инем. Етер, бөгөн башҡа «зәңгәр экран»ға яҡын да бармайым, теләһә ниндәй «бутҡа»ны ҡарамайым, тигән хәлдә лә, йә ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар эҙләп, программа уҡып ултыраммы шунда, йә телевизор пультын эҙләйемме... Шунан, ниҙер урлап тотолған бур һымаҡ, үҙ-үҙемдән оялып, икенсе бүлмәгә сығам да, унда тағы пультҡа йәбешәм......

Етем балалар булмаһын!
Махсус бит / Проблема // 22-02-2011, 10:14


Бөйөк Еңеүҙең оло даталары береһе артынан береһе үтеп кенә тора. Күптәр үҙҙәренең атайҙары тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлаша, ә яҡындары яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған етемдәр үҙҙәренең ауыр бала сағы, атайһыҙлыҡтың ҡыйынлығы, күргән михнәттәре тураһында яҙһа, минең дә ауыр бала сағым йөрәгемде әрнетә.
Минең дә атайым, Ғаффан Сабит улы Сабитов, биш балаһын ҡалдырып һуғышҡа китә. Алтынсыһы, ул китеп, ике ай үткәс донъяға килә....

Башкириямы, Башҡортостанмы?
Махсус бит / Проблема // 19-02-2011, 16:01


Шәмбе иртән БСТ-нан: «Сегодня в Башкирии обильный снег, туман, видимость около 10 метров, метель... в Салавате, Кумертау, Куюргазах...» – тип иғлан тапшырҙылар.
Шул хәбәрҙе генә көтөп ятҡан Барый ауылға бармаҫ өсөн: «Йәтеш булды бит был, әй», – тип, бисәһенә әйтә һалды:
– Ишеттеңме, ана, в Башкирии буран, тинеләр. Ауылға юл ябыла, һеҙҙең ул арҡыры мәте юлығыҙға ҡар һырынтыһы тултырасаҡ, юл таҙартыу юҡ ул унда. Әҙ булдымы ни барып етә алмай кире боролғандар, сығып китә алмай, унар көн ятҡан мәлдәр? – тип, зарланыбыраҡ, эстән һөйөнөп, һүҙенә нөктә ҡуйҙы. Ҡайтырға әҙерләнеп бөткән ҡатыны:
– Ул буран беҙҙең Башҡортостанда түгел, «Башкирия»ла, тигәндәр бит, – тип Барыйҙың Яңы йыл байрамынан һуң шаңҡыған башын тағы ла шаңҡытыбыраҡ ебәрҙе.
Барый ятҡан урынынан башын күтәреп кенә өндәште:...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM