НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йәштәрҙе наркотиктарҙан һаҡлайыҡ
Махсус бит / Проблема // 19-04-2011, 09:57


Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы Президиумы сираттағы ултырышын заман афәте – наркоманияға ҡаршы тороуға бағышланы. Иркутск ҡалаһында «Йәштәр араһында наркотик ҡулланыуға ҡаршы саралар­ҙы көсәйтеү тураһында» темаһына үткән сарала БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Әйткәндәй, Башҡортостанда туғыҙ меңгә яҡын наркоман иҫәптә тора. Был күрһәткес уртаса Рәсәй күрһәткесенән түбән, шулай ҙа хәүефләнергә урын бар. Төбәктә наркотиктарға бәйлелектән дауалаусы дәүләт реабилитация үҙәге лә эшләй. Быйыл унда урындарҙы 80-дән 300-гәсә арттырыу ҙа ҡаралған....

Ирҙәр өсөн талаш сыҡмағайы
Махсус бит / Проблема // 9-04-2011, 10:55


йәки Рәсәйҙә ир-ат ниңә кәмегән?
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре билдәле булды. Ил халҡы кәмеүен дауам итә. Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа ҡарағанда 10,5 миллионға күберәк. Илдә 2002 йылда 67 миллион 605 мең ир-егет йәшәһә, 2010 йылдың көҙөнә улар 66 миллион 205 меңгә ҡалған (1,4 миллионға кәмегәндәр)....

САБАҠ ҠАРМАҠҠА ҮҘЕ ЭЛӘКҺӘ ЛӘ...
Махсус бит / Проблема // 9-04-2011, 10:51


Балыҡ тотоу түләүле буласаҡмы?
САБАҠ ҠАРМАҠҠА ҮҘЕ ЭЛӘКҺӘ ЛӘ...«Волганы 1943 йылда ла бер кемгә лә бирмәнек, хәҙер ҙә эләктерә алмаҫһығыҙ!», «Түләүле балыҡ тотоу булмаясаҡ!», «Халыҡ йылғаларынан ҡулдарығыҙҙы алығыҙ!», «Чиновник, һин беҙҙең дошманмы әллә?» тигән һүҙҙәр яҙылған плакаттар тотҡан халыҡтың пикетҡа сығыуын берәү ҙә көтмәгәндер. Татарстандың баш ҡалаһында 3 меңгә яҡын балыҡсы республика хөкүмәте бинаһы алдында йыйылған.
Эш шунда: быйыл ғинуарҙан көсөнә ингән федераль закон буйынса, һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотҡан өсөн аҡса түләргә кәрәк буласаҡ – халыҡ бының менән килешә алмай бер була....

Шундай «әсәйҙәр» ҙә бар...
Махсус бит / Проблема // 5-04-2011, 09:38


йәки Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа алимент түләй
Шундай «әсәйҙәр» ҙә бар...Үкенескә күрә, тормошта төрлө әсәй­ҙәр бар. Әсә тигән бөйөк исемгә тап төшөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреп, күңел әрней, йөрәк һыҙлай. Йәмғиәтебеҙҙә ошондай ҡатын-ҡыҙҙар һаны йылдан-йыл арта барыуы хәүефле. Быны алимент түләүсе ҡатын-ҡыҙҙар миҫалында күрергә мөмкин. Ғөмүмән, алиментсылар тураһында һүҙ барғанда, ир-егеттәр­ҙе генә күҙ алдына килтереп өйрәнгәнбеҙ, әммә һуңғы йылдарҙа алиментсылар сафын ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тулыландыра бара. Балаһына алимент түләтеү буйынса башҡарма эш ҡуҙғатылған ҡатындар һаны йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Ленин районында 2011 йылдың 15 мартына алиментсыларға ҡарата 477 башҡарма документ булһа, шулар­ҙың 27-һе ҡатын-ҡыҙға ҡарата ҡуҙғатылған. 2011 йылда алимент буйынса бурыстары булған граждандарға ҡарата дүрт енәйәт эше ҡуҙғатылһа, шуның өсәүһе йәнә лә ҡатын-ҡыҙға ҡағыла....

Эшһеҙлек енәйәтселекте арттыра
Махсус бит / Проблема // 2-04-2011, 12:39


йәки Йәштәрҙе борсоған мәсьәлә республика форумында тикшерелде
Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү еңел хәл ителерлек мәсьәлә түгел. Яңы ғына уҡып бөткән, эш тәжрибәһе булмаған белгестәрҙе эшкә алырға теләк белдергән ойошмаларҙың әллә ни күп булмауы аңлашыла. Шулай ҙа йәш быуынды үҙ проблемалары менән яңғыҙ ғына ҡалдырмайҙар – Башҡортостанда йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән саралар даими уҙғарылып тора....

Кәмегәнбеҙ...
Махсус бит / Проблема // 29-03-2011, 10:10


Рәсәй статистикаһында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре әҙер булды. Әлегә илдә күпме кеше йәшәүе, ир-ат, ҡатын-ҡыҙ һаны билдәле. 2010 йылдың октябрендә иҫәпләнгәнсә, илдә 142 905,2 мең кеше йәшәй....

Ни сыҡһа ла, салауаттарҙан сыға
Махсус бит / Проблема // 29-03-2011, 10:08


Ни сыҡһа ла, салауаттарҙан сығаМәҡәләгә башты шулай тип ҡуйырға мәжбүр булдыҡ. Сөнки яңыраҡ ҡына нәҡ Салауат ҡалаһы уҙаманын интернет аша сит ил гражданы ҙур ғына суммаға һемәйткәйне. Әле килеп телефон аша шылтыратыусы «прокурор»ҙың күрһәтмәләрен һүҙһеҙ үтәргә ашыҡҡан асыҡ ауыҙҙар хайран ҡалдырҙы. Ә эш былай була: ҡаланың бер рестораны менеджерына, йәнәһе, «прокуратура» хеҙмәткәре, баш ҡаланан килгән тикшереүселәргә өс блюдонан торған комплекслы төшкө ашты урынға алып килеп биреүҙәрен, шул уҡ ваҡытта шылтыратыусы үҙенең телефон иҫәбенә әҙерәк аҡса күсереүҙәрен үтенеп, шылтырата....

Телефон пираттары
Махсус бит / Проблема // 19-03-2011, 15:39


йәки, Әсәй, ярҙам ит!
Телефон пираттары
Еңел аҡса табыу, байыу өсөн нимә генә ҡыланмайҙар ҙа, нимә генә уйлап тапмай­ҙар?! Финанс пирамидалары, йәнәһе, тура эфирҙан барған телевикториналар, лотереялар, SMS-уйындар... Яҡындарыңа ҡарата булған хистә лә уйнап, кеҫә ҡалынайтырға маташыусылар юҡ түгел. Һуңғы айҙа ғына Баймаҡ ҡалаһында өс мутлыҡ осрағы теркәлгән.
В.-ларҙың өй телефонына шылтыраталар....

Ҡара болоттарҙы бергәләп таратайыҡ
Махсус бит / Проблема // 15-03-2011, 13:17


йәки Тағы телебеҙ тураһында
«Мәктәптәр – дәүләт сәйәсәтенең инструменты». Был лозунг, әйтерһең дә, революция фанатының ауыҙынан сыҡҡан. Ләкин һис тә улай түгел. Был һүҙҙәрҙе заманында Австрия императрицаһы Мария Терезия әйткән. Ә бөгөн үрҙә әйтелгән афоризмды бөтә илдәрҙә лә ҡулланалар. Рәсәйҙә милли мәсьәләләрҙе хәл иткәндә әлеге афоризмды теорияла ла, практикала ла бик йыш файҙаланалар. Сөнки милли проблемалар күп милләтле Рәсәйҙә дәүләт сәйәсәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән. Был проблемаларҙы хәл итеүҙә мәктәптәр ҙур роль уйнай. СССР бар саҡта ла шулай булған, әле лә шулай....

Ярҙам итеүме, ярҙан этеүме?
Махсус бит / Проблема // 15-03-2011, 13:15


йәки Ауыл халҡы ниңә ерҙе ситтән килеүселәргә ҡуртымға биреүгә ҡаршы?
Ярҙам итеүме, ярҙан этеүме?Баймаҡ районының ялан яҡ зонаһының иң уңдырышлы өлөшөнән 25 000 гектар ерҙе Силәбе өлкәһенең «Ситно» холдингына оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреп, агрохолдинг ойоштороу хаҡында мәғлүмәт киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарылғас та, был идеяға үҙемдең ҡарашымды белдереп, «Йәшлек»тәге мәҡәләлә яҙып сыҡҡайным («Әллә өмәләп тормайыҡмы?»). Гәзит сыҡ­ты, Башҡор­тос­тан төбәктәре буйлап таратылды, кискеһен «Йәшлек»те алдырыусы һәр кеше тарафынан уҡылды. Ябай халыҡ тарафынан да, түрәләр тарафынан да: тәүгеләре ихлас итеп көлдө лә, гәзитте ситкә һалып, телевизор­ға йомолдо, һуңғылары иһә, эт өрөр, бүре йөрөр, тигәндәй, шулай уҡ битараф ҡалды....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM