НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Чемпион Финляндия һәм һыуһыҙ Баҙал
Махсус бит / Проблема // 21-05-2011, 09:42


йәки Ҡасандыр һыуҙан ҡасҡан бөрйәндәр бөгөн нисек һыуһыҙ йәшәй?
Тәүҙә хат.
Чемпион Финляндия һәм һыуһыҙ Баҙал“Беҙ, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы Баҙал биҫтәһендә йәшәүселәр, ауыр хәлебеҙҙе аңлатып, хат яҙырға булдыҡ. 2011 йылдың 11 мартынан алып бөгөнгәсә беҙҙә һыу юҡ. Ҡасанға тиклем был хәл дауам итер? Өс ай халыҡ үҙ аллы шәхси транспортында һыу ташып эсергә мәжбүр. Тик барыһы ла машиналы түгел бит әле. Бик ауыр хәлдә ҡалған ауылдаштарыбыҙ бар. Һыу эсер өсөн генә түгел, балаларҙы йыуындырыу, кер йыуыу, ихаталағы малдарҙы тәрбиәләү, йәшелсә-емеш үҫтереү өсөн дә кәрәк....

Айыҡ тормош өсөн көрәшәйек
Махсус бит / Проблема // 14-05-2011, 12:45


Таң ата ла кис етә, ваҡыт арбаһы һиҙҙермәйенсә алға елә. Беҙ, донъя мәшәҡәттәренә сумып, тирә-яғыбыҙға, илдә барған хәл-ваҡиғаларға иғтибар бүлергә, йәшәү рәүешебеҙгә анализ яһарға, һис юғында, тормош һәм йәшәү мәғәнәһе хаҡында фекер йөрөтөү өсөн, исмаһам, бер сәғәт кенә лә ваҡыт таба алмайбыҙ. Күптәребеҙ, үҙ донъяһына ғына бикләнеп, йәне теләгәнде эшләп, башҡа бер кемдең һүҙенә ҡолаҡ һалмай, тирә-йүненә битараф көйө йәшәргә күнеккән. Ә бит һәр беребеҙҙең донъяла үҙ тәғәйенләнеше бар, ғүмеребеҙҙе изгелеккә бағышларға, тормош йәмләүгә саҡ ҡына булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә, ни ҙә булһа эшләргә тейешбеҙ....

Талпандар ҡурҡыта
Махсус бит / Проблема // 14-05-2011, 12:37


Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, быйыл талпандарҙың һаны ике тапҡырға кәмегән. Тик шуныһы – улар араһында инфекция йөрөтөүсе бөжәктәр ике тапҡырға артып киткән.
Бөгөн Башҡортостанда 2066 кешегә талпан ҡаҙалған. Талпан һөжүменә дусар булғандарҙың 676-һы – балалар. Кешеләрҙә табылған бөжәктәрҙең 56-һы инфекциялы. Шөкөр, уларҙың береһе лә кешеләргә зарар килтереп өлгөрмәгән.
Белгестәр, табиптар тәбиғәт ҡосағында йөрөгәндә талпандар хаҡында онотмаҫҡа, уларҙан һаҡланырға саҡыра....

Эсмәйенсә лә йәшәргә була
Махсус бит / Проблема // 10-05-2011, 10:15


Телевизорҙан күрһәтеүҙәренсә, иң күп эсеүселәр Рәсәйҙә икән. Балаларҙы ла индереп, һәр йән башына 16 – 19 литр спиртлы эсемлек тура килә.
Был бит магазиндан һатылғандары ғына. Көмөшкә һәм йәшереп кенә ҡулдан һатылған иҫерткес эсемлектәр магазинда һатылғандарҙан да күберәк бит. Йән башына кәмендә утыҙ литрҙан артығыраҡ килеп сығалыр....

Үгәйһетелгән ауыл
Махсус бит / Проблема // 10-05-2011, 10:14


Беҙ йәшәгән Аҙау ауылы Архангел районының төпкөлөндә урынлашҡан – Белорет районы менән сиктәш йәшәйбеҙ. Уның эргәһенән Инйәр йылғаһы аға. Яҙын, боҙ тығылһа, ауылды һыу баҫа. Ауыл эргәһенән тимер юлы үтә. Шунлыҡтан мал аҫрауы ауыр – поездан тапала. Һыйыр малын 4 – 5 саҡрым араға – урман-тауға ҡыуабыҙ, сөнки ҙур яландар, көтөүлектәр юҡ. Һыйыр аҫраусылар һаны кәмей....

Балыҡтар ҡырылыуына беҙҙең вайымһыҙлыҡ ғәйепле
Махсус бит / Проблема // 10-05-2011, 10:11


йәки «Балыҡ, ҡап-ҡап!» тип һамаҡлап, айҙар буйы буш ултырырға тура килмәгәйе
Балыҡтар ҡырылыуына беҙҙең вайымһыҙлыҡ ғәйеплеБорон беҙҙең ата-бабайҙар балыҡтар һәләк булмаһын өсөн ҡышын йылға-күлдәргә мәке уйырға бөтә ауыл менән сыҡҡан. Был үҙенә күрә бер йола, матур бер сара ла булған. Һәр йолала быуындан-быуынға күсеп килгән тәрән аҡыл, мәғәнә ята. Ана шуға ла йолаларҙы онотоу бер ваҡытта ла яҡшы тамамланмай. Һуңғы йылдарҙа мәке уйылмағанлыҡтан һауаһыҙ интеккән балыҡлы ҡышҡы күл мәсьәләһен «күл яныуы» тип тә атайҙар. Балыҡлы күлдәр ауылдарҙа ғына түгел, баш ҡалала ла бар. Халыҡ унда ҡармаҡ тотоп ултырырға бик яратһа ла, дөйөм файҙа өсөн ниндәйҙер эш башҡарырға атлығып тормай....

Һыраһыҙ байрам файҙаһыҙмы?
Махсус бит / Проблема // 30-04-2011, 17:17


«Салауат Юлаев» командаһының еңеп, Гагарин кубогын алған көнө Башҡортостан халҡы өсөн иҫтәлекле бер дата булып ҡаласаҡ.
Хоккейҙы мин дә ҡыҙыҡһынып ҡарайым, һәр бер уйынды ҡалдырмаҫҡа тырыштым. Ә инде юлаевсылар еңгәс, шатлығым эскә һыйманы. Ошо ҡыуаныстан ҡыҙҙар менән Салауат Юлаев һәйкәленә барып килергә булдыҡ....

Эскеселәр үҙҙәре генә йонсомай
Махсус бит / Проблема // 30-04-2011, 17:14


йәки Эскелек, наркомания менән мауығыусылар башҡаларға ла ҙур зыян килтерә
Эскеселәр үҙҙәре генә йонсомайҺәр көн иртән тороп, эшкә юлланғанда подъезд төбөндә әллә йоҡоһонан уянып сыҡҡан, әллә инде бөтөнләй йоҡламаған, күҙҙәре шешенеп бөткән кешеләргә тап булам. Меҫкен хәленә төшкән, асарбаҡҡа оҡшап торған был кешеләр араһында йәш кенә егет һәм ҡыҙҙарҙың күп булыуы бөтөнләй аптырата. Улай ғына ла түгел, ҡотто осора. Ҡалтырана-ҡалтырана, аҡса һорайҙар бит әле, етмәһә!...

Илдә бензин дефицитын кем тыуҙырған?
Махсус бит / Проблема // 30-04-2011, 17:03


Илдә бензин дефицитын кем тыуҙырған?Федераль монополияға ҡар­шы хеҙмәт (ФАС), Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында бензин дефициты барлыҡҡа килеүендә нефть компанияларының закон­һыҙ эш итеүе ғәйепле, тип иҫәпләй.
«Бының картель һөйләшеп килешеүҙәрҙең бер төрө булыуы ихтимал – монополияға ҡаршы закон тарафынан бындай закон боҙоуҙарға ҡарата яуаплылыҡ ҡаты, хатта енәйәт эше асылыуы мөмкин», – тип белдерҙе ФАС башлығы Игорь Артемьев Рәсәй яғыулыҡ союзы (РТС) вәкилдәре менән уҙғарылған кәңәшмәлә....

Өфөлә торлаҡ табыу еңелме?
Махсус бит / Проблема // 23-04-2011, 12:37


Бер-ике ай йүгерекләһәң, фатирға инеүең бик ихтимал
Өфөлә торлаҡ табыу еңелме?Баш ҡалала төпләнергә теләгән һәр кем ҡапыл ғына фатир һатып ала алмай. Уҡып, эшләп йөрөгән тәүге йылдарҙа кеше фатирында торорға тура килә. Инде ғаиләле, бала-сағалы булып бөтөп, һаман да сит бүлмәләрҙә, ятаҡтарҙа көн күргән ғаиләләрҙе лә күп беләм. Үҙемә лә бер нисә йәшәү урынын алмаштырырға тура килде. Ә тәжрибәһеҙ йәш кешене үҙ аллы торлаҡ эҙләү процесында йәнә бер бәлә һағалай – алдаҡ ҡапҡанына эләгеүеңде көт тә тор. Туҡталыштарҙа, бағаналарҙа яҙып эленгән, төрлө гәзиттәрҙә баҫылып сыҡҡан «ҡуртымға фатир бирәм» кеүегерәк иғландарҙың барыһы ла тиерлек – аралашсыларҙыҡы (риэлтор). Әлбиттә, уларҙың төрлөһө була. Бөгөн тап риэлторҙар хаҡында һүҙ алып бармаҡсымын....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM