НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Енәйәт. Төҫө лә юҡ уның, еҫе лә, ә эҙемтәһе бар
Проблема / Тормош юлдары ҡатмарлы // 25-06-2011, 16:57


Енәйәт. Төҫө лә юҡ уның,  еҫе лә,  ә эҙемтәһе барҠапыл ғына шундай һорауға яуап тапҡы килдесе: Рәсәйҙә йылына күпме кеше хөкөм ителә икән? Эҙләгән тапҡан − РФ Юғары суды департаменты сайтына «сәфәр» ҡылып, үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап алдым, бөтөнләй уйламағандарына ла күҙ һалып, хайран ҡалдым.
Былтыр беҙҙә енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле һаналған миллиондан ашыу кешегә ҡарата суд булған. Иң ҡәтғи хөкөмдө төбәк судтары сығара икән, ә мировойҙар бер аҙ «йәлләңкерәй». У-уу, миллион хәтәр күп тә инде, тип аптырамағыҙ. 2009 йылда енәйәт эштәре тағы ла күберәк булған. Ул йылда суд залынан хөкөм ителеүселәрҙең 76,2 проценты ғәйепле булып сыҡһа, былтырғы күрһәткес − 75,6 процент. Иң йыш ҡаралған енәйәт статьяһы нисәнсе, тип уйлай­һығыҙ? Ул 158-се, йәғни урлашыу. Уның буйынса 260 меңгә яҡын кеше хөкөм ителгән (әйткәндәй, икенсе урында − законһыҙ рәүештә наркотиктар һаҡлаусы һәм уны алыу өсөн ялған рецепт яҙыусылар. Өсөнсөлә − кешенең сәләмәтлегенә мәкерле рәүештә зыян килтереүселәр)....

Наркотиктарға бирешмәйек!
Махсус бит / Проблема // 25-06-2011, 10:21


Наркотиктарға бирешмәйек!БР Наркополицияһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Константин Максимов хәбәр итеүенсә, Өфөлә сираттағы наркопритон юҡ ителгән.
Наркотик ҡулланған йәш әсәләр һәм ауырлы ҡатындар ҙа килеп «һыйынған» фатир баш ҡаланың Аврора урамындағы дезоморфин әҙерләү притоны булып сыға. Фатир хужаһы, 28 йәшлек ир белдереүенсә, ул әсәһе үлеп ҡалғас ҡайғынан наркотикка бирелә. Тотолған һигеҙ наркоман араһында дүрт ҡатын-ҡыҙ була. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, өлкән күренәләр. Береһенең дүрт айлыҡ ауыры бар, икәүһе − йәш әсә. Притон хужаһына РФ Енәйәт кодексының 232-се статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Унда йөрөүселәр ҙә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Наркотик менән мауығыусыларҙың күбеһе марихуананан башлай. Ҡурҡыныс бәйлелектән ҡотолорға теләүселәр йыш ҡына рәсми наркологияға бармай, шикле реабилитация үҙәктәренә мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә мутлашыусылар ҡорбанына әйләнә....

Рәсәйгә «крокодил» эпидемияһы янай
Махсус бит / Проблема // 25-06-2011, 10:18


Был дата 1987 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы тарафынан булдырыл­ған.
БМО мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә 2,5 миллион наркоман һәм 5,1 миллион наркотик ҡулланыусы иҫәпләнә. Йылдан-йыл был күр­һәткесте кәметеү бу­йынса миллионлаған һумдар тотоноп, саралар күрергә маташһалар ҙа, һан әҙәймәй, ә киреһенсә, наркомандар «йәшәрә» бара. Бөгөн беҙ йәштәр араһында ғына ошо заман афәтенә бәйлелек артыуы хаҡында түгел, балалар наркоманлығы, уға өҫтәп, эскеселеге хаҡында ла һүҙ алып барабыҙ.
Рәсәй йыл һайын наркотик ҡулланған 100 меңдән ашыу кешеһен юғалта. 90-сы йылдарҙа власть халыҡты «наркотизациялау»ҙы үҙ ағышына ебәрһә, 2000 йылдарҙа ҡот осҡос тиҙ артҡан күрһәткестәрҙе кәметеү саралары күрә башлай....

Ә хаталар һаман бөтмәй
Махсус бит / Проблема // 21-06-2011, 13:57


Яҙмам бүтән тигәйнем, яҙмайынса ла булдырып булмай: Өфө урамдарынан үткән саҡта төрлө учреждениелар, ойошмаларҙың алтаҡталарындағы хаталар күҙгә әллә ҡайҙан ташлана. Мәҫәлән, Салауат Юлаев майҙанындағы «Агидель» (башҡортса исеме юҡ) тирмәһенең ишек яңағына беркетелгән таҡтанан «яңы бушкән ҡаныр» һатылғанын белеп була.
Рихард Зорге урамындағы 46-сы йорттағы магазинда «Товары для детей» башҡортса «Балалар өсөн тауарҙары» килеп сыҡҡан...
Хәйер, миллионлаған халыҡ ҡараған телевидение тапшырыуҙарында ла хаталарға «эләгеп йығылаһың». Мәҫәлән, «йәйен» балығын «налим» тинеләр. Русса «сом» була уның исеме. Ә «налим»дың тәржемәһе – «шамбы». Тағы: «растение» һүҙен «үлән» тип тәржемәләйҙәр. Ә «растение» «үҫемлек» була түгелме? «Үлән» иһә «трава» тип йөрөтөлә шикелле......

Минең ирем – миллионер!
Махсус бит / Проблема // 18-06-2011, 16:48


Энергияларҙың урындары менән алмашыныуы һәр саҡ насар эҙемтәләргә килтерә. Ир-ат, хәҙер уның ир-бисә-әсәһе ашарға алып ҡайтыр, мейескә яғып ебәрер, тамағына әҙерләп ашатыр, тип диванда көтөп тик ятып, үҙендә ҡатын-ҡыҙ энергияһын арттыра. Ә ҡатын-ҡыҙ ир-ат эше тураһында уйлап, дөрөҫөрәге, эшләп, үҙендә ир-ат энергияһын үҫтерә. Һөҙөмтәлә күңелдәре ҡата, асыуҙары ҡабара, үҙенең икенсе яртыһына ҡарата күрә алмаусанлыҡ тыуа һәм тормошона ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек арта. Үҙеңде ошо хәлгә алып барып еткерергә кәрәкме һуң?
Һәр ҡатын үҙ иренә нисектер йоғонто яһар­ға, «тәрбиәләргә», уны үҙенсә әүәләп алырға тырыша. Ә ир кеше, үҙ сиратында, ирек ярата, кемгәлер буйһонорға, «сепрәк» булырға теләмәй. Ике яҡҡа ла уңайлы, рәхәт булырлыҡ мөмкинлек тыуҙырыу, хөрмәт һәм мөхәббәт тигән нәмәне оҙаҡ йылдарға һаҡлап ҡалыу форсаты бармы икән?...

Иҙелгә таянма, иргә ышанмамы?
Махсус бит / Проблема // 18-06-2011, 15:06


Иҙелгә таянма, иргә ышанмамы?Сибәғәт Рахманғоловтың «Йәш­лек»тең өс һанында рәттән баҫылып сыҡҡан «Ҡар илендә ҡайындар ҙа юҡ, исмаһам, сер һөйләргә» тигән мәҡәләһе күңелдә ике төрлө уй-фекер уятты. Эйе, ундағы факттар нисек бар, шулай бирелгән. Тик... ул ирҙәр күҙлегенән генә сығып яҙылған. Өҫтәүенә, автор Себергә сығып киткән ирҙәрҙең өй-йортон, балаларын, мал-тыуарын ҡарап ҡалған ҡатындарына ҡарата ғәҙел булмаған һүҙҙәр ҙә ташлаған. Йәнәһе лә, бисара ир-ат, Себер тарафтарында көсөн-сәләмәтлеген исрафлап, аҡса таба, ә өйҙә ҡалған ҡатын-ҡыҙ ире тапҡан аҡсаға кәйеф-сафа ҡороу яғын ғына ҡарай. Тороп тор әле, брат, улай булып ҡуймағайы. Хәҙер мин һиңә Себергә сығып киткән көслө зат вәкилдәренең ҡатындарын аҡларлыҡ һәм яҡларлыҡ мең дәлил килтерәм, түҙеп кенә тор. Әлбиттә, мин берәй тәғәйен генә статистикаға таянып түгел, ә тормоштан алынған тиҫтәләгән һәм йөҙәрләгән миҫалға нигеҙләнеп яҙам. Сөнки тормош ул статистиканан да бирерәк − статистика барыбер тулы һәм ғәҙел мәғлүмәт килтерә алмай....

Кемгә шах, кемгә мат
Башҡортостан / Проблема // 18-06-2011, 12:25


Кемгә шах, кемгә мат«Фукусима» атом электр станцияһы биләмәһенән 40 саҡрым самаһы алыҫлыҡта йәшәүсе һөт етештереү менән шөғөлләнгән япон крәҫтиәне үҙ-үҙенә ҡул һалған. Фараздар буйынса, ул һәләкәттән һуң иҡтисади проблемаларын күтәрә алмаған. Аҫылынып үлеүсе шундай яҙыуҙар ҡалдырған: «Барыһы ла АЭС арҡаһында», «Тере ҡалғандарға: АЭС-ҡа бирешмәгеҙ!» Был барлыҡ суицид ҡылыусылар яҙған хушлашыу хәбәрҙәре араһынан иң үҙенсәлеклеһелер. Ул тәғәйен бер кешенең генә түгел, ә глобаль проблемаға иғтибар итеү зарурлығын күрһәтә. Ана, Германия хөкүмәте 2022 йылға тиклем барлыҡ атом электр станцияларын ябып, урындарын күңел асыу паркы итеп үҙгәртмәксе. Бәлки Германия Испаниянан өлгө алмаҡсы булалыр? Cөнки был илдә бит электр энергияһының төп сығанағы – ел тирмәндәре. Беҙ уларға эйәрә алмайбыҙ, беҙгә ҡеүәтле яңы АЭС-тар кәрәк. Нәҡ ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта халыҡ-ара ғилми-ғәмәли семинар ҙа үтте....

Петрушка – наркотик?!
Махсус бит / Проблема // 14-06-2011, 13:25


Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы, петрушканы көслө йоғонтоһо булған наркотик һәм ағыулы матдәләр исемлегенә индермәксе. Исемлеккә был тәмләткестең ҡабығы түгел, кеше һаулығы өсөн зыянлы май яһап була торған емештәре индерелгән. РФ Дәүләт наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы идаралыҡ етәксеһе Виктор Иванов белдереүенсә, хөкүмәттең ҡарары сығыу менән был үҫемлектең магазин кәштәләренән алыныуы мөмкин. Сөнки тыйылған үҫемлектәр тейешле ҡарар менән раҫланып, махсус исемлеккә индерелә һәм һатыуҙан алына....

Баланың мәйете табылды
Махсус бит / Проблема // 14-06-2011, 13:04


29 майҙа республиканың Благове­щен ҡалаһында туғыҙ йәшлек Дарья Асеева юғалғайны. Ул кискеһен өйҙән уйнарға ғына сығып киткән һәм ошо көнгә тиклем ҡыҙҙың ҡайҙалығын бер кем дә белмәне. Дарьяны эҙләү өсөн Благовещен ҡалаһы халҡы, хоҡуҡ һаҡ­­лау органдары хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде. Баланың юғалыуын төр­лөсә фаразланылар бәхетһеҙ осраҡ та, урлау версияһы ла ҡаралды. Үкенескә күрә, Дарья тере түгел. Уның кәүҙәһе Благовещен районы тер­риторияһында ер аҫтынан табыл­ған. Белгестәр әйтеүенсә, бала яҡты донъянан үҙ үлеме менән китмәгән, Дарьяны үлтереп, ергә күмгәндәр....

Тәбиғәтебеҙ бай ҙа, матур ҙа ул...
Башҡортостан / Проблема // 7-06-2011, 09:18


Тәбиғәтебеҙ бай ҙа, матур ҙа ул...Тәбиғәтебеҙ бай ҙа, матур ҙа ул... Тик бынан урындағы халыҡҡа файҙа юҡ. Кем генә яратмай икән тәбиғәттең матурлығын, шунда рәхәтләнеп бергәләшеп ял итеүҙе! Әммә ул матурлыҡты һаҡлай белергә кәрәк. ʺҠарлыман − Бело­ретʺ тимер юлы һалынғанға тиклем Инйәр йыл­ғаһы буйындағы тәбиғәт һаҡлана ине. Йылға-күлдәрҙә балыҡтар күп, өйрәк, ҡыр ҡаҙҙары, аҡҡоштар ояларын күрә инек. Хәҙер тәбиғәт бысрана, туристар туҡтап китә, уларҙан ватыҡ быяла шешәләр, банкалар, буш консервалар, полиэтилен тоҡсайҙар тороп ҡала. Үҫеп ултырған ағастарҙы балта менән тумырып ауҙаралар, был ерҙә булып киткәндәрҙең исемдәре яҙы­ла. Аҙыҡ әҙерләү өсөн сабынлыҡ кәртәләрен һүтеп, утҡа яғалар. Һуңғы ваҡытта ҡаҙ, һарыҡ, хатта эре малдар ҙа юғала башланы....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM