НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һыу-һүл мәле имен үтһен
Махсус бит / Проблема // 21-04-2017, 11:20


Һыу-һүл мәле  имен үтһен Синоптиктар Башҡортостанда ташҡындың май баштарында көсәйәсәге хаҡында белдерҙе
Былтыр яҙ иртәрәк килеп, ташҡын апрель аҙаҡтарында башланғайны. “Башгидрометүҙәк”тән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Өфөлә Ағиҙел йылғаһы – 750 – 850 сантиметрға, Өфө – 760 – 860, Дим 700 сантиметрға күтәрелеүе ихтимал. Дөйөм алғанда, республика йылғаларында яҙғы ташҡын ваҡытында һыуҙың норманан 20 – 70 сантиметр­ға юғарыраҡ булыуы фаразлана.
Республикалағы йылға бассейндарында көҙҙән ҡалған һыу запасы норманан әҙерәк булды. Ҡышҡыһын ер ҙә элекке йылдар­ҙағы кимәлгә етеп туңманы. Ҡарҙағы һыу запасы бар бассейндар буйынса 20 – 40 процентҡа күберәк тупланған. Ошо сәбәптәр ташҡындың имен үтеренә өмөт биргән кеүек. Ләкин яҙҙың һуң килеүе һағайта – ҡарҙың бер юлы иреүе йылғаларҙы ярҙарынан сығырға мәжбүр итәсәк. Ағиҙел һәм Өфө йылғалары ташыу һөҙөмтәһендә 932 йорттоң, 33 ойошма-предприятиеның һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Ә дөйөм алғанда, республикала 80 мең кеше йәшәгән 258 тораҡ пункты ташҡындан зыян күреүе мөмкин.

...

«Әсәйем янымда, тик ул интернетта»
Махсус бит / Проблема // 20-04-2017, 13:51


«Әсәйем янымда,  тик ул интернетта»Өс йәш самаһындағы бала майҙансыҡта уйнай: ҡомлоҡта булыша, шыуғалаҡҡа менеп китә, бәүелсәккә менеп ултырырға маташа. Эскәмйәлә баланың әсәһе ҡулына планшет алып, бар донъяһын онотҡан төҫлө. Бәләкәстең: “Әсәй, ҡара мине, минең менән һөйләш!” – тип ҡысҡырыуына башын күтәреп ҡараһасы. Ҡатындың янынан битараф үтеп китә алманым, яҡынлашҡас, уның “Инстаграм”да бер “йондоҙ”ҙоң фотоларына “лайк”тар ҡуйыу менән мәшғүл икәнен күрҙем.

...

Ирҙәрҙең башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡарауына кем ғәйепле?
Махсус бит / Проблема // 13-04-2017, 12:18


Ирҙәрҙең башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡарауына кем ғәйепле?йәки Ни өсөн көслө зат сисенеп йөрөмәй?

Йәшәйешебеҙҙән айырып булмай торған төрлө мөһим проблемалар гәзитебеҙҙә әленән-әле күтәрелеп тора. Шуларҙың икәүһе хаҡында һүҙ алып бармаҡсымын. Тәүгеһе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тышҡы ҡиәфәте, йәғни уларҙың кейеме тураһында булһа, икенсе һүҙ ниндәйҙер сәбәп арҡаһында бәғзе ирҙәрҙең башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡыҙығып китеүе хаҡында бара. Ни өсөн был ике мәсьәләне бер юлы күтәреүем ошо мәҡәләне уҡый-бара аңлашылыр, тигән өмөттәмен....

Минең карьерам
Махсус бит / Проблема // 1-04-2017, 15:45


Минең карьерамйәки Нисек кенә булһа ла, иремде ир итә алдым

Ҡатын-ҡыҙ тормошо, яҙмышы, холоҡ-фиғеле тураһында мәғлүмәттән күп нәмә юҡтыр гәзит-журналда ла, “зәңгәр экран”да ла, интернет киңлегендә лә. Һәр төрлөһө, ҡолаҡҡа ятҡаны, ятмағаны, бәхәс, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер тыуҙырғаны ла етерлек. Ә тормошҡа сығып, һәүетемсә йәшәп ятҡандары тураһында башлыса “ирҙән уңды”, “һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йәшәй” йәки “бер тинтәккә сығып әрәм булды”, “ир урынына ла үҙе, ҡатын урынына ла” тигәнерәк һүҙҙәр менән йәлләп, күп осраҡта өлгө (ниндәй өлгө булһын инде?!) итеп телгә алалар. Ә минең булмышым телгә алын­ған ике осраҡҡа ла тап килмәй. Әлбиттә, ундай ҡатын-ҡыҙҙар бар беҙҙең арала. Тик белеп еткермәйбеҙ. Әлеге лә баяғы, ундайҙар бит асыла һалып бармай. Уларҙың тормошо ете ҡат бик аҫтында. Шуға ла үҙ ғаилә тарихымдың бер мөйөшөн аса биреп ҡуйҙым. Исемемде үҙгәртеп алдым....

Мираҫҡа машина, йорт түгел, ә... бурыс ҡалһа?
Махсус бит / Проблема // 31-03-2017, 14:20


Мираҫҡа машина, йорт түгел,  ә... бурыс ҡалһа?“Мираҫ” һүҙе күптәргә тоҡсай-тоҡсай аҡса, машина, дача, йорт булараҡ күҙаллана. Мәҫәлән, сит илдә миллионер әбей-бабайың булып, уларҙың вафатынан һуң миллиондары миңә мираҫҡа күсһәсе, тип хыялланыусылар аҙмы ни? Ундайҙар бик күп. Ләкин мираҫҡа дәғүә итеүселәрҙе иҫкәрткебеҙ килә: мираҫҡа мәрхүмдең мал-мөлкәте генә түгел, ә банктарға булған бурыстары ла күсә. Айырыуса һуңғы йылдарҙа был йыш күҙәтелгән күренеш....

Бәддоға (булған хәл)
Махсус бит / Проблема // 27-02-2017, 09:56


Бәддоға (булған хәл)... Зыярат ҡапҡаһынан ингәс тә Наилә иренең ҡәберендә ят нәмәләр барлығына иғтибар итте. Үткәндә ингәндә генә улы менән ҡыҙы һалған веноктан башҡа бер нәмә лә юҡ ине. әле килеп ҡара таҫмаға уралған ҡара раузалар ята, шыма ғына йомро таштар хасил булған....

Тыныс йәшәү ялҡыттымы? Рәхим итеп кредит алығыҙ!
Махсус бит / Проблема // 20-02-2017, 19:00


Тыныс йәшәү ялҡыттымы? Рәхим итеп кредит алығыҙ!Бер кем дә үҙ яҡындарынан яуызлыҡ көтмәй. Аңғармаҫтан арҡаға бысаҡ ҡаҙар дошман бик алыҫта, сит-ят ерҙәрҙә генә йөрөй кеүек тойола. Әммә, үкенескә күрә, ҡайһы ваҡыт туған-ҡәрҙәштәр ҙә теш ҡайрап, ғәйбәт һөйләп йәки үҙҙәренең холоҡһоҙлоғо менән йәшәүҙең йәмен ебәреп, көнитмеште ағыулай. Хатта финанс ойошмаһынан алынған кредит арҡаһында ла яҡын кешеләр араһында дошманлыҡ хисе тыуыуы ихтимал. С. Х. бәйән иткән хәл-ваҡиға ла шулар рәтенән, буғай. Зарарлы производствола һаулығы ҡаҡшап, хаҡлы ялға үҙ йәшенән иртәрәк сыҡҡан С. апайҙың өс балаһы бар. Өсөһө лә башлы-күҙле булып, үҙ аллы донъя көтә. С. апайҙың һүҙе буйынса, өлкән улы менән ҡыҙы хәләл ефеттәренән уңһа, кинйә улының бәхеткенәһе самалыраҡ – ҡатыны ялҡау, аңһыҙ, ғауғасыл....

“Алдыңмы өлөшөңдө?”
Махсус бит / Проблема // 15-02-2017, 16:39


“Алдыңмы өлөшөңдө?”йәки Донъя – ҡуласа: һәр рәнйетеүсегә үҙ рәнйетеүсеһе табыла
Шәхси милеккә ҡағылышлы мөрәжәғәттәрҙе барлағанда, ер участкаһы менән бәйлеләрен айырым туплап ҡарарға мөмкин. Үҙ белдеге менән сиктәрҙе билдәләп, йә белмәйенсә, кадастр планынан ситләшеп, күршеһе өлөшөнә инеүселәр һуңынан күршеләренең ерендә төҙөлгән йорт-ҡаралтылары арҡаһында судлашып, низағлашып йөрөргә мәжбүр. Мәҫәлән, С.-тарға ла әллә күпме учреждение тупһаһын тапар­ға, әллә нисә суд иләге аша үтергә тура килә, ләкин барыбер ҡаралтыларынан, бер нисә квадрат метр ерҙәренән, байтаҡ сумма аҡсанан яҙалар....

Туған араһын бол боҙормо?
Махсус бит / Проблема // 6-02-2017, 13:19


Туған араһын  бол боҙормо?йәки Атай-әсәйҙән ҡалған донъя малын бүлешкәндә, бәғзеләрҙә туғанлыҡ хисе лә, оят та юғала

Гәзитебеҙгә ниндәй генә хаттар килмәй ҙә, ниндәй генә шылтыратыуҙар яңғырамай! Күпселектә гәзит уҡыусыларыбыҙ ихтирамға лайыҡ ауылдаштарын, таныштарын маҡтап яҙа йә ҡыуаныслы яңылыҡтары менән бүлешә. Ярҙам һорап, оран һалған яҙмалар, шылтыратыуҙар ҙа аҙ түгел.
Һуңғыларының һәр береһендә тиерлек, ғәҙәттә, күсмәй тор­ған милеккә бәйле бик сетерекле мәсьә­ләләр күтәрелә. Проблема­ларҙың осона сы­ғырға, хәлдең айышына төшөнөргә маташ­ҡанда, кешеләрҙең (дөрөҫлөккә тура ҡарайыҡ) юридик наҙанлығы күҙгә ташлана, бер ҡатлылығы хайран ҡалдыра. Хәйер, юридик наҙанлыҡта ғәйепләү бигүк дөрөҫ тә түгелдер. Дәүләт акттары шундай ҡатмарлы, суд практикаһы ҡапма-ҡаршылыҡлы булғас, кеҫәһендә юрист дипломы ятмаған кешенең закондарҙың ҡара урманында юғалып ҡалыуы тәбиғи хәлдер ул. Шуға ла юридик һорау­ҙарың булғанда, хаҡына ҡарамай, бер нисә юрист менән кәңәшләш­һәң дә артыҡ түгел (эш судҡа барып етһә инде, хоҡуҡтарыңды яҡлауҙы мотлаҡ юғары квалификациялы, намыҫлы адвокатҡа тапшырырға). Ләкин ни эшләп ябай проблеманы ла урында хәл итә алмай, республика баҫмаһына мөрәжәғәт итергә мәжбүрҙәр һуң?...

Был донъяға нимә булған?
Махсус бит / Проблема // 27-01-2017, 12:15


Был донъяға нимә булған?Һәр мәғлүмәт кешенең аң-белем призмаһында үҙгәрә. Шуның өсөн мәғлүмәттең хаҡлығын йән-йөрәк аша тойоғоҙ.
Был донъяға нимә булған, тигән һорауға яуап табыр алдынан, беҙ, кешеләр, кем икәнебеҙҙе аңларға кәрәк. Алла – ул бөйөк мөхәббәтле аң сығанағы. Кешегә ул мөмкинлектәр, ҡөҙрәт (потенциал) биргән. Был турала Ҡөрьән китабында ла яҙылған. Кешеләрҙең төп йорто – күренмәгән юғары ҡатламдарҙа. Ә ни өсөн Ерҙә йәшәйбеҙ? Әлбиттә, йәнебеҙҙе үҫтерер өсөн. Уны тик түбән тирбәлешле матди, ҡапма-ҡаршылыҡлы (“дуалность” тигән төшөнсә бар) тормошта ғына тиҙ арала үҫтерә алабыҙ. Аҡ-ҡара, һөйөү-ҡурҡыу, насар-яҡшы кеүек төшөнсәләрҙе кисергәндә, кешенең йәне бик тиҙ ваҡыт эсендә үҫә. Беҙ аңлы йән төшә алған иң түбән ҡатламда йәшәйбеҙ һәм тойғолар ярҙамында өйрәнәбеҙ....


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр
  • Балсы ҡулынан бал тамыр



  • Радио Юлдаш FM