НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Күңелдәребеҙ моңһоҙлоҡтан уянһын
Махсус бит / Проблема // 30-07-2011, 11:49


Күптән түгел Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан «ТЭФИ – 2007» премияһы лауреаты, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Ауылым минең, ауылҡайым...» фильмын ҡарарға тура килгәйне. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы ике ауыл – Әбйәлил районының Ҡырҙас һәм Һәйетҡол ауылдары тураһында һүҙ бара унда....

Танылған рокер Торатауҙы яҡлау акцияһында ҡатнашасаҡ
Махсус бит / Проблема // 30-07-2011, 11:44


Ҡурайсы Роберт Юлда­шев­ты рокерҙарҙың күбе­һе белә. Ул күп кенә музыкантты – Николай Нос­ковты, Гарик Сука­чевты ҡурайға ҡушылып йырлар­ға өйрәткән, бергәләп дискылар яҙҙырғандар. «Аквариум» төркөмө лидеры ла ҡурайға битараф түгеллеген күрһәткән – легендар Борис Гре­бенщиков (һүрәттә) Юлдашевтың изге Торатау итәгендә берлектәге концерт ҡуйыу тәҡдимен ҡабул иткән....

РЕКЛАМА ЯТ ҠИММӘТТӘР ТӘРБИӘЛӘЙ
Махсус бит / Проблема // 26-07-2011, 11:03


РЕКЛАМА ЯТ ҠИММӘТТӘР ТӘРБИӘЛӘЙРәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев быға тиклем дә балаларҙы яҡлауҙы яйға һалған закондарҙың камил булмауы хаҡында әйтә килде. Һүҙҙәрҙең ташҡа баҫыл­ғаны мәртәбәле − үткән аҙнала ил башлығы бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын билдәләүсе яңы законға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта ҡыҫҡартып ҡына әйткәндә, яңы закон балаларҙы өлкәндәрҙең эшмәкәрлегенең насар йоғонтоһонан, ҡатылығынан һаҡлай тип билдәләргә мөмкин....

Һыра һатыусылар бөлөрмө?
Махсус бит / Проблема // 22-07-2011, 19:46


Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев алкоголгә ҡаршы законға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, һыра алкоголле эсемлектәргә тиңләштерелә һәм уны киоск-палаткаларҙа һатыу тыйыла. Был закон составында 0,5 процент алкоголь булған бөтә эсемлектәрҙе лә алкоголгә тиңләштерә һәм власть органдарына алкоголде күмәртәләп һатыуҙы тулыһынса тыйыу хоҡуғын бирә. Тыйыуҙар хөкүмәт исемлегенә ингән продукцияға ғына ҡағылмай (кефир һәм кеүәҫ, мәҫәлән)....

ҠАРЫШЛАУЫҠТАР УРМАНДАРҘЫ БАҪЫП АЛДЫ
Махсус бит / Проблема // 19-07-2011, 12:50


Баҫыуҙарҙы саранча йонсотһа, ағастарға лә рәхәт кенә үҫергә форсат юҡ − Әбйәлил райо­ны урмандарын ебәк күбәләге баҫып алған. Ҡарышлауыҡтар үҙенең юлында осраған бөтә ағастарҙың япраҡтарын ашап бөтөрөп бара. Уларҙың артынан яланғас ботаҡтар һәм олондар ғына тороп ҡала....

Ите – уларға, һөйәге – беҙҙекеләргә...
Махсус бит / Проблема // 19-07-2011, 12:35


йәки Баймаҡ районы биләмәһендә таш сығарыусы ойошмаларҙың эше ниңә урындағы халыҡтың һарыуын ҡайната?
Ите – уларға, һөйәге – беҙҙекеләргә...13 июлдә Баймаҡ районының Темәс ауылында Баймаҡ районы хакимиәтенең күсмә ултырышы уҙҙы. Көн үҙәгендә урындағы халыҡты күптән борсоған мәсьәлә − тәбиғи таш сығарып кәсеп итеүселәр менән мөнәсәбәттәр.
Былтыр редакция коллективы менән Бөрйән районына барырға тура килгәйне. Шул саҡта күргәндәрҙән бер ваҡиға иҫтән сыҡмай. Бөрйәндәр ҡунаҡтар өсөн ойошторолған экскурсия барышында беҙҙе урман эсендәге ҙур бер түмәргә алып килде. Хәтерем алдамаһа, түмәре генә лә дәү бер һыуытҡыс ҙурлығындағы ҡарағасты бынан бер нисә быуат элек ҡырҡып алып, һал итеп Рәсәй үҙәгенә ағыҙғандар....

Енәйәт. Төҫө лә юҡ уның, еҫе лә, ә эҙемтәһе бар
Проблема / Тормош юлдары ҡатмарлы // 25-06-2011, 16:57


Енәйәт. Төҫө лә юҡ уның,  еҫе лә,  ә эҙемтәһе барҠапыл ғына шундай һорауға яуап тапҡы килдесе: Рәсәйҙә йылына күпме кеше хөкөм ителә икән? Эҙләгән тапҡан − РФ Юғары суды департаменты сайтына «сәфәр» ҡылып, үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап алдым, бөтөнләй уйламағандарына ла күҙ һалып, хайран ҡалдым.
Былтыр беҙҙә енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле һаналған миллиондан ашыу кешегә ҡарата суд булған. Иң ҡәтғи хөкөмдө төбәк судтары сығара икән, ә мировойҙар бер аҙ «йәлләңкерәй». У-уу, миллион хәтәр күп тә инде, тип аптырамағыҙ. 2009 йылда енәйәт эштәре тағы ла күберәк булған. Ул йылда суд залынан хөкөм ителеүселәрҙең 76,2 проценты ғәйепле булып сыҡһа, былтырғы күрһәткес − 75,6 процент. Иң йыш ҡаралған енәйәт статьяһы нисәнсе, тип уйлай­һығыҙ? Ул 158-се, йәғни урлашыу. Уның буйынса 260 меңгә яҡын кеше хөкөм ителгән (әйткәндәй, икенсе урында − законһыҙ рәүештә наркотиктар һаҡлаусы һәм уны алыу өсөн ялған рецепт яҙыусылар. Өсөнсөлә − кешенең сәләмәтлегенә мәкерле рәүештә зыян килтереүселәр)....

Наркотиктарға бирешмәйек!
Махсус бит / Проблема // 25-06-2011, 10:21


Наркотиктарға бирешмәйек!БР Наркополицияһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Константин Максимов хәбәр итеүенсә, Өфөлә сираттағы наркопритон юҡ ителгән.
Наркотик ҡулланған йәш әсәләр һәм ауырлы ҡатындар ҙа килеп «һыйынған» фатир баш ҡаланың Аврора урамындағы дезоморфин әҙерләү притоны булып сыға. Фатир хужаһы, 28 йәшлек ир белдереүенсә, ул әсәһе үлеп ҡалғас ҡайғынан наркотикка бирелә. Тотолған һигеҙ наркоман араһында дүрт ҡатын-ҡыҙ була. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, өлкән күренәләр. Береһенең дүрт айлыҡ ауыры бар, икәүһе − йәш әсә. Притон хужаһына РФ Енәйәт кодексының 232-се статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Унда йөрөүселәр ҙә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Наркотик менән мауығыусыларҙың күбеһе марихуананан башлай. Ҡурҡыныс бәйлелектән ҡотолорға теләүселәр йыш ҡына рәсми наркологияға бармай, шикле реабилитация үҙәктәренә мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә мутлашыусылар ҡорбанына әйләнә....

Рәсәйгә «крокодил» эпидемияһы янай
Махсус бит / Проблема // 25-06-2011, 10:18


Был дата 1987 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы тарафынан булдырыл­ған.
БМО мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә 2,5 миллион наркоман һәм 5,1 миллион наркотик ҡулланыусы иҫәпләнә. Йылдан-йыл был күр­һәткесте кәметеү бу­йынса миллионлаған һумдар тотоноп, саралар күрергә маташһалар ҙа, һан әҙәймәй, ә киреһенсә, наркомандар «йәшәрә» бара. Бөгөн беҙ йәштәр араһында ғына ошо заман афәтенә бәйлелек артыуы хаҡында түгел, балалар наркоманлығы, уға өҫтәп, эскеселеге хаҡында ла һүҙ алып барабыҙ.
Рәсәй йыл һайын наркотик ҡулланған 100 меңдән ашыу кешеһен юғалта. 90-сы йылдарҙа власть халыҡты «наркотизациялау»ҙы үҙ ағышына ебәрһә, 2000 йылдарҙа ҡот осҡос тиҙ артҡан күрһәткестәрҙе кәметеү саралары күрә башлай....

Ә хаталар һаман бөтмәй
Махсус бит / Проблема // 21-06-2011, 13:57


Яҙмам бүтән тигәйнем, яҙмайынса ла булдырып булмай: Өфө урамдарынан үткән саҡта төрлө учреждениелар, ойошмаларҙың алтаҡталарындағы хаталар күҙгә әллә ҡайҙан ташлана. Мәҫәлән, Салауат Юлаев майҙанындағы «Агидель» (башҡортса исеме юҡ) тирмәһенең ишек яңағына беркетелгән таҡтанан «яңы бушкән ҡаныр» һатылғанын белеп була.
Рихард Зорге урамындағы 46-сы йорттағы магазинда «Товары для детей» башҡортса «Балалар өсөн тауарҙары» килеп сыҡҡан...
Хәйер, миллионлаған халыҡ ҡараған телевидение тапшырыуҙарында ла хаталарға «эләгеп йығылаһың». Мәҫәлән, «йәйен» балығын «налим» тинеләр. Русса «сом» була уның исеме. Ә «налим»дың тәржемәһе – «шамбы». Тағы: «растение» һүҙен «үлән» тип тәржемәләйҙәр. Ә «растение» «үҫемлек» була түгелме? «Үлән» иһә «трава» тип йөрөтөлә шикелле......


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM